Ауылы китапханасыһы, “Әүкәйҙәр” төркөмө етәксеһе Зөһрә Хәмитова менән саңғы таяҡтарын саңғыһыҙ ғына тотоп йөрөүҙе сәйер күрһәләр ҙә, йөьрәт итеп, киске урам буйлап йөрөргә сығалар. Берәүҙәр аптырап ҡараһа,икенселәр хуплап ебәргән.
Йәй көнө ауылда эш етерлек. Баҡса булһынмы, ҡош-ҡорт үҫтереүме – күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ. Ә бына көҙ етеп, эштәр теүәлләнгәс, төндәр оҙонайғас, буш ваҡыт арта, ә әүҙемлек кәмей төшә. Ошо осорҙа ул ҡулына улдары өлкәндәр көнөнә бүләк иткән скандинав таяҡтарын алып, урамға сыға.
–Октябрь айынан май аҙағынаса бер көн дә ҡалдырмай йөрөргә тырышабыҙ. Ниндәйҙер сәбәп менән ике-өс көн сығылмаһа, организм белдерә башлай, ҡан баҫымы күтәрелә. Ошо йылдар дауамында ҡан баҫымы күтәрелеүҙән дарыу эсеүҙе ташланым тиһәм дә була. Сөнки хәрәкәтләнеп, көн дә бер сәғәт тирәһе йөрөп ҡайтыу тотош организмға ыңғай тәьҫир итә. Тын алыш иркенәйә, быуындар һыҙламай, төндә лә тыныс йоҡлайым. Стенокардия менән яфаланам, хәрәкәтләнеү бында ла ярҙам итә, йөрәк эшмәкәрлеге әүҙемләшә,– ти Гөлниса Ғәли ҡыҙы.
Әлегәсә һаулығына битараф булғандар Гөлниса Аҡбутина кеүек ҡулына таяҡтар алып, саф һауаға сыҡһын ине. Һәр кемдең сәләмәтлеге үҙе ҡулында!