Бөтә яңылыҡтар

Дан һиңә, Еңеү һалдаты!

Дошманды тар-мар итеп, илебеҙгә Бөйөк Еңеү менән бергә тыныс тормош яулаған ветерандарыбыҙ әле яңыраҡ ҡына 9 Май – Еңеү көнөндә егеттәрсә баҫып, байрам митингыһының йәме, йөҙө булып йөрөй торғайны. Ә уларҙың һуғыш тураһында ҡайһы саҡ ярһып, ҡайһы саҡ маһайып йә әсенеп һөйләгән иҫтәлектәре... Ауыҙ асып, тын да алмай тыңлай инек – һуғыш тураһындағы кинофильмдар ары торһон. Шул ваҡыттарҙы кире ҡайтарып булһа икән, ни эшләп ҡартайым һөйләгәндәрҙе барыһын да яҙып барманым икән, тип уйлап ҡуяһың ҡайһы ваҡыт.

Дан һиңә, Еңеү һалдаты!
Дан һиңә, Еңеү һалдаты!

Абзан ауылында йәшәүсе Әхмәтдин Фәхретдин улы Хәлитов районда дәһшәтле һуғыштың берҙән-бер тере шаһиты. Бөйөк Еңеү байрамы алдынан беҙ олатай менән күрештек. Күҙ теймәһен, тиҙҙән 98 йәшен тултырасаҡ һуғыш ветеранына ул йәште бер ҙә бирмәҫһең: ишек алдындағы ваҡ-төйәк эште башҡарып, һәүетемсә генә йәшәп ята. Радио тыңлай, телевизор ҡарай – илдәге мөһим яңылыҡтар тураһында һәр ваҡыт хәбәрҙар.

Быға тиклем гәзитебеҙҙә Әхмәтдин Фәхретдин улының үткән яу юлы хаҡында күп яҙылды. Шуға күрә беҙ олатайҙан бер батырлығы – орденға лайыҡ булыу тарихын һөйләүен һораныҡ. Тик ветеран:

– Юҡ, ҡыҙым, үҙем күргән һуғыш тураһында бер ҙә һөйләгем килмәй. Әлеге ваҡыттағы тыныс түгел тормош борсой әле ул мине. Һуғыш тиҙерәк бөтһөн – бөтә теләгем шул. Барлыҡ ир-егеттәр ҙә ғаиләләре янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын – ти үҙе яу яланы үткән олатай.

Әйткәндәй, Әхмәтдин Фәхретдин улы махсус хәрби операциялағы яҡташтарға ҡышын ебәрелгән гуманитар ылауҙа дуҫы, хеҙмәттәше Рәхмәтулла Хисмәтуллиндың бүләһенә – Абзан егете Богданға шәхсән посылка әҙерләп ебәргән. Уны район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов үҙе алып барып тапшырған.

– Хәҙер элекке ауыр ваҡыт түгел хәҙер, бөтә нимә бар. Ҡарап-ҡарап ҡуям да, уңған кешеләр тырышып донъя көтәләр, эш тип йәбешеп яталар. Барыһы ла үҙеңдең ҡулыңда. Йәштәр ялҡауланмаһындар ине, емертеп йәшәһендәр! – ти ғүмере буйы РТС-та эшләгән Әхмәтдин Фәхретдин улы һәм мөмкинлек булғанда тырышып йәшәргә өндәй.

– Әтейем эш эшләй, тип һөйләһәм, ҡайһы бер кеше ышанмай ҙа. Ысын! Үҙ көнөн үҙе күреп йәшәрлек ул. Тик ашарға бешереп ашатырға ғына кәрәк, шуға ла мин ун йыл элек ҡаланан бында йәшәргә ҡайттым да инде, – ти олатайҙың янындағы ҡыҙы Ғәшиә апай бар атаһы менән ғорурланып.

Күҙ теймәһен һеҙгә, Әхмәтдин олатай! Районыбыҙ ғорурлығы, йәме, даны булып тағы ла оҙаҡ йылдар Бөйөк Еңеү яҙын ҡаршыларға яҙһын әле! Иҫән-һау ғына булығыҙ!

Айнә Иманғолова.

Автор фотоһы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: