Бөтә яңылыҡтар

Атайҙар рухы йәшәй беҙҙә

– Әсәй, ҡала, атамдың аты билләнә! – тип әсе сырылданы һылыуым. Бөтәбеҙ ҙә тәҙрәгә ҡапландыҡ. Тышта ҡарлы буран, аша санаға егелгән йәш айғыр менән айҡашҡан атайыбыҙҙы күреп тә ҡалдыҡ, елеп тә китте. Әсәй көйәләнеп китте, атайҙың ат ене ҡағылған ҡылығын әрләп алды: – Биш йыл һуғышта йөрөп ҡайтып, иртәгәһенә колхозға ат ҡараусы булып киткән бит ул! – тип ярһыуы иһә миңә ниңәлер маҡтау кеүек ишетелде. Атай ҡайтты, ҡыуанысы алдан инде: – Казбек минеке! – ти.

Атайҙар рухы йәшәй беҙҙә
Атайҙар рухы йәшәй беҙҙә

Был ваҡиғалар 1960 йылда булды. Сентябрҙә атайҙы Чапаев исемендәге колхозға парторг итеп эшкә ебәрҙеләр. Ул ваҡытта мин 4-се класты, ә атай Силәбеләге Юғары Совпартшколаны тамамлаған ине. Сирғолға ҡайттыҡ, ә ауылыбыҙ – Ибрай. Сирғолда колхоз идараһы, китапхана, клуб бар ине, ә мәктәп юҡ. Ибрайға барып еткәнсе өс йылға кисәһең. Батып бөтәбеҙ ҙә, кире ҡайтып китәбеҙ. Уҡыу гел икенсе планға ҡала. Мәктәпһеҙ үҫкән тиҫтерҙәрем ҡыҙғаныс.

Бына атайым үҙенә районға егеп йөрөргә ат өйрәтә. Берәүгә лә баш бирмәгән Казбек менән килештеләр инде.

– Атай, нишләп буранда өйрәтәһең ул? – тип төпсөнә башланым.

– Ҡолағанда йомшаҡ була бит, – тип шаяртты.

Ышанмай ҡәрсәйемә ҡарайым.

– Буранда мал йыуаш була ул, – тип аҡыл биреп ҡуйҙы ҡәрсәй.

Аңлашылды. Әсәй һаман атайҙы тәрбиәләй. Ҡәрсәйҙең: “Ир-егеткә ажарын баҫырға кәрәк бит”, – тигәнен хәтергә һалып та, аңлап тота белмәнем.

Ат йәнле булған шул атайым. Бер ҙә техникаға ҡыҙыҡманы, хатта велосипедҡа ла. Ике улы ла, киреһенсә, бәләкәйҙән тимер йәнле булдылар. Ишек алды тулы запчасть, ҡутарылған, йыйылған техника, тәгәрмәстәр – эше лә булманы, атҡа тоғролоҡ һаҡланы.

Һынсыл аҡыл эйәләре кешенең эске донъяһын уның атҡа, эткә, балаларға мөнәсәбәтенә ҡарап баһалағандар. Эт тә ярата ине атай. Беҙ бер көсөк алдыҡ та, атай күрергә килде:

– Исемде мин ҡушайым әле, – тип рөхсәт һораны, – тегеләр русса ҡуша ла ҡуялар, – тип зарланып алды. – Бала саҡта Ыласын тигән этем бар ине, шуны һағынам...

Хисле кеше ине шул атайым... Һәм бына 30 йылдан ашыу, нисә этебеҙ булһа ла, беҙгә иң яҡын исем – Ыласын!

Әүҙем булды атай, бер өмәнән дә, йыйылыштан да ҡалмай, матур, бай теле менән сығыш яһай. Кешеләрҙе ярата! Балалар менән осрашыуҙарға ла етди әҙерләнеп, тантаналы итеп китә ине. Балалар баҡсаһы, мәктәптә пионер сборҙары, класс сәғәттәре, байрамдар... Атайымдың яҡты донъяла булмауына инде күп йылдар үтте, ә һаман иҫләп һөйләгәндәр күп.

Урамыбыҙҙан бер малай үҫеп еткәнсе: “Олатайҙан һаулыҡ һорашам!” – тип әллә нисә үтеп китә, ә атайым көтөп урамға сығып ултыра ине. Бына шулай дуҫлыҡ!

Заманы шулай булдымы, эш баҫтымы, атай менән уйнау, һөйләшеү, бергә эшләү эләкмәне лә беҙгә. Күрәм тиһәң, көтөүҙән дә тәүҙә торорға кәрәк ине. Йоҡоһоҙлоғома күрә, мин гел иртүк уянып, атайҙың иртәнге сәйенә ҡушылып, яңылыҡтар тыңлап күңелем була ине. Ҡәрсәй менән иртәнге намаҙға баҫыу, ураҙала сәхәр эсеүҙәр ҙә – күңел байлығым.

Ә атайым 16 ейән-ейәнсәренә ысын ҡартай була белде, ҡайҙа барһа ла арбаһы тулы балалар, юл буйы йыр, әсәйемдең бәлештәре менән сәй, еләк уңыштары, муйыллыҡтар, бәшмәк, дарыу үләндәре, Һүрәм буйҙары... Ожондай ожмах баҡсаһында үҫтеләр балаларыбыҙ. Рәхмәт, атай!

Атайым Иҙрисов Йәмил Ғизылхаҡ улы Ибрай ауылында тыуған. Беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып тыуған ауылы зыяратына ҡайтып ятыуына 21 йыл була. Уны юғалтҡандан һуң һигеҙ йыл үткәс, әсәйебеҙ менән дә бәхилләштек.

Суҡайҙар нәҫеленәнбеҙ

Йылдар үткән һайын шуға инандым: атай-әсәйҙәр арабыҙҙан китәләр ҙә, беҙҙең үҙебеҙҙә ҡалалар икән. Образ булып, һинең эш-ғәмәлдәреңде күҙәтеүсе һәм баһалаусы, терәк һәм ышаныс булып... Балалыҡ, йәшлек менән иғтибарға алынмаған “Атай-әсәйем ни әйтер” тигән төп һорау алға сыға. Шулай юғалтыуҙар аша нығынабыҙ. Атайымдың да төп сифаты ныҡлыҡ ине. Уҫаллыҡ, ярһыулыҡ түгел, ә үҙ юлыңа тоғролоҡ, үҙ ҡағиҙәләреңде тотоу. “Үҙәге ҡаты” тиҙәр ине элегерәк көслө характерлы кеше тураһында. Хәҙерге кешелеккә ана шул ҡаты үҙәк етмәй түгелме?

Ә атайымда нисек үҫтерелгән икән ул үҙәк? Ибрай ауылына нигеҙ һалған Ибраһимдың тармаҡлы шәжәрә ағасында Иҙрисовтар-Ибраевтар нәҫеле ҙур түгел. Ҡартайымдың ҡартаһы Ғәбит исемле булған, насар ғына атының ялдарын тарап, йүкә таҫмалар менән суҡлап биҙәп йөрөткән. Тәрбиә килешкән – ат шәбәйеп киткән. Нәҫелгә наҙлап ҡына “Суҡлыҡай” тигән исем дә йәбешкән. Тора-бара тиктормаҫ, шаян, телдәр, еңел ҡуҙғалыусан был нәҫел үҙенең төп сифаты менән “Суҡай” тип йөрөтөлә башлай. Суҡайҙар был исемде яратып йөрөтә, сөнки унда хурлау юҡ, ә хуплау күп. Тиҙ уйлай, тиҙ эшләй торған был нәҫелдә теремек балалар үҫә, динле итеп тәрбиәләнә, йор һүҙле, уйын-көлкөгә әүәҫ ара ауыл араһында ла татыулыҡтары, ярҙамсыллығы менән йәшәй. Өйҙәрен дә бер тирәлә – түбән яҡта ҡорғандар. Әле мин бала саҡта ла Хәйерниса инәй, Мәрғизә инәй, ҡартайымдар бер ишек алды булып йәшәйҙәр ине. Ҡаршыла, ҡыяраҡ – Зөлхизә, Орҡоя апайҙар, һыртҡы урамда, шул уҡ тәңгәлдә – Нәғимә инәй, Ҡолбәғизә ҡәрсәй. Бөтәһе лә толдар... Ҡартайым барыһына ла күҙ-ҡолаҡ булған, балалар һәр саҡ ҡараулы, аҙыҡ-түлек уртаҡ. Булған да инде заманалар, кешеләр...

Ҡартайым дин менән йәшәгән, белгес булған, ауылды иртәле-кисле урап сығып, сирлеләрҙең хәлен еңеләйтергә тырышҡан. Ҡартайҙың йәшәү ҡағиҙәләре, ҡәрсәйҙең имселеге, һөнәрселеге, тәрән аҡылы тәрбиәләгәндер атайҙың тормошҡа ҡарашын. Яҙмыш елдәре ҡаты ла, шәфҡәтһеҙ ҙә булған. Ҡартайымдың дүрт никахлы ҡатыны булған. Нисә балаһы булғандыр, әммә сабый саҡта ла, хатта үҫеп еткәс тә ауылда инфекциянан балалар ҡырылған. Ҡәрсәйем 13 балаһынан ике улын ғына үҫтереп еткерә алған. Тормош боролоштар яһаған, яңы власть яңы талаптар ҡуйған, ҡартатай иң йәш ҡатыны Мәғрифә менән ҡалған.

Кулактар тип хәллерәктәрҙе Себергә ебәргәс, дин әһелдәренә сират етә. Ибрайҙан төркөм-төркөм булып ситкә күсенеү башлана. Ҡартай ҙа ғаиләһен ҡотҡарырырға була. Тәүҙә Йылайыр урмандарына, Әселморон тигән ергә күсәләр. Яҙ, йәй шунда алтын йыуалар. Атайым беҙҙе лә алып барып ул алтынлы урынды эҙләп ҡараны, тик урман баҫҡан ине, 30-40 йыл үткәйне шул.

Ниндәй бәйләнештәре, ниндәй йыйынтыҡтары булғандыр, көҙөн ҡартай бер атына арба егеп, ҡәрсәй менән ике бәләкәй малайын алып, Аҡмуллаға сығып китә. Нисек барғандар, кемгә барып терәлгәндәр, атай һөйләмәне. Ибрайға ҡайтҡанда ҡартай бөтәһен дә оноторға ҡушҡан. Һуңынан ғына, ҡәрсәй олоғайғас, һурып-һурып ҡына хәбәр сығара ине. Ә бала саҡ ҡаҙаҡ өләңдәре тыңлап, әкиәттәрен өйрәнеп үтте. Ҡәрсәй бик хәтерле ине шул.

Атайым уҡыу йәшендә булһа ла, уҡырға барыу мөмкинлеге булмаған. Үҙҙәре эшләгән байҙың, ауылдың бөтә малайҙарын Ҡөрьән ятлатҡан ҡартайым. Ҡәрсәйем ҡыҙҙарға доғалар өйрәткән. Совет власы барып етмәгән ине, тинеләр. Тик ҡартайым риза ғына булып ултырмаған, атайымды эйәртеп китап эҙләп сығыр булған. Латин яҙыуын да, рус хәрефтәрен дә үҙ алдына өйрәнгән атайым. Ҡартайым ҡасҡындар араһында белемлеләрен табып, өйрәтеп ебәргәндәре булған. Математиканы ла, географияны ла, тарихты ла үҙе өйрәнгән ул. Ә грамоталы яҙыу ҡайҙандыр – йомаҡ булып ҡалды. Өс йыл Байдәүләт мәктәбендә уҡыу бәхете лә тәтей атайға.

1938 йылда ҡартай нисектер юллап, иленә ҡайтырға рөхсәт ала. Йәй көнө ҡайталар. Хаҡҡолой абзый ҡаҙаҡса һөйләшеп, атай – русса ҡатыш. Ярлы ғына ҡайталар. Ибрайҙа колхозға алмайҙар, торлаҡ та юҡ. Сельсовет ярҙам итеп ебәрә. Байдәүләт мәктәбенә ҡартайҙы ат ҡараусы, завхоз итеп, ҡәрсәйҙе мейес яғыусы итеп эшкә алалар. Ә атайҙы, 14 йәшендә, һәр яҡлап белемен тикшергәндән һуң, 5-се класҡа ултырталар. Шәп уҡыусы була ул, тик күберәк ата-әсәһенә ярҙамда йөрөй. Ҡартай утын әҙерләп ташый, ә ҡәрсәй белгән һөнәрен эшкә егә – бөтә мейестәрҙе яңыртып сыға.

7-се класты тамамлау менән атайҙы “Ҡыҙыл Һүрәм” колхозына комсорг итеп билдәләйҙәр. Байдәүләт ауылының йәш егеттәренән бригада төҙөп, Таҙлар-Иҫәнғол юлын күтәрергә китәләр, атайым етәксе эшендә була. Һабантуй көнөндә һуғыш хәбәре килеүен, атайымдың ялҡынлы телмәр тотоуын, нисек йәш өҫтәтеп китеүен яҙғайным инде.

Ғаиләнең йөрәге – ҡәрсәйем ситтә ҡалып бара. Бөтә ваҡиғаларҙың уртаһында ла ул бит: сыҙамлы ла, сая ла, әрһеҙ, уңған, күңеле тулы изгелекле, әкиәтсе, бәйетсе  ҡәрсәйем. Уның тормошон уйлаһаң, ҡот осҡос. Һорашһаң, һөйләй ине, бер зарһыҙ, тыныс итеп һөйләр ине. Хәҙер аңлайым: үткән хәл-ваҡиғаларҙы ҡабат-ҡабат уйыңдан үткәреп, үҙ баһаңды биреп, үҙ ҡарашыңды билдәләһәң генә шулай була.

Ҡәрсәйем 1888 йылда Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында Кәримовтар ғаиләһендә тыуған. Кеше яҙмыштары нисек кенә үҙгәрмәй, ғәжәп. Ҙур ғына хәлле ғаилә әллә нисә балалары менән бер ҡәүем булып йәшәгән. Мәғрифәгә алты йәш, улы Хәбиргә өс йәш булғанда аталары үлеп китә. Кәримовтар тол ҡалған килендәрен кейәүгә бирергә булалар. Беҙҙең Ибрайҙан кешеһе лә табыла. Тик бер шарт: балалар ата йортонда, туғандар тәрбиәһендә ҡала. Түгелеп илаған әсәне арбаға ултыртып, артҡа ҙур һандығын тейәп китәләр Ибрайға. Ярты юл үткәс ялға туҡтағанда ни күрәләр: һандыҡ артында Мәғрифә йәбешеп килгән. Алты йәшлек баланың саялығымы, әллә өлкәндәрҙән берәү йәлләп ярҙам иттеме, билдәһеҙ ҡалған. Әсәһе эргәһендә булһа ла аҫрау хәлендә йәшәй Мәғрифә. Бөтә эштәрҙе лә шунда эшләп өйрәнә, күмәк балалар ҡарай. 13 йәше тулыуға үгәй атаһы уны бер байға дүртенсе бисәлеккә биреп ебәрә. Мәғрифә ҙурайып еткәнсе, ирен Йылайыр юлында урыҫтар туҡмап үлтерә. Һәм, Мәғрифә, ниһайәт, үҙ теләге менән йәне тартҡан кешеһенә – беҙҙең ҡартайыбыҙға ҡатын була. Бик тәүәккәл, өлгөрлөктәндер инде, 24 йәшенән кендек инәйе булып йөрөй, им-томо ла, доғаһы ла килешә, тигән даны була. Бер генә лә буш торманы ҡәрсәй. Урман-ҡырҙарҙы айҡап сығыр ине, артынан һис ҡалмай мин дә өйрәндем. Ҡыш ҡупшы итеп быйма табанлай, ҡорама ҡорай, ямау эштәрен башҡара, еп әҙерләп балаҫ һуға, ҡоршай. Бик матур эшләй ине, үҙе әйтмешләй, сымыры итеп. Теккән юлдары тип-тигеҙ була ине. Ҡартайҙан ҡалып 30 йыл йәшәне әле ҡәрсәй, беҙҙе – биш баланы ҡарашты. Хаҡҡолой абзыйымдың ете балаһы... Итәгенә әллә нисә бала йәбешкән фотоһы ла ҡалған хатта. 95 йәшкә тиклем үҙ аҡылында, үҙ аяғында йәшәп, ҡапыл ҡалдырҙы ул беҙҙе.

Ана шулай көслө, ҡаты үҙәкле, аңлы кешеләр тыуҙырып үҫтергән атайҙы. Икенсе төрлө булып үҫергә хаҡы булмаған уның.

Кешегә кәрәк булыу – үҙе хөрмәт

Атайҙы хөрмәтле кеше иткән сифаты тоғролоҡ булғандыр, тием. Әйткән һүҙеңә, эшләгән эшеңә, туғандарыңдың өмөттәренә, ауылыңа тоғролоҡ – ул ҡайнар патриот ине. Маҡсаттарына ныҡышмал ирешә, кешеләрҙе әйҙәй, ойоштороу һәләте юғары ине. Карьераға ынтылманы, юғиһә райкомдан ауылға ҡайтып китмәҫ ине. Бер үкенесе булды: Ибрайҙа йәшәргә тура килмәне. Иртәнсәк тороп Ҡабра тауына ҡарар инем, тип хәле насарланғас та хыялланды. Шунда аңланым, ниңә ҡәрсәй яйы сыҡһа ла, сыҡмаһа ла Ибрайға ынтылғанын. Шул тоғролоҡ бит! Һәр кемдең ашҡыныр тау, үре барҙыр. Тик иртәнсәк һайын сәләмләргә генә онотмағыҙ!

Атайымдың гел кешеләр араһында булыуын, кешеләрҙе яратыуын күреп-белеп үҫтек. Үҙебеҙ ҙә шулайбыҙ. Атаһының гөрләп торған тормошондағы кеше күплеген аҡлаған әйтемен элекке яҙмамда килтергәйнем: “Кешегә кәрәк булыу – үҙе хөрмәт,” – тигән. Атайым тирәһендә бәләкәй саҡтан уҡ ир-егеттәр күп булды. Бәләкәйҙән уларҙың ярһып та, йомшарып та һуғыш тураһында һөйләгәнен тыңлап үҫтек. Атай өсөн ғорур була инек шул мәлдәрҙә. Беҙ үҫә төшкәс кенә Ленинград оборонаһын да, Волков фронтын да, Кенисберг ҡорбандарын да һөйләр ине. Һуғыш йырҙарын өйрәтеүе оҡшай ине. Миҙалдарын, “Дан” орденын күҙ йәштәре менән һыйпай ине.

Һәр кемгә үҙ ата-әсәһе иң-иң була. Тик улар эргәбеҙҙә булғанда аңлайбыҙмы икән беҙ бөтә донъялағы иң яҡын, иң һәйбәт кешеләр улар икәнен һәм һинең иң бәхетле мәлдәрең ошо икәнен? Юҡтыр. Уйланыуҙар улар юғалтыуҙар аша килә шул. Нисә йылдар үтһә лә, хәҙер инде үҙеңдең булмышыңды ентекләп, һәр хәл-ваҡиғала атай-әсәй һыҙаттарын күреп өйрәнәһең, шатланаһың, борсолаһың. Оҡшамаған яҡтарына һәр ваҡыт аҡлау табаһың. Шулай итеп, һиндә йәшәгән образ идеалға әйләнеп, иң ҡәҙерле хазина булып һаҡлана.

Атайымдың да тормошон уйлағанда шулай булды. Ул үҙ заманының улы ине. Заманына хас сифаттар, максималист булараҡ, атайымда сағыу һәм көслө ине. Мәҫәлән, патриотлыҡ. Парторг булғанға түгел, ә патриот булғанға парторг булғандыр. Сәйәсәтте яҡшы белә, “Правда” гәзитенә беҙ теймәй ҙә инек, сөнки атай уҡый. Элек ирҙәр йыйылһа сәйәсәткә инеп китәләр ине, иҫләйһегеҙме? Бына шунда атайым башлыҡ ине. Төплө фекерле, бай телле, кешене ышандыра ала. Етәксе эшендә иң кәрәк сифат.

Атайым агроном саҡта күп бәхәстәр менән ер эшкәртеүҙе фәнни нигеҙгә күсереп, Чапаев исемендәге колхоздың баҫыуҙары уңдырышлы булып киткәйне. Ерҙе яратыуҙан бит ул. Келәт алдына тәүге иген килгәс (беҙҙе – балаларҙы ТОК һеперергә сығарғайнылар), бөтәбеҙҙе саҡырып алып, иген өҫтөнә ятып еҫкәргә ҡушты. Кем нимә алғандыр, ә мин ул еҫте, ул йылылыҡты ғүмерлеккә күңелемдең иң түренә һалдым. Атайымдың тәрбиә алымы булғандыр ул. Үҙе белгән, үҙе яратҡан нимәләргә башҡаларҙы ла йәлеп итергә. Атҡа ултырып сығып китһәң, урын-ер тарихтарын һөйләп барыр ине. Яҡшы кешеләр тураһында ла, яуыздар тураһында ла - яҡшы-насар төшөнсәләрен дә өйрәткән булған икән. Армияны бик яратып, һағынып һөйләй ине. Картанан Калининградты күрһәтеп, һуғыш бөткәс тә унда күп иптәштәре һәләк булғанына әсенә ине... Балалар менән осрашыуҙарҙа ла армияға өндәп, батырлыҡ ул илеңде һаҡлау, тип өйрәткәне һуңынан ғына “Офицеры” фильмында яңғыраны.

Эшенә лә бирелеп, бөтә энергияһын егеп эшләй ине. Уның был сифаты беҙгә лә күскән. Беҙ бишебеҙ ҙә, ҡайҙа ғына эшләһәк тә, гел яуаплы, алдынғы булып танылдыҡ. Атай-әсәйебеҙ күреп, ишетеп ғорурланып өлгөрҙөләр, шуныһы ҡыуаныс.

Кешеләр яратты атай. Һәр береһен тыңлай белде, кәңәш бирәме, документ юллаймы шунда. Ауыл Советының ветерандар ойошмаһында был яғы бигерәк тә асылды. Беҙҙең өй штаб һымағыраҡ ине. Балалар менән эҙәрмәнлек эшен дә, юғалған документтар эҙләүҙе лә алып барҙы. 1941 йылдың 18 авгусында фронтҡа алынып, хәбәрһеҙ юғалған Харис абзыйының юғалыуына һис тә ышанмай үҙе үлгәнсе эҙләне атай. “Юғала торған кеше түгел ине ул. Мин уның ял иткәнен дә, йоҡлағанын да күрмәнем, етеҙ кеше ине,” – тип һөйләгәйне. Йәшәп ҡалырға ашыҡҡанмы, 24 йәшендә ул өс тапҡыр өйләнеп, биш балаға атай булып өлгөргән. Харис олатайҙың юғалған атаһын – Ғизылхаҡ ҡартайымды НКВД ҡулға ала. Әлеге асыҡлыҡ! “Пленға төшһәң дә, тере ҡалырға тырыш, атылма, - тип өйрәтеп ебәрҙем улыма” тигән хәбәрен еткереүселәр була. Ике ай ултыра төрмәлә, ике ай буйына шым ғына Ҡөръән һөйләй. Үҙе ҡайтҡас, шул ҡотҡарҙы мине, тигән. Ә атайым “Красный крест” ойошмаһы аша төрлө илдәргә, хатта Америкаға яҙып эҙләй – эҙе лә табылмай.

Ибрай ауылында һуғыштан һуң барлыҡҡа килгән йола бар ине. 9 май көнө көндөҙ бөтә һалдат ҡатындары, тол ҡалғандар Ҡабра һыртына менеп, табын ҡороп, һөйләшеп, илашып, йырлашып байрамды билдәләй торғайнылар. 1973 йылда атайымды ла саҡырҙылар. Әсәйем ауырып тора ине, шуға күрә атай мине өгөтләп алып китте. Байыр көнөм шул булған икән! 30-40-лап ҡатын йыйылған ине – олоһо ла, кесеһе лә, яуҙан ҡайтмағандарҙың ҡыҙҙары ла. Минең инәйҙәрем бөтәһе лә аллы-гөллө итеп кейенгәндәр, йөҙҙәрендә тантаналы һағыш та, осрашыу шатлығы ла. Атайым килгәнгә бик ҡыуандылар. Табындың бәҫен ебәрмәй генә һөйләшеп ултыралар, һүҙ алып та һөйләйҙәр. Һәр хәбәрҙе һеңдереп, йөрәгем менән ҡабул итеп ултырам. Бына атайым һүҙ алды. Уйлап килгәндерме, әллә шул мәлдәге тойғоларын сығарҙымы – телмәре һәр кемдең күңеленә үтте, йөрәген ҡуҙғатты: инәйҙәр түгелеп иланы, ә мин ғүмеремә етерлек тәрбиә алдым. 9 май иң изге байрамға әйләнде, һуғышҡа, ҡорбандарға мөнәсәбәтем юғары нөктәләргә күтәрелде. Атайым нимәләр һөйләгәнен иҫләмәйем, ә шул мәлдең бөйөклөгө тулҡын-тулҡын булып әле лә килеп баҫа. Ана шундай тәьҫир көсө бар ине атайымдың. Ул көндөң, ул берҙәмлектең сәбәпсеһе булған Хәмдиә инәйемә рәхмәтлемен. Тауҙан төшкәс уның өйөнә индек. Бала саҡтан таныш, сәй ҡағыҙҙары менән биҙәлгән, ҡупшы, таҙа өй. Нисә кеше булһа ла һыя ине, йөҙө асыҡ, күңеле йомарт, сәйе тәмле ине инәйемдең. Яҙмамдың башындағы уҡ Әбделкәрим ауылынан Солтан ҡартҡа ҡатын булып килгән Гөлзаһира өләсәйҙең ейәнсәре була ул Хәмдиә инәй. Бәләкәйҙән үк етем ҡала, Ғизылхаҡ ҡартайым менән ҡәрсәйем ҡарауында үҫә. Ҡәрсәйемде Хәмдиә инәй бик яҡын күрә, инәй тип йөрөтә, ә үҙенең бөтә балалары “өләсәй” тип үҫәләр. Атайымдың иң яҡын апаһы булып йәшәне; ҡартайымдың ҡыҙы, Харис олатайҙың апаһы Рәҡиә инәйебеҙ Әбделғужин Мөхәммәтсәлим олатай менән биш ул, ике ҡыҙ үҫтереп, Аҡҡондоҙ ауылында йәшәнеләр, һаман да тығыҙ бәйләнештә булдылар. Туғандары менән көслө ине атайым. Үҙен дә бөтәһе лә ярата ине.

“Һөйкөмлө һөйәк”, “һөймәлекле” тип улдарының, ейәндәренең баһаһын күтәреп ебәрә ине ҡәрсәйем. Шул уҡ һүҙҙәр менән шелтәләй ҙә ине. Әммә һәр хәлдә лә ир-егеткә аҡлау таба, нәҫелгә, ҡанға бәйләп ҡуя ине. Бигерәк тә килендәр зарланғанда “Ҡан уяна бит ул” тип кенә ҡуя ине, ҡартатайҙың мажараларын һөйләп. Мин аптырай инем, үҙе өсөн бик ауыр мәлдәрҙе лә ҡыҙыҡ итеп, ҡәҙерле итеп иҫләй ине. Хәҙер аңлайым: бөтә ваҡиғалар ҙа күңел иләгенән үтә, һәр кем үҙенә кәрәклеһен ҡалдыра икән. Шуның өсөн дә иҫтәлектәр яҡты һәм йылы булалыр. Яҡшыға яҡшы өйөлә тигән ҡағиҙә эшләй бында. Ҡәрсәйемдең бөтә хәлдәрҙән дә тик яҡшыны ғына эҙләүен дә шулай ҡабул итәм. Һәм уға эйәреп, элек насар тип һанаған, йәнемде өткән бөтә хәлдәрҙе күңел иләгемдән үткәрәм – бөтәһе лә яҡын, бөтә кешеләр ҙә ул ваҡиғалар яҡтыһында аңлайышлы һәм дөрөҫ килеп сыға. Сөнки быуындар араһында мөнәсәбәттәр ҙә, кешеләр араһы кеүек, ғәҙел, изгелекле һәм мөхәббәтле булырға тейеш (уҡыусыларымдың хәтеренә боронғо иң әсе әрләү һүҙен төшөрөр инем: “мөхәббәтһеҙ”). Ошо нигеҙҙә йәшәй һәм үҫешә кешелек донъяһы. Үҙемдең кешеләргә баһам да ошо мөхәббәтле берәмеге менән үлсәнә һәм иң юғары баҫҡыста атайым тора. Илһөйәрлеге тураһында һөйләгәйнем инде. Уның бөтә кешегә лә тигеҙ, ыңғай ҡарауы хәҙер ҙә аптырата мине. Һәр кемде аңларға тырышып, хәленә инеүсән, мохтажлығына ярҙамсы, аҡыллы кәңәшле, йомшаҡ һүҙле атайым насарлыҡҡа ҡарата аяуһыҙ ҙа була белә ине. Тик үсләшеп йөрөмәне. “Мин Васекты әрләмәнем, бригадирҙы әрләнем” тигәнен әйтем итеп йөрөтәләр ине. Кешенең бай хисле, асыҡ күңелле, йомарт һәм ҡайнар йөрәкле булыуын ихтирам итә ине атайым. Үҙе кеүек. Етәксе булғас, ғаилә низағтарын да баҫыу бурысы бар ине. Ирҙәр менән ирҙәрсә һөйләшә, ҡатындарҙы йәлләй ине. Ҡәрсәйгә әсәй тип өндәшкәнендәге яҡынлыҡты, йылылыҡты берәүҙә лә ишеткәнем булманы. Әсәйебеҙ ҙә уңғанлығы, йомартлығы менән билдәле ине. Атай унан бер ауыр эш тә эшләтмәне, ваҡлашып йәмһеҙләнмәне, көнләшеп кәмһетмәне. Әсәй тауыш сығарғанда ла һыуынғанын көтөп эшкә сыға ла китә ине. Хәҙер донъяны күреп, төрлө хәлдәрҙең, яҙмыштарҙың шаһиты булғас, аңлайым: ысын ир-егет һәр саҡта ла үҙенең иң юғары сифаттарында ҡалырға тейеш икән. Атайым кеүек!

“Атаһына оҡшаған!” тип яратып ҡупайтып ебәрәләр ине мине Ибрайҙағы инәйҙәрем. Иншаһына “Атайым кеүек булғым килә,” - тип яҙған баланың бәхетенә һөйөнә торғайным. Ир-егеттең ҡәҙере китеп торҙо бер мәл. Ҡиммәттәр арзанайып, атайҙар аҙашып ҡалды. Хәл төҙәлеп килә хәҙер. Айыҡлыҡтың өҫтөнлөгөн белеү генә түгел, тормошҡа ашырабыҙ. Эсмәгән атай – ил терәге. Илебеҙҙең һуңғы йылдарҙағы хәрби торошона бәйле, ир-егеттәрҙең ҡәҙере, баһаһы артты. Халҡыбыҙҙа борондан билдәле булған ир-егетте өҫтөнлөкләү ҡағиҙәһен тотоу өсөн һуғыш етмәй инеме беҙгә?

Сираттағы Еңеү байрамын ҡаршыланыҡ... Беҙҙең иң яратҡан байрам, сөнки атайҙы ҙурлайбыҙ! Ысынында иһә, “Атай, һине яратам” – тип әйттек микән? Мин әйтмәнем. Әйтеү кәрәкмәгәндер ҙә, һиҙгер аҡыллы атайға һүҙ мөһим түгел ине, беҙҙең барлығыбыҙҙы уҡ бәхет тип һанай ине.

100 йәшең менән, атай! Яратабыҙ һине! Һин беҙҙең йөрәк түрендә әле лә йәшәйһең. Рухыбыҙ менән һиңә тиңләшһәк ине, һинең кеүек яҡты эҙ ҡалдырып үтһәк ине тормош юлын!

Гөлзирә Юлдашбаева.

Саҙалы ауылы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: