Бөтә яңылыҡтар

Ил яҙмышы – ирҙәр иңендә

Тамамланыуына күп йылдар үтһә лә һәр ғаиләнең яҙмышына күпме ҡайғы, һағыш, юғалтыуҙар килтергән Бөйөк Ватан һуғышы яралары йөрәктәрҙә уңалып бөтмәгән әле. Өйөбөҙҙөң иң түрендә ҙурайтылған ике фото ғына торҙо. Улар – беҙҙең ҡәҙерле туғандарыбыҙ Иҙрис ҡартайым һәм Ибраһим олатайыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге ине. Икеһе лә Тыуған иленең азатлығы өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән яугирҙәр.

Ил яҙмышы – ирҙәр иңендә
Ил яҙмышы – ирҙәр иңендә

Ҡартайым Хәсәев Иҙрис Харис улы 1902 йылда Әлебай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Йәштән белемгә ынтыла, уҡыуға зирәк була. Тәүҙә ауылында, унан Абзан мәктәбендә уҡый. Аң-белемгә ынтылышы егетте Ырымбур педагогия техникумына – Каруанһарайға алып килә. Ә 1931-1937 йылдарҙа тыуған ауылында мөғәлимлек итә. Артабан уны яңы төҙөлгән “Октябрь” колхозына хисапсы-бригадир итеп һайлайҙар. Ошо йылдарҙа Нәзирә исемле ҡыҙға өйләнә. Ғаиләләренә ҡот өҫтәп бер-бер артлы Ибраһим, Нәғимә, Хәсән, Хәмзә, Лена исемле балалары донъяға килә.

Ауылының иң абруйлы, уҡымышлы шәхесе була ул Иҙрис Харис улы. Сикһеҙ намыҫлы, кешелекле, тура һүҙле, шул уҡ ваҡытта ярҙамсыл булғаны өсөн ауылдаштары уны хөрмәт итә. Олоһо ла, кесеһе лә уға кәңәш һорап килә. Шулай һәүетемсә генә тыныс тормошта йәшәп ятҡандарында ғаиләләренә оло һынау килә – ҡатыны яман сирҙән вафат була. Балалар йәтим ҡала. Һәм ул Әсҡәпъямал исемле тол балдыҙына өйләнә, унан ҡыҙы Мөнирә тыуа.

1942 йылдың 6 ғинуарында Әлебай ауылынан 5 кеше фронтҡа алына: Әхмәтғәле, Хөснолхаҡ Ишмөхәмәтовтар, Фазлыйәхмәт Бикмөхәмәтов һәм ҡартатайым Иҙрис Хәсәев.

Һарыҡташҡа тиклем уларҙы ауылдаштары Мәҙинә апай Ишмөхәмәтова ылау менән алып бара. Унда һуғышҡа китеүселәр ҙә, уларҙы оҙатыусылар ҙа шул хәтлем күп була. Ҡайһылары Эйек йылғаһы буйында палаткаларҙа, йә ҡыуыштарҙа йәшәгән. Ошонан уларҙы көн дә тиерлек тауар поезында фронтҡа оҙатып торғандар. Ҡартайымдарҙы Ырымбурға ебәрәләр. Бында уларҙы июлгә тиклем хәрби хеҙмәткә өйрәткәс, фронтҡа оҙаталар.

Дошман менән тәүге сирҡанышты Иҙрис Харис улы Белоруссия ерендә 250-се уҡсылар дивизияһының 916-сы полкы составында ала. Ул кесе лейтенант дәрәжәһендә взвод менән етәкселек итә. Һуғыш унда шул тиклем ҡан-ҡойошло бара, ике яҡтан да юғалтыуҙар күп була.

Ошо осорҙа ҡартатайымдың ғаиләһенә тағы ҡайғы килә – тиф ауырыуынан ҡатыны Әсҡәпъямал гүр эйәһе була. Балаларының артабанғы яҙмышы өсөн борсолоп, яугир өлкән Нәғимә ҡыҙына былай тип хат яҙа: “Әгәр мин яуҙан ҡайта алмаһам, ҡусты-һеңлеләреңде ҡара, нисек кенә ҡыйын булмаһын, уларҙы аяҡҡа баҫтырырға тырыш, балам. Был минең һиңә – васыятым”.

Нәғимә инәйем ҡартайымдың аманатын үтәй. Һыйыр аҫырай, туғандарын ҡарай. Шулай ҙа Хәмзә ағай менән Лена апайҙы Байыш ауылындағы балалар йортона бирергә мәжбүр була. Ә атайым Хәсән менән үҙе колхоз эшенә егелә...

Аталарының яу ҡырынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын оло ышаныс менән көтә улар. Ләкин көткән өмөттәре селпәрәмә килә: яуҙан ҡартатайымдың батырҙарса һәләк булыуы тураһында “ҡара ҡағыҙ”ы килә.

Райондың Хәтер китабында уның тураһында шундай мәғлүмәт бирелгән: “Хәсәев Иҙрис Харис улы, 1902 йылда тыуған, 916-сы уҡсылар полкы, 250-се уҡсылар дивизияһы, кесе лейтенант, взвод командиры, һәләк булды 3 декабрь, 1943 йыл. Ерләнгән: Гомель өлкәһе (Белоруссия) Рогачевский районы, Хима ауылынан көнбайыш яҡлап 1 саҡырым арала”.

Ҡартатайымдың өлкән улы Ибраһим Иҙрис улы 1923 йылда тыуған. Тәүҙә тыуған ауылында,артабан Абзан мәктәбендә уҡый. Теүәл фәндәрҙән яҡшы өлгәшә, тырышып уҡый. Ете класс белеме тураһындағы таныҡлыҡты ҡулына алғас, егет Ырымбурҙағы летчиктар мәктәбенә уҡырға инә. Ләкин уны тамамларға насип булмай Ибраһимға – һуғыш башлана.

Оло быуын кешеләренең береһе, тыл хеҙмәте ветераны Нәйлә Йәнтилинаның һөйләүенсә, Ибраһим һомғол буйлы, етеҙ хәрәкәтле, төҫкә һылыу егет булған. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулынан килгән. Гармунда оҫта уйнаған, кистәрен ауыл йәштәрен клубта таң атҡансы бейетер булған.

Ибраһим Хәсәевты 1942 йылда Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһындағы хәрби заводҡа истребителдәрҙе һынау өсөн ебәрәләр. Ошонда ул йәш летчиктарҙы ла һуғышҡа әҙерләй. Һәләтле инструктор, өлкән лейтенант Ибраһим Хәсәев 1943 йылдың 11 мартында, сираттағы хәрби заданиены үтәгәндә һәләк була. Ҡаһарман летчикты Куйбышев өлкәһенең Чапаевск ҡалаһындағы туғандар ҡәберлегенә ерләйҙәр.

Бөйөк Ватан һуғышы халыҡ хәтерендә иң ауыр, иң күп ҡорбан килтергән һуғыш булып ҡала. Ил азатлығы өсөн үҙҙәренең йәнен, ғүмерен аямаған яугирҙарға мәңгелек дан! Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Люциә Ҡоҙаҡаева, РФ-ның халыҡ мағарифы отличнигы.

Абзан ауылы.

 

Автор: Залия Байгускарова
Читайте нас