Ҡәйүм Хәбибрахман улы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, взвод командиры булараҡ, үҙен ҡурҡыу белмәҫ тәүәккәл һалдат, оҫта етәксе итеп таныта. Ә Советтар Союзы Геройына лайыҡ батырлыҡты ул 1943 йылдың 27 сентябрендә Днепр өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа күрһәтә.
Йылғаны аша сыҡҡанда взводтың бер отделениеһы дошман уты аҫтына эләгә. Снаряд ярсығы кәмәне үтә тишә. Тишелгән кәмәнән йыраҡ түгел һалда барған Әхмәтшин, тиҙ генә кәмәгә күсә һалып, ундағы тишекте яба һәм кәмәне уң ярға алып барып еткерә.
Днепрҙың көнбайыш ярындағы алыш ваҡытында боеприпастар бөтә. Ҡәйүм Әхмәтшин дошмандың пулеметын юҡ итә һәм взводты атакаға күтәрә. Ҡул һуғышында взвод, 25 дошман һалдатын юҡ итеп һәм ҡамауҙы йырып, үҙ эскадронына сыға.
Һуңғы хат
“1943 йыл... Фронт һыҙығы яйлап көнбайышҡа табан күсә. Ғәскәрҙәр баһадирҙарса һуғышып, алға бара. Радио ла көн һайын, дошмандар ҡалдырылған ауылдарҙың исемдәрен әйтеп, шатландыра. Алыҫ тылдағы Әхмәтшиндар фронттан тағы бер хат алды. Хат башынан алып аҙағына тиклем Тыуған илгә һөйөү, уға бирелгәнлек, ҙур патриотизм менән һуғарылғайны.
“Һағындым һеҙҙе, ҡәҙерлеләрем, ләкин түҙергә кәрәк, сөнки ил шуны талап итә. Алға киттек. Дошман, яралы яныуар һымаҡ, ҡаса. Бөйөк байрам менән ҡотлайым. Мине лә иҫкә алығыҙ... Онотоп торам: яҡташтар осраны. Аҡъярҙан – Юламанов, Яңыбайҙан Мортазин тигән егеттәр. Ауыр булһа ла белдерәйем, Әбештән Ибраһимов тигән егетте ерләнек. Был дуҫ өсөн дошмандан ун ҡат үс алырға ант иттем. Тыуған ил тағы ла ололаны. Икенсе Ҡыҙыл Йондоҙ ордены алдым. Был минән күпте талап итә. Һәм йәнемде лә ҡыҙғанмай көрәшергә һүҙ бирҙем.
Флүрәмде, Зимфирамды, кескәйем – Эльмирамды үбеп: Ҡәйүм.
Хуш, Фатимам, күрешкәнгә тиклем.
5/XI/ 1943 йыл”.
Был хат – гвардия старшинаһы Әхмәтшиндың һуңғы хаты. Ул 1943 йылдың 10 ноябрендә батырҙарса һәләк була. Белоруссияның Гомель өлкәһе Речица ҡалаһы эргәһендә, шулай уҡ Кузьминки ауылы янында барған алышта батырҙарса һәләк булған тигән ике төрлө фараз бар. Әхмәтшин Белоруссияның Гомель өлкәһе Лоев районы Уборок ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.
Командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн СССР Верховный Советы Президиумының 1945 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән уға Советтар Союзы геройы исеме үлгәндән һуң бирелә.
Хәтер
Советтар Союзы геройы Әхмәтшиндың исеме Ейәнсура районының Иҫәнғол, Иҙелбәк һәм Хәйбулла районы Аҡъяр, Подольск ауылдарында урамдарға бирелгән. Хәйбулла районы Әбеш ауылы мәктәбе Герой Ҡәйүм Әхмәтшин исемен йөрөтә; Иҫәнғол ауылында бюст ҡуйылған.
Ҡәйүм Әхмәтшиндың исеме 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында алтын хәрефтәр менән мәңгеләштерелгән. Шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында уйылып яҙылған.
БЕЛЕШМӘ
Ҡәйүм Хәбибрахман улы Әхмәтшин 1909 йылдың 7 июлендә Хәйбулла районы Яңауыл ауылында тыуған. 1929 йылға тиклем атаһының хужалығында игенселек менән шөғөлләнә. 1929-1932 йылдарҙа Ейәнсура районы Алексеевка ауыл Советы секретары булып эшләй. 1932 йылда Ҡыҙыл Армия сафтарына баҫып, Урта Азияла баҫмасыларҙы тар-мар итеүҙә ҡатнаша. 1934–1941 йылдарҙа Ейәнсура, Хәйбулла НКВД район бүлектәрендә яңғындан һаҡлау инспекторы булып эшләй.