Бөтә яңылыҡтар

Еңеүҙә уның да өлөшө бар

Үтәғол ауылында йәшәгән Сәймә (Ғәзимә) Урманбәтоваға үҙ йәшен бирерлек түгел. 94 йәшлек инәй бер ҙә генә буш тормай, хатта сөпрә ҡайнатып, әсетеп икмәген дә һала. Теген машинаһы ла эшһеҙ ултырмай: ҡорамалар ҡорай, заказдар яуып ҡына тора. Ауылдағы “Йәмһибә” ансамбле ҡатнашыусыларына сәхнә кейемдәре, аксессуарҙарын да тегеп бирә. – Әллә дүртенсе, әллә бишенсе машинкамды туҙҙырам инде, – ти инәй. Ҡырмыҫҡалы районының Биштәкә ауылында тыуып, йәшлек осоронда Ҡарағалпаҡ Республикаһында эшләп, тормошоноң иң йәмле саҡтарында Үтәғолда йәшәгән Бөйөк Ватан һуышы ветараны ҡатыны, хәҙер махсус хәрби операцияла башын һалған яугир әсәһе Сәймә инәй тураһында "ЕЙӘНСУРА ТАҢДАРЫ" гәзитендә һәм САЙТТА уҡырһығыҙ.

Еңеүҙә уның да өлөшө бар
Еңеүҙә уның да өлөшө бар

Сәймә (Ғәзимә) Ғафарова легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың ауылдашы булыуы менән ғорурлана. Хатта йорттары бер урамда урынлашҡан булған.

– Аслыҡ ваҡытында, 1940 йылда әтейем ғаиләбеҙҙе йылы яҡҡа алып китте. Миңә 13 йәш булғанда әхирәттәрем – башҡорт-татар ҡыҙҙары менән Нуҡустағы (Ҡарағалпаҡ республикаһының баш ҡалаһы) тегеү фабрикаһына уҡыусы булып барҙыҡ. Әнейемдең машинкаһы булды, бәләкәйҙән шуның менән булышырға, тегенергә яраттым. Мастерҙар минең тегеүгә оҫталығымды белеп ҡалып: “Ғафарова, айда, садись”, – тип машинка артына ултыртып ҡуйҙы. Бында 1943 йылдан 1949-ға тиклем эшләнем. Эш хаҡы ла шәп булды. Һалдаттарға гимнастерка-салбарҙар, өс бармаҡлы перчаткалар, еңһеҙ, башҡа кейемдәр тегә инек.

Ә бабайым, ул саҡта алты йыл һуғышта йөрөп ҡайтҡан егет, ауылда аслыҡ булғас, иптәштәре менән Урта Азияға сығып китә. Поезда бер ҡатын уларға Ҡарағалпаҡҡа барырға кәңәш итә. Бабайым бер үҙе генә килә был яҡҡа,  –  Сәймә инәйҙер хәтеренә хайран ҡалырлыҡ. Ул хәл-ваҡиғаларҙы көнө-йылына тиклем иҫләй.

Ә тәүге күрешеүҙәре ошолай була. Байым (Баймырҙа) олатай салбарын ҡыҫҡартырға алып килә лә: “Һаааай! Бында икән ҡыҙҙар!” – тип күмәк тегенсе ҡыҙҙарға иҫе китеп ҡарап тора икән. Йәштәр геү килеп көлөп ебәрә.

Ошонан һуң егет фабрикаға йышлай: йә салбарын, йә итеген (унда аяҡ кейеме лә тегәләр) килтерә икән. Моғайын, шунда күҙ һалған булғандыр инде инәйгә.

Сәймә инәйҙәрҙең күршеһендәге ике өйҙә Туҡ буйы башҡорттары йәшәгән була. Сит ерҙә һәр кем үҙ кешеһенә тартыла бит инде. Байым олатай ҙа быларға килә. Бер күрше ҡатын уға ҡыҙҙарының әхирәте Сәймәне димләй. Тәүҙә инәй егетте оҡшатмай:

– Оҙон, нәҙек итеп һөйләшә. Етмәһә егетем дә бар ине. Киноға барһам, Байым арттан оҙатып килә. Ҡыҙын – әхирәтемде үзбәктәр урлап алғайны, Хәтифә апай ҙа ҡуйманы. Әнейем дә: “Араҡы эсмәй, тәмәке тартмай, аҡыллы ғына күренә. Ҡуй, үҙ башҡортоңдан ҡалма. Үзбәктәр урлаһа, өйҙәренән сығармай тиҙәр”, – тине. Ысындыр, әхирәтемде башҡа күрмәнем. Һылыу ғына ине. Әнейем муллалар менән, Зианчуранан һалдат бар, тик ҡыҙым оҡшатмай, тип кәңәшләшә. Улар: “Никах уҡытһаҡ – өйрәнеп китер, ҡыҙ дуламайынса кейәүгә бармай”, тиҙәр. Артымдан өс ай йөрөнө, илай-илай барҙым, – Сәймә инәйҙе тормош иптәше ике туй: өлкән һәм йәштәр туйы яһап тороп ала.

Олатай хәрби эштә эшләй. Тәүге ҡыҙҙары Фәниә ошонда тыуа. Башҡортостанға ҡайтыр булғас, оҫта тегенсене эшенән ебәрмәй бер булалар. Мастерҙарға күстәнәстәр биреп, ризалатып, алып ҡайтып китә тормош иптәше. Ҡыҙғаныс, шул саҡта эш урынынан  бирелгән справка, бында ҡайтҡас, күсеп йөрөгәндә юғалып ҡала. Юнайҙа ла, Малиновкала ла, Абзанда ла йәшәйҙәр. Ғаилә ахырҙа Үтәғолға төпләнә. Байым олатай мәктәптә лә уҡыта, колхозда ла эшләй, почта начальнигы ла була. Сәймә инәй ҙә сөгөлдөр утай, икмәкә һала, конторҙы ҡарай – бер ҙә тик тормай ул.

Милләте буйынса татар булған Сәймә инәй Ҡарағалпаҡта русса өйрәнә. Юнайға ҡайтҡан ыңғайы ҡәйнештәре уны “еңгәй” тип шаярта. Йәш еңгә: “Барыбер башҡортса һөйләшергә өйрәнәм”, – тип, тырызланып, иптәшенең телен өйрәнә.

Байым олатай менән 61 йыл бергә ғүмер кисергәндәр. Ҡайны-бейемен ун бер йыл ҡарайҙар. Әнейен дә яндарына саҡырып алалар. Тик ул бигерәк йәшләй, 50 йәшендә генә мәрхүм була.

– Бабайым шәп булды, бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәне, – тип һағынып иҫкә ала уны Сәймә инәй. Улар һигеҙ балаға ғүмер бирә. 18 ейән-ейәнсәре, 29 бүлә-бүләсәре бар.

Балаларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашып йәшәргә лә бит, тик кесе улдары Юлай яҡындарын оло ҡайғыға һалып, махсус хәрби операцияла һәләк була.

– Бик бөтөрөндөм. Тегенгә ултырһам, онотолоп, ҡайғыларым яҙылып китә, – ти инәй. Әйткәндәй, инәйгә оҡшап, ҡыҙҙары ла, ейәнсәрҙәре лә тегенә икән.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡатыны, хәҙер иһә махсус хәрби операцияға юлланып, батырҙарса һәләк булған яугир әсәһе лә – бына шундай оло йөрәкле инәй ул Сәймә (Ғәзимә) Урманбәтова.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: