Бөтә яңылыҡтар

Кавалерист ейәнсураларҙың береһе

Был яҙма - 2022 йылда Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенең 10-сы класында уҡыған Даян Ҡәҙербәковтың проект эшенән.

Бөйөк Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән, илебеҙгә 78 Советтар Союзы Геройы биргән легендар Башҡорт атлы дивизияһына арналған проект эше менән шөғөлләнгәндә 112-се дивизия, яугир олатайҙарҙың данлы яу юлдары менән таныштым, уларҙың батырлығына һоҡландым. Тарих китаптарына инмәгән һуғыш йылдарының әсе дөрөҫлөгөн уҡып тетрәндем. Беҙ атай-олатайҙар үткән данлы юлды ныҡлап өйрәнергә, тарихыбыҙға яҡты йондоҙ булып ингән шәхестәрҙең тормошон, яуҙағы батырлығын өйрәнеп, киләһе быуындарға еткерергә бурыслыбыҙ.

Башҡорттар китте һуғышҡа...

112-се Башҡорт атлы дивизияһы 1941 йылдың декабрендә Өфөлә төҙөлә. Яңы ойошторолған дивизияға республика хужалыҡтарынан 13,3 мең ат, йүгән, обмундирование, фураж һәм башҡа кәрәк-яраҡ тапшырыла. Ә личный состав Башҡорт АССР-ының ауылдарында йәшәүселәр иҫәбенән төҙөлә.

Алтылар дивизияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Дондан Эльбаға тиклем дүрт мең саҡрымдан ашыу ер үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин ордены менән бүләкләнә. Дивизияның 3860 яугире орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 78-е – Советтар Союзы Геройы исеменә һәм бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була.

Һуғыш башланған көндән алып Ейәнсура районынан бөтәһе 6722 кеше фронтҡа китә. Бынан тыш 1170 кеше хеҙмәт армияһына алына. 150-нән күберәк кеше фронтҡа үҙ аты менән китеп, башҡорт атлы дивизияһында һуғыша. Улар араһында Муйнаҡтан Зәбихулла Ғәйнизаров, Байдәүләттән Хәйрулла Бикбаев, Элмәленән Ғәләүетдин Юлдыбаев, Үргендән Зәйнетдин Ейәнбирҙин һ.б. була.

Ғимаҙислам Байгилдин

Мин Ғимаҙислам Мәһәҙи улы Байгилдин тураһында һөйләмәксемен. Ул 1901 йылда Әлебай ауылында тыуған. Бронь буйынса ҡалып, һуғышҡа 1942 йылда алына һәм 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә.

Уның хәтирәләренән өҙөк: «…Сталиндың ҡушыуы буйынса  беҙҙең дивизия дошман тылына тәрән рейдҡа инде. Дошман ҡулына эләкмәҫ өсөн бөтә булған документтарыбыҙҙы, наградаларыбыҙҙы  йыйып алдылар. Ҡорал етешмәне. Ике кешегә бер винтовка, биш патрон бирелде. Немецтар белмәһен өсөн гел төндә хәрәкәт иттек, ә көндөҙ ҡарағайлыҡ араһында йәшенеп торҙоҡ. Күперҙәрҙе шартлаттыҡ, немецтар баҫып алған ауылдарға  төндә һөжүм яһай торғайныҡ.

Ләкин, 1943 йылдың 23 февралендә дошман беҙҙе һиҙеп ҡалды һәм ҡамауға алды. Ошо йылдың 1 мартына беҙҙең частар ҡыйралып бөттө. Командирҙар беҙгә ҡамауҙан һәр кем үҙ көсө менән сығырға тырышһын, тип бойороҡ бирҙе. Ләкин һуң ине инде, дошман ҡулсаһынан сығырлыҡ әмәл булманы. Беҙгә ҡаршы улар самолеттарын, танкыларын, СС частарын ташланы. Патрондары бөткән кавалеристар дошман танкыларына ҡаршы ҡылыстарын болғап барҙылар һәм дошман пуляһынан бер-бер артлы һәләк булдылар. Эргәлә шартлаған снаряд тауышынан мин контузия алғанмын. Иҫемә килгәндә немецтар әсирлегендә икәнлегемде аңланым. Тере ҡалған ҡыҙылармеецтарҙы Польша, Венгрия ерҙәре аша Италиялағы концлагерға бикләнеләр. Беҙҙе 1945 йылдың майында азат иттеләр.»

Ғимаҙислам Мәһәҙи улы һуғыштан 1946 йылда ҡайта. 1953 йылға тиклем репрессия елендә була. Сталин вафатынан һуң ғына  аҡлана һәм тыныс тормошта йәшәй башлай. Ғүмеренең 18 йылын комбайнда эшләй. Ҡатыны менән бер ҡыҙ, өс ул тәрбиәләйҙәр. Улдары Динислам, Рафиҡ һәм Хәсән – бөтәһе лә юғары белемлеләр.

Өлкән улы Динислам Мораҡ педагогия училищеһын тамамлағас, 1958 йылдың көҙө армияға китә. Унда кесе командирҙар әҙерләү курсын үтә. Уның хеҙмәте ракета ғәскәрҙәрендә кесе лейтенант званиеһында Украина һәм Белоруссия ерҙәрендә үтә. Ситтән тороп БДПИ-ның география факультетын тамамлай. 40 йылдан ашыу Яңыбай урта мәктәбендә уҡыта.

Рафиҡ Ғимаҙислам улы 1962-1965 йылдарҙа Ырымбурҙың ракета-артиллерия Юғары  хәрби училищеһында хәрби һөнәр үҙләштерә. Уның бөтә хәрби стажы Ленинград хәрби округының диңгеҙ пехотаһы полкында үтә. 1978-1981 йылдарҙа радиотехника ҡоралдары буйынса начальник урынбаҫары була. III ранг капитаны.

Хәсән Ғимаҙислам улы Ҡаҙағстандың Караганда ҡалаһында йәшәгән. Милиция майоры дәрәжәһендә отставкаға сыҡҡан.

Ғимаҙислам Байгилдиндың ейәндәре лә юғары белем алып, төрлө өлкәлә эшләп йөрөйҙәр. 

Теманы дауам итеп

          Ейәнсуранан был дивизияла нисә кеше булған, нисәһе иҫән-һау ҡайтҡан? Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашыусылар юҡмы? Әйҙәгеҙ, данлы Еңеү юлы үткән яҡташтар тураһында мәғлүмәтте бергәләп туплайыҡ. Беҙ бер ҡасан да Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған батырҙарҙы оноторға тейеш түгелбеҙ, сөнки улар беҙҙең бөгөнгөбөҙ хаҡына ҡорбан булған.

Даян Ҡәҙербәков.

Иҫәнғол ауылы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: