"Еңеү салюты" һәр ерҙә яңғырһан

19 апрелдә район мәҙәниәт йортонда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә арналған «Еңеү салюты» республика халыҡ ижады фестиваленең зона этабы үтте.

19 апрелдә район мәҙәниәт йортонда Йылайыр, Федоровка һәм Ейәнсура райондары таланттары оҫталығын күрһәтте. Фойела ҡунаҡтарҙы Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Үҙәк район китапханаһы әҙерләгән, С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт бүлеге уҡыусылары төшөргән һүрәттәрҙән торған күргәҙмәләр ҡаршы алды. Ейәнсура мәғлүмәт үҙәгенең «Герой ҡатыны» фотокүргәҙмәһен барыһы ла ҡыҙығып ҡараны. Икенсе ҡатта иһә фестивалдә ҡатнашҡан райондар әҙерләгән тематик күргәҙмәләр ҙә бай йөкмәткеле булыуы, һуғыштың ҡанлы йылдарын һүрәтләгән китаптарҙан, предметтарҙан тороуы менән үҙенсәлекле ине.

Концерт номерҙары ҡәһәрле һуғыш, тыл эшсәндәренең тынғыһыҙ хеҙмәтен һүрәтләгән композициялар, күңелгә үтеп инерлек йырҙар, бейеүҙәрҙән торҙо. Ҡайһы бер сығыштарҙы зал аяғүрә баҫып тыңланы, алҡыштарҙы йәлләмәне.

Сара аҙағында, ейәнсуралар сығыш яһағанда, тамашасыларҙы район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов сәләмләне. Ул, районда «Еңеү салюты» смотр-фестиваленә старт биреп, эстафета штандартын Абзан ауыл биләмәһе башлығы Нурғәли Бикбулатовҡа тапшырҙы.
Ә. ӘЙҮПОВА фотоһы.

 

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас