Ул 1914 йылдың 10 мартында Ейәнсура районы Үрге Бикбирҙе ауылында тыуа. 1940 йылдың баштарында Алыҫ Көнсығышта Совет армияһында хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайта ла, комсомолдың Ейәнсура район комитеты аппаратында эш башлай. Артабан тыуған колхозына председатель итеп тәғәйенләнә. Ең һыҙғанып эшкә тотона, ләкин һуғыш бөтә пландарҙы үҙгәртә.
Тәүге алышҡа Шаһишәриф Ишбирҙин 361-се уҡсы дивизияның беренсе миномет ротаһының политругы сифатында Калинин ҡалаһы эргәһендә инә. “Беҙҙең Армия Ржев ҡалаһы йүнәлешендә ныҡ алға бара. Дошмандың күп кешеһен юҡҡа сығарҙыҡ. Калинин-Ржев шоссеһы немецтарҙың ватыҡ техникаһы менән тулы”, – тип яҙа ул көндәлектә. Бына икенсе яҙма: “20.03.43. Бөгөн таң менән өҫтәмә көс килде. Беҙ дошмандың оборона линияһына һөжүм итергә бойороҡ алдыҡ. Ләкин күп бара алманыҡ. Дошмандың көслө уты беҙҙе ятырға мәжбүр итте. Мина, пуля ямғыр кеүек яуа. Мин бер унлап һалдат менән снаряд ҡаҙыған соҡорға ятам. Минең эргәгә ятҡан ҡыҙыл әрмискә тура мина килеп төшөп ярылды, яна башланы. Минең аяҡ уның аҫтында булһа ла һау ҡалдым. Үс көсәйә нимескә. Мин шинелемде сисеп ташлап, иптәштәремде алға барырға саҡырып, үҙем “Ура” ҡысҡырып алға йүгерҙем.”
Яраланып госпиталдә ятып сыҡҡас, уны Саратовҡа танк училищеһына уҡырға ебәрәләр. “02.08.1944 йыл. Тәүге тапҡыр баш ҡалабыҙ Мәскәүгә Ворошиловҡа иптәштәрсә хат яҙҙым. Унда үҙемдең һуғышҡа әҙерлегемде, танк менән яҡшы танышыуымды белдерҙем һәм тиҙерәк фронтҡа ебәреүҙәрен һораным. Нимә тип яуап бирер?”.
Тарихи документтарҙан билдәле: һуғыш йылдарында күптәр оборона наркомы К. Ворошиловҡа фронтҡа, алғы һыҙыҡҡа ебәреүен һорап мөрәжәғәт иткән. Улар, шулар иҫәбенән Ишбирҙин да, Ватанға, яҡындарына янаған хәүефте белгән, күргән, үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, уларҙы яҡларға һәм һаҡлап ҡалырға ынтылған.
Танк алғандан һуң тағы ла фронтҡа китә. Ленинград фронтында Таллин, Рига ҡалаларын азат итеү өсөн барған ҡанлы алыштарҙа гвардияның өлкән лейтенанты Ишбирҙин танк ротаһы командиры урынбаҫары сифатында ҡатнаша. Өс тапҡыр яралана, контузия ала. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән наградлана.
Ҡан ҡойошло һуғыштың һуңғы көндәре яҡынлаша. Көндәлектең аҙағында ҡыҫҡа ғына яҙыуҙар китә: “8.05.1945 йыл. Иртәнән алып фашистарҙы ҡыуалап барабыҙ. Ҡаты һуғыш дауам итә. Сәғәт 12-лә Тукумс ҡалаһын алдыҡ. Кис немецтар капитуляция яһаны, тип хәбәр иттеләр. Еңеү! 9.05.1945 йыл. Көнө буйы пленға бирелгән немецтарҙы ҡабул иттек. 10.05.1945 йыл. Минең өсөн ҡыуаныслы көн. Полк командиры миңә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырҙы.”
Еңеү залптары тынһа ла, уның өсөн хәрби хеҙмәт тамамланмай. Госпиталдәрҙә дауаланып сыҡҡас, ул Ленинград эргәһендәге танк частәренең береһендә хеҙмәт итә.
1946 йылда ҡатыны Менәүәрә Ҡорбанғәле ҡыҙын күсереп алып килә. Оло улдары Илгизәр Ленинградта донъяға килә. (Әйткәндәй, уның улы Илдар олатаһы, өләсәһенең эҙҙәре ҡалған, атаһы тыуған ҡаланың Римский-Корсаков исемендәге дәүләт консерваторияһында дирижер һөнәренә уҡып сыҡты). Бына-бына капитан погондарын алырға торғанда, атаһы улына ауылға ҡайтырға ҡуша. Ҡабат-ҡабат рапорт яҙғандан һуң, тыуған яғына ҡайтырға рөхсәт бирәләр. Ҡайтыу менән “Кесе Һүрәм” колхозының председателе булып эшләй башлай. 1952 йылға тиклем колхоз етәксеһе булып, унан партия ойошмаһы секретары, ауыл Советы секретары, баш бухгалтер вазифаларын башҡара. Тормош иптәше менән өс ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Көндәлек биттәре һуғышҡа тиклемге тормош хәтирәләре, һағыныу хистәре менән тулы. Моғайын, дәһшәтле һуғыш эсендә йөрөгән һалдаттарға тыуған яҡтан, һөйөклө ҡатынынан килгән хат-хәбәрҙәр, “әгәр һуғыштан иҫән ҡайтһам” тигән өмөт рух ныҡлығы, еңеүгә ышаныс биргәндер.
Шаһишәриф Шаһивәли улы Ишбирҙин – Бөйөк Еңеү, ил азатлығы өсөн йәнен аямай һуғышҡан яугирҙәрҙең береһе ул.
Филүзә Ишбирҙина.
Өфө ҡалаһы.