Бөтә яңылыҡтар

Бер ғаиләнән алты яугир

Илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡтыр. Ҡартайым, указлы мулла Мөхтәбәр Сөләймәновтың да ғаиләһенән алты кеше: биш улы һәм һылыуы һуғышта ҡатнаша.

Бер ғаиләнән алты яугир
Бер ғаиләнән алты яугир

ҠАРТАЙЫМ

Ҡартайым Мөхтәбәр дини белемде Бохарала ала. Йәй көнө байҙарҙың көтөүен көтөп уҡыуына түләргә аҡса эшләй, бай балаларын да уҡыта. Урал йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдарҙың береһендә бай хужа уның егәрле, уҡымышлы булыуын оҡшатып, өс ҡыҙының береһенә өйләнергә тәҡдим итә. Егет уртансы ҡыҙ Хәсбиямалды һайлай. Оҙаҡламай уларҙың Ғәйшә исемле ҡыҙҙары тыуа. Ул аҙаҡ  Үзбәкстанға сығып китә, аҙаҡ Һырдаръяла бер уйғырға кейәүгә сыға, Әнүәр исемле улдары була.

1904 йылда ҡартайым Ергәйеш ауылына указлы мулла итеп тәғәйенләнә. 1917-1918 йылдарҙа йоғошло ауырыу көсәйгәс, ҡартай ғаиләһен алып китеп, бер йәй урманда йәшәйҙәр. Үләндәр менән дауаланалар. Шулай ул балаларын һаҡлап алып ҡала. Әтейем Хәлиуллаға  был ваҡытта 10-11 йәш була. Ҡартатайҙың бик шәп айғыры була. 1918 йылда ҡыҙылдар атын тартып алып, үҙен иҫтән яҙғансы туҡмайҙар. Абруйлы мулланы ауыл халҡы аттырмай алып ҡала.

Ә 1920 йылда ҡартайымды указлы мулла итеп Ағурҙаға күсерәләр. 1921 йылғы аслыҡты шунда кисерәләр. Ул осорҙо атайым ҡурҡыныс итеп һөйләй ине. Мәҫәлән, Байыштан килгән ҡыҙ баланы ауыл осондағы өйҙә йәшәгән ике ҡатын бешереп ашай. Уларҙы ике көндән милиция эләктерә. Ә ҡартайым аҡыллы була. Ул аслыҡ башланғас та бөтә малын һуя. Итен киптереп, йәшереп ҡуя. Ағурҙаға күсеп килгән бер нисә мишәр ғаиләһе йылғанан арыҡ йырып, картуф үҫтерә. Ҡартатай ҙа улар менән бергә сәсә. Аслыҡты шулай үткәрәләр. Ә1922 йылда уны указлы мулла итеп Иҙәш Бикбирҙеһенә (ул ваҡытта Иҙәш документтарҙа шулай яҙыла) күсерәләр.

Ҡартай бик егәрле булған. Баҡса үҫтерергә яратҡан. Ауылда беренсе алмағасты ла Сабатар баҙарынан алып ҡайтып ул үҫтерә.

Ул ни өсөндөр исемен алыштырған. Балалары Ғәйшә (1905) һәм Хәлиулланың (1910) аталары документта Мөхтәбәр тип,  уларҙан килә  Хәбибулла (1912), Рабиға (1914), Нурулла (1918), Һәҙиәт (1921) һәм Зәкиҙеке (1925) Абдулла тип  яҙылған. Сәбәбе билдәһеҙ. Ҡартай был турала берәүгә лә һөйләмәгән.

ПОДЗАГ

Беҙҙең атай  Хәлиулла  (Хәллә) Сөләймәнов 16 йәшенән ҙур ғаиләне ҡарай. Иҙәш урманында күмер һүндереп, аттарға тейәп Ырымбур баҙарына илтеп һатҡандарын һөйләй торғайны. Йүкә ҡабығын һыҙырып ағасын алғандар, ваҡ ҡайын ҡыуалдарын ҡырҡып тирмә эшләү өсөн ҡаҙаҡтарға һатҡандар.

1932 йылда курс тамамлап, тракторсы булып эшләй башлай. Американан килтерелгән “Форзон” тракторында ул Әхмәтғәли Буранғолов менән Аҡбулат ерҙәрендә сиҙәм аҡтара. Ул саҡта беҙҙең ауыл иҫке Зианчура районына ҡарай. Һуғышҡа тиклем Абзан МТС-ында механизатор була. Һуғыш башланғас бронь менән ҡалдырыла.

1943 йылда Сыбаркүлгә связистар курсына алалар. Ә һуғышҡа ул Сталинград фронтының Бекетовка районында инә. Ҙур гаубицаларҙы трактор менән һөйрәтеп йөрөй. Улар емерелеп бөткәс, связдә йөрөй. Телефон сымдарын һуҙып, бәйләнеш булдыра. “Связнойҙар бик йыш һәләк булды, сөнки сымдарҙы снаряд шартлап торғанда ла ялғарға кәрәк ине”, – тип һөйләр ине. Сталинградтан һуң ул Курск һуғыштарында ҡатнаша. Артабан ул артиллерия бригадаһының разведка бүлегендә була.

Атайым бер ваҡиғаны һөйләр ине. Улар разведкала саҡта дошман  һөжүмгә күсә. Былар 30 км немец тылында тороп ҡала. Тигеҙлек булғанлыҡтан, үҙебеҙҙекеләргә сыға алмай, бер ташландыҡ блиндажда 8 көн йәшәйҙәр. Асығалар. Төндә яҡын-тирәгә сығып ашарға эҙләйҙәр, һыу килтерәләр. Яҡында ғына һимеҙ ат табалар. Бағанаға бәйләнгән аттың снаряд башын өҙгән була. Тегеләр шул еҫләнгән итте төндә генә котелокта бешерә. Яҡтыһы күренмәһен өсөн утты блиндажда яға. Һигеҙ тәүлектән һуң беҙҙекеләр һөжүмгә күсеп, немецтарҙы ҡыуа. Офицерҙарҙы орден менән бүләкләйҙәр.

ОРДЕН-МИҘАЛДАР

Атайымдарҙы бер капитан етәкселегендә ҙур ғына күпер янына ебәрәләр. Тәүҙә һаҡсыларҙы “убирать” итәләр. Унан сигенгән немец ғәскәре тула башлай. Капитан оҫта итеп 152 мм-лы артиллерия утын корректорлай. Дошмандың бик күп техникаһы, машиналары күккә оса. Әммә үҙҙәре атайымдар йәшеренгән соҡорға яҡын килә. Капитан утты “үҙенә ала”, йәғни үҙҙәре ятҡан соҡорға корректорлай. Соҡор тәрән, тар була. Атайымдар өсөһө лә иҫән ҡала. Бик грамоталы, аҡыллы капитан булды, тип иҫләр ине атай. Был капитанды үрләтәләр, уға – Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ә атай менән сержантҡа Ҡыҙыл йондоҙ ордены бирәләр. 

Атайым дошмандарҙың Данцик крепосын штурмлаған өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Һуғышты ул Берлиндың зоопарк районында тамамлай. Ҡайтҡанда дүрт миҙалы бар ине.

Мин бала саҡта атайымдың миҙалдарын самауыр торбаһына һалғанмын, ә өлкәндәр күрмәгән. Самауырҙы ҡаҡҡанда ирегән миҙалдар килеп төшә.

Һуғыштан һуң атай Абзан МТС-ында механик, Лукьян һәм Аҡдәүләт колхозында тракторсылар бригадиры булып эшләй. Аҙаҡ төрлө ауылдарға йөрөп ВИМ машинаһында ашлыҡ таҙарта. Пенсияға китер алдынан ул ауылда фермала ҡарауылсы булып эшләне. Пенсияһы 12 һум сыҡты. “Бына Совет хөкүмәте минең 30 йыл механизатор булып эшләгәнемде, өс йыл фронтта йөрөгәнемде баһаланы”, – тип көлдө ул беренсе пенсияһын алғас. Ә совхоздарҙа ул ваҡытта пенсия 102 һум була.

ПОДЗАГ

Һуғышта ғаиләһенән биш бер туған ҡатнаша. Хәбибулла Үзбәкстандан алына. Ул яраланып, насарайып Һырдаръялағы апаһына ҡайта. Унда уны уйғыр еҙнәһе үләндәр менән йыл буйы дауалай. Ошо осорҙа ул әсир немец һалдаттарын конвоирлап йөрөй. Һауыҡҡас тағы фронтҡа алына, унан хәбәрһеҙ юғала.

Нурулла һуғышты армияла ҡаршылай. Ҡамауға эләгә. Оҙаҡламай партизандар отрядына ҡушыла. Матур тауышлы йырсы булғанлыҡтан “запевало” итеп йөрөтәләр. Партизандар менән йөрөгәндә ул боронғо рус йырҙарын өйрәнә.

Һәҙиәт һуғышҡа тиклем колхозда эшләй. Ул үткер телле шағир була. Иптәштәренә һәр ваҡыт шиғри юлдар менән яуаплаған (Бабич кеүегерәк). Уның ҡайһы бер шиғырҙарын ауыл кешеләре иҫләй торғайны. Шиғырҙарын һуғышҡа тиклем газетала ла баҫтырғандар. Һуғышта политрук була. Воронеж янындағы ауылда ерләнгән.

 Зәки Алыҫ Көнсығыштағы һуғыштарҙа була. Корея ярымутрауын япондарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштан ныҡ ауырып, насарайып ҡайта. Ярты йыл самаһы Хәсбиямал ҡәрсәй менән беҙҙең әней (Миңзифа Әхтәтғәзиз ҡыҙы) үләндәр, бурһыҡ майы менән дауалайҙар. Һауыҡҡас әнейҙең туғаны Әхнәф Ҡәҙербаев менән колхозға полуторка машина ҡыуып алып ҡайталар. Унда икәүләп эшләйҙәр. Өйләнеп Урта Азия яҡтарында йәшәп алалар. Кире ауылға ҡайтып колхозда механизатор, алдынғы кукуруз үҫтереүсе булды.

Сөләймәновтар ғаиләһендә атайымдың ике туған һеңлеһе, 1919 йылғы Мәхмүзә Сабир ҡыҙы Ураева һуғышҡа тиклем өс йыл йәшәгән. Ул медсестра курсында уҡый. Ҡыуандыҡ ҡалаһынан үҙе теләп фронтҡа китә. Һуғышта “Батырлыҡ өсөн” миҙалы һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Бик күп яралы һалдат һәм офицерҙы һуғыш яланынан алып сыға. Һуғыштан һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Зианчура ауылында, “Һаҡмар” совхозында дауаханала эшләй. Эшендә уны “фронтовичка” тип йөрөтәләр ине.

Беҙ, Хәлиулланың балалары Таһир, Нурвил, Наил, Рәшиҙә һәм Ғәзиз, атайыбыҙ, һәм ҡаһарман туғандарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Беҙгә тыныс тормош бүләк иткәндәре өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

 Таһир Сөләймәнов.

Иҙәш ауылы.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: