Тарихта ғына ҡалһын

Бөйөк Еңеүгә арналған сараларҙы “Дуҫлыҡ” паркындағы концерт йомғаҡланы.

Киске саралар Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенең өлгөлө "Вымпел" хәрби-патриотик үҙәгенең "Йондоҙ" взводы сафтарҙа үтеүе, Ф. Солтанов исемендәге мәктәп юнармеецтары яҡташтарыбыҙ – Советтар Союзы Геройҙары: Ҡәйүм Әхмәтшин, Николай Бедренко, Иван Корнеев, Алексей Рутчин, Григорий Филатов һәм Ҡотләхмиәт Хәйбуллиндың бюстарына сәскәләр һалыуы менән башланды.

Байрамға килеүселәрҙе район ветерандар советы исеменән Рауил Ҡунаҡбаев ҡотланы. Ул сығышында әлеге барған махсус хәрби операцияла ла беҙҙең хәрбиҙәр яу яланында илебеҙҙең көсөн күрһәтер һәм еңеү беҙҙең яҡта булыр, тине.

Танталы өлөш Дан аллеяһына сәскәләр һалыу менән тамамланып, халыҡ Еңеүгә арналған концерт башланған сәхнәгә йүнәлде. Уны “Алтын торба” халыҡ тынлы оркестры сығышы асты. Район мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре, ансамблдәр, уҡыусылар башҡарыуындағы йыр-бейеүҙәр тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итте.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас