Ауылдың өлкән кешеләре халыҡ араһында абруйлы була. Ә йәшерәктәр, балалар өсөн улар ҡыҙыҡһыныу уята, күберәк белеү теләген үҫтерә. Өлкән быуын – ауылдың әхлаҡи йөҙөн билдәләүсе һәм тотоп тороусы. Ошо талап үтәлгәндә генә ауыл үҙ юлын дөрөҫ тота ала, йәш быуынды ныҡлы тәрбиә ҡанундарында үҫтерә ала. Ауыл тәрбиәһе буйынса төп бурыс һуғыш ветерандарына тапшырылған ине беҙ бала саҡта ла, һуңынан да, аҙаҡҡы ветеранға тиклем.
Сирғолда ветерандарҙан бер яңғыҙы ҡалған Ғәләүетдин ағай Ғәлиев, 2004 йылдың 9 Май байрамында сығыш яһарға сыҡҡас, илап ебәргәне өткәйне йөрәгемде. Иңенә ни тиклем йөк алғанын, ниндәй яуаплылыҡта ҡалғанын ул аңлағандыр, ә беҙ бәлки тойоп та етмәгәнбеҙҙер. Ветерандар улар икенсе төрлөрәк кешеләр ине. Икенсе юҫыҡта, бейегерәк, мәғәнәлерәк, серлерәк...
Тағы ла бер хәтерләп алайыҡ әле үҙҙәрен. Зиһендәребеҙ яҡтырыр, рухыбыҙ үҫер. Атайым тураһында күләмле иҫтәлек яҙғайным бит, шул саҡта ҡуҙғалғайны был уй. Күптәрҙең хәтерләп яҙырлыҡ кешеләре лә ҡалмаған. Ә беҙ яҙайыҡ, яугирҙәргә рухташ булайыҡ.
Абыҙов Уйылдан Арыҫлан улы
Уйылдан олатай 1910 йылда Сирғол ауылында тыуған. 1942 йылда һуғышҡа киткән, 1-се Украина фронтында, Курск – Орел йүнәлешендә һуғышҡан. 1946 йылда демобилизацияланған. Колхозда эшләгән, 1998 йылда вафат булған. 2000 йылда Байдәүләт ауыл хакимиәтенең Ветерандар Советы менән берлектә сығарған “Они вернулись с победой” тип аталған китапсығында һәр ветеран тураһында ошондай мәғлүмәт бар.
Тыуған ауылына ҡайтып етмәй һалдат. Һарыҡташ станцияһында тимер юл төҙөлөшөндә ҡала. Унда яҙмыш бүләген – Бөгөлмәнән эшкә ебәрелгән Сәлимә исемле һылыу ҡыҙҙы осрата. Йәштәр шунда йәшәп, 1959 йылда Сирғолға ҡайталар.
Уйылдан олатай бик үҙенсәлекле кеше ине. Ҡулдары оҫта, бөтә эште лә матурлап эшләп ҡуя ине. Ҡурсаҡ өйө кеүек йорто, биҙәкле тәҙрәләре матурлыҡҡа ғашиҡ күңел сағылышы булғандыр. Кәләше лә иҫ киткес матур ине. Һары сәсле, оҙон буйлы татар ҡыҙы үтә лә уңған, бөтә һөнәрҙәргә эйә, кешегә ярҙамсыл, ирәбе ине. Уға Уйылдан олатай “Сәлимә иптәш” тип өндәшер ине. Бөтә халыҡ ҡабул итте был өндәште. Мин хәҙер ҙә Сәлимә апайҙың бәхетле ҡатын булғанына һоҡланам: иреңә иптәш булыу бик ҙур далан бит ул! Ә Сәлимә апайҙың йырлауы! Көслө, моңло тауыш ине унда. Мин 1961 йылда Сирғол клубында “Ғәлиәбаныу” спектаклендә күреп, ғүмерлеккә ғашиҡ булдым. Хәлил ролендәге Искәнйәров Батырйән ағай менән йырлағандарын өлкәндәр ҙә, беҙ – балалар ҙа бер ҡасан да онотманыҡ. Тик балалары булманы Сәлимә апайҙың. Һуғыш ваҡытында йәштән эшләгән ауыр эш һөҙөмтәһе... Ҡыҙҙарға матур күлдәктәр тегеп, сепрәк ҡурсаҡтар яһап биреп күңелен йыуатҡандыр. Йөрәкһеп, бөтә көсөн эшкә биргәндер. Колхозда келәт мөдире булып эшләне, 70 кг ауырлыҡтағы тоҡтарҙы уйнатҡан кеүек күтәреп ташлай ине. Уйылдан олатайҙы ҡунаҡтан күтәреп алып ҡайтҡан сағын күргәнем булды. Бала күтәргән кеүек тотҡан, ә бабай Сәлимә иптәшенең ышаныслы ҡулдарында рәхәтләнеп ҡурай уйнап килә...
Шул ҡурай таныштырған, ҡауыштырған ике моңло йөрәкте. Уйылдан олатай буйға бәләкәй, әммә ныҡлы, көслө кеше ине. Бер һүҙле, ныҡымыш кеше, ярһып та алыр ине. Әммә кешеләрҙе бик ярата ине. Ҡул бирешергә әүәҫ ине, үҙе кешенең ҡулын ебәрмәй оҙаҡ тотоп тора ине. Күҙҙәре зәңгәр күк төҫөндә, шул тиклем яҡты ҡарашлы ине. Телевизорҙа күргәнегеҙ ҙә барҙыр, олатай ҡурай уйнап, йырлап-бейеп йөрөгәнен. “Хазина” тапшырыуы геройы ул. Данлыҡлы Ейәнсура ҡурайсылар ансамбле ҡурайсыһы, Мәскәүҙә Кремль Һарайында, СССР ҡалаларында яңғыраны уның ҡурайы.
Колхозда ул төҙөүселәр бригадаһында эшләй ине. Ә иң күрмәлекле эше кәбән ҡойоу ине. Элек, бесәнде ҡул көсө менән эшләгәндә, айырым кәбән ҡойоусылар, кәбән ослаусылар була торғайны. Ә иң оҫтаһы Уйылдан олатай ине. Яланда бер иш кенә матур кәбәндәрҙе теҙеп ҡуйыр ине. Уның кәбәненә һыу үтмәй, йолҡоп йонсомаҫлыҡ итеп таплап һала, тип маҡтай торғайнылар. Ә беҙгә иң ҡыҙығы уның кәбән башында таҡмаҡ әйтеп бейеүе ине. Йә ҡурайын күтәрттереп уйнап төшөр ине. Йырлаһа, йә “Рекрут” йырын, йә үҙенең генә бер йыры бар ине, шуны йырлар ине:
Төркөм-төркөм ҡара ҡарға,
Уртаһында бер ала.
Аҡылың булһа, уйлап ҡара,
Был донъяла кем ҡала...
Хөрмәтле кеше булды Уйылдан олатай. Туғандары араһында ла, ауыл халҡында ла абруйлы булды.
Степанов Петр Иванович
Сирғол ауылында сыуаш халҡы килгәндән алып белеш булышыу таралған. Ике яҡҡа ла файҙалы был йола тик файҙаға ғына булды. Уйылдан олатайҙың белеше, йән дуҫы, Сирғолдоң күренекле ир-егете Петр Иванович 1909 йылда тыуған. 1942 йылда фронтҡа китә, 1946 йылда ҡайта. Орден-миҙалдары күп ине. 1992 йылда вафат булды.
Петр Иванович Сирғол хәтерендә үтә ғәҙел, ҡаты кеше булып ҡалған. Колхоздың гел хеҙмәттә булған ревизия комиссияһы рәйесе, иҫәпсеһе. Һуғыштан ҡайтҡанда уны етем балалары ҡаршы ала. Ул Раиса Николаева тигән ҡыҙға өйләнә. Райка апай шулай өс малайға – Клим, Яков, Кириллға әсәй була. Үҙ балалары булмай. Өс улы ла бик матур, уңған булып үҫкәндәр. Радио буйынса белгестәр, оҫта механизаторҙар була улар.
Ә Петр Иванович бер эше менән аптыратты. Ҡасандыр таралған “Петрға оркестр килә” тигән һүҙ дөрөҫкә сыҡты. Сентябрь айы ине. Петр Ивановичты һуңғы юлға оҙатырға Иҫәнғолдан хәрби комиссариат кешеләре һәм тынлы оркестр килде! Атып салют биреп, марш уйнап оҙаттылар уны. Хәрби комиссариатҡа электән үк яҙылып ҡуйған булған икән. Патриотлығын күп һөйләп йөрөмәгән был кешелә еңеүсе һалдат рухы һаман тере ҡалған икән!
Уйылдан олатай менән дуҫлығының тарихын мин белмәйем. Үҙем фаразлауымса, Сәлимә апай менән Райка апай тәүҙә дуҫлашҡандыр. Икеһе лә үтә егәрле лә, үткер ҙә инеләр, Райка апай районда алдынғы сусҡа ҡараусы булды. Бәлки, уртаҡ ҡайғылар берләштергәндер.
Һәр саҡ етди, уҫал Петр Иванович дуҫтары менән бөтөнләй икенсе кеше ине. Бергәләп башҡортса ла, русса ла, сыуашса ла йырлап урам буйлап йөрөрҙәр ине. Ауылдың ике осонда йәшәгәс, бөтә урамдар дуҫлыҡ юлына әйләнә ине.
Райка апайҙың изгелеге сикһеҙ ине. Күмәк балалы, йонсоуыраҡ йәшәгәндәргә гел терәк булды. Ул үлеп киткәс, ауылда тағы ла уйландырырлыҡ хәл булды. Ярты ауыл кешеһенең уға бурысы булған икән. Үҙенән башҡа берәү ҙә белмәгән. Ә аҡсалар ҡайтарылған. Һәр кем бурысын үҙе теләп апайҙың туғандарына ҡайтарған. Ғорурландым ауылдаштарым өсөн, ә был бит 90-сы йылдар ине.
Петр Ивановичтың уңған, йүнсел ейәндәре бөгөнгө көндә ҡарталары рухына тоғро булып йәшәйҙәр.
Бына ауылдың ике ветеранын, ғаиләләрен хәтерләп алдыҡ. Матур кешеләр, шәп кешеләр араһында йәшәгәнбеҙ бит. Беҙҙең насар булырға ла, йәмһеҙ йәшәргә лә хаҡыбыҙ юҡ!
Гөлзирә Юлдашбаева.
Саҙалы ауылы.