1939 йылда, йәше етеп, Сәғитулла башта армияға, унан һуғышҡа китә. Ике ҡустыһы, ике һылыуы ауыр эшкә егелә, ата-әсәләре мәрхүм була. Ауыр яраланған олатай бер йыл госпиталдә ятҡандан һуң ҡайтаралар. Бер яралы менән Муйнаҡҡа тиклем килә. Һыңар аяҡ булғас, Сирғолдан килеп алғандарын уларҙа көтә. Шул ике-өс көн яҙмышын ҡырҡа бороп ебәрә. Ул осорҙа егет-ҡыҙҙарҙы ФЗО-ға йыйғандар. Бик ауыр шарттарҙа эшләгәндәр, кире ҡайтҡандар һирәк. Бармаһаң – төрмә. Ҡыҙҙарҙы ҡотҡарыу юлы бер – кейәүгә биреү. Ә кейәүҙәр юҡ. Сәғитулланы тиҙ генә өйләндереп ҡуялар.
Минең бала саҡ хәтирәләремдә Сәғитулла олатай үҙҙәренең ҡапҡа төбөндә эскәмйәлә ҡурай тартып ултыра. Эргәһендә гел ваҡ балалар ине: үҙенекеләр ҙә, күрше-тирәләр ҙә. Ә мин һәр саҡ шатланып үтә инем ул ерҙән. Олатайҙың ағас аяғы ҡурҡыта ла, уйландыра ла ине. Хәҙер ҙә ошо яҙмышынан сығып тормоштоң ҡатмарлыҡтарына иҫем китә. Яҙмыш ғали йәнәптәренә табынырға ғына ҡала...
Ирекһеҙҙән кейәүгә бирелгән Шәһиҙә Сирғол ауылына дан килен булып төшә. Һары сәсле, аҡ йөҙлө булыуы ла, үтә егәрлелеге лә, ярһыу холҡо ла арбай халыҡты. Бер-бер артлы ете ҡыҙ, ике ул табып бирә ул иренә. “Шаҙра йөрәк яндыра,” – тип шаярта инеләр уларҙы, олатайҙың йәштән үткәргән сәсәк ауырыуынан ҡалған шаҙраһына ишаралап. Бик ныҡ ғаилә ҡоралар улар. Сәғитулла олатай һәр кемгә лә ипле, йомшаҡ һүҙле була. Ә балаларын шул тиклем ярата ине. Ҡыҙҙары тиҫтерҙәрем булғас, мин уларға барып йөрөнөм. Шул саҡта аптырай инем: уларҙа бөтәһе лә, йәғни 11 кеше, эш менән булыша. Һәр кем ҡулынан килгәнән эшләй. Хәҙер аңлайым: был Шәһиҙә апайҙың аҡыллы ойоштороуынан булғандыр. Ә атайҙың абруйы бик ҙур ине. Был да әсәйҙең аҡылынандыр.
Шулай итеп, һуғыш үтеп, госпиталдә ятып, яҙмышын осраҡлы табып, туғыҙ баланы һөйөп үҫтерә Сәғитулла олатай. Бөтә балалары ла ныҡ уңған булып, күмәк балалар үҫтереп матур тормош юлы үтә.
Олатайҙың ҡурайсы даны ла һаҡлана. Ауыл клубында гел уйнаны, тик ансамблдә ҡатнашып йөрөй алманы. Шул һуғыш бәләһе – ағас аяҡ. Киноларҙы ҡалдырмай йөрөй, урам яңғыратып ҡурай һыҙҙырта ине. Бөтә кешене лә яратҡан изге күңелле, яралы яҙмышын матур тормошҡа олғаштырған ветеран ине.
Хәйбуллин Ғөбәйтулла Мөхәммәтғариф улы
1908 йылда Сирғол ауылында тыуған. 1942 йылда мобилизациялана, 1945 йылда Еңеү һалдаты булып ҡайта. Һуғышҡа киткәндә күмәк балалы ҙур ғаиләһе ҡала. Ҡыҙҙары ауыр эштән, аслыҡтан үләләр, бәләкәйерәк малайҙары ғына ҡала. Һуғыштан ҡайтҡас тағы бер малай тыуа. Сирғол ауылында бөтөп килгән Хәйбуллиндар нәҫелен ошо өс ир бала күбәйтеп ебәрә. Электән был нәҫел “Турғай” исеме менән йөрөтөлгән. Ҡуҙғалыуға еңел, әрһеҙ һәм сыҙамлы ҡош булмышы уларға тап килеп тора.
Ғөбәйтулла олатай, минеңсә, гел генә эштә булды. Колхоз тимерлегендә эшләгәнен ҡыҙҙар менән барып ҡарағаныбыҙ булды. Бәләкәй генә буйлы олатайҙың утҡа баш булыуы ла, ҡулдарына тимер буйһоноуы ла таң ҡалдырғаны иҫемдә. Һуғыштан һуңғы нужалы тормошта кәрәк-яраҡтарҙы бөтә тирә-яҡҡа еткереп торған ул. Кесе улы Мөхтәрҙең һәр саҡ үҙе эшләгән бысаҡтары күп ине. Бик яраталар ине Хәйбуллиндар ҡоралды. Иң оҫта эшләнгән “пугач”тар ҙа, ҡылыстар ҙа уларҙа булды. Тимер эше шулай быуындан-быуынға күсәлер инде. Ғөбәйтулла олатайҙың үҙенең дә, өс улының да фотолары колхоздың Почет таҡтаһынан төшмәне. Ғәҙел, тоғро булыуҙары хөрмәтле ине. Сәйфетдин ағайҙың ферманан ҡайтҡанда таҡыр санаға баҫып ҡайтыуы һоҡланғыс күренеш ине. Колхоз йыйылыштарында ярһып-ярһып тәнҡитләп һөйләүҙәре лә хеҙмәттәштәренә һабаҡ ине.
Ғөбәйтулла олатайҙың ҡыйыулығын, тоғролоғон һаҡлап ҡалған уның көслө нәҫеле. Һәм бөгөнгә иң көнүҙәге – бөтә ейәндәре лә армия хеҙмәтен үтте. Хәҙер өсәүһе махсус хәрби операцияла ил яҙмышын хәл итә.
Олатай 1977 йылда вафат булды. Әммә һуғышсы рухы бөгөн дә тере һәм уның вариҫтарында сағыла.
Гөлзирә Юлдашбаева.
Саҙалы ауылы.