Бөтә яңылыҡтар

“Ауыр тормош һынауы үттек”

Һуғыш балаһы Сәғит Рәхмәтуллинды ауырлыҡтар сыныҡтырған.

“Ауыр тормош һынауы үттек”
“Ауыр тормош һынауы үттек”

Илебеҙҙе дүрт йыл дауамында теҙ сүктергән, бихисап һуғыш ҡорбандарының яҡындарын ҡан илатҡан дәһшәтле һуғыш  тураһында беҙҙең быуын ишетеп кенә белә. Бөйөк Еңеү яулаған батырҙар – ветерандар менән осрашыуҙарҙы мәктәп йылдарында көтөп ала инек тә, улар һөйләгән ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәтирәләрҙе иҫебеҙ китеп тыңлай инек.

Һуғышта ҡатнашыусыларҙың сафы һирәгәйә. Бала саҡтары шул осорға тура килгән, аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ иңдәрендә татыған һуғыш осоро балалары – шанлы йылдарҙың тере шаһиттары. Ғәббәс ауылында тыуып үҫкән, бөгөн Иҫәнғол ауылында йәшәгән, инде туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған Сәғит олатай Рәхмәтуллин да бала сағы тураһында күп хәтирәләр һаҡлай.

Өс балалы Рәхмәтуллиндар 1938 йылда Ғәббәстән Сирғолға күсеп, ғаилә башлығы колхозда башта хисапсы, унан һуң рәйес вазифаларын башҡара. 1941 йылда, һуғыш башланғас та, ул тәүгеләрҙән булып фронҡа китә. Бына шунан һуң башлана ла инде ыҙа күреүҙәр...

– Беҙ, балалар, йәйге матур көндә, бер ни белмәй, сыр-сыу килеп урамда уйнайбыҙ. Бер ваҡыт ауыл өҫтөнән төркөм-төркөм самолеттар осоп үтә башланы. Беҙ унда ла эштең ниҙә икәнен белмәнек. Тик һуңынан ғына һуғыш башланыуын ишеттек. Бына шул мәлдән башлап донъяның эҫеһен-һыуығын, әсеһен-сөсөһөн татый башланыҡ. Хәҙерге балалар кеүек аҡ икмәкте бер-ике тешләп ҡалғанын ташларға, йә эткә ырғытырға тура килмәне. Әсәйҙәребеҙ картуф баҡсаһында үҫкән аҡ, ҡара мысай үләндәрен, орлоғон йыйып, ҡул тирмәнендә он итеп, көлсә ҡатырып бирә ине... – тип хәтерләй тормошон аҫтын-өҫкә әйләндергән һуғыш башланған ваҡытты Сәғит олатай.

Был ваҡытта олатайға – биш, апаһына – һигеҙ, ә ҡустыһына ике йәш була. Барлыҡ ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөтә, ауыр эш ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшә. Донъя көтөүе көндән-көн ауырлаша бара. Әсәйҙәре һыйырын етәкләп һабанға йөрөй, ҡайтҡас уны һауып, сабыйҙарына һөт эсерә. Ә май-ҡаймаҡ кеүек ризыҡты балалар бик һирәк күрә, сөнки хөкүмәткә “май түләргә” кәрәк.

Һуғыш башланыуға бер йыл тигәндә атаһынң үлем хәбәре килә. Йәш ҡатын – тол, өс береһенән-береһе бәләкәй бала етем ҡала. Донъя туҡталып, йәшәү мәғәнәһе юғалып ҡалғандай була... Ләкин, артабан йәшәргә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Ҡатын балаларын алып, Ғәббәскә күсеп ҡайта. Өйҙәре булмағас, уларға өйҙәш булып та, бәлкәй генә мәктәп фатирында ла, фермала ла, ат ҡараусы өйөндә лә йәшәргә тура килә.

Ғаиләнең үтә ауыр йәшәүен күргән ҡәрсәһе килененән Сәғитте үҙенә аҫрауға алырға һорай. Әсәйгә риза булыуҙан башҡа сара ҡалмай. Бәләкәй Сәғит тә риза була. Ни тиһәң дә, ҡәрсәһе хәллерәк йәшәй. Шуға ла малай тиҫтерҙәре менән уҡырға ла бара ала. Башта үҙҙәренең ауылындағы, унан Муйнаҡ мәктәбен тамамлай. Күп ауырлыҡтар, ыҙалар аша бирелә уларға был белем. Аслы-туҡлы, 25 саҡрым араны йәйәүләп йөрөп уҡыйҙар. Заманы шулай...

Һуғыш бөтһә лә, тормош еңеләймәй. Айырыуса ашау яғы наҡыҫ.

– “Их, һуғыш бөтөп, атайҙар ҡайтып, аҡ икмәк бешереп, күкрәккә терәп телеп ашарға ине”, – тигән хыял менән йәшәнек. Үкенес, күбебеҙҙең атайҙары ҡайта алманы, тормош ауырлығы, мәшәҡәттәре дауам итте. Бала сағыбыҙ ауыр, етем тормошта үтеүгә ҡарамаҫтан, ысын кешеләр булып үҫтек. Әрмегә лә барҙыҡ, колхозда ла эшләнек, ғаилә ҡороп, балалар ҙа үҫтерҙек. Мин бәйән иткәндәрҙе уҡып, хәҙерге заман балалары фәһем алһын ине. Бөгөн берәү ҙә ас түгел, тормош матур, ҡәҙерен белегеҙ! – ти Сәғит олатай Рәхмәтуллин.

Олатайға бөгөн 88 йәш. Ул егеттәрсә баҫып, донъя көтөп, гәзит-журналдар уҡып, мәҡәләләр яҙып, күптәрҙе көнләштерерлек итеп йәшәп ята. Иҫән-һау булығыҙ, Сәғит олатай!

Айнә Иманғолова.

Фото шәхси архивтан.            

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: