Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Фәхретдин улы Хәлитов байрам парадын үҙ йорто алдында ҡараны һәм ҡотлауҙар ҡабул итте.
Хөрмәтле ветеранды ҡотларға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, район Советы секретары Рәмил Мырҙабулатов, район Советы депутаты Илдар Дәминев, Абзан биләмәһе башлығы Нурғәле Бикбулатов, Абзан мәктәбе коллективы, Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбе уҡыусылары, ветерандың туғандары, яҡындары, ауылдаштары килде.
Ҡунаҡтар утты-һыуҙы кискән Әхмәтдин Фәхретдин улын Бөйөк Еңеү менән ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәрен, иң изге теләктәрҙе еткерҙе. Ә йәш армеецтар ветеран йәшәгән урамдан тантаналы марш менән үтте. Улар ветерандың йорто янында туҡталып, ҡапҡаға Еңеү байрағын урынлаштырҙы һәм “Еңеүе көнө” йырын башҡарҙы.
Бына шулай парад матур хөрмәт сараһына әйләнде. Хөрмәтле ветераныбыҙға сәләмәт ғүмер теләйбеҙ.