Әхмәтсәлим ағай 1925 йылдың 28 июнендә Ибрай ауылында тыуа. Атаһы Сибәғәтулла Хәбибулла улы төрки телдәрҙе яҡшы белгән һәм китап яратҡан ғилем эйәһе, диндар кеше була. Әсәһе Гөлзифа Ғибаҙулла ҡыҙы – Кесе һүрәм буйының Бикбирҙе ауылынан. Ул халыҡ йырҙарына әүәҫ була һәм үҙе лә оҙон көйҙәрҙе ҙур ихласлыҡ менән башҡарып, бәләкәй Әхмәтсәлимдең йөрәгендә йыр-моңға ҡарата орлоҡтар сәсә.
Бәләкәй Әхмәтсәлим 1933 йылда Ибрай башланғыс мәктәбенә уҡырға бара һәм 1937 йылда уны тик «5» билдәләренә генә тамамлай. Шул уҡ йылда Ғүмәров Сәхиулла, Дауытов Булат менән бергә Байдәүләт тулы булмаған урта мәктәбенә уҡырға бара, мәктәпте 1940 йылда маҡтау грамотаһына тамамлай. Атаһының олоғайыуы, уҡыуҙың түләүле булыуы сәбәпле, Әхмәтсәлим артабан уҡый алмай, хеҙмәт юлын башлап ебәрә.
Был ваҡытта Ибрай ауылында ике бригаданан торған ярайһы уҡ нығына башлаған «Ирек» колхозы була. 15 йәшлек Әхмәтсәлим ашлыҡ баҫыуында һөйрәткелә йөрөй, ҡышын фермала мал ҡарай, һыйырын да көтә.
1942 йылдың йәйе үҫмер егет өсөн һис тә онотолмаҫлыҡ хәтирәләргә бай була. Ул апаһының улы Ғосман менән ауыл һыйырҙарын көткән саҡта үҙенең тәүге шиғырҙарын яҙа башлай:
Йәйге эҫе көндә эшебеҙ шул:
Бер туҡтауһыҙ үрҙек сабата,
Ҡурайымды ҡулға алыр булдым,
Йөрәгемде һағыш-уй баҫһа.
Ошо йәйҙә ул ҡурайҙа тәүге ауаздарын сығара башлай. Шулай ҙа «Таһир һәм Зөһрә», «Буҙ егет» китаптарын уҡырға ярата иптәштәренә лә уҡып ишеттерә.
1943 йылдың 22 ғинуары. Ошо көндә 1925 йылда тыуған 13 ауылдаш егет ил азатлығы өсөн яуға китә. Ете класс тамамлаған Әхмәтсәлим авиамеханиктар курсына эләгә. Алты айлыҡ әҙерлек курсын тамамлап, сержант Әхмәтсәлим Яҡупов 908-се авиаполкта авиаприбор буйынса механик вазифаһын башҡара. Авиаполк III Украина фронты составында Украинаны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Полк Еңеү көнөн Польшаның Краков ҡалаһында ҡаршылай.
Әхмәтсәлим өсөн 1946 йылдың 12 июне һис кенә лә онотолмай, сөнки ул армиянан тура һабантуйға, һөйөкле ауылдаштары янына ҡайтып төшә.
Белемгә ынтылышы ни тиклем көслө булһа ла, егет колхозда ике йыл эшләй, шунан ғына Мораҡ педучилищеһына юллана. Бына ошонда асыла ла инде уның күп яҡлы һәләте. Егет уҡырға ла, эшләргә лә, шиғырҙар яҙып әҙәбиәт түңәрәгендә
актив ҡатнашырға ла, ҡурайы менән күптәрҙең күңелен асырға ла ваҡыт таба.
1952 йылдың июлендә педучилищены ҡыҙыл дипломға тамамлап, үҙ районына ҡайта. Тәүҙә Самаҙы башланғыс мәктәбендә эшләй, 1953 йылдың ғинуарынан алып Сирғол ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. Ә 1953-1954 уҡыу йылында Ибрай ете йыллыҡ мәктәбендә рус теле дәрестәрен алып бара.
Урта махсус белем йәш уҡытыусыны ҡәнәғәтләндермәй. Ғаилә башлығы булырға өлгөргән Әхмәтсәлим ағай ҡатынын һәм улы Әмирҙе ваҡытлыса ҡалдырып, Стәрлетамаҡ пединститутының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә. Студент йылдарын Әхмәтсәлим ағай үҙенең иң бәхетле йылдары тип һанай – тырышып уҡый, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша, студент кисәләрендә гармунын, ҡурайын ҡулына алып, дуҫтарының күңелдәрен дә күтәрергә өлгөрә. Ҡурай менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының төрлө мәҙәниәт йорттарында сығыш яһай һәм бер нисә тапҡыр Өфө опера театры сәхнәһенә лә сыға.
Тик тормош һәр ваҡыт ыңғай бармай. 1950 йылдың сентябрендә – әсәһе, 1957 йылдың мартында атаһы вафат була. Дүртенсе курсты тамамлағас, Күгәрсен мәктәбенә рус теле уҡытыусыһы булып ҡайтырға тура килә. Шулай булһа ла, индивидуаль программа буйынса шөғөлләнеп, бишенсе курсты үҙенең курсташтары менән бергә, тик «4» һәм «5» билдәләренә генә тамамлай. 1960 йылда тыуған ауылына ҡайта һәм 30 йыл буйы рус теленән уҡыта. Ҡатыны Ғәрифә инәй менән бергәләп алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Әхмәтсәлим ағайҙың шәхси архивында 40-тан ашыу Почет грамотаһы һәм дипломдар бар. Педагогик эшмәкәрлеген ул 65 йәшендә тамамлай. Хаҡлы ялда ла аҡһаҡал актив тормош алып бара: шиғырҙар яҙа, ҡурайҙа, гармунда уйнай.
Рәшиҙә Хәсәнова, Ибрай ауылы.
Тик бер Хоҙай белә
(Ибрай ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 118 кеше ҡатнашып, шуларҙың ҡап яртыһы яу ҡырҙарында ятып ҡалған)
Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул,
Бер саҡ килер үлем – ят ҡунаҡ.
М. Кәрим.
Йөрәккә ял бирмәй, бәхәсләшеп
Үткәргән көндәрҙе ҡыҙғанам:
Был донъяла ғүмер ҡыҫҡа бер мәл
Икәнлеген уйлап һыҙланам.
Фанилыҡта аңғармай ҙа ҡалдым:
Һүтелә бит ғүмерем йомғағы,
Онотолмай йәп-йәш яуҙаштарҙың
Яу ҡырында ғүмер юйғаны.
55 йыл үтте. Алсаҡ йөҙлө
Ҡаһармандар сыҡмай иҫемдән,
Төштәремә инә утлы йылдар,
Тау-таш һыҡтай ут-ҡан еҫенән.
Һиҫкәнеүҙән манма тиргә батып
Уянам да, тороп ултырам:
Ал таң көтөп кисергәндәремде
Хәтер һандығына тултырам.
Тек-тек килә сәғәт теле генә,
Ял итмәйсә алға ынтыла;
Дәүер-заманаға ваҡыт шаһит –
Ваҡытҡа юҡ ял да, йоҡо ла.
Һирәк-һаяҡ яуҙаш дуҫтарымды
Осратҡанда ҡалам ғәжәпкә –
Ярай ҙа бит үҙебеҙ иҫән саҡта
Күрешеп тороу инһә ғәҙәткә.
Күпме борма юлдар үтә бында,
Татып донъя әсе-сөсөһөн –
Ғүмер юлын барлап раҫлай алһаң,
Шул хәйере хәтер көсөнөң.
Хәтер, хәтер! Иҫкә төшкәндәрҙе
Иренмәйсә көн дә барлаһаң,
Һәр минут көс-ҡеүәт талап иткән
Ағымдарҙы уйлап ҡараһаң,
Таң ҡалырлыҡ бәндә ҡеүәтенә,
Көскә, ғәйрәткә күҙ теймәһен:
Урман ҡырҡҡан, мал-мөлкәт туплаған,
Кәрәк саҡта ҡорған тирмәһен.
Ғүмер, ғүмер! Яугир батыр ирҙәр,
Сибәр ҡыҙҙар, аҫыл егеттәр,
55 йыл элек улар булған
Эштә дәртле, ялҡын кеүектәр.
Күптәре юҡ бөгөн: мәңгелеккә
Ҡалдырҙылар фани донъяны.
Тик бер Хоҙай белә: уға мәғлүм
Гүргә күпме бәндә һыйғаны.
Әхмәтсәлим Яҡупов, пенсионер, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.