Бөтә яңылыҡтар

Европанан Чукоткаға тиклем

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдары артта ҡалған һайын, һуғыш ауырлыҡтары онотола, ҡаһармандарҙың исеме хәтерҙән юйыла. Был дөрөҫ түгел. Тыныс тормоштоң һәр көнө өсөн беҙ, тереләр, яу юлы үткән, шунда башын һалған яугирҙәр, тылда Еңеүгә үҙ өлөштәрен индергәндәр алдында бурыслыбыҙ. Ҡаһармандарға – мәңгелек дан! Был яҙмам Әбүләйес ауылында тыуып-үҫеп, һуңғы төйәге лә шунда булған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рифҡәт Солтан улы Яҡшыбаев тураһында булыр.

Европанан Чукоткаға тиклем
Европанан Чукоткаға тиклем

1926 йылда тыуған ир бала һигеҙ йәшендә, мәктәпкә уҡырға төшкәс кенә атайһыҙ ҡала. Ағайҙары булһа ла, атайһыҙ ғаилә ҡанаты һынған ҡош һымаҡ. Шуға ла бала сағы тик эш менән үтә һәм ул уҡыуын да тамамлай алмай. Ул ваҡытта күбеһенең яҙмышы шулай булған: уҡый-яҙа белһәң – еткән, эшкә егелергә ваҡыт. Ә ауылда эш быуа быуырлыҡ. Бына шулай Рифҡәт олатай армияға киткәнсе эшләй ҙә эшләй. Сираттағы 17-18 йәшлектәрҙе үҙ сафына көтөп, өсөнсө йыл һуғыш бара. Ул 1943 йылдың ноябрендә Иҫәнғолға килә, запастағы 61-се Павлов гарнизонында тәүге хәрби хеҙмәт күнекмәләре ала. Йәшлегенә барып, тиҙерәк атып ҡарағыһы, ба- тырлыҡ ҡылғыһы килә.

1944 йылдың майында, ниһайәт, йәш яугир, рядовой Яҡшыбаев Рифҡәт ултырған тауар поезы Көнбайышка табан елдерә. Уларҙың маршруты Һарытау, Мәскәү, Белоруссия аша була. Һуғыш эҙемтәләре Мәскәүҙе үткәс тә күҙгә ташлана. Ыҫланып ҡарайған ярым емерек мейестәре генә ҡалған өй урындары – һуғыш ысынбарлығы аяуһыҙ. Фронт якынайғандан-яҡыная. Дары еҫен еҫкәп тә өлгөрмәгәндәрҙе һирәкләп бомбаға тота башлайҙар. Рифҡәттең ҡулында бер ҡорал да юҡ, ә алда дошман. Эшелон туҡтай-туҡтай алға бара.

– Атайым үҙе менән һуғышта булған хәлдәрҙе һөйләй торғайны, тик әлеге кеүек телефондар юҡ бит инде яҙҙырырға, – ти ҡыҙы Зилә апай Бикбаева. – Өҙөк-өҙөк кенә хәтерләйем. “Таныш булмаған ҡалалар, станциялар: бөтөнләй сит яңғырашлы атамалы Шяуляй, Клайпед кеүек ҡалалар аша үттек. Европала цивилизацияға һаҡсылыраҡ ҡарағандар, бында Рәсәйгә ҡарағанда ҡалалар әҙерәк емерелгән. Шуға ла уларҙы алғанда совет һалдатының ҡаны күберәк түгелде”, тиер ине.

Дошманды тиҙерәк еңергә ашҡынып китеп барған егеттәр өсөн көнбайышта һуғыш Кенигсберг ҡалаһында тамамлана, уларҙың эшелонын Көнсығышҡа ебәрәләр. Шулай итеп, Рифҡәт Солтан улы Балтик буйынан Камчаткаға эләгә. Шундуҡ түгел, әлбиттә, вагон тәгәрмәстәре тыҡылдауын тыңлап байтаҡ барырға тура килә уға. Күпте күргән, нығынған яугирҙе юл Харбинға илтә.

1945 йыл етә, көнбайышта һуғыш тамамлана, ә көнсығышта һаман дауам итә. Улар алдында сикте япондарҙан һаҡларға тигән бурыс ҡуйыла.

– Атайым Харбинда 2,5 йыл хеҙмәт итеп Чукоткаға эләгә. Ете йыл хеҙмәт иткәндән һуң ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта, – тип һөйләй Зилә апай. Оҙаҡ йылдар тыныс тормошта йәшәргә насип була фронтовикҡа. Һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе тергеҙеүҙә ең-һыҙғанып эшләй, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, хатта ейәндәр шатлығын күреүгә лә ирешә Рифҡәт олатай.

– Ҡайтҡас Байдәүләттән Әбүләйескә уҡытырға килгән Мәрзиә Әбдрәхимова тигән ҡыҙҙы, әсәйебеҙҙе кәләш итеп ала. Ул үҙе ғүмер буйы водитель булып эшләне. Йылайырҙан бүрәнәләр ташыр ине. Ә әсәйемә баланан һуң өҙлөгөп китеп уҡытыусылыҡ эшен ташларға тура килә. Беҙ алты ҡыҙ үҫтек. Малайы булған да үлгән. Өйҙә малайҙар булмағас, беҙгә атайым ир-ат башҡарыр бар эште: бесән сабыу-күбәләү булһынмы, утын бысып-ярыумы – вис өйрәтте. Мин ғаиләлә дүртенсе бала, тыуған ауылыбыҙҙа ике һылыуым йәшәй, Өфөлә бер апайым, ике апайым Новотроицк ҡалаһында йәшәй. Туғандарым менән аралашып йәшәйбеҙ, ҡунаҡтарға йөрөшәбеҙ, саҡырышабыҙ. Атай-әсәйебеҙҙе иҫкә алабыҙ. Атайым мәҙәк кеше була торғайны, уның ҡыҙыҡтарын һөйләйбеҙ. Улар беҙҙе “бер табаҡ ашты ла бүлешеп ашағыҙ”, – тип, дуҫ, татыу йәшәргә өйрәтте.

Белоруссияла һаҙматлы торф ерҙәрендә ятыу Рифҡәт олатай өсөн эҙһеҙ үтмәй. “Ҡайҙа ҡарама һыу, бысраҡ, ҡоро ер юҡ. Үҙебеҙ сылғауҙа ятабыҙ, уларҙы киптереп – нисек тере ҡалғанбыҙҙыр. Камчаткала йәшәүсе чукчалар һәм эскимостар нерпанан тегелгән кейем кейәләр, морж тиреһенән аяҡ кейеме тегәләр, ә беҙ – фуфайкала. Йә еүеш ел иҫә, йә һыуыта – шунан ауырыйһың инде”, – тип һөйләр булған фронтовик.

– Атайым “төшөмдә бергә булған яуҙаштарымды, командирымды күрәм. Төшөмдә барыһын да – ҡайҙан, ҡайһы ауылдан икәндәрен иҫләйем, торһам онотам да ҡуям”, ти торғайны. Һуғыш эҙһеҙ үтмәгән инде,  ауырый торғайны, – ти Зилә апай.

Ауырыһа ла бынамын итеп донъя көткән фронтовик.

– Бер һөйләгәне бигерәк иҫтә һаҡланған. Япондарҙан ауылдарҙы азат иткәс, асығып барып ингән яугирҙәр ашарға һорай. Әбейҙәр: “Ҡатыҡ ҡына бар”, тип ҡатыҡ сығаралар икән. Мин, йәнәһе шәп кеше булып әтейемә: “Мин немецтәрҙе үлтерергә булһа, ағыу һалып ипләп кенә һеҙгә эсерер инем” тиһәм, ул ҡолағына ҡулдары менән ишәк ҡолағы яһай ҙа: “Эйе, һинең шикеллеләр унда күп. Беҙ тәүҙә әбейҙең үҙенә эсерәбеҙ, ярты сәғәттән һуң үҙебеҙ эсәбеҙ”, – тип һөйләгәйне. Ә ҡатыҡты баҙҙан сығарһа, эсендә баҡа һикереп йөрөй торған булған.

Шулай атайым – 2009 йылда, унан өс йыл ҡала әсәйем теге донъяларға китте. Ә беҙгә уларҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды инде.

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас