Туҡтауһыҙ һыҙланыуҙан йоҡоһон һис ҡандыра алмаған Үлмәҫҡол поезд тәгәрмәстәренең бер төрлө туҡылдауына, вагондың һәлмәк кенә бәүелеүенә иҙерәп ойоп киткәйне. Поезд туҡтағанда ҡапыл һелкенеүҙән, кешеләрҙең ҡысҡырып һөйләшеүенән иләүрәп уянып китте. Әле күҙен асмаҫ борон төшөндә һаман да шул һуңғы алыш, Берлинды алыр өсөн барған ҡанлы бәрелеш менән һаташа ине. Шунда ул окоп өҫтөнән үткән танк аҫтында ҡалып, уң ҡулынан яҙғайны. Ҡанһырап, балсыҡ аҫтында ятҡан Үлмәҫҡолдо осраҡлы рәүештә генә санитарҙар табып, ҡаҙып алды. Апрель айы аҙағынан лазареттан лазаретҡа күсә торғас, ете ай үтте. Ҡулының өҙөлгән ерендәге һөйәктәрен сүпләп таҙарттылар, йыуҙылар, тектеләр. Яраһы яйлап сөрөшәйеп бөтәште тиерлек. Тик күгәреп-ҡыҙарып ҡалған тупыс ере ваҡыты-ваҡыты менән йә әсетеп, йә һулҡылдап һыҙлай. Бына әле лә булмаған ҡулының һыҙлауын тәне эсенә йотор өсөн ул күҙен асмай ғына байтаҡ ятты. Күҙен асһа, һыҙланыуы тәне эсенә инеп таралмай, кире һулҡылдап өҫкә килеп сығырҙай төҫлө ине. Шул тойғонан ҡурҡып ята бирҙе. Тышта ҡысҡырышып һөйләшкән тауышҡа, поездың әсе итеп һыҙғырыуына күҙен асып, һул терһәгенә таянып, тышҡа ҡараны. Тәҙрә аша аҡ халатлы шәфҡәт туташтарының носилкалар күтәреп йүгерешеүҙәрен күрҙе. Туҡтаған вокзалдың исемен уҡыны. Ҡаршылағы бейек йорт башына «Өфө - Уфа» тип яҙып ҡуйылғайны. «Өфө, Уфа», тип, үҙ-үҙенә ышанмай ҡат-ҡат уҡыны ул яҙыуҙы.
Санитар поезында һау кеше юҡ. Барыһы ла ғәрип, ауыр яралылар. Вагон эсендәге һәр кәштәлә ыңғырашыу, һәр кәштәлә һыҙланыу ауазы. Берәүҙең дә ҡайҙа алып китеп барыуҙарында эше юҡ. «Өфө» яҙыуын уҡығас, Үлмәҫҡолдоң күңеленә ләззәтле тыуған ер хисе, яҡынлыҡ тойғоһо килеп инде. Тыуған иленең, тыуған еренең татлы еҫен тойҙо ул. Дүрт йыл да дүрт ай элек Сыбаркүл ҡаласығында ашыҡ-бошоҡ винтовка менән сәпкә аттырҙылар, ҡул гранатаһын, танкты яндырыусы шешә шыйыҡсаны сәпкә ташларға өйрәттеләр ҙә, төндә тимер мейестәре төтәп ятҡан «телячий» тип аталған вагондарға тейәп, көнбайышҡа, фронтҡа оҙаттылар. Иртәнге һигеҙ менән туғыҙ араһында үткәйнеләр Өфө вокзалын. Поезд Өфөлә туҡтаманы. Үлмәҫҡол тәҙрә аша шул «Өфө -Уфа» яҙыуын уҡып үткәйне. Был яҙыу үҙгәрешһеҙ тиерлек, тик тутығып, әҙерәк буяуҙары ҡойолған. Әммә ул һаман да тыуған илдең ауазын бөркөп тора.
Поезд, һыҙланыуҙар, ыңғырашыуҙар тауышын баҫып, әсе итеп һыҙғыра-һыҙғыра, яйлап Өфөнө артта ҡалдырҙы. Үлмәҫҡол тәҙрә аша һәр ауыл, ҡасаба исемдәрен уҡый-уҡый, һарғайған үләнле ялансыҡтарҙы, һары япраҡлы урманды, кәбәндәрҙе, күбәләрҙе, игенлектәрҙән әле әүенгә ташылмаған көлтә өйөмдәрен ҡарап бара. Үлмәҫҡолдоң иҫәбе буйынса, поезд Мейәс ҡалаһына киске ун йәки ун бер самаһына барып етәсәк. Тик Үлмәҫҡол әле белмәй: Мейәс ҡалаһында поезд туҡтармы-юҡмы? Златоуста туҡтаһа, унан ауылға йыраҡ. 35 - 40 саҡрымды төп Урал армыты аша төшөргә кәрәк. Төндә, билдәле, арбалы ат та, йәйәүле иптәш тә осрамаҫ. Ә бына Мейәс ҡалаһынан ауылына ни бары 20 саҡрымдай ғына. Өҫтәүенә, Мейәскә тирә-йүн ауылдарынан кешеләр йөрөп тора. Һуғышҡа тиклем Үлмәҫҡол башҡа иптәштәре менән икешәр атта Мейәс элеваторына һәр көҙ ашлыҡ ташый ине. Бәлки, әле лә элеватор тирәһенә барһам, ылаусылар осрар, тип уйланы. Йөрәге елкенде.
Ауылда уны ҡатыны, дүрт улы көтә. Загорскиға килгән һуңғы хатында ҡатыны: «Малайҙарың тупылдашып үҫеп килә. Урал менән Мираҫ быйыл да миңә бесән эшләште. Һыйырыбыҙ, ике кәзәбеҙ бар. Һин ҡайтҡас һуйырбыҙ, тигән башмаҡты көпә-көндөҙ йылға буйында бүреләр ашаны. Һин ҡайтыуға Димгә алты, ә Сабурға дүрт тула. Атайым ҡайта, ул беҙгә күүүп итеп икмәк алып ҡайта, тип һәр саҡ һөйләнәләр...» - тип яҙғайны. Ҡатынының был хатын ул иң-иң ҡәҙерле аманат итеп түш кеҫәһенә һалған. Ул һәр саҡ, хат ятамы икән, тип һул ҡулының бармаҡтары менән түш кеҫәһен һәрмәп ҡарай. Үлмәҫҡол һуғышҡа киткәндә оло улы Уралға - ете ярым, Мираҫҡа - биш, Димгә - ике йәш ине. Ә бына Сабур донъяла юҡ ине. Атаһы әле уны күрмәгән. Уға хәҙер дүрт йәш тулып килә. Аяуһыҙ ҡанлы һуғыш барғанда яҙған хатында тыуасаҡ балаға Сабур мәрхүм ҡустыһының исемен, ҡыҙ бала булһа, Заһира тип мәрхүмә инәһенең исемен ҡушыуын һорағайны ҡатынынан. Ә бөгөн шул малайға дүрт тулып килә. Әле Загорск госпиталендә үк норма менән бирелгән көндәлек икмәкте йыя-йыя, уларҙы ярты килограмм самаһына еткергәс, урамдағы һатыусыға икмәкте уйынсыҡ автомашинаға алмаштырып алып, тоҡсайының төбөнә һалып ҡуйғайны. Был автомашина әле күрмәгән улына бүләк.
Златоуст ҡалаһында поезд оҙаҡ ҡына торҙо. Унда ла эшелондан байтаҡ халыҡты төшөрҙөләр. Носилкалы санитарҙар, перронда арбалы аттар туҡ-туҡ йөрөнө. Ниһайәт, тағы ла ҡуҙғалып киттеләр. Инде тышта дөм-ҡараңғы. Мейәс ҡалаһына етергә бер сәғәт самаһы ваҡыт ҡалды. Вагон оҙатыусыһы Үлмәҫҡолдан юлда ҡулланыр өсөн бирелгән кружка, ҡалаҡ-тәгәсте алыр өсөн килгәс, ул эшелондың Мейәстә туҡтау-туҡтамауын һәм унда нисә минуттан етәсәген һораны, йөрәге шатлығынан тағы ла алҡымына тығылды. Иң алда ул өйөнә, балаларына күстәнәс итеп алып ҡайтыр өсөн юлға бирелгән «сухой паек» тигән төргәкте һалған тоҡсайҙы һау ҡалған һул ҡулын тығып һәрмәне. Бәләкәс Сабурға икмәк ҡатыларына алмашып алған ағас машинаны тотҡослап ҡараны. Ялпаҡ, эсе бешкән ҡып-ҡыҙыл ит иҙмәһе менән тулы, ә тышына ҙур итеп «MOR» тигән яҙыулы америка консерваһын да төпкәрәк тыҡты. Шунда уҡ һаҡал-мыйыҡ ҡыра торған үткер, ҡыҫҡа ғына трофей бритваһын, уны үткерләр өсөн ағас таҡта киҫәгенә ҡағылған ҡайышты, сепрәк киҫәгенә төрөлгән һабын киҫәген дә һәрмәне. Дәүләт милкен, кружка, тәгәс, алюмин ҡалаҡты тапшырғас, үҙен бөтөнләйгә үҙ аллы, ирекле итеп тойҙо. Бөтә булған бурыстар өҫтөнән ҡойолоп төштө лә ҡуйҙы. Хәҙер ул үҙенә үҙе хужа. Тиҙҙән, бик тиҙҙән үҙен көткән ҡатыны, балалары, йортона ҡайтып керәсәк. Төндө төн тип тормаясаҡ. Туп-тура, элеккенге белгән һуҡмаҡ менән атлаясаҡ та атлаясаҡ Үлмәҫҡол. Ҡабаланып, бик ҡабаланып, эшелонға тейәлер ваҡытта Загорский госпиталендә бирелгән иҫке булһа ла ныҡ, оҙон ҡуңыслы америка ботинкаһын, ойоҡ булмағанда сылғау урынына ҡулланылған «обмотка» тип аталған оҙон, киң, беше тауар менән йәпһеҙ итеп ялан аяғын солғаны. Әле уң ҡул эшенә өйрәнмәгән һулаҡайы оҙон обмотканы йәпле итеп тота ла, бәйләй ҙә алмай. Өҫтәүенә, поезд һелкенеп тиҙлеген кәметте, ҡыҫҡа-ҡыҫҡа итеп һыҙғырырға кереште. Вагондар бер-береһенә бәрелеп туҡтай башлағанда ул обмоткаһының осон уралған урамаға тығып, аяғүрә баҫты.
Купела ла, күршелә лә хушлашырлыҡ кеше юҡ. Барыһы ла һыҙлана, барыһы ла ыңғыраша. Шулай ҙа, яуап ала алмаһа ла, Үлмәҫҡол юлдаштары менән ҡысҡырып хушлашты. Башҡаса бер ваҡытта ла улар менән осраша ла, һөйләшә лә алмаясаҡтар бит. Шунан һуғыштың башынан алып Берлинға тиклем арҡаһынан төшмәгән беше туҡыманан тегелгән тоҡсайын һау ҡулбашына элеп, вагондан сығыу яғына йүнәлде.
Перронда һис бер әҙәм юҡ. Яңғыҙы ҡалған Үлмәҫҡол ҡайһы яҡҡа атларға икәнлеген билдәләр өсөн тирә-йүндәге иҫендә ҡалған айырым билдәләрҙе ҡарап сыҡты. Ҡараңғылыҡҡа бер аҙ өйрәнгән күҙҙәренә алыҫтағы йорттоң шәүлә-һыны пәйҙә булды. Был бит элек беҙ аттар менән ашлыҡ ташый торған элеваторҙың бейек ҡорамы, тип, шул яҡҡа ыңғайланы. Бәлки, ул элеватор көн-төн эшләйҙер. Тирә-йүндән туҡтамай ашлыҡ ташыйҙарҙыр. Юлға ыңғай юлаусылар булыр, тигән өмөт бар ине күңелендә. Ләкин элеватор ҡапҡаһы, уның алды буш ине. Бәләкәй ҡапҡаһын асып, эскә керергә тотҡа-фәлән эҙләгәндә ҡапыл таш стенаның икенсе яғынан ишек асылып китте лә ҡулдарына винтовка тотҡан ике кеше килеп сыҡты, уларҙың олорағы Үлмәҫҡолға һорау артынан һорау яуҙыра башланы. Аңлаштылар. Ҡораллылар тынысланды. Әммә үҙ иленә, үҙ еренә килеп етеп тә, уны йә енәйәтсе, йә ҡараҡ кеүек итеп һөйләшкән кешеләр Үлмәҫҡолдоң күңеленә ауыр яра һалды. Йөҙәрләгән, меңәрләгән үлектәр, яралылар араһында ла тик бер-береңде һаҡлау, яҡлау, тик дошманға ғына үс һәм нәфрәт тойғоһо эсендә ҡайнаған Үлмәҫҡол өсөн үҙ илендәге был мөнәсәбәт һис аңлашылманы. Уға был оло һуғыштан һуң кешеләр бер-береһе менән шул тиклем яҡындар, ихтирамлылар, ярҙамсылдар кеүек тойола ине. Бәлки, һуғыш осорондағы йыраҡ авиацияның бомбаға тотоуынан һаҡланыу саралары һаман да үҙ көсөндәлер, тип уйлап, Үлмәҫҡол баяғы ҡарауылсыларҙы күңеленән генә аҡлаған булып ҡуйҙы.
Ары китте. Вокзал, элеватор тирәһендәге ниндәйҙер соҡор-саҡыр, ташлыҡтар, ағас өйөмдәренә һөрөнөп, ике тапҡыр йығылып, яралы ҡулбашын ауырттырҙы. Һуңғы һөрөнөүҙә бигерәк тә уңайһыҙ йығылды. Һау һул ҡулы менән таянып та өлгөрмәне, тәкмәсләп китеп, уң ҡабырғаһы менән төштө. Эй эстәге һөйәктең һыҙлауы... Әллә осло башы менән тирене тишеп сыҡтымы? Түҙеп торғоһоҙ әсетеү үҙәгенә үтте. Ятҡан килеш һау ҡулы менән уң ҡулбашын һәрмәп ҡараны. Ҡан аҡмай шикелле. Ҡараңғыла һәрмәнә торғас, әйбер тоғон да бәйенән эләктереп табып алды. Һулҡылдап һыҙлай ине өҙөлгән ҡулбашы. Һулҡылдап һыҙлай. Һыҙлауына берәй төрлө им булмаҫмы, тип, әле генә ҡаты аңлашҡан ҡапҡа эргәһенә кире китте. Етте лә ҡапҡаны һау ҡулы менән дөбөрҙәтә башланы. Ҡапҡаға лаулап эттәр өрөп килде. Кемдер ҡапҡаға лап та лоп йүгереп килеп, Үлмәҫҡолдоң был тирәнән хәҙер үк китеүен талап итте, атып үлтерәсәге менән янаны. Үлмәҫҡол унан бер мөйөштә ҡунып сығырға урын һораны. Ҡапҡаның теге яғындағы кеше уны тағы ла әшәкерәк һүҙҙәр менән ҡойондорҙо, ҡапҡаны асып, уға автоматының көбәген тоҫҡаны. Көсһөҙлөгөнән ғәрләнеп, күҙҙәренән йәштәре тәгәрәне Үлмәҫҡолдоң. «Мине, дүрт йыл дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп һуғышҡан, бер ваҡытта ла ҡурҡып сигенмәгән, илен, ҡатынын, ғәзиз дүрт улын һаҡлап һуғышҡан һалдатты, бында элеваторҙа икмәк ашап һимергән тыл крысалары ҡул күтәртеп ҡыуа», – тип һулҡылданы ул. Үлмәҫҡол ҡараңғыға кергәс, артынан мылтыҡ атҡан тауыш яңғыраны. Зыйлап, ситтәнерәк пуля осоп үткәндәй тойолдо.
Юл кеүек таҡыр ерҙән бара торғас, алда әкрен генә геүләп бер машина үткәнен күреп ҡалды. Тимәк, унда юл бар, тип шул йүнәлештә атланы Үлмәҫбай. Бара торғас, юлға төштө. Төштө лә, хәҙер инде үҙе белгән боронғо юлды төҫмөрләп, иҫке Мейәс ҡасабаһы аша ауылына илткән юл башына йүнәлде. Урамда ла, хатта йорттарҙа ла ут юҡ. Ҡараңғы. Өҫтө ҡуржаҡ боҙ менән ҡапланған юл күләүегенә килеп керәһеңме, ташҡа һөрөнәһеңме, барыһы ла уның аяҡ аҫтында ҡарауыллап ята кеүек.
Оҙаҡ ҡына атланы Үлмәҫҡол. Хатта йылынып, ирәбәйеп китте. Аяҡтарын һуҙып-һуҙып атларға кереште. Ҡаланың ситенә килеп сыҡты. Ҡайһы юл менән ҡайтырға, тигән уй башына килеп ингән килеш, юл һайлай башланы. Тәүгеһе оло юл. Уны борон «Ям юлы» тип атағандар. 1900 йылдарҙан һуң Ям юлы халыҡ телендә «Яңы һуғыш юлы» тип йөрөтөлә башланы. Сөнки райондың барлыҡ яугирҙәре лә 1904 йылғы япон һуғышына ла, 1914 йылғы Беренсе ипмериалистик һуғышҡа ла, революция, Граждандар һуғышына ла, тағы ла фин һәм 1941 йылғы Ватан һуғыштарына ла шул юл менән Мейәс ҡалаһы аша киткән. Осор үтеү менән исемдәр ҙә онотола. Үлмәҫҡол, ана шул һуғыш юлы менән барып, Устиново тип аталған староверҙар ауылы аша ҡайтырғамы, әллә һуғышҡа тиклем йөрөгән турараҡ кеүек тойолған һанама юл менән атларғамы, тип икеләнеберәк килде.
Бына, алда ғына ята кеүек ауылы. Унда, йортонда, бер-береһенә һырығышып, мыш-мыш килеп балаҡайҙары йоҡлайҙыр. Ә Хәлиҙәһе? Хәлиҙәһе йоҡлаймы икән? Үлмәҫҡолдоң күкрәгенә бөтмәҫтәй шатлыҡ тулды. Ҡайһы юл менән? Ҡайһы юл менән ҡайтырға? Тура юл, һанама булһа ла, йә алтын йыуыуҙан ҡалған отвалдар, йә ҡырсынташтар түшәлгән уйпаттар аша туп-тура ауыл осона килтереп сығара. Ләкин унда ҡараңғылыҡ. Таллыҡтар эсенән дә үтергә тура килә. Ә урауыраҡ оло юл менән барғанда иҫке динлеләрҙең тораҡтарын үтеү менән ауылға боролаһың. Унда дүрт саҡрымдай ғына юл ҡала.
Шул арала төн тағы ла ҡараңғыланды. Болоттар күптән инде ай-йондоҙҙарҙы ҡаплаған булһа ла, хәҙер ул юрғандай ҡабарып, күпсеп, тағы ла ҡалынайҙы. Ҡалынайҙы ла, ябалаҡ-ябалаҡ итеп ҡар яуырға тотондо. Тура һуҡмаҡ башы бөтөнләйгә тома ҡараңғылыҡҡа сумғас, ул боролоп, кире оло юлға сыҡты. Ни тиһәң дә, бында юл киңерәк, үҙе ҡаты. Ә ҡар яумай, күктән ҡойола ла ҡойола. Алдағы иҫке динлеләр ауылына һигеҙ-туғыҙ саҡрым юл бар әле. Ҡапыл һалҡынайтты. Ел көсәйҙе. Үлмәҫҡолдоң шинелен госпиталдә үк урлағайнылар. Юҡсыллыҡ, ашау-тәғәмгә генә түгел, кейем-һалымға ла ҙур ҡытлыҡ бит. Ике-өс көндән эшелонға тейәлеп, Новосибирск госпиталенә китеү билдәле булғас, өҫтөнә шинеле булмағанлығын аңғарып, нәмәлер йүнәтә башлағайны, уға иҫке генә бишмәт кеүек нәмә табып бирҙеләр. Бик ҡыҫҡа ла, йоҡа ла шул бишмәтендә ине ул. Әммә өҫтө йоҡа булыуы тураһында уйламай, атланы ла атланы ул юлдан. Ә ҡар яуҙы ла яуҙы. Бик асыҡты. Әммә тоҡсайын асып, ундағы ярты булка икмәген ашарға теләмәне. Малайҙарына һаҡланы. Уларға күстәнәскә бер консерва һәм шул ярты булка ҡара икмәктән башҡа бер нәмә лә юҡ. Ә улар атайҙарының ҡайтып килеүен беләләрҙер. Көн һайын көтәләрҙер. Сөнки Новосибирскиға юл тотоуҙарын белеү менән ул өсмөйөшлө хат ебәргәйне...
Килә торғас, төн яҡтырғандай тойолдо. Тирә-йүн ап-аҡ булды. Ҡар йырып килә торғас, ул тирләне, лысма һыу булды. Бик һыуһаны. Эттәр өрөүен ишеткәс, туҡтаны. Нисә йыл инде ул ауылда эттәр өрөүен ишеткәне юҡ. Был тауыштар уға шул тиклем үҙ, яҡын, туған кеүек ине. Бер аҙ тыңлап торҙо ла ҡәтғи ҡарар менән ауылға атланы. Тәҙрә, ҡапҡа ҡағырмын. Бик кисәү булһа ла, берәйһе керетер, бәлки, сәй эсерер. Әҙерәк ял итермен, әҙ-мәҙ булһа ла кибенермен. Унан сығып, ауылыма атлармын, тип уйланы. Был ауылда тик алтын йыуыу менән шөғөлләнгән кешеләр йәшәгәнен белә ине Үлмәҫҡол. Урам яҡтан баҡсаһы булмаған тәүге өйҙөң тәҙрәһен ҡаҡты. Әммә һис бер кем тауыш-тын бирмәне. Тағы ла, тағы ла ҡаҡты. Юҡ. Һис берәү ҙә өндәшмәне. Аптырағас, ситкәрәк китеп, бер аҙ көтөп торҙо. Тәҙрә пәрҙәһе ситтән генә асылды ла кире ябылды. Эстә һүрән генә ут янды. Кемдер тышҡа сығып, тәмәке тоҡандырҙы. Ҡапҡа эсендә лаулап өргән этте, күрәһең, сынйырынан ысҡындырҙы. Былай ҙа ғәйәрләнеп лаулаған Барбос ҡапҡаға килеп аҫылынды.
Бындай ҡаршылауҙы аңлаған Үлмәҫҡол урам буйлап алға атланы. Бына был өй мәрхәмәтлелер, тигән уйҙа тағы ла ҡапҡа ҡаҡты. Был өйҙән дә тауыш биреүсе булманы. Тәүгеһендәге кеүек, тәҙрә ябыуын астылар ҙа, ҙур йөнлө баш уға төкәлде. Үлмәҫҡол уға кем булыуын, ҡайҙан килеүен, ҡайҙа барыуын әйтте. Йылынып сығырға, лысма һыу аяҡтарын киптереп алырға һораны. Тыныс ҡына тыңланы буғай йөнлө ҙур баш тәҙрә аша. Унан һуң пәрҙә ябылды. Һәм - ләм-мим. Ҡапҡа ана асылыр, бына асылыр тип көтөп тора-тора өшөй башланы. Ахырҙа, тағы ла урам буйлап алға китте. Аслыҡтан интегеп, төнө буйы темеҫкенеп йөрөгән бер нисә эт лауылдап уны урам буйлап абалап килде.
Уны өсөнсө өйгә лә индермәнеләр. Һәм ул ауыл осонда торған ҙур, тыштан ҡарағанда бай йорт ҡапҡаһы төбөнә килде. Һыңар ҡул менән ҡапҡа ҡаға башланы. Кемдер сыҡты. Көрһөндө. Уның артынан тағы ла икенсеһе сыҡты. Ҡапҡа аша «Че надобно?» тигән ҡалын тауыш ишетелде. Үлмәҫҡол тағы ла ҡайҙан килеүен, ҡайҙа барыуын төшөндөрҙө. Йылынып сығырға һораны. Ә төн һалҡынайғандан һалҡынайҙы. Көтә торғас, күптән дә түгел тирләп килгән Үлмәҫҡ-олдоң тәненә зымбырлап һыуыҡ йәбеште. Бигерәк тә сөрөшөп, ослайып күгәреп ҡатҡан сулаҡ тупыс ҡулы өшөй, әсетә ине.
Ҡапҡа эсенән яңғыраған «Че надобно?» тигән ауазда хәлгә керерлек бер ниндәй өмөт сатҡыһы һиҙелмәһә лә, керетеүҙәренә өмөтөн юғалтманы Үлмәҫҡол. Уның кем булыуын, ҡайҙан килеүен тыңлап та бөтмәне ҡапҡа аръяғындағы кеше. Винтовка затворының асып ябылған тауышын ап-асыҡ ишетте ул. Нимә-нимә, ә затвор асылып ябылған тауышты ул тимер тауыштарының барыһына ҡарағанда ла яҡшыраҡ белә. Ул тауыш дүрт йыл буйына көнө лә, төнө лә янда булды. Ҡалын тауыш әллә үҙҙәренең псалма доғаларынан, әллә донъяуи тәғлимәттәренән һорау бирҙе. Әммә уны Үлмәҫҡол аңламаны. Урыҫтар менән иңгә-иң терәп окопта ятһа ла, бер касканан бутҡа ашаһа ла, бер төпсөктө сиратлап һурһа ла, бындай һорауҙарҙы, һүҙҙәрҙе ишеткәне булманы. Шуға күрә һис бер һүҙ әйтә алманы. «Слушай, путник, мы тебя, иноверца, не пущаем, тем более инородца. Иди, сейчас же ступай своей дорогой. Иначе...» – тип тағы ла затвор шылтыратты.
Аптыраны Үлмәҫҡол. Илдә бындай ҙа кешеләр бармы ни? Мин әллә немец фашистарының бындағы бер иленең күләгәһендә йөрөйөм микән? Миңә бит һуғышҡа тиклем бында, сит өлкә булһа ла, ауылым күршеһендә был тиклем мәрхәмәтһеҙ кешеләр осраманы. Хатта һуғышта ла. Бер туғандай бер-беребеҙҙе яҡланыҡ, һаҡланыҡ. Нишләп беҙ, һау ҡалғандар, аяҡһыҙҙар, ҡулһыҙҙар бындай кешеләрҙе һаҡлап һуғыштыҡ әле? Мин дошманмы ни уларға? Шулай тип күңеле әрнеп, асыуы килеп, тағы ла ҡапҡаларын типкесләр сиккә еткәйне Үлмәҫҡол... Эх! Ике ҡуллы ла булһам, күрһәтер инем мин һеҙгә. Алҡымынан тотоп һелкеп һөйрәп сығарыр инем мин был һаҡалбайҙы. Тик... Үҙенең ғәрип, төптән үк өҙөлгән ҡулһыҙ, өҫтәүенә, уң ҡулһыҙ булыуына әсенеп, көсһөҙлөгөнә ғәрләнеп, сүгәләп-сәгә-ләп һулҡылданы Үлмәҫбай. Унан ҡапыл күңеле ҡатты. Кинәт тағы ла һыуыта башланы. Төньяҡтан һалҡын ел иҫте, ә Үлмәҫҡолдоң ауылы артындағы уға саҡ-саҡ төҫмөрләнгән Юлдыбай, Ҡыйҙыш тауҙары өҫтөн ҡап-ҡара болот ҡапланы. Үҙ ауылы артындағы тау армытының шәүләһен күреү ҙә уның күңеленә йылылыҡ хисе уятты.
Сығырынан сығарған тупаҫлыҡты, уны тыуҙырған һаҡалбайҙы, хатта уның ауылын да онотторҙо. Ул ауылдың фиғеле лә, уҫал эттәре лә, тупаҫ һаҡалбай ҙа әллә ҡайҙа юғалдылар ҙа ҡуйҙылар. Юлдыбай, Ҡыйҙыш тауынан, башҡорт Уралынан иҫкән ел йотто ул яманлыҡты, иманһыҙлыҡты, кешелекһеҙлекте! Тауҙарына, уның алдында әле уттары күренмәгән ауылына етеп килеүенә дәрте күтәрелеп, һуҙа-һуҙа баҫып атлай башланы Үлмәҫбай.
Кешелеклек тигән төшөнсәне белмәгән был иманһыҙ тораҡ ҡасандыр башҡорттарҙан заводчиктарға күскән яҫы түбә өҫтөндә ултыра. Ә аҫта түбәлектең итәген йыуып, Мейесле һыуы аға. Һуғышҡа тиклем Үлмәҫҡол иптәштәре менән был ауылға килештерә ине. Бер нисә тоҡ һалынған арба тартып, ат еңел генә йылға аша сығыр ине. Улар старателдәрҙән игенгә, иткә, онға шәкәр, лампа ҡыуығы, кәрәсин, балаларға кәнфит, яҙырға ҡағыҙ һәм башҡа кәрәк-яраҡ алмаштыралар ине.
Был ауылдан йыраҡлашҡан һайын Үлмәҫҡол үҙ ауылы яғына ҡарап йөрәкһене. Бына йылға. Уның үрендәрәк таяулы баҫма була торғайны. Шуны эҙләп, йылға буйлап өҫкәрәк китте. Һыу үҙе тоташ туңмаған. Сит-сите ҡуржаҡланһа ла, уртаһы ҡап-ҡара булып бүлкелдәп ағып ята. Ә баҫма юҡ. Һыу эсенә ултыртылған бағаналар ҙа юҡ. Аптыраны Үлмәҫҡол. Староверҙар ауылы ҡабул итмәне. Бар, ҡайт, тине. Ә йылға, ашыҡма, был ярҙа берәйһенең бесәнлегендә булһа ла йоҡла, яҡтырғас, юлыңды дауам итерһең, тигәндәй, ҡап-ҡара булып ҡурҡытып ағып ята.
Йылға аша сығырға төрлө ысулдар уйлап ҡараһа ла, сара таба алманы Үлмәҫҡол. Ни булһа ла булыр, әҙ һыу кистемме мин фронтта, тип, тәүәккәлләне. Аяғындағы сылғауын, унан оҙон ҡуңыслы америка ботинкаһын систе. Юҡ, еүеш булыр, тип, йәшел галифе салбарын да һалды. Барыһын да һау ҡулы менән күтәреп, йылғаға керҙе. Сирҡандырғыс һыуыҡ ине һыу. Ни тиһәң дә, октябрь аҙағы. Төпкәрәк кергән һайын, һыу арта килде, тубығынан аша ботона етте. Тағы ла һыу күтәрелмәһен тип, бармаҡтары осона баҫып атларға кереште. Бына ул һыуҙың уртаһына етте. Ҡапыл аҫта ятҡан ләмгә аяҡ бармаҡтары тайып китте лә, ҡулындағы әйберҙәре, бер-береһенә бәйләнгән ботинкалары ҡулынан ысҡынып, һыуға төшөп китте. Тайыуҙан үҙе лә сөрсөп, саҡ-саҡ һыуға ҡоламай, инде буш һау ҡулы менән йылға төбөнә таянып, һыу уртлап килеп торҙо ла, шунда уҡ ҡуҙғалып, аға башлаған тоҡсайҙың бәйенән эләктереп алып, ярға һелтәне. Унан һуң һыу төбөнән ботинкаһын эҙләй башланы. Бәхеткә күрә, һыу тулған ауыр ботинкалар ҡапыл ғына ағып китмәгәйне. Икеһе бергә ялғанып бәйләнгән ботинка бауҙары ҡулына эләгеп, уларҙы тотоп, лысма һыу булғас, хәҙер инде сирҡанмай һыуҙан килеп сыҡты. Нишләргә? Тәүге уйы шул булды. Шунда уҡ бер ҡарарға килде. Һыу кейем-дәрҙе һығып, ботинкаларҙың һыуын түгергә лә, кейенеп, йүгерергә. Йылғанан ауылға тиклем өс - өс ярым саҡрым булыр...
Үлмәҫҡол ауылына табан йүгерҙе. Ләкин уның алдында бер ниндәй ҙә юл булмай сыҡты. Әллә ниндәй бейек, ҡомло-ташлы өйөмдәр, ҡырсынлыҡтар, таллыҡтар, һыулы соҡорҙар... Хатта бәләкәй күлдәр ҙә бар... Тағы ла аптыраны Үлмәҫҡол. Туҡтаны. Ян-яғына ҡаранды. Яңылыш киткәнмен тип уйлар ине, шул таныш кисеү аша сыҡты. Тик юл үҙгәргән. Элек тигеҙ ине. Үлмәҫҡол, һуғыш сыҡҡас, алтын табыу шөғөлө тағы ла көсәйеп, алтын йыуған драгалар, гидравликалар был урындың тетмәһен тетеп, бихисап күләүектәр, һыулы һәм һыуһыҙ соҡорҙар ҡалдырғанын белмәй ине. Ул ерҙәр ҡайҙа таллыҡтар, ҡайҙа ваҡ ҡырсынлыҡ, муйыллыҡ менән ҡапланып өлгөргәйне. Аҙашты Үлмәҫҡол. Күләүектәрҙе, отвалдарҙы урап йөрөй торғас, ҡараңғы төндә ул үҙенең төп йүнәлешен дә юғалтты. Ҡайһы яҡҡа барырға? Тауыш та, тын да юҡ. Еүеш гимнастерка, фуфайка шәрәмәте, салбар һалҡын елгә туңып, тәнгә йәбешә башланы. Юҡ! Былай торһам, мин боҙ булып ҡатам. Йүгерергә, йүгерергә кәрәк, тип уйлап, ҙур ғына күләүектең ситендә үк үҫкән таллыҡтарҙан янтая биреп, уларҙы һулдан сығып бара ине, ҡапыл аяҡтары баҫыр, терәр ер тапмай, бушлыҡҡа төшөп китте. Башы һәм ҡулбашы бик ныҡ һуғылыуҙан иҫен юғалтты. Тәне ҡатып туңып, ҡулбашы һыҙлауға түҙә алмайынса, ахыры, иҫенә килде. Күпме ятҡандыр. Күкте күрҙе. Өҫтә яп-яҡты ине. Ҡар ҙа яумай. Башындағы бүрке соҡор өҫтөндәге талға эленеп ҡалған. Бүректән ситтәрәк, өҫтәрәк, һыңар һайыҫҡан шыҡырҙай. Үлмәҫҡол торорға маташты. Тик бер бөтөн булып туңып ҡатҡан йоҡа фуфайкаһы һәм салбары аяҡтарын бөгөп ергә терәргә ҡамасаулай. Шулай ҙа тырыша торғас ул соҡор стенаһына арҡаһын терәй алды. Аяҡтары менән типкесләп этәрә торғас, арҡаһын соҡор стенаһы буйлап шыуҙырып, аяғына баҫты. Аяҡтары яҙа-йоҙа уралып килгән сылғау эсендә ботинкаларына ҡуша туңып, дөйөм бер туң түмәрҙеме, төбөрҙөме хәтерләтә. Ул ергә баҫһа ла, ерҙе тоймай. Хәленең ни тиклем фажиғәле булыуын аңлап, асырғаланып, йән өшөтөрлөк итеп ҡысҡыра башланы Үлмәҫҡол. Тик уның ауазы берәүгә лә барып етмәне. Соҡор тәрән ине. Стеналары дүрт яҡтан да теп-текә. Көрәк менән ҡаҙылған. Һау ҡулын өҫкә соҡор ситенә һуҙып ҡараны. Ә уның йәбешерлек сите Үлмәҫҡолдоң ҡулы осонан тағы ла өҫтә ярты метр ашыуыраҡ бейеклектә ине. Тотонорлоҡ тал да ситтә, бейектә. Соҡор эсендә баҫып ынтылырлыҡ һис бер әйбер, таш, түмәр, бүрәнә булһасы. Ни ғилләнең соҡоролор был? Ниңә ҡаҙғандарҙыр?! Әйтерһең дә, ул Үлмәҫҡолдоң тәҡдиренә инселәп ҡаҙылған.
Соҡорҙоң бер яғына аяҡтарын терәп, өҫкә шыуышырға итеп тә ҡараны ул. Ләкин аяҡтар кәүҙәне этәрмәне, улар тыңлауһыҙ, улар туңып ҡатҡайны. Сығырға бер сара ла булмауына әрнеп, соҡор төбөндә һулҡылдап-һулҡылдап иланы Үлмәҫҡол. Йә инде, ана ғына тора бит өйө. Унда балаҡайҙары. Ҡатыны. Бөгөн дә уны көтәләрҙер. Дүрт йыл буйы ул дошманға, ә дошман уны үлтерергә төбәп күпме атты. Танкка ҡаршы ата торған мылтығын күтәреп, окоп буйлап китеп барғанында немец снайперы уның башындағы каскаһын вата атып төшөргәйне. Атакаға барғанда тоғо эсендә ятҡан котелогын да дошман пуляһы үтә тишеп сыҡҡайны. Итек ҡуңысын да пуля ярып үткән ваҡиға булды. Тик бындай билдә һалыуҙар тәҡдирҙең үҙен иҫкәртеүе генә булды, буғай.
Үлмәҫҡол соҡорҙан сығыуҙың һис бер сараһын тапманы. Әммә ышанысын юғалтманы. Бына-бына кемдер килеп сығыр, ҡысҡырған тауышын ишетерҙәр, тип өмөтләнде. Ә теге һайыҫҡан соҡор тирәһенә тағы килде. Тағы ла шыҡырларға тотондо. Саҡыра бит ул, кешеләрҙе саҡыра соҡор янына. Донъяла иң ҡәҙерле, иң яҡын ҡошҡа әйләнде һайыҫҡан. Бөтә ышанысын, өмөтөн шул һайыҫҡандың шыҡырлауында күрҙе. Әллә аяҡтары тотмайынса, әллә көсһөҙлөгөнән соҡорҙоң мөйөшөнә ултырҙы. Берәй тимер булһасы соҡорҙоң стенаһын ҡаҙырға. Ҡаҙыуҙан сыҡҡан балсыҡты аяҡ аҫтына өйөр ҙә өйөр ине. Соҡор ситенә яртышар сирекләп булһа ла яҡынлашыр ине. Әммә уның янында һис тимер киҫәге юҡ. Бәкеһен дә вагонда кемдер алды ла бирмәне. Ахырҙа, әйбер һалынған тоҡсайын ҡутара башланы. Бәләкәс Сабурына алған бүләген, ағас автомашинаны тартып сығарҙы ла, өҫтәрәк торған ағас тамырының осона ҡыҫтырып ҡуйҙы. Бөтә тәне ут кеүек яна, үҙе туҡтауһыҙ йүткерә. Йүткерегенән ҡып-ҡыҙыл ҡан килә. Ҡапыл уның ҡулы еүеш, туң тоҡсайы эсендә ҡаты бер нәмәне һәрмәне. Тотоп алды ла тартып сығарҙы. Был бит ҡырына торған бритва. Бәләкәй, нәҙек, йоҡа ғына немец бритваһы. Әммә үҙенеке. Өмөтө уянды Үлмәҫҡолдоң. Бөтә ышанысы шул бритваға төштө. Хәҙер ул шул бритва осо менән соҡор стенаһын соҡой башлаясаҡ. Тәүҙә ул ҡайһы ерҙән ҡаҙа башларға самалап торҙо. Унан һуң буйы еткән ерҙән туң ерҙе сыя башланы. Ләкин туңған еүеш балсыҡ услап-услап түгел, ярма кеүек кенә ҡойолдо. Аяҡтары хәҙер һис бер нәмә һиҙмәй. Ергә баҫып тороуҙы ла, һалҡынды ла, хәрәкәттән тыуған әҙ генә йылыны ла. Кәүҙәһе лә туң фуфайкаға йәбешеп ҡатты шикелле.
Яҡты көн үтте. Ҡаранғы төштө. Ҡараңғылыҡ менән тағы һалҡын килде. Үлмәҫҡол төнө буйы соҡоно ла соҡоно. Был шөғөлөнөң һөҙөмтәһеҙ булыуын ул таң атып, тағы ла яҡтырғас ҡына белде. Соҡолған еренән аяҡ аҫтына ике бүректәй генә балсыҡ төшкән. Бармаҡ остары ла туңып ҡатты буғай. Тәне ут кеүек яна, йә боҙ һыуыҡлығын тоя... Ҡалтырана, дерелдәй, теше тешкә теймәй. Баҫып торорға хәле ҡалмағандай тоя, ятҡыһы килә. Әммә соҡор төбө тар, еүеш, һалҡын. Ә зиһене әле эшләй. Етелек ҡаҙау оҙонлоғондай бәке-ҡырынғыс менән нисек итеп соҡорҙоң бер яҡ стенаһын ҡаҙып емерәһең инде... Бармаҡтар ҙа туңып, хәҙер инде насар бөгөлә, бәләкәс кенә тимер киҫәген йүнләп тота ла алмай. Ҡан төкөрөп йүткерә, туҡтауһыҙ йүтәлләй. Шул йүтәлләүҙән көсәнеү ҙә тәненә йылы биргәндәй тойола.
Туң стенаны сәтәкәй бармаҡтан да ҡыҫҡараҡ тимер киҫәге менән емереп сығыу мөмкинлеге булмауҙы аңлағас, ул стенала аяҡ йөҙлөгө һыйышлы бер-береһенән ике-өс сирек бейеклегендәге ҡыуышлыҡтар соҡорға булды. Был алым өмөтлөрәк кеүек. Аяҡ һыйырлыҡ өс йә дүрт ҡыуышлыҡ ҡаҙһам, мин соҡор төбөнән бер метрҙай күтәрелә алам. Ә унда инде соҡорҙоң ситенә, үлән һабаҡтарына, ә бәлки, тал ботағына йәбешергә Алла ярҙам итер. Шундай йылы, өмөтлө уйҙар күңелен бер аҙ йылытты. Соҡорҙоң ҡайһы еренән ҡыуышлыҡтар соҡорға кәрәклеген билдәләне. Шөғөлө тәненә тағы ла йылы өҫтәне. Тик ҡараңғы ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Күп тә үтмәне, соҡор эсе дөм-ҡараңғы тоҡҡа әйләнде. Асыуы тәненән һытылып сығырҙай хәлгә килеп, тағы ла ҡысҡырырға тотондо Үлмәҫҡол. Бәлки, берәйһе ишетер, үткәүел юл барыбер йыраҡ түгелдер... Шул тирәнән үтә ине бит юл һуғышҡа тиклем... Тик уның тауышы бөгөн сағыу түгел, ә ғырылдау һәм йүтәлләү, ҡан төкөрөү менән аралашҡайны. Ҡысҡырыуы - олоуға, унан йүтәлләү аша һулҡылдап-һулҡылдап илауға күсте. Тәне, гүйә, йә утҡа керҙе, йә боҙло күлгә сумды. Көсәнеп-көсәнеп йүткереүҙән башы сатнап, күҙ алдына ут сатҡылары сәсрәне. Ҡапыл ул ут сатҡыһы гөлт итеп ҙур бер ялҡынға әйләнде. Ул ялҡын Үлмәҫҡолдоң битен, ирендәрен, ҡашын, сәс остарын көйҙөрөп, асыҡ иҙеүе аша муйынын, күкрәген, хатта арҡаһын бешерҙе. Эҫелектән сикәһе сатнап, аңын юғалта башланы...
Йәненең зиһенен тырнауынан ҡапыл аңына килеп, Үлмәҫҡол тағы ла күҙҙәрен асты. Соҡор ситенә һаҡал-мыйығы ҡуржаҡланып бөткән, әллә тәңре динле, әллә иҫке динле, төндә уны өйөнә керетмәгән кеше килде. Өҫтән, соҡор ситенән, Үлмәҫҡолдоң күҙҙәренә ҡарап тора ине ул. «А-а-а, здесь стоишь? Не велено господом нам общаться с вами. С иноверцами! Жди суда господня!» – тине лә күҙҙән юғалды. Тик уны Үлмәҫҡол аңламаны. Уның асыҡ көйө туңған күҙҙәре был йөнлө баш аша күк күгелйеменә, төпһөҙ зәңгәрлеккә баҡҡайны. Ә юғарыға күтәрелеп ҡатҡан һыңар ҡулы әле күрмәгән бәләкәс улына алып ҡайтып килгән ағас машинаны ҡыҫып тотҡайны. Гүйә, ул соҡор сите аша аманатын тапшырып, баҡыйлыҡҡа тыныс күңел менән осорға теләп, берҙән-бер һыңар ҡулын күккә һуҙғайны...
Спартак Ильясов.