Онотоу юҡ һуғыш ҡорбандарын, йәшәй улар йөрәк түрендә

Байыш ауылында йәшәгән Шәрифә инәй Ҡыуандыҡова- Бирҙеғолова йыл да 9 Май байрамында Рәсәй Президентының Еңеү көнө уңайынан открыткаһын ҡабул итеп ала. Был открытка йылдар үткән һайын инде күңел төпкөлөнә тәрәнгәрәк төшә барған хәтирәләрҙе ҡуҙғытып ебәрә. Уның  атаһы Сәлихйән Мәзит улы Бирҙеғолов  тыуған илгә тыныслыҡ яулау өсөн шәһит булған яугирҙәрҙең береһе.

Онотоу юҡ һуғыш ҡорбандарын, йәшәй улар йөрәк түрендәОнотоу юҡ һуғыш ҡорбандарын, йәшәй улар йөрәк түрендә
Онотоу юҡ һуғыш ҡорбандарын, йәшәй улар йөрәк түрендә

– Бәләкәй генә өй, мейестән стенаға тиклем урындыҡ. Унда иң төптә ҡәрсәм ята, уны “әнкәй” тип йөрөттөк, беҙҙең менән йәшәне. Унан әтейемдең Иҙәштән алып айырған ҡатынынан булған улы Сәмиғулла ағайым ята, ул да беҙҙә булды. Шунан әтейем, әсәйем, һылыуым юҡ ине әле – мин улар араһында һикереп уйнап, шашып йөрөй торғайным. Әнкәй матур ғына була торғайны, тегенергә оҫта булды, күлдәкте лә үҙе бесеп, тегеп кейер ине. Бала сағым иң күңелле ваҡыттар булған икән.

Әтейемдең һуғышҡа киткәнен бик яҡшы иҫләйем. 1941 йылдың ҡышы, һыуыҡ. Һылыуым Йәнифә яңы атлай башлаған ине. Повестка килде лә, шул комиссариатҡа сығып алдымы икән? Иҫәнғолдан икебеҙгә лә  “драж” уйынсығы алып ҡайтҡайны. Ҡыуанабыҙ килеп тороп. Ә атайымды һуғышҡа оҙатҡанда тәҙрәнең боҙон бармаҡтың йылыһы менән иретеп, шул тишектән ҡарап, илап ҡалдыҡ. Нишләп илағаныбыҙҙы аңламағанбыҙ ҙа  инде. Баяғы өйҙә илашалар – беҙ ҙә илайбыҙ. Гел янда торғанына өйрәнгәс, ҡайҙалыр оҙаҡҡа алыҫҡа китә, унһыҙ ни эшләрбеҙ икән тип уйлайым. Һуңғы тапҡыр күрәбеҙ тип башҡа инеп тә сыҡмай бит инде.

Әсәйем өс бала менән ҡалды. Ағайым Заһит ҡәҙимге ҙур ине, аңларлыҡ. Утын юҡ, туғайҙан, ботаҡ-ҡый ҡырҡҡылап, анан-бынан әсәм менән икәүләп йыйып, бәләкәй санала алып ҡайталар. Шуны индереп, мейес башына һалып, йә эсенә тығып киптереп, лысҡылдп һыуы ағып торған утынды яғыр инеләр. Урманға барһалар, лесниктар балталарын тартып алып ҡалыр ине, илап ҡайта торғайнылар.

Ашауға юҡ. Яҙ етеү менән ҡырға ашарлыҡ үлән йыйырға сығабыҙ. Йыуа, әтмәкәй, ҡуян тубығы ҡалманы инде. Ялан аяҡбыҙ. Ҡуй инде, ғүмере лә оноторлоҡ түгел. Кейем – бер ҡат, йыуаһың да кейәһең. Әле уға һабын-порошогы бармы, көлдө ҡайнаталар ҙа тондороп шуға йыуыр инеләр. Сәсте, һыйырың булһа, эркет һыуы менән йыуаһың. Шөкөр, беҙҙең бер һыйыр булды, шуның менән йән аҫыраныҡ. Хәҙер бына кейем тоҡлап ята, ҡайҙа тығырға белмәйһең. Шул ваҡытта булһа икән был кейемдәр тип уйлап алам.

Ағайымды ФЗО-ға алып киттеләр бер заман, Силәбе яғына буғай. Йонсоп, аяҡ-ҡулдары сиҡанлап, ауырып ҡайтып инде, әсәйем майҙар һөртөп, белгәненсә шәбәйтеп алды.

Әтейем хат яҙҙымы икән, шуны бер ҙә генә иҫләмәйем. Ә силсәүиткә килгән “ҡара ҡағыҙ”ҙарҙы ағайым дуҫы, йырсы Сөләймән Абдуллин менән таратҡан. Ағайым бейей, дуҫы йырлай икән – шулай һалдат ҡатындарын йыуатып йөрөгәндәр. Ә беҙгә килгән “ҡара ҡағыҙ”ҙы силсәүит әйтмәгән. Әсәм кеше аша ишетеп, барып белешеп, ҡайтып илағаны әле лә күҙ алдымда.

Әтейемдең үле хәбәре килгәс, Мотаһар олатам: “Бына әтейеңдән аҡса килгәйне” тип, миңә ай һайын биш, йә егерме тин аҡса тоттора торғайны. Әсәйемә пенсия аҡсаһы килгән булдымы икән... – Шәрифә инәйҙең хәтере шәп, үткәндәрҙе әле булған кеүек иҫләй.

 Шәрифә инәй атайлыларға ҡыҙығып ҡарай:

– Ҡалай булһа ла улар туғыраҡ, етешерәк йәшәйҙәр. Ғаиләләрен хәстәрләйҙәр. Бик йонсомайҙар. Бар эш әсәм менән ағайыма төштө инде, ағайымды атай урынына күрҙем.

Әсәләре Гөлзәбихә кесе ҡыҙы Йәнифәләрен һаҡлап ҡала алмаһа ла (ауырып үлә), улы Заһит менән ҡыҙы Шәрифәне яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра, кеше итә. Балалары ғаилә ҡороп, үҙ аллы йәшәп китәләр.

Әле Шәрифә инәй был донъянан иртә киткән тормош иптәше Марат олатай менән ҡорған донъяла йәшәй. Уны тәрбиәләгән ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре һәр ваҡыт килергә әҙер.  Ағаһы Заһит был фани донъяла юҡ инде.

Сәлихйән олатайҙы уның яҡындары бер ҙә онотмай. Ул “Үлемһеҙ полк” сафында – йыл да ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре Еңеү парадына уның портретын тотоп сыға. Ейәне Шаһиҙулла Бирҙеғолов балалары менән яугир ҡарайтаҙы ерләнгән Ленинград өлкәһе, Поречье ауылы (ер менән тигеҙләгән фашистар) янындағы туғандар ҡәберлеген барып күргән. Тыуған ер тупрағын алып барып һалған.

Шулай, Еңеү көнө тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, уны яҡынайтыуға йәнен аямаған яугирҙәр мәңге онотолмай, уларҙың батырлығы ла үлемһеҙ. Шәрифә инәй ҙә, һуғыш балаһы булараҡ, уның бар ауырлығын үҙ елкәһендә татый. Беҙ уға ныҡлы һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас