Бөтә яңылыҡтар

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, уландар!

– Һуғыш һәр ваҡыт та ҡурҡыта, мин фашистар башҡорт ерҙәренә тиклем үтеп инер һәм иң яҡын кешеләрем – әсәйем, атайым, ағай-апайҙарым, туғандарым ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янауынан ныҡ ҡурҡтым. Шуға ла дошманды туҡтатыр өсөн бар көсөмдө һалырға тейешмен тип маҡсат ҡуйҙым. Һуғышты бит һалдаттар һайлап алмай, беҙ ил яҙмышы өсөн үҙебеҙҙе яуаплы итеп тойҙоҡ. Ата-бабаларыбыҙ элек-электән илебеҙҙе, еребеҙҙе һәм милләтебеҙҙе һаҡлаған. Ил саҡырғас изге бурысыбыҙҙы еренә еткереп үтәргә тырыштыҡ, ә тылдағылар аслыҡ-яланғаслыҡ шарттарында йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, беҙгә Еңеү яҙын яҡынайтырға ярҙам иттеләр.

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, уландар!

Алыҫ 1943 йылдың 10 ноябрендә 17 йәшен ҡаршы алған Әхмәтдин Хәлитовты шул көндө үк Ҡораллы көстәр сафына алалар. Һуғыш башланғандан алып төрлө ауыр эшкә егелгән егетте башҡа тиңдәштәре менән бергә Ҡыуандыҡ ҡалаһына ярты йыллыҡ учебкаға ебәрәләр. Элемтәселәр әҙерләгән бүлеккә эләккән Әхмәтдин олатайға бындағы эҙерлек курстарын үтеү еңел бирелә, сөнки бик яҡшы һәм аңлайышлы итеп өйрәтәләр.
– Ҡыуандыҡ ҡалаһында Дәүләкән, Бишбүләк һәм Ейәнсура районы егеттәре менән әҙерлек үттек. Төрлө милләт вәкилдәре бергә тупланып, ҙур ғаилә булып ойошоп йәшәнек. Милләтселек тигән нимә булманы. Учебкала бер-беребеҙгә ярҙам итеп, ауыр һуғыш ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, ял ваҡыттарында кәйефтәребеҙҙе күтәреп, шаярышып-көлөшөп ваҡыт үткәрҙек. Әсәйем мине күрер өсөн Ғәббәстән,ҡыш тип ҡарап тормайынса, ағас сана һөйрәп,йәйәүләп Ҡыуандыҡҡа килеп етте. Ул алып килгән сөсө икмәк, кипкән ҡорот һәм башҡа ауыл күстәнәстәрен егеттәр менән бүлешеп ҡәҙерләп кенә ашаныҡ. Һуңынан да, һуғыш яланында йөрөгәндә, әсәйем бешергән сөсө икмәк тәме ауыҙымда һаҡланған кеүек ине. Ҡәҙерле кешемдең төпсөк балаһын һуғышҡа оҙатылғансы, күреп ҡалырға теләүе, күстәнәстәр алып килер өсөн анауы сама юл үтеп килеүе лә иҫән ҡалыр өсөн көс биргәндер, – тип хәтер йомғағын һүтә Әхмәтдин олатай.

Беҙҙең халыҡҡа хас баҫалҡылыҡ, аҙ һүҙлелек Әхмәтдин олатайҙа ла бар. Ул һуғыш тураһында артыҡ күп һөйләргә яратмай.1944 йылдың майында Ҡыуандыҡ ҡалаһынан эшелонға тейәлеп 1-се Украина форнтына йүнәлгән йәш егет 33-се уҡсылар полкында хеҙмәт итә башлай. 1 май байрамына атаһы Фәхретдин олатай улы янына Ҡыуандыҡҡа килеп өлгөрә, ә биш көндән йәп-йәш кенә егеттәр фронтҡа юллана.
– Һуғыш һәр ваҡыт та ҡурҡыта, мин фашистар башҡорт ерҙәренә тиклем үтеп инер һәм иң яҡын кешеләрем – әсәйем, атайым, ағай-апайҙарым, туғандарым ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янауынан ныҡ ҡурҡтым. Шуға ла дошманды туҡтатыр өсөн бар көсөмдө һалырға тейешмен тип маҡсат ҡуйҙым. Һуғышты бит һалдаттар һайлап алмай, беҙ ил яҙмышы өсөн үҙебеҙҙе яуаплы итеп тойҙоҡ. Ата-бабаларыбыҙ элек-электән илебеҙҙе, еребеҙҙе һәм милләтебеҙҙе һаҡлаған. Ил саҡырғас изге бурысыбыҙҙы еренә еткереп үтәргә тырыштыҡ, ә тылдағылар аслыҡ-яланғаслыҡ шарттарында йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, беҙгә Еңеү яҙын яҡынайтырға ярҙам иттеләр. Ауыр шарттарҙа ер эшкәртеп, ағас әҙерләп, мал аҫырап көн күреүҙәренә ҡарамаҫтан, фронт өсөн барыһын да эшләнеләр. Оло апайым Сәрбикамал Ырымбур ҡалаһында госпиталдә яралыларҙы ҡарашты, ә икенсе апайым Бәҙрикамал ағас йығыуға алынып, Томск ҡалаһына тиклем барып етте. Тажетдин ағайымды, һаулығы насар булғас, фронтҡа алманылар, ә шулай ҙа хеҙмәт армияһына барып, еңеүгә үҙ көсөн индерҙе, – тип дауам итә һүҙен Әхмәтдин Фәхретдин улы.

Фронт яланында элемтәсе булараҡ элемтә аппаратын, 5-6 кг ауырлыҡтағы сымлы катушканы, инструменттарҙы һөйрәп йөрөп меңәрләгән саҡрым юл үтергә тура килгән уға. Әле булһа ла башын яралап үткән пуля ҡалдырған эҙҙәр һәм снаряд ярсығы эләккән арҡаһындағы яра урыны көн боҙолғанда һулҡылдап һыҙлап, алыҫ фронт һыҙығын иҫенә төшөртә.Яугир менән бергә фронтҡа алынып, мәңгелеккә 17-18 йәшлек егеттәр булып, дошман снарядынан һәм пуляларынан һәләк булған иптәштәре күҙ алдынан үтә. Насип булғас, ике тапҡыр яраланыуына ҡарамаҫтан, тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип була. Тик тыуған ергә юлдар урау-урау була, емереклектәр араһында ҡалған Тула һәм Сталиногорск ҡалаларын төҙөкләндереп, кешеләр йәшәрлек сүрәткә индереп, 1950 йылда ғына тыуған ауылына ҡайтып төшә Әхмәтдин Хәлитов. Ауылда ла тик ятырға тура килмәй, Абзандағы “Сельхозтехника” ойошмаһына тракторсы булып эшкә килә. Эшсе ҡулдарҙың тап кәрәк сағы, ҡуш ҡуллап ҡабул итәләр. Бында лә йәш егет һынатмай, намыҫлы эшләй, тик ошо хужалыҡта ғына эшләп, хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу менән хаҡлы ялға сыға. Ул ваҡыттарҙы ла тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала ветеран.
Бөгөнгө көндә 96 йәшлек Әхмәтдин олатай районыбыҙҙа иҫән ҡалған иң һуңғы һуғыш ветераны, алыҫ ҡанлы үткәнебеҙҙең тере шаһиты.Ут-һыу күреп ҡайтҡан данлы яугирыбыҙ ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, ҡыҙы Ғәшиәнең хәстәрлекле тәрбиәһен тойоп, тормош иптәше Ғәшүрә инәй менән ҡорған йортонда
йәшәй. Ҡатыны менән бер-береһен аңлап, татыу тормош кисереп, биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ғәшүрә инәй күптән гүр эйәһе инде, бала ҡайғыһы ла урап үтмәгән был ғаиләне. Бөгөн элекке һалдат балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүләләренең хөрмәтендә, уларҙың ҡаҙаныштарына ҡыуанып тормош кисерә. Байрам һайын мәктәп уҡыусылары килеп ҡотлап, концерт номерҙары бүләк итәләр, ихтирамдарын күрһәтәләр. Ошо үҙе ҙур бәхеттер инде.
1945 йылда Еңеү яҙын ҡаршылап, аҙаҡҡы һуғышты тамамланыҡ тип уйлаған булһа ла, Әхмәтдин олатайға тағы ла, афған һуғышын, Чечен бәрелеше, һәм бына икенсе йыл дауам иткән махсус операцияны күҙәтергә тура килә. Телевизорҙан һәм радионан яңылыҡтарҙы тыңлап, беҙҙекеләр өсөн көйәләнгән ветеран олатай “Иҫән-һау, Еңеү менән ҡайтығыҙ, уландар! Беҙ илде фашистарҙан таҙарттыҡ, һеҙгә лә шундай уҡ бурыс йөкмәтелгән, һынатмаҫһығыҙ тип ышанам!” тип теләктәрен теләп ултыра.

Район гәзите “Ейәнсура таңдары” һәм республика баҫмаларын да даими алдырып уҡып барған Әхмәтдин олатай менән аралашыуы бик еңел. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, асыҡ зиһенле булыуы, тос фекер йөрөтөүе менән күңелде арбаны. Хушлашҡы килмәһә лә, олатайға оҙағыраҡ йәшәүен һәм һаулыҡ теләп, тағы ла күрешергә өмөт итеүемде белдереп, ҡайтыр юлға сыҡтым.
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: