Бөтә яңылыҡтар

Сирғол ветерандары

Бер туғандар Һәр ауылдың холоҡ-фиғелен, әхлаҡи йөҙөн билдәләүсе кешеләре була. Һәр быуында ла тормош уларҙы үҙе айырып күрһәтә. Улар, әлбиттә, өлкән быуын кешеләре. Сирғол ауылының да аҡыллы, сыҙам тормошоноң күрһәткестәре булып бер тиҫтер ветерандары торҙо. Төрлө холоҡло булһалар ҙа, үҙ дәрәжәләрен тота белде улар. Бөгөн бер туған, ағай-энеле ветерандар тураһында булыр һүҙем.

Сирғол ауылынан Низаметдин Тайсин Малай Муйнаҡтан Шәмсуна исемле тол ҡатынды үҙенә тормош иптәше итеп алып ҡайта. Ике, дүрт йәшлек был ике малайы ла була ҡатынды.Аҡбашев фамилиялы малайҙарҙы үҙ исеменә күсерә, сөнки ир балаларға ер бүленә был ваҡытта. Тик малайҙарҙы үҫтереп өлгөрә алмай, ауырып үлеп китә. Яңы тыуған Шәмсибәҙәр һылыуҙары менән әсәләрен малайҙар үҙҙәре ҡарайҙар. Көнлөктә йөрөйҙәр, көтөү көтәләр.

Әсәләре Шәмсуна бик әрһеҙ, егәрле була, балаларын, күҙҙән сирле ҡыҙын да, һуңынан тыуған Ғилманды ла үҫтереп еткерә. Егет ҡорона ингән улдары ситкә сығып эшләп тә ҡайталар. Ошо урында һәр береһенең яҙмышын айырып тасуирламаҡсымын.

Дәүләтбай Тайсин

Беҙ бала саҡта Иҫәнғолда Матур инәй исемле бер инәй бар ине. Ысын исемен белмәйем. Сөпрә ҡайнатты, шуға гел генә барғы килеп торғайны.Матур инәй үҙе ҡырыҫыраҡ та, һараныраҡ та ине, тик өйө сигеүҙәр, селтәрҙәр менән бик йәмле ине. Ул инәй менән яҙмыш беҙҙе тағы осраштырҙы. Сирғолда йәшәй башланыҡ. Ҡараһаҡ, ҡаршыла ғына Матур инәй йәшәй! Тик йәшерәк тә, йыуашыраҡ та. Матур инәйҙең һеңлеһе икән. Ә исеме тағы ла матурыраҡ –Һандуғас! Исеме Миңлеямал икәнен, бабайы йәштән яратып “Һандуғасым” тип йөрөткәнен һуңынан ғына белдек. Дәүләтбай олатай ҡайҙан, нисек ҡаратып алғандыр һандуғасын, мин белмәй үткәргәнмен.

Был олатай бая үрҙә яҙылған Муйнаҡ малайҙарының береһе булып сыҡты, уларҙың оҙон буйлы, төҙ кәүҙәле һылыу егеттәр булып үҫеп етеүен ишетә белә инем. Бабай булғас та шулай матур булдылар. Дәүләтбай олатай ауылда һәр саҡ көтөү көткән. Ярҙамға малайҙарын да алып сыҡҡан, һунар иткәндәр, уларға оҙон көйҙәр өйрәткән. Улдары Ғәзизйән, Рәхимйән, Ғәлимйән бик булдыҡлы, оҫта булып, ҙур ғаиләләр ҡороп матур йәшәнеләр. Һуғыштан һуң тыуған улдары Әхмәтйән менән Миңнебай иртә киттеләр был донъянан. Фируза ҡыҙы һаҡлай ҙур ғаиләнең иҫтәлектәрен.

Дәүләтбай олатай ҙа, ҡустыһы Ҡунаҡбай ҙа фронтҡа һуғыш башынан уҡ алыналар. Айырым китәләр, әммә бер яҡҡа эләгәләр. Алыҫ Көнсығышта, Бурят-Монгол тип йөрөтөлгән Себер далаларында мал ҡыуып, фронтҡа оҙатып йөрөйҙәр, 1946 йылда ғына ҡайталар. “Пограничник хеҙмәтендә булдыҡ беҙ, ҡурҡыныс хәлдәр күп булды”, – тип иҫләйҙәр ине.

Ҡунаҡбай Тайсин

Ҡунаҡбай Низаметдин улыТайсиндың да тормош юлы шулай абзыйыныҡы менән йәнәш тура килә. Уларҙың берҙәмлеге аптырарлыҡ ине. Ҡустыһының гел ағаһын тыңлағаны, хөрмәт иткәне күренеп тора ине. Дәүләтбай олатайҙың бер ҡыҙыҡ ғәҙәте бар ине: һәр көн иртәнсәк Сирғолдоң сыуаш яғында йәшәгән өс улын да күреп ҡайтыр ине. Улдары ла, килендәре лә, ейәндәре лә шулай тейеш тип ҡабул итәләр ине. Ҡайтышлай ҡустыһына инеп яйлап, донъя хәлдәрен һөйләп сәй эсәләр ине. Көн һайын, көндәр буйына бергә инеләр. Бер ҙә һүҙгә килешмәнеләр, ҡатындары ла уларҙың һүҙенән сыҡманы, татыу булдылар. Ә Ҡунаҡбайҙың ҡатыны бирешә торғандарҙан түгел ине. Аҫҡар ауылының хәлле генә кешеһенең ҡыҙы, үҙҙәрендә хеҙмәттә йөрөгән 17 йәшлек егетте яратып, Сирғолға оҙатылып килә. Хәспиямалға атаһы үҙе барҙа гел терәк була, бигерәк тә һуғыш йылдарында. Биш ҡыҙ, ике ул үҫтерәләр. Балалары ла атайҙары кеүек аҡыллы, әсәйҙәре кеүек киң күңелле булдылар. Тағы ла бер нимә: Сирғол ауылында бер ҡасан да әле мин яҙған ветерандарҙы ситләтмәнеләр, ысын Тайсиндар ҙа, уллыҡҡа алынғандар ҙә бер туғандай булдылар. Бындай хәлгә әле мин бәйән иткән ветерандарҙың күркәм сифаттары ла сәбәптер.

Гөлзирә Юлдашбаева.

Саҙалы ауылы.

 

Яҡындарын юғалтыу хистәрен – шиғри юлдарға

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында кешеләр аталары, ағай-ҡустыларына арнап йырҙар, шиғырҙар, бәйеттәр сығарғандар. Башҡорт Үргене ауылынан 17 йәшлек Хөснөтдин Ҡолтаев үҙ теләге менән 1942 йылдаатаһы Ғәләүетдин менән бергә фронтҡа юллана. Тик уға Еңеү көнөн күрергә насип булмай: был күптән көтөлгән көнгә ун көн ҡалды тигәндә ул һәләк була. Әсәһе Күлйәүһәр Ҡолтаева улына бағышлап бәйет сығара:

Германдарға барҙыңмы,

Һуғыш ҡоралдарын алдыңмы,

Күҙ нурҙары кеүек күргән балам,

Дошман ерҙәрендә ҡалдыңмы?

Дошман алды ғәзиз йәндәрен,

Кемдәр йыйҙы икән тәндәрен?

Ҡанға батып ятҡан саҡтарында,

Кемдәр белде икән хәлдәрен?

– Ҡуй инде, – тип берҙәр әйттем,

Йылғаларҙан барып һыу алғас,

Ғүмеремә ҡайғы булды инде –

Сит илдәргә китеп юғалғас.

Ошо уҡ ауылдан 80 йәшлек Мөтиғулла Абдуллин фронтта хәбәрһеҙ юғалған улы Һаҙыйға бәйет бағышлай:

Ерәнсәй ҙә атым юшамай,

Ҡоласай ҙа атым ашамай.

Кеше балалары бик күп ҡайтты,

Минең балаҡайға оҡшамай.

Ҡыҙарып ҡына ҡояш ҡалҡһасы,

Ҡырын ғына ҡояш батһасы.

Ҡолонсағым, һине бик һағындым,

Бер хәйләләр табып ҡайтһаңсы.

 

 

Совет Информбюроһының 1944 йылдың 4 октябрендәге мәғлүмәттәре

4октябрҙә Югославияла Вршац ҡалаһынан көнбайыштараҡбеҙҙең ғәскәрҙәрАлибунар, Владимировац ҡалаларын һәм тимер юл станцияларын, Дебельяча, Црепая, Банатско Кралевичево, Банатоко-Ново Село тораҡ пункттарын һәм тимер юл станцияларын яулап ала.Румынияның Турну-Северин ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ беҙҙең ғәскәрҙәр алға бара һәм Югославия территорияһында Штубик, Ясеница, Топла, Оштрели, Бор, Брестовац, Николичево, Звездан, Велик Извор, Грляне, Вратарница тораҡ пункттарын һәм Брестовац, Вратарниуа тимер юл станцияларын яулап ала.

Беҙҙең ғәскәрҙәрЮгославия халыҡ-азатлыҡ армияһы частары менән берләшә һәм улар менән берлектә Неготиндан көнбайыштараҡ немец ғәскәрҙәрен юҡ итеү өсөн һуғыштар алып бара.

Фронттыңбашҡаучасткаларындаразведчиктарҙыэҙләү, ҡайһыбер пункттарҙа урындағы әһәмиәттәге алыштар бара.

Айна Иманғолова әҙерләне.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: