Йыйылғандар бөгөн ветерандар
Үтәғолдан, Юнай, Иҙәштән,
Иҫкә алып барлыҡ ҡорбандарҙы
Баш эйергә бөтә йөрәктән!
Тере ҡалған барыһы ла килгән,
Ауыр яралары булһа ла,
Түштәрендә орден һәм миҙалдар
Моңһоу ғына сыңлап ҡуйһа ла.
Һуғыш хәтирәһе йәштәр өсөн
Өлгө булыр, оло рух һалыр.
Халҡым батырлығы быуын-быуындарға
Онотолмаҫлыҡ булып дан ҡалыр!
Һөйләп үтмәк булам ул мәшхәрҙең
Һуғыш яланында күргәнде,
Тыныс тормош өсөн бик күптәрҙең
Еңеү яулап ҡанын ҡойғанды!
Немец килә, тиеп, атакаға,
Разведчиктар хәбәр һалғас та,
Төнө буйы беҙ ҙә әҙерләндек,
Боеприпастарҙы теүәлләнек
Туғандарға хаттар яҙып һалдыҡ,
Иҫкә алһындар тип үлһәк тә!
Ҡотороноп немец танкылары килә,
Һыҙылып атҡан матур бер таңда,
Ҡороп ҡуйҙыҡ пушкаларҙы,
Пулемет та булды гел янда!
Өҫкә менеп килә дошман танкылары
Зәһәрләнеп үлем, ут һибеп,
Тапап, иҙеп китер ине торһаң әгәр
Ҡалтыранып, иреп һәм ебеп!
Дошман утын һибә, үлем
һағалай яныбыҙ ҙа,
Асыу, нәфрәт ҡайнай
беҙҙең ҡаныбыҙ ҙа!
Танкыларын вис яндырҙыҡ,
Үткәрмәнек фашистәрҙе!
Артиллериянан уттар һибеп,
Түшәп һалдыҡ хәсистәрҙе!
Немецтәр ҙә еңер өсөн
Беҙҙе ҡырып һалмаҡ була,
Батареяларҙы баҫып алып,
Бейеклекте алмаҡ була.
Артиллериябыҙ уттар һибеү менән
Ерҙә көслө күкрәү башлана,
Полк күтәрелә атакаға
Көсөн туплап килгән дошманға,
Беҙҙең ярҙамдарға өмөт иткән
Йәйәүлеләр алға ташлана,
Ишетелә “урра” тауыштары
Пехоталар үткән ауылда,
Ҡоторонған немец алға ынтыла,
Һәм эләгә утлы дауылға!
Уттар һибеп сигенәләр бер ауылға,
Ҡыуып етһәк, ауыл янған,
Бар халыҡты немец ҙур һарайға ябып ҡуйған.
Саҡ-саҡ ҡына өлгөрмәгән яндырырға
Беҙҙең полк тиҙ өлгөрҙө ҡотҡарырға.
Мәйеттәрен ҡалдырғандар алмайынса,
Беҙҙең уттан тиҙ ҡастылар түҙмәйенсә.
Беҙҙең полк алға бара,
Сигенеү юҡ, приказ ҡаты
Артта Рәсәй, алда дошман,
Еңеү уйы башыбыҙҙа иртән, кистән.
Дүртәр-бишәр көн йоҡламайбыҙ, түҙә алабыҙ,
Айыу һымаҡ окоп ҡаҙып аҡтарабыҙ.
Бүрәнәләр ташыйбыҙ елкә менән,
Блиндаждар төҙөйбөҙ, һаҡланабыҙ.
Әгәр инде бомба ташлап дошман яҡынлашһа,
Блиндаждарға кереү өсөн әмер булһа,
Әгәр ҡай саҡ бомбалары тура төшһә
Ҡайһыларға шул сағында ҡәбер була...
Санитарҙар – йәп-йәш ҡыҙҙар шыуышалар,
Аямайҙар һис үҙҙәрен һуғыштылар,
Ут эсенән һөйрәп сығара ине улар яралыны,
Дошман уты аяманы тик үҙҙәрен.
Дошман утынан мин дә ҡаты яраландым,
Ҡанға батҡан күлдәк менән һуғыша алдым.
Алты ай яттым госпиталдә ныҡ һыҙландым,
Бына иҫән ҡалдым, мин үлмәнем!
Ут эсендә барыһы булғандарҙың
Кемдәрҙең һуң ҡаны аҡмаған.
Насип булды ҡайтыу Иҙәшемә,
Әллә инде Хоҙай һаҡлаған!
Һуғыш ялмап алды Европаны
Емерелде бик күп ҡалалар,
Күпме милләт халҡы әрәм булды
Һаҡлай алманы шул Аллалар!
Ҡорбан эҙләп күктән бомба оса,
Ҡотороноп немец ут сәсә,
Барыбыҙҙы ла үлтереп бөтә алманы,
Һаҡлап ҡалды беҙҙе Ер-әсә!
Еңеү өсөн күптәр ҡорбан булды
Ә иҫәндәр һаман һуғышты,
Дзоттарға яугир үҙ күкрәген ҡуйҙы,
Үлһә үлде, үҙе ҡалдырманы
Еңәм тигән татлы уйҙы!
Һепереп түктек Гитлер ҡалдыҡтарын,
Ҡыҙыл байраҡ элеп Рейхстакҡа,
Еңелеү белмәҫ Совет Армияһы көсөн
Танынылар улар шул саҡта.
Ул байраҡта иле өсөн һәләк булған,
Миллиондарҙың ҡайнар ҡаны бар,
Батыр, яугирҙәрҙең ил ҡаршында
Мәңгелеккә ҡалыр даны бар!
Изге еребеҙҙе бысыратып
Дошман аяғы башҡа кермәһен,
Тыуар быуын беҙҙе онотмаһын
Беҙ күргәнде улар күрмәһен!
Нурулла Сөләймәнов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Иҙәш ауылы.
Шиғырҙы ҡыҙы Миңзәрә Аҡҡошова ебәрҙе. ФОТО