Ҡартайым Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың декабрендә 112-се башҡорт дивизияһына хеҙмәткә алына. Фронттан яҙған хаттарынан һаҡланған шиғыр юлдары:
Дон һыуынан сыҡҡан саҡта,
Һалып сыҡтыҡ йәш киртә.
Балаларым – бәғерҙәрем
Һағындыра кис-иртә.
Алмаз менән киҫәләр
Алтын йөҙөк ҡаштарын.
Мин һағынғанды белмәйҙәр,
Ҡарамайҙар күҙ йәшен.
Ҡартайым Сталинград йүнәлешендәге һуғыш ваҡытында Сәғит ауылынан Балтин Алтынғужаны осратыуын да яҙа.
Зәкәриә Ваһапов 112-се Башҡорт атлы дивизияһының 101-се айырым артиллерия дивизионы составында һуғыша. “Хәтер“ китабында уның турала 1943 йылдың авгусында хәбәрһеҙ юғалды тип яҙылған, ләкин был ысынбарлыҡта тап килмәй, сөнки ул ваҡытта башҡорт дивизияһы резервта була, хәрби хәрәкәттәр алып бармай. Шуға күрә гвардия рядовойы Зәкәриә Сәлим улы Ваһаповтың Донбасс рейдында һәләк булыуы дөрөҫөрәк була. Уның бер туған ҡустыһы Ишмөхәмәт 1943 йылдың 13 мартында Ленинград ҡалаһын обороналағанда һәләк була. Ул Поддорск районы Веревкино ауылында ерләнә. Икенсе ҡустыһы Рауил Ваһапов 3-сө гвардия атлы дивизия кавалерисы, 1945 йылдың 2 февралендә Германияның Ротцебурн ҡалаһы эргәһендәге Фледербурн ауылы янында батырҙарса һәләк була. Бына шулай, бер ғаиләнән өс ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.
Әсәйем атаһынан – алты, ә әсәһенән 13 йәшендә генә етем ҡала. Оло апалары ФЗО-ла була, әсәйем Гәүһәр апаһы ҡарамағында тороп ҡала. Утынға ла икәүләп йөрөйҙәр. Атаһы ҡайтмағас, әсәйем менән инәйем : “Атайым ҡайтһа, утын ташымаҫ инек”, – тип илап һөйләй торғайны.
Әсәйемдәр, йәшләй генә ата-әсәйҙән ҡалһалар ҙа бирешмәгәндәр, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, матур итеп йәшәнеләр. Беҙ, Башҡорт атлы дивизияһы кавалерисы Зәкәриә Ваһаповтың ейән-ейәнсәрҙәре, илгә тыныслыҡ яулауҙа көрәштә башын һалған ҡартайыбыҙ менән ғорурланып йәшәнек, йәшәйбеҙ.
Зөмәрә Имәсова. Фото шәхси архивтан.