Ауыр һуғыш йылдары
Бөйөк Ватан һуғышы бер ғаиләне лә урап үтмәй, балаларҙың бала сағын урлаһа, ҡатындарҙы ирҙәр урынына эшләргә мәжбүр иткән. Башҡорт Үргене ауылында тыуып үҫкән Мәхиән Сәфәрғәлиндың бала һәм үҫмер сағы шул ауыр йылдарға тура килә.
– Һуғыш башланғанда ете йәшлек кенә булһам да, ул көндө асыҡ хәтерләйем. Бишәй урамында үҫкән ҙур өйәңке төбөнә саҡырып, дөрән һуҡтылар. Ошонда һуғыш башланыуы хаҡында иғлан итеп, ир-егеттәргә әҙер булырға ҡуштылар. Ҡатын-ҡыҙҙар илашты, – тип хәтерләй олатай.
Икенсе көндө повесткалар тарата, ир-егеттәрҙе һуғышҡа оҙата ла башлайҙар. Бик күптәр тәүге көндәрҙә үк юллана. Уйнап ҡына йөрөгән малай-ҡыҙҙарға бер нисә көн эсендә ҙурайырға тура килә. Ҡатындар ирҙәр урынына колхоз эшенә сыға, өйҙәге эштәр балалар һәм үҫмерҙәр иңенә төшә. Шул йәйҙә Мәхиән олатайға ла, бәләкәй булһа ла, бесәнгә сығырға тура килә. Һөйәрткелә йөрөй, күбә башында ла тора. Шул саҡтан ул тиҫтерҙәре Сәлим Сәфәрғәлин, Ишмөхәмәт, Байыҡ, Байбулат Аҡсуриндар менән бергә йөрөйҙәр. Ҡыш иһә мәктәптән һуң аталары эшләп биргән бәләкәй ағас сананы алып, урманға утынға йөрөйҙәр.
Атаһы 60 йәште уҙған булғас уны һуғышҡа ла, трудармияға ла алмайҙар. Әсәһе Мәхиәнгә 5 кенә йәш булғанда үлә. Атаһы Самаҙынан Мәҙинә исемле ҡатын ала. Ул бәләкәй Мәхиәнде лә, туғандарын да әсәй урынына ҡарай. Үгәй булһа ла, үҙенең балалары булмағанғамы икән, әсә наҙы бирергә тырыша. Ауыр һуғыш йылдарын шулай бергә үткәрәләр.
Улар йәшәгән Сатра урамының картуфлыҡтары Үрген йылғаһы буйында була. Ерҙе көрәк менән ҡаҙып, картуф үҫтерәләр. Ер уңдырышлы булғас, мул ғына уңыш алалар. Ҡыш буйы ашарға ла, орлоҡҡа ҡалдырырға ла етә.
Йәй эш менән, ҡышҡа әҙерлек менән үтһә лә, ҡыштар оҙаҡ үтә. Бик күптәргә ҡара ҡағыҙ килә. Ҡайһы берҙәр яраланып, аяҡ-ҡулдарын юғалтып ҡайта. Ҡатындар – тол, балалар етем ҡала. Һуғыш касафаты ҡағылмаған бер генә имен ғаилә лә ҡалмай тиерлек.
Еңеүҙән һуңғы тормош
1945 йылдың 9 майында Мәхиән апаһы менән сират буйынса ауыл көтөүен көтә. Аяҙ, матур көнө ине, тип хәтерләй ул. Бер заман ауыл яғынан йүгереп килгән егетте күрәләр. Тәүҙә, әлбиттә, ҡурҡыуға ҡалалар, берәй нимә булдымы икән, тип хафаланалар. Әммә “Еңеү! Беҙҙекеләр еңде, һуғыш бөтттө!” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, ныҡ ҡыуаналар.
Тик һуғыш бөтөү менән генә тормош еңеләйеп китмәй. Илде емереклектәрҙән ҡотолдороу, аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс һалырға тура килә. Һаман да шул ауыл кешеләренә ауырға тура килә.
1942 йылда 1-се класҡа барған Мәхиән Әхмәтғариф улына 6-сы класты тамамлағас, артабан уҡыу эләкмәй. 14 йәшенән колхозға эшкә сыға. 20 йәшендә хәрби хеҙмәткә алынға тиклем ҡышын аттар ҡараһа, йәйен мал көтә.
Учебканы Калининград ҡалаһында үтә, ҡаланы емереклектәрҙән арындырыуҙа ҡатнаша. Артабан ГДР-ҙың Йютербог, Серпес ҡалаларында хеҙмәт итә.
Ул өс йылдан артыҡ хеҙмәт иткәс, тыуған колхозына ҡайтып, колхозда эшләүен дауам итә.
Тәүҙә бик ауырға тура килә. Аталарынан ҡалған өйҙө емереп, урынында сит кешеләр төпләнгән була. Апаһы кейәүҙә, ағаһы ла үҙ аллы. Кәләш алып ҡайтыр урыны юҡ, бәләкәй ситән аласыҡ ҡына. Өйләнеп ҡарай ҙа ул, әммә ҡыҙҙары тыуғас ҡәйнәһе кәләшен килеп алып ҡайта. Шул китеүҙән тәүге ҡатыны ҡабат килмәй.
Колхозда эшләп әҙерәп аҡса туплап, 1960 йылда ғына яңынан өйләнә Мәхиән Әхмәтғариф улы. Самаҙы ауылынан булған Фәүзиә Йәләлетдин ҡыҙы менән уртаҡ тормошто тигеҙ егелеп башлап ебәрәләр. Икәүләп ат менән ағас ташып, өй һалып инәләр. Бер-бер артлы балалар донъяға килә. Улар ете балаға ғүмер бүләк итеп, дүрт ҡыҙ һәм өс ул үҫтерәләр.
Балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә
Тик 25 йыл йәшәп өлгөрәләр, Фәүзиә инәй йөрәк сиренән вафат була. Балаларҙың бәләкәйҙәрен үҙенә генә аяҡҡа баҫтырырға, өлкәндәрен өйләндереп кейәүгә бирергә тура килә олатайға. Әлеге өс балаһы – Үргендә, икәүһе – Иҫәнғолда, ҡалғандары Өфөлә, Йылайырҙа һәм Буранғолда төпләнгән. Бығаса үҙ нигеҙендә торған олатай һуңғы ике йыл бәләкәй ҡыҙы Мәүлиҙә менән кейәүе Илһам янында Иҫәнғолда йәшәй. Ҡалған балалары хәлен белеп тора.
Олатай мине барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс табыуы, ниндәй хәл булһа ла тормоштан ҡәнәғәт булыуы, һәр көнгә ҡыуанып йәшәүе менән һоҡландырҙы. Күрәһең, олатайҙың ошо сифаттары уға һаман йәш сырайлы, етеҙ хәрәкәтле булырға ла ярҙам итәлер. Ҡолаҡтары яҡшы ишетә, ике күҙенә лә операция эшләтеп, гәзит-журналдарҙы күҙлекһеҙ уҡый. Июлдә уның барлыҡ һигеҙ балаһы ла йыйылып, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре менән гөрләтеп юбилейын билдәләһә лә, уға бер ҙә генә 90 йәште биреп булмай. Күҙ теймәһен!
– Һуғыш осоро беҙҙең ныҡлыҡты һынаны, ауырлыҡты күп кисерҙек. Инде беҙ күргәнде балалар күрмәһен, тыныслыҡта йәшәһен! – тип теләй һуғыш балаһы булған Мәхиән Сәфәрғәлин.
Зәлиә Байғусҡарова.
Автор фотоһы.