– 1923 йылда Иҙелбәктә ауыл хужалығы артеле төҙөлдө, беҙ, малайҙар, йәйгеһен артель малдарына бесән әҙерләүҙә ҡатнаштыҡ, ат менән күбәләр ташыныҡ, ололарға мал ҡарашырға ярҙамлаштыҡ, – тип иҫкә ала ине ағай. Уның үҫмер сағы һәм йәшлеге лә ҙур ғаиләне ҡарау өсөн кәрәк булған эштәрҙе башҡарып үтә. Ауылда башланғыс мәктәптә белем ала.
1936 йылда Иҙелбәктә артель ерҙәре нигеҙендә һарыҡсылыҡ совхозы ойошторола. Башланған эштәрҙе дауам итеү өсөн совхозға хөкүмәт ярҙамы ҙур була. Ауыл хужалығы машиналары бүленә, төҙөлөш эштәре күпләп башҡарыла. Билгеле, бөтә төр эштәрҙе башҡарыу өсөн төрлө һөнәр белгән эшселәр, белгестәр күпләп кәрәк була. Хаммат ағай ошо осорҙа ”Овцевод” совхозында ойошторолған курстарҙа уҡып, шофер, тракторсы һөнәрҙәренә эйә була. Алған һөнәрҙәре буйынса совхозда эшләй, хеҙмәт алдынғыһы исемен йөрөтә.
Х аммат Иҙелбәков 1939 йылда Совет Армияһына саҡырыла, Бессарабияла хеҙмәт итә. Унан һуң 44-се танк дивизияһының 552-се айырым элемтә батальонында хеҙмәтен дауам итә. 1941 йылдан 1945 йылға тиклем шофер-яугир һуғышта ҡатнаша. Ошо осорҙа ул Көнбайыш-Көнсығыш, 1-се Белоруссия, 3-сө Белоруссия, 1-се Украина фронттарында немец илбаҫарҙарын үҙ ояһына ҡыуыуҙа ҡатнаша, Чехословакия, Прага группировкаһында фашистарҙы тар-мар итеүҙә ҙур өлөш индерә. 1-се Украина фронтында Польшала Освенцимды азат итә. Унда фашистарҙың әсиргә төшкән һалдаттарҙы һәм ябай халыҡты ҡот осмалы язалап үлтереү ҡоралдарын һәм урынын күрә.
Яугир яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына, “Кавказды азат иткән өсөн”, “Кенигсбергты алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары менән наградлана. Бер икәүләп һөйләшеп ултырғанда: “Хаммат ағай, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнеүең нисегерәк булды?” – тип һорап ҡуйҙым.
– Һуғыш – һуғыш инде ул. Дошманды йә һин еңәһең, йәки ул һине. Тырышлыҡтың, сослоҡтоң, уйлап эш итеүҙең үҫешкән булыуы мөһим, – тип башланы һүҙен Хаммат Мортаҙа улы. – Бер көн иртәнсәк, дивизия штабы начальнигы мине һәм тағы өс һалдатты үҙенә саҡырҙы. Беҙҙең менән танышты ла, йөкмәтеләсәк эш тураһында һөйләй башланы. Ул эш – дивизия штабы документтарын һәм ҡаралтыларын икенсе урынға күсереү. Минең шофер кейемендә икәнлегемде күреп, фамилиямды һәм ҡайһы яҡтан икәнлегемде һорашты ла, бөтәбеҙгә лә алда торған бурыстың үтә мөһимлеген аңлатты. Унан минең яҡҡа ишара яһап, мәсьәләнең үтәлеше күп йәһәттән миңә бәйле булыуын әйтте. Икенсе көн таң алдынан юлға сыҡтыҡ. Ҡораллы өс һалдат – машина кузовында, минең янда, кабинала – штаб командиры, ҡулында – карта-схема. Ул машинаны мөмкин тиклем ҙур тиҙлектә йөрөтөргә һәм бойороҡ булмайынса йүнәлеште үҙгәртмәҫкә ҡушты. Ҙур тиҙлектә ике саҡрым тирәһе үткәйнек, беҙгә табан автоматтан ата-ата килгән дошман һалдаттары күренде. Кузовтағы һалдаттарға командир ятырға ҡушты, ләкин береһе бойороҡто һуңлап үтәгәнлектән, дошман пуляһынан һәләк булды. Бик шәп тиҙлек менән 20 саҡрым самаһы ер үттек, тәғәйенләнгән ергә килеп еттек. Һуңынан билдәле булды: беҙҙең дивизияны дошмандар ҡамарға уйлаған, шуға дивизия штабын икенсе урынға күсерергә кәрәк булған, – тип хәтирәләр йомғағын һүтте әңгәмәсем.
Яугир Хаммат Иҙелбәков алты йыл да алты ай Совет Армияһында хеҙмәт итеп, һуғыштың башынан аҙағынаса ҡатнаша. 1946 йылдың август аҙаҡтарында еңеүсе булып тыуған ауылына ҡайта. Һуғыштан һуңғы емереклектәр ҡаршылай уны ауылда.
ПОДЗАГ
Бер нисә көн ял иткәндән һуң совхоздың 1-се фермаһына механик итеп тәғәйенләнә. Ул ваҡытта совхозда өс ферма була. Уларҙа бөтәһе ун трактор: “СХТЗ” – дүртәү, “У-2” – икәү, “НАТИ” дүртәү булған, дүрт “Коммунар” комбайны иген һуҡҡан. Бына ошо техникаларҙың эшләүен тәьмин итә кисәге яугир. Тракторҙар бик туҙған, уларҙа дүрт ҡатын эшләй. Машина-трактор оҫтаханаһы самандан һалынған, унда гел генә һалҡын, техника ремонтларға ҡулайлаштырылмаған булған.
Хөкүмәт, йөн етештереүҙе арттырыу ниәте менән, 1956 йылда – “Искра” колхозын (Ағурҙа, Назарск ауылдарын), 1957 йылда – Пушкин исемендәге колхозды (Ҡарғалы, Ҡойобар, Глинка, ‡рге Аҡбирҙе ауылдары), ә инде 1969 йылда Киров исемендәге колхозды (Сәғит, Байыш, Элмәле һәм Аҡдәүләт ауылдары) совхозға ҡуша. Эреләтелгән совхоздың бер осонан икенсеһенә тиклем – 100, арҡырыһына – 60 саҡрым була.
Ауыл хужалығы техникаһы һаны күпкә арта. 1983 йылда “Овцевод” совхозында 125 трактор, 42 комбайн, 60-лап автомашина иҫәпләнә. Совхоздың техника ремонтлау базаһы ла көслө булды: ике МТМ-һы, гаражы бар ине. Техника менән башҡараһы эштәрҙең күләме лә артты. Мәҫәлән, 1983 йылда 80 мең ц бесән, 3570 ц сенаж, 225 ц бесән оно, 21092 ц силос һ.б. әҙерләнде. Бөтә эш механизаторҙар иңендә булды, ә инженер-техник белгестәр уларға ярҙам итеп, техникаларҙың туҡтауһыҙ эшләүен тәьмин итте.
Совхоз механизатор-шоферҙарға шәхси малдарын аҫрау өсөн бесәнде совхоз техникаһы менән әҙерләүҙе рөхсәт итте. Күп техника ҡулланыу, уларҙың ҡыҙыу эш ваҡытында боҙолмай эшләүендә МТМ эшселәренең дә хеҙмәт өлөшө ҙур ине.
Хаммат Мортаҙа улы совхозда 38 йыл механик булып эшләне. Совхоз дирекцияһы уны иртә яҙҙан алып ҡара көҙгәсә алыҫ фермалар (3-сө, 4-се, 5-се) техникаларын хеҙмәтләндереүгә беркетте. Бесән сабыу һәм ашлыҡ урыу агрегаттарының ватылып, бер сәғәт буш тороуы ҙур юғалтыуҙарға килтерә. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, ти халыҡ. Ошо әйтемгә таянып эшләне Хаммат ағай. Совхоз малдары ҡышҡы ҡураларға урынлаштырылғас, дирекция уны фермаларҙағы техник ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереүгә күсерә ине. Совхоз эшселәре йыйылыштарында уның исеме һәр йылда ла яҡшы яҡтан иҫкә алынды. Уға бик күп Почет грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Тыныс тормошта алған миҙалдары – “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” һ.б. бар.
ПОДЗАГ
Хаммат ағайҙың уңышлы хеҙмәтендә ғаиләһенең роле ҙур. 1946 йылда ул Әлифә Сәлимйән ҡыҙы менән донъя ҡора. Улар тормош юлын иңгә-иң терәшеп, 62 йыл бергә үтә. Бынамын тигән йорт һалып инәләр, баҡсаларында емеш-еләк, картуф уңа ине. Күпләп мал аҫранылар. Туғыҙ балаға яҡты донъя күреү бәхетен бүләк иттеләр: Вәхит, Флүрә, Фәрит, Асия, Гөлшат, Илдус, Миңнегөл, Фәниә һәм Зөлфирә. Балаларының барыһы ла тырыш булды, яҡшы урында эшләнеләр. Тормош бер тигеҙ генә бармай шул, уларҙы ла бер көн ҡайғыға һалып, улдары Фәрит вафат булды. Атайҙары ла, бар ғаилә лә был юғалтыуҙы ауыр кисерҙе.
Фани донъяла кеше төрлө һынауҙарға дусар ителә, берәүҙәр ошо һынауҙы күтәрә алмай, бөгөлөп төшә, төшөнкөлөккә бирелә. Ундайҙарҙан булманы Хаммат ағай. Ул 2008 йылда, 91 йәшендә, баҡыйлыҡҡа күсте. Миңә, совхоздың баш инженеры булараҡ, Хаммат Мортаҙа улы Иҙелбәков менән бергә 20 йыл эшләү насип булды. Ул йәш быуынға өлгө булырлыҡ шәхес ине.
Таһир Дәүләтбәков, хеҙмәт һәм тыл ветераны.
Иҙелбәк ауылы.
Фото шәхси архивтан алынды.