Бөтә яңылыҡтар

Исеменә тап төшөрмәҫбеҙ

Ҡарт өләсәйем Нәжиә Әбделғәни ҡыҙы Абдуллина-Ғәйнизарова 1920 йылдың 20 ғинуарында Благовар районы Ҡашҡалаша ауылында тыуа. Ул санинструктор булып Калининград, Ревель, Полеск, Великолукск ҡалаларында госпиталдәрҙә эшләгән, яралыларҙы тылға оҙатҡан. 1944 йылдан алып 1945 йылдың ғинуар айына тиклем Латвияла Кандава ҡалаһында хәрби госпиталдә эшләй, шунан демобилизациялана.

Исеменә тап төшөрмәҫбеҙ
Исеменә тап төшөрмәҫбеҙ

Һуғыштан һуң Благовар районында Удрянбай балалар йортонда етем балаларҙы ҡарай, дауалай. Унан Ейәнсура районына эшкә ебәрелә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы һөнәренә тоғро ҡалып, намыҫлы эшләй ҡарт өләсәйем. Ошо осорҙа тыуған балаларҙың күбеһенә кендек инәйе була. Ул 2003 йылдың октябрендә 83 йәшендә вафат була.

Минең әсәйемде лә ҡарт өләсәйемә оҡшаталар. Үҙен күрмәһәм дә, уның тураһында ауылдаштарынан, туғандарҙан тик йылы һүҙҙәр генә ишетеп үҫтем.

“Нәжиә апайҙы асыҡ хәтерләйем, бик яҡшы кеше ине. Ғүмер буйы фельдшер булып эшләне.” “Нәжиә инәйебеҙ 1973 йылға тиклем Үрге Муйнаҡта кендек инәйе булды, беҙҙе яҡты донъяға ҡабул итеүсе ул.” “Ул өләсәйемдәрҙең күршеһе булды. Бик яҡшы кеше ине. Йәне ожмахта булһын!” “Ауылдың күп балаларына кендек инәйе булған тиhәм, хаталанмаҫмын. Өс ҡустыма кендек инәйе булғанын мин үҙем иҫләйем. Рәхмәт hиңә, Нәжиә инәй, Еңеү өсөн, урының ожмахта булhын!” – бына шундай һүҙҙәр менә хәтерләйҙәр минең ҡарт өләсәйемде.

Мин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нәжиә Әбделғәни ҡыҙы Абдуллина-Ғәйнизарованың бүләһе булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән ҡаһарман ҡарт өләсәйемдең рухы алдында баш эйәм! Беҙ уның исеменә тап төшөрмәҫбеҙ!

Ислам Делимбетов, Ишембай нефть колледжы студенты.

 

Мәғлүмәт өсөн

Абдуллина Нәжиә Әбделғәни ҡыҙы 1939 йылда Өфө фельдшер-акушер мәктәбен тамамлап, акушер ҙөнәре алып сыға. 1939-1941 йылдарҙа Ҡыйғы районының Абзан ауылы ФАП-ы мөдире була. 1941-1943 йылдарҙа 1-се Балтик буйы фронты составында һуғыша.

1948-1949 йылдарҙа Ейәнсура районының Абзан районы дауаханаһының балалар-ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушерка булып эшләй. 1949-1979 йылдарҙа Муйнаҡ ауылы медпунктында акушерка, мөдир була.

Старшина Абдуллина 1943 йылда – “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы, 1987 йылда II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: