Бөтә яңылыҡтар

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Ҡужабаҡ ауылында Еңеү көнөнә арналған митинг үтте

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Бөгөн Ҡужабаҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға һәм ветерандарға арнап ҡуйылған обелиск янында Бөйөк Еңеү көнөнә бағышланған митинг үтте. Митингта балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡысылары, ауылдың йыр-моң оҫталары ҡатнашты. Яңы Себенле ауыл биләмәһе башлығы Р. Шәйәхмәтов, Ветерандар советы рәйесе З.Ғайсин, ауылдашыбыҙ, район хакимиәте вәкиле Ш.Ғәниев байрам менән ҡотлап матур,изге теләктәр еткерһә, сараны ауыл мәҙәниәт усағы хеҙмәткәре Лилиә Иөхәмәтйәнова алып барҙы. Илдәребеҙ тыныс, үҙебеҙ иҫән-һау булайыҡ, тигән теләктә ҡала ҡужабаҡтар!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: