Бөтә яңылыҡтар

Бала сағыбыҙҙы һуғыш тартып алды

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 80 йылға яҡын ваҡыт үтһә лә шул дәшһәтле осорҙа балалыҡтан бик тиҙ сыҡҡан бөгөнгө олатай-инәйҙәр ул заманды әле булһа күҙ йәштәреһеҙ иҫкә төшөрмәй. Башҡорт Үргене ауылында йәшәгән 95 йәшлек Хәкимйән Латиф улы Зариповтың да ауыр йылдар хаҡында һөйләгәндә тауышы ҡалтырап ҡуя. Шулай булмай ни, тиҫтерҙәре менән уйнар урынға, колхоз эшенә егелә улар. Былай ҙа атаһын иртә юғалтҡан малайға икеләтә ауыр була.

Бала сағыбыҙҙы һуғыш тартып алды
Бала сағыбыҙҙы һуғыш тартып алды

 

Башҡорт Үргене ауылында йәшәүсе Хәкимйән Зариповҡа Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ун ике йәш кенә була

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 80 йылға яҡын ваҡыт үтһә лә шул дәшһәтле осорҙа балалыҡтан бик тиҙ сыҡҡан бөгөнгө олатай-инәйҙәр ул заманды әле булһа күҙ йәштәреһеҙ иҫкә төшөрмәй.

Башҡорт Үргене ауылында йәшәгән 95 йәшлек Хәкимйән Латиф улы Зариповтың да ауыр йылдар хаҡында һөйләгәндә тауышы ҡалтырап ҡуя. Шулай булмай ни, тиҫтерҙәре менән уйнар урынға, колхоз эшенә егелә улар. Былай ҙа атаһын иртә юғалтҡан малайға икеләтә ауыр була.

– Атайым заманына күрә хәлле йәшәгән. Тәүге ҡатыны ҡоторған вафат булғас, тол ҡалған әсәйемә өйләнә. Икеһе лә егәрле ине. Атайым күрше Яңы Петровкалағы белеше Константин Слепыхтан баҡса үҫтереү серҙәрен төшөнөп, күпләп йәшелсә сәсте. Хатта шуға өйөбөҙҙө йылғаға яҡыныраҡ күсереп ултыртты. Беҙ уға ярҙам иттек: Үрген йылғаһынан һыу ташыныҡ, түтәл утаныҡ. Кәбеҫтә, кишер, һуған, картуф, хатта ҡауын һәм ҡарбуз ишелеп уңды. Ҡауын-ҡарбузды күрше-тирәләге балаларға ла таратыр ине атайым. Йомарт булды. Кәбеҫтә-ҡыярҙарҙы мискә-мискә итеп тоҙлар ине. Заманына күрә оҙаҡ ҡына йәшәгән атайым – 1938 йылда, 64 йәшендә вафат булды. Ул мәрхүм булғас, миңә – 10 йәшлек балаға ат менән бесән һөйрәтергә эшкә сығырға тура килде. Әсәйем бәләкәй балалар менән өйҙә булды. Ағайым Абдрахман да 7-се кластан һуң хисапсы булып эшкә сыҡты. Һуғыш башланған ваҡытты ла бик асыҡ хәтерләйем. Ир-атты тәүге көндәрҙән үк военоматҡа саҡырта башланылар. Бик күп дуҫтарымдың аталарын, ағаларын алып киттеләр. Үҙем инде өс йыл атайһыҙ булһам да атайҙарын һуғышҡа оҙатҡан иптәштәремде йәлләй инем, – тип хәтерләй Хәкимйән Латиф улы.

Ағаһы Абдрахманды ауылдан тағы ла биш егет Хөсәйен Аҙнабаев, Ғәлимйән Аҡсурин, Мортаза Аҡсурин, Хөснөтдин Ҡолтаев һәм Фәтхулла Ғөбәйҙуллин менән Белорет ФЗО-һына алып китәләр. Өсәүһе ҡасып ҡайта һәм күп тә үтмәй һуғышҡа алына. Ә Абдрахман иһә ике дуҫы менән танксылар әҙерләү курстарына уҡырға ебәрелә. Уҡып, хәрби әҙерлек үткәс, сержант званиеһында механик-водитель булып 1944 йылда фронтҡа ебәрелә. Аҙаҡҡы хаты ла 1944 йылда килә. Тик “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙҙан тыш, уның яҙмышы билдәһеҙ. Әсәләре ғүмер аҙағына тиклем улын көтә.

  • Һуғыш башланғас та каникулда ғына эшләһәм, 1943 йылда 7-се класты тамамланым да, колхозға эшкә индем. Йәштәшем Нариман Ҡолдәүләтов менән һыйыр көттөк. Ҡышын Нәфисә Байгилдина тигән апай менән фермала мал ҡараныҡ. Һыйырҙарға өс тапҡыр бесән биреп, көндөҙ мәкегә һыу эсерергә йөрөттөк. Икебеҙгә бер ат беркеттеләр, шуны егеп бесән, малға һалам ташыныҡ. Был фермалар ауылдың әлеге Йәштәр урамы урынлашҡан урында ине. Һарыҡ һәм тауыҡ фермалары ла эшләне. Һуғыш йылдарында хатта һарыҡтарҙы ла һауҙылар. Һөтөнән фронт өсөн брынза яһай торғайнылар. Һуғышҡа яраҡлы ирҙәр китеп бөткәс, бар эш ҡарт-ҡоро, бала саға һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҡалды. Ферма мөдире булып Фәйзулла Түләбаев тигән олатай эшләне. Бөтә иҫәп-хисапты ла ул алып барҙы.

 

Иң ауыр ваҡыт – март айы ине. Был мәлгә бөтә булған запас бөтә. Ашарға юҡ. Түҙемһеҙләнеп тау баштары ҡарҙан әрселгәнен көтә инек. Малдарға ла ашатырлыҡ бесән, һалам бөткәс, март аҙағы, апрель баштарында уларҙы тау баштарына ҡыуырға тура килә. Үҙебеҙ иһә яңы морон төртөп, бер нисә сантиметр ғына булып күтәрелгән йыуа, әтмәкәйҙе таяҡ менән соҡоп ашайбыҙ, өйҙәгеләргә лә йыйып алып ҡайтабыҙ.

Шулай иртә яҙҙан ашарға яраҡлы үләндәр менән туҡланырға тура килде. Йыуа, әтмәкәй, ҡымыҙлыҡ эҙләп дуҫтарым Әхмәтйән Зарипов, Ғәлимйән Хәсәнов, Марс Абдуллин һәм Булат Зарипов менән әллә ҡайҙарға барып етер инек. Йәй ҡыр сейәһе менән туҡландыҡ, ҡайһы бер йылдарҙа ифрат уңа торғайны. Үҙебеҙ ашап туябыҙ ҙа, өйҙә көткән туғандарыбыҙға тип фуражкаларға йыйып алып ҡайта инек.

Һуғыш ваҡытында ҡарбуз, ҡауын, кәбеҫтә ултыртмаһаҡ та үҙебеҙгә етерлек картуф һәм ҡабаҡ үҫтерҙек. Ишле ғаиләгә ашарға күп китә бит. Әсәйемә ауыр булһа ла, һыйырҙы бөтөрмәне. Ҡулында йәш бала булыуына ҡарамаҫтан, туғайҙан ураҡ менән урып көлтәләп бесән әҙерләне. Етмәһә, балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә көнөнә бер тапҡыр аш бешерә ине. Мин дә ярҙам итә инем. Ҡышын мәктәптән ҡайтыу менән ҡапҡылап алабыҙ ҙа, малайҙар менән туғайға ҡарама һәм өйәңке ҡырҡырға юлланабыҙ. Уны өйгә индереп иретеп, ҡайырын һыйырға тип һыҙырабыҙ, ағасын мейес башына утынға тип киптерер инек, – ти олатай хәтирәләргә бирелеп.

1944 йылда мәктәптә 8-се класҡа уҡыусылар йыя башлайҙар. Бәләкәйҙән зирәк Хәкимйән дә уҡырға теләк белдерә. Тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылған 54 уҡыусы белем ала шул йылда. “Уҡытыусыларҙан Әбделхай Теләүбирҙин, Фәтих Абдуллин, Зәйтүнә Абдуллина һәм Ғәйшә Ғәйнуллина айырыуса төплө белем бирҙе”, – тип хәтерләй олатай.

  • 1945 йылдың 9 май көнө ауылда ямғыр һибәләп үтте. Беҙ дәрестә инек. Уҡытыусыбыҙ Зәйтүнә апай килеп инде лә ҡыуанып: “Балалар, еңеү! Бөгөн уҡымайбыҙ, ял итәбеҙ!” тине. Кемдер ҡыуанысынан иланы, кемдер “Ура!” ҡысҡырҙы. Күңелдә шул тиклем еңеллек ине, – Хәкимйән олатай бөтә ил менән көткән еңеү хәбәрен шулай уҡытыусыһынан ишетә.

Еңеүҙән һуң ауылға иң тәүҙә күп балалылар, уҡытыусылар һәм өлкәндәр ҡайта. Ҡалғандар емеректәрҙе таҙартырға, төҙөкләндерергә ҡалдырыла. Һуғыш бөтөү менән ауылда ла тормош тиҙ генә яйға һалынмай, ауырлыҡтар бер нисә йыл дауам итә.

 1949 йылда Хәкимйән Латиф улын әрмегә алына. Ошо уңайҙан яңы арыштан тарттырылған 5 кг он бирәләр, унан әсәһе юлға сөсө икмәк бешереп ебәрә. Хеҙмәткә Шәһит Сәйетҡолов менән бергә юллана. Ағаһы кеүек ул да танк ғәскәрҙәренә эләгә. Биробиджандан алыҫ түгел Ржахово ҡалаһында хеҙмәт итә. Һалдаттар бөтә Советтар Союзынан йыйылған. Башҡорт, татар, төркмән егеттәре русса насар белеү арҡаһында командирҙарҙы аңламай, олатайға ауылда алған белеме ныҡ ярҙам итә. Командирҙар менән һалдаттар араһында тәржемәсе булып та йөрөй. Ҡалған хеҙмәтен Русский исемле утрауҙа үткәрә. Ошонда уҡ механик-водителдәр курсын тамамлап, сержант званиеһы ала. Өс йылдан артыҡ хеҙмәт итеп, тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

Колхозда эш урыны булмай. Ауыл советында секретарь булып эшләгәнендә Иҫәнғолға эшкә саҡыралар. Йәшәргә урын да бирелгәс, эш хаҡы ла юғары булғас, ул әсәһе менән күсеп килә. Уңышлы ғына эшләп йөрөй. Ауылдарындағы балалар йортона тәрбиәсе булып эшкә килгән Күгәрсен районы ҡыҙы Әминә менән сәстәрен сәскә бәйләй. Әммә ул эшләгән тармаҡ бөтөрөлә һәм улар ауылға, атай йортона ҡайта. Балта оҫталары бригадаһына эшкә сыға. Ауылда киске мәктәп асылғас, белем алырға маҡсат ҡуя олатай һәм тырышҡас, урта белем тураһында аттестатлы була.

Бәхетле осраҡмы инде, тап ошо ваҡытта ауыл хужалығы институтынан күсмә ҡабул итеү комиссияһы килә. Хәкимйән Латиф улы ла имтихан тотоп, ғаиләһен ҡалдырып, студент булып китә. Көндөҙ лекцияларҙа, семинарҙарҙа булһа, кистәрен вагон бушатып аҡса эшләп үткәрә.

37 йәшендә инженер һөнәре алып ҡайта һәм колхозда эшләй башлай. Оҙаҡ эшләп өлгөрмәй, мәктәпкә эшкә саҡыралар. Һәм ул пенсияға сыҡҡансы Үрген мәктәбендә физика, черчение, рәсем уҡыта. Өлкән класс егеттәрен – трактор һәм комбайнға, ҡыҙҙарҙы иһә һауын аппараттары менән эш итергә өйрәтә. Тормош иптәше Әминә Әсәт ҡыҙы тәрбиәсе, унан уҡытыусы булып та эшләй.

Зариповтар өс ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Үҙҙәре тырыш булғанғамы, уларҙың балалары ла уҡыуҙа ла, эштә лә һынатмай. Улдары Зәбир Ленинградтағы Хәрби инженер-төҙөлөш институтында, Зөфәр хәрби училищела белем ала. Һөнәрҙәре буйынса эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар. Зәкир пединститут тамамлаған һәм ошо йүнәлештә эшләгән. Берҙән-бер ҡыҙҙары Нурия техникум тамамлап, оҙаҡ йылдар район үҙәк китапханаһында эшләгән. Әле ҡош-ҡорт тотоп, баҡса үҫтереп ауылда атаһы янында йәшәй. Әсәһен дә һуңғы һулышына хәтле яҡшылап тәрбиәләгән.

Бала сағы, үҫмер йылдары бик ауыр ваҡытҡа тура килгән олатай оҙон һәм фәһемле тормош юлы үткән. Ул бөгөнгө тормошонан бик ҡәнәғәт булып, балалары хөрмәтенә, иғтибарына төрөнөп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Һуғыш йылдары ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәргән Хәкимйән Латиф улы донъялағы бөгөнгө хәл өсөн бик көйә: “Беҙ күргәнде ейәндәр, бүләләр күрмәһен, донъялар тиҙерәк тынысланһын!” тип теләй.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: