Биләмәнән биләмәгә автомобилдәрҙә уҙыу “Үлемһеҙ полк” акцияһының бер форматына әйләнде. Яҡты киләсәгебеҙ, тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен аямаған яҡташтарҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алыуҙы, Еңеү байрағын бөтә биләмәләрҙән үткәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған был сараны район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар бүлеге ойошторҙо.
Маршрут Яңыбай ауылынан башланды ла Ҡаҙанболаҡ, Үтәғол, Әбүәйес, Абзан, Муйнаҡ, Һүрәм, Таҙлар ауыл биләмәләре аша үтеп, район үҙәгендәге “Дуҫлыҡ” паркында тамамланды. Колоннаға Иҙелбәк ауылында – Байыш ауыл биләмәһе, Малиновкаға юлланғанда – Һаҡмар биләмәһе вәкилдәре ҡушылды.
Ә Абзанда Еңеү байрағы менән автомобилдәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан райондағы берҙән-бер ветеран Әхмәтдин Хәлитовтың йорто алдынан да уҙҙы.
Акцияға Күгәрсендә – Байдәүләт биләмәһе, Таҙларҙа Бикбау биләмәһе ҡушылды, ә Иҫәнғолға Яңы Себенле һәм Яңы Петровка биләмәләре килеп етте.
Әйткәндәй, һәр биләмәнең үҙәгендә обелискыларҙа Еңеү байрағының копияһы ҡуйылды. Ямғыр ҡойоуға ҡарамаҫтан, акцияға ҡушылырға теләүселәр күп булды – барлығы йөҙҙән ашыу автомобиль ҡатнашты. Ауылдарҙан үткәндә, халыҡтың ҡарап, сәләмләп ҡалыуы пробегта ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп ебәрҙе. Улар йөҙҙән ашыу саҡрым үтеп, һыуланып бөтһәләр ҙә, башҡарған миссияларынан ҡәнәғәт булып, Еңеү байрағын "Дуҫлыҡ" паркындағы Дан аллеяһында күтәрҙе. Сараны йомғаҡлауҙа район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов ҡатнашыуы уның мәртәбәһен арттырҙы.