Яңыбай ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Еңеүгә арнап, автоуҙыш ойоштороуҙы изге йолаға әйләндерҙе. Быйыл был сара дүртенсе тапҡыр үтте.
Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең яҡты киләсәк өсөн ғүмерҙәрен аямай көрәшкән ҡартай-олатайҙарыбыҙҙы иҫкә алыуҙы, халыҡта патриотизм тәрбиәләү маҡсатынан ойошторолған автоуҙыштың быйылғыһына – Еңеүҙең 79 йыллығына арналғанына старт сәғәт 10.30-ҙа Башҡорт Бармағы ауылы аркаһы янында бирелде.
Сарала ҡатнашыусылар хәрби кейемдәрҙә, флаг, яугирҙәрҙең портреттарын тотоп, Ҡыҙылъяр, Ҡужанаҡ, Таулыҡай, Калининск, Яңыбай, Ярғайыш ауылдарын үтте. Маршрут үткән ауылдарҙа юлда осраған һәр кемгә георгий таҫмаһы таратылды, обелискыларға яугирҙәр иҫтәлегенә ҡәнәфер сәскәләре һалынды.
Әлиә Ҡәҙербәкова, китапханасы.
Яңыбай ауылы.