Интернет – шундай сикһеҙ океан, шул океанда ла көтмәгәндә өҫкә ҡалҡып сыҡҡан ынйы бөртөгөнә тап булаһың. Фашимзмға бәйле мәҡәләләр ҡарап ултырғанда ҡапыл күҙемә Башҡортостан тураһында әйтелгән юлдар ташланды. Башта өҙөгөн генә уҡыным, шунан тотош уҡып сыҡтым. Германияла фашизмдың тамырлана башлаған, шунан инде тернәкләнеп китеп, башҡа халыҡтарға ғына түгел, немец халҡына ла үлемесле фажиғәләр килтергән осор тураһында ул саҡта әле сабый ғына булған ҡыҙ баланың хәтирәләре аша һүрәтләнә. Башта илаһтай күреп табынған фюрерҙары алман халҡын иң юғары раса тип баһалап, башҡаларҙы бик түбән ҡуя – уларҙы үлтерергә, ҡырырға, байлығына эйә булырға мөмкин, тип лаф ора. Кеше булып бөтмәгәндәр икән, ниңә уларҙы йәлләргә!
Бына шундай шарттарҙа тәрбиәләнә йәш быуын, шуны күреп үҫеп килә Дора Насс исемле ҡыҙ. Ул хатта шул саҡтағы дәреслектәрҙе лә һаҡлаған – сабый аңына ла ошо идея һеңдерелгән.
Блицкриг – Тиҙ еңеү килеп сыҡмай, һуғыш ипкене илгә яҡынайғандан-яҡыная. Һаман әле еңелерҙәренә ышанмайҙар. Ул ғына ла түгел, хатта Берлинға совет ғәскәрҙәре яҡынайып, ҡаланы бомбаға тотоу башланғас, боҫҡаҡтарҙағы халыҡҡа, имеш, баш ҡаланың бер өлөшөнән совет ғәскәрен ҡыҫырыҡлап сығара башлағандар, тигән хәбәр ишетелә. Дора менән туғандары боҫҡаҡтан сығып, шул яҡҡа йүгерә. Тик инде көл-күмергә әйләнгән йорттарҙы ғына күрәләр. Ҡыҙҙың да йортонан нигеҙ генә ҡалған…
Улар ни эшләргә лә белмәй. Тотош уҡ емерелмәгән бер йорт күреп, шунда бүлмәне биләйҙәр ҙә, урамға сығып сиҙәмгә ултыралар. Өмөтһөҙлөк, сараһыҙлыҡ биләп ала күңелдәрен. Шул саҡ Дора арбала ултырып килгән тәүге совет һалдатын күреп ҡала, йөрәге ярылырҙай булып тибә башлай. Егет арбанан төшә лә, яндарына килеп… саф алманса һүҙ ҡуша.
“Минең өсөн тыныс тормош шулай башланды, – тип һөйләй хәҙер инде оло йәштәге фрау Дора. – Ул яныбыҙға ултырҙы. Оҙаҡ һөйләштек. Ул миңә үҙ ғаиләһе тураһында һөйләне, мин уға – үҙебеҙҙе. Икебеҙ ҙә һуғыш бөткәнгә шул тиклем шат инек. Нәфрәт тә, ҡурҡыу ҙа юҡ ине был урыҫ һалдаты алдында.
Мин уға үҙ фотомды бүләк иттем, ә ул миңә – үҙенекен. Фотографияла уның фронттағы почта номеры яҙылғайны.
Өс көн ул беҙҙә, ошо емерек йорт мөйөшөндә йәшәне. Беҙ йәшәгән йортҡа ул “Танкистар урынлашҡан” тигән яҙыу элеп ҡуйҙы. Шулай итеп ул беҙҙең торлаҡты ла, бәлки ғүмеребеҙҙе лә һаҡлап ҡалғандыр”.
Дора был таныш булмаған һалдатты ғүмере буйы хәтерендә тота, эҙләй. Тик яуап ала алмай. Хатта Горбачев килгәс тә әле эҙләргә теләүсе табылмай. Тик 2010 йылда ғына алман журналисткаһы эҙләнеүҙәр алып бара торғас, Борис Абудулгужин тигән был кешенең Башҡортостанда йәшәп, 1984 йылда вафат булып ҡалғанын белә.
Башҡортостан һәм Әбделғужин тигән һүҙҙәр шунда уҡ үҙемде эҙләнеүҙәр башларға этәрҙе. Уның башҡорт булыуына бер тамсы ла шигем юҡ ине – фотолағы йөҙ генә түгел, ҡылығы ла бит саф башҡортса! Башҡорттоң алсаҡлығы, мәрхәмәтлелеге, тәү күргән кешеһенә, әгәр оҡшатһа, тотош асылып барыуы!
Фотоны интернеттағы сайтыма теге сайтҡа ла һылтанма ҡуйып, “Борис(?) Әбелғужин. Бәлки кемдер таныр?” тип ҡуйыуым булды, ике-өс сәғәт эсендә әллә нисә кеше яҙып та ебәрҙе: Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылынан Бәхийәр Ғәбделәхәт Әбделғужин икән ул!
Ә Күгәрсен районы телевидениеһының баш редакторы Айгөл Айытҡолова иренмәй, уның хаҡында интернет океанынан был игелекле кеше тураһында йәнә ентекле мәғлүмәттәр өҫтәп яҙып ҡуйҙы. Битараф түгел беҙҙең йәштәр – шул һөйөндөрҙө!
Интернеттан ул ошондай мәғлүмәттәр тапҡан: 1945 йылдың 9 майында ул саҡта әле гвардия рядовойы Әбделғужин 75-се хәрәкәттәге танк ремонтлау базаһының слесарь-монтажнигы булған һәм "За боевые заслуги" тигән миҙал менән бүләкләнгән. Айгөл быны раҫлаған документтың күсермәһен дә һалған.
Фронтта 1942 йылдан, 18 йәшенән булған, тимәк, Дора менән осрашҡанда бары 21 генә булған әле егеткә. Ә фотолағы һалдат олораҡ күренә, күпте күргәне йөҙөнә сыҡҡан, әммә ниндәй тыныс, үҙ дәрәжәһен белгән һәм мәрхәмәтле, аҡыллы күҙҙәр ҡарай беҙгә йылдар төпкөлөнән. 3 йыл инде һуғыш фажиғәләрен күрә-күрә ҡан кисеп йөрөгән һалдат йөҙө – ә бит бер генә вәхши һыҙат юҡ, эске матурлығы ла, тышҡы матурлығы ла ҡушылған – бына бит башҡорттоң аҫылы!
Ҡыйыу ҙа, намыҫлы ла, йән аямай һуғыша ла - шул уҡ ваҡытта күңелендә иҫ китмәле мәрхәмәт! Беҙҙең халыҡҡа хас сифаттар был!
Ул ғаиләһендә был ғаилә тураһында һөйләгән булған тип яҙғандар сайтта. Тапҡандарымды диуарыма һала башлағас, һалдаттың ейәнсәре Гүзәлиә лә хәбәр ебәрҙе.
Ғәжәп, минең игелекле милләттәшем тураһында мәҡәләне яҙған көнөм уның баҡыйлыҡҡа күскән көнөнә тура килгән… Әлеге лә баяғы, диуарыма Дилбәр Ғәйнизарова тигән һылыу Бәхтийәр олатайҙың улы Әкрәм ағай менән һөйләштем тип, уның әйткән һүҙҙәрен хатта диктофонға яҙҙыртып һалып ҡуйған. Күршеләре икән. Мин уның телефонын һорап алдым да, шылтыраттым.
Бәхтийәр ағай һуғыштан 1947 йылда ғына ҡайтып төшкән, һуғыштан һуң да тәржемәсе сифатында йәнә ике йыл Германияла хеҙмәт иткән әле. Ауылда МТС-та ла эшләгән, аҙаҡ төҙөлөштә бригадир булған, ауыл хужалығы биналары төҙөгәндәр..
Германияла ул бөхтәлек-таҙалыҡҡа, көнкүреш мәҙәниәтенә бик иғтибар иткән, шуға ла ҡайтҡас, ауылда беренсе булып йорт-ҡураны, өй эсен европаса йыһазландыра башлаған.
– Дәфтәрҙәре әле лә һаҡлана, - тип һөйләне улы. – Иҫ китмәле каллиграфик, бөхтә һәм матур яҙма хайран ҡалдыра.
Ғаилә ҡороп, алты ҡыҙы, бер улы донъяға килгән. Ҡыҙҙары төрлө яҡтарға таралған, үҙ ғаиләләре менән йәшәй, ә Әкрәм улы ата-бабалар төйәгенә тоғро ҡалып, ауылда йәшәй, мәктәптә хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнә. Уның улы инде уҡып сыҡҡан, Өфөлә йәшәй; бик кешелекле һөнәр һайлаған – мал табибы. Ҡыҙы Гүзәлиә БДУ-ны тамамлап килә, физик һөнәрен һайлаған.
“Йәл, атайым Дора менән осраша алманы, хатта уның эҙләгәнен дә белмәй донъянан китте. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, тип дөрөҫ әйткәндәр, нисәмә йылдарҙан һуң рәхмәте беҙгә килеп иреште. Беҙ быға шат”, – тиҙәр яугирҙең яҡындары.
Виктор Гюго әйткән әле – Кешенең бөйөкләгә уның буйына бәйле булмаған кеүек, Халыҡтың бөйөклөгө лә уның һаны менән билдәләнмәй, аҡылы һәм иманы менән үлсәнә, тигән. Мин халҡымдың бөйөклөгөн ошо ябай һалдат ҡылғаны менән үлсәр инем.
Гүзәл Ситдиҡова,
Өфө ҡалаһы.
2017 йыл.