Ейән-ейәнсәрҙәре тыныс йәшәһен өсөн

Ғәзиз еребеҙ Оло Еңеү байрамын ҡаршылағанға тиҙҙән 80 йыл туласаҡ. Йылдар үтеп, ошо Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән геройҙарыбыҙ берәмләп арабыҙҙан китеп, мәңгелеккә күсә, ҡалғандары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Һүҙем – 1906 йылда Байыш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған ҡартайым Хажеғәле Ғайса улы Мөхәмәтйәнов тураһында.

Бала сағымдың күп яҡты хәтирәләре ҡартайымдарҙа ҡунаҡта булған саҡ менән бәйле. Бер шулай сатлама һыуыҡта, ҡартайым мине юрғанға төрөп, кашовкаға ултыртып, үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтҡаны. Беҙ ауыл һайын туғандарға туҡтап хәл белешә-белешә, төндә генә  ҡайтып еттек. Өләсәй ҡаршы алды. Ҡартайым: “Бына ҡыҙ алып ҡайттым әле” тип, мине ҡалдырып, ат туғарырға сығып китте. Мин оялып башымды эйгән килеш, аҫтан ғына тирә-яҡты күҙәтеп тора бирҙем.

Өләсәйем ҙур урындыҡты тултырып, көнбағыш ҡыҙҙырып, йәйеп һалған! Иҫем китеп ҡарап торам: ул көнбағышты кем, ҡасан ярып бөтөр икән?! Көнбағыш ярып ултырған өләсәйем һикереп тороп табын ҡора башланы. Бер аҙҙан ҡартайым килеп инде лә:

– Әйҙә, үт, ҡыҙым, хәҙер сәй эсәбеҙ! – тине. Мин быймамды сисеп, өҫтөмдө һалып, урындыҡҡа ултырҙым. Өй йылы, рәхәт. Өләсәй ашъяулыҡ йәйеп, ҙур самауырын килтереп ултыртты. Ҡартайым күстәнәстәрен сығарып урындыҡҡа ҡуйҙы, шунан ситтә торған тоҡҡа ымлап:

  • Быны Гөлдәр ҡыҙыма алып барып киләйем. Бала ата-әсәһенең күстәнәсен ауыҙ итеп ҡыуанһын, – тине.

 Мин ҡартайымдың минән һәм һылыуымдан башҡа тағы ла ҡыҙы бар икән тип уйға баттым. Самаҙы менән Байыш араһындағы юл үҙенекен итте. Бер-ике көнбағыш ярғас, урындыҡ ситендә генә ятып йоҡлап киткәнмен. Ҡартайым күтәреп төпкө бүлмәгә сығарып һалған.

Шулай, уҡыуға төшкәнсе лә, аҙаҡ каникулдарҙа ла, Зинфира һылыуым менән Байышҡа ҡунаҡҡа йыш барҙыҡ. Хатта йәй буйы ла ята торғайныҡ. Шуларҙың тағы береһен генә иҫкә алып үтергә ине.

Һылыуым менән автобуста кискә табан ғына килеп төштөк. Ҡартайым менән өләсәйҙең кәйефтәре юҡ. Өләсәй:

  • Ҡолонларға йөрөгән бейәбеҙ юғалды, – ти. – Ҡартайығыҙ шуға ныҡ бөтөрөлә.

Беҙ, ике ярыҡ барабан, ишектән инеп килгән ҡартайға:

– Ҡартай, иртән тороуыңа бейәң ҡолонон эйәртеп, ҡапҡа төбөндә торор әле, – тибеҙ.

Иртүк өләсәйҙең шат тауышына уяндыҡ. Күҙебеҙҙе тырнап асыуға өләсәй икебеҙҙең башыбыҙға матур кишемир яулыҡ ябып:

–  Ҡыҙҙарым күрәҙәсе кеүек, тип ҡыуана ҡартайығыҙ. Бына, һеҙгә бүләк бирергә ҡушты, – тип үҙенең дә шатлығын йәшермәй беҙҙе яратып-яратып алды. Әйткәндәй, был кишемир яулыҡты оҙаҡ йылдар ябындым.

Был бер-ике генә хәтирә, ә улар миндә күп. Ошо хәтирәләрем, ҡартайлы булыуым менән мин бәхетле. Ҡартайҙың да ниндәйе бит әле!

Бала саҡта ҡартайым алдына ултыртып һөйгәндә оялып тартылып ултырғандарым өсөн бөгөн оят. Һуңғы тапҡыр ҡартайымды 1987 йылдың июлендә күрҙем. Был юлы ул, ҡыҙым ҙур үҫте, кил әле ултыр, тип арҡамдан ҙур ҡулдары менән тупылдатып һөйгәйне. 

ПОДЗАГ

Ҡартайым Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы кеүек тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты. Ауылдың тәүге комсомолецтарының береһе булараҡ, яңы тормоштоң уртаһында ҡайнай. 1924 йылда Ҡыҙыл Армия сафына баҫып, өс йыл хеҙмәт үтеп ҡайтҡас, колхозда төрлө эштәр башҡара. Эшен еренә еткереп, теүәл үтәгән егетте колхоз бригадиры итеп ҡуялар. Ул бик оҫта ойоштороусы һәм үҙе лә ең һыҙғанып барыһы менән бергә ҡолас ташлап эшләй. Саҡ ҡына буш ваҡытында төрлө ҡул эштәре менән була. Ауыл халҡына, балаларға саналар, арбалар эшләй. Олоғайып, хаҡлы ялға сыҡҡас та тәгәрмәс эшләй торғайны. Беҙ, ул эшләгән оло күперҙән тороп, Ҡасҡынсы йылғаһы буйында ошо эшләүен ҡыҙыҡһынып күҙәтә инек. Ярҙамсылары ла була торғайны. Ә уның ыңғырсаҡ-йүгәндәренең, атының япмаларының зауыҡлылығын күрһәгеҙ икән! Әле лә күҙ алдымда. Ундай матур ат кәрәк-яраҡтарын  бер кемдә лә, хатта күргәҙмәләрҙә лә күргәнем булманы. Быларҙың барыһы ла ҡартайымдың ҡул эштәре. Ат яратҡанға ла эшен еренә еткереп башҡарғандыр, моғайын.

ПОДЗАГ

Һуғыш башлана. Ҡартайым да башҡа ир-егеттәр менән бер төптән военкоматҡа юл ала. Уның менән бергә Байыш ауылынан 120-нән артыҡ ир-егет Тыуған илен һаҡларға китә.

“Мине башҡорт кавалерия дивизияһына ебәрҙеләр. Шатлығымдың сиге юҡ: беренсенән, беҙ, башҡорттар, бергәләп дошмандан үс аласаҡбыҙ, икенсенән, мин ат яратам, тоғро юлдашым менән бергә дошманға ҡаршы ҡыйыу барасаҡмын”, – тип яҙа тәүге хат-хәбәрендә.

Беҙ бала саҡта урындыҡ өҫтөндәге фоторамканың артында ҡартайым тураһында мәҡәләләр баҫылған төрлө гәзиттәр йыйылмаһы ята торғайны. Уларҙы ҡабат-ҡабат уҡып сығып, уның батырлығы өсөн ғорурланып йөрөй торғайным.

Ҡартайым тураһында дәү кәүҙәле, ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу, йор һүҙле шаян тигәндәре хәтерҙә уйылып ҡалған. Ул бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәй һәм ауыр мәлдәрҙә яугир дуҫтарына көләмәстәр һөйләй, йырлай, кавалеристарҙың күңелен күтәрә. Яҙыусы Әхтәм Ихсан үҙенең  «Саҡма тояҡ аттарҙа» тигән китабында Хәжеғәле Мөхәмәтйәновты тап шулай һүрәтләй.

Ауылды тыуып-үҫкәс, бигерәк тә ат яратҡас, ҡартайым атта бик оҫта йөрөй. Бала саҡтан һунар итергә яратыуы, һуғышта ла ярап ҡала, мәргән уҡсы ла булып дан ала. Уға хат ташыусы бурысын ышанып тапшыралар. Һуғышта был яуаплы эште ҡурҡыу белмәҫ, юғалып ҡалмаҫ, батыр кешеләргә генә йөкмәткәндәр. Ҡартайым бының менән бик ғорурлана һәм үҙенең был хеҙмәтен еренә еткереп башҡара.

“– Сапҡын эше сап та сап, эҙлә, байҡа, тикшер, тап, тигәндәр, – тине Мөхәмәтйәнов, ҡурайсыны арытҡансы бейеп алғас. – Балаяндар, мин ысҡынайым инде...” («Саҡма тояҡ аттарҙа», 213-сө бит).

 Шайморатов ҡулы аҫтында хеҙмәт итеүе менән дә ғорурлана ул. Гел генә уның тураһында маҡтап һөйләргә ярата. “Ул батыр ир ине, күҙенә генә ҡарап торҙоҡ. Үҙенең ҡул аҫтындағы һәр һалдатты хөрмәт итте, уларҙың ғүмерен һаҡлау өсөн, алдан хәрәкәттәрҙе етди уйлап, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә ине. Шулай һалдаттарҙы мәғәнәһеҙ үлемдән ҡурсалап ҡала торғайны”, – тип һөйләр булған. Шайморатов хөрмәтенә кесе улына Миңлеғәле тип ҡуша. Ҡартайым Сталинград, Курск дуғаһындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Белоруссияны, Польшаны азат итә, Берлин операцияһында ҡатнаша.

Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары тарихта алтын хәрефтәр менән яҙылған. Ҡартайым – Гвардия ҡыҙылармеецы Хәжеғәле Ғайса улы Мөхәмәтйәнов Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. «Варшаваны азат иткән өсөн», «Берлинды азат иткән өсөн» һәм башҡа күп миҙалдар менән наградлана.

ПОДЗАГ

Һуғыштан ҡайтҡас та, уны Мәжит Ғәфүри исемендәге колхозға рәйес итеп ҡуялар. Хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмай. Уның тураһында, йүгәнде ҡыҫҡа тотто, эште ҡыйыу ойошторҙо, ҡулынан да, теленән дә килде, тигән маҡтау һүҙҙәрен мин дә ишеткәнем булды. Көндө төнгә ялғап үҙе лә эшләй, колхозсыларҙы ла эшләтә. Колхозды алдынғылар рәтенә сығара.

Эштә ҡоро, ҡаты ла булырға тура килгәндер, әммә ул оло йөрәкле,  мәрхәмәтле була. Һуғыштан һуң ярҙамсыһыҙ ҡалыусыларға ярҙам ҡулы һуҙа, хатта, ғаиләһе менән бергә, яңғыҙ тороп ҡалған бер апайҙы һуңғы көнөнәсә ҡарап, бер туғаны кеүек хөрмәтләп, һуңғы юлға оҙата.

Ҡартайым – тәбиғәт балаһы. Ул урман-ҡыр эштәренән тыш, заманының данлыҡлы һунарсыһы ла булды. Бала саҡта уның саңғыларының яҫылығына, ҙурлығына иҫебеҙ китһә, мылтыҡтарын күреүҙән шөрләп төшә инек. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һунарға йөрөүен ташламаны. Беҙ бала саҡта айыу, һеләүһен алып ҡайтты һәм уны ауылдаштары килеп ҡарай ине.

Ҡартайым һунарсылар йәмғиәтендә торғандыр. Сөнки беҙ бала саҡта Байыштан Самаҙы ауылына тиклем атҡа тиреләр тейәп килә лә,м Самаҙынан район үҙәгенә машинаға тейәп алып сығыр ине. Әсәйемә: “Ҡыҙым, план үтәлде”, тигәне хәтерҙә уйылып ҡалған. Беҙгә тоҡҡа тәпсирләп тултырған тиреләрен сығарып күрһәтә, ә беҙ йәнлектәрҙе йәлләй инек.

Йәлләп тигәндән, ҡартайым кешеләргә генә изгелек итеп ҡалмай, йәнлектәргә, хатта йыртҡыстарға ла йыш ҡына ярҙам ҡулы һуҙған. Шул хаҡта бик матур хәтирә-хикәйә бар. Уныһы һуңынан һөйләнер. Ә әлегә ҡартайымдың ат санаһына ултырып уй-хәтирәләремдә елдерәм. Уның арҡамдан һөйөп: “Балаҡайҙарым, һеҙгә һуғыш еле ҡағылмаһын, илебеҙ тыныс булһын”, тигәне ҡолағыма салынып ҡала. Тик ул ваҡытта был һүҙҙәрҙең мөһимлеген төшөнмәйем әле. Бын аңлау өсөн миңә 50 йыл ғүмер кисерергә кәрәк булған.

Гөлшат Имелбаева. Өфө ҡалаһы.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас