Бөтә яңылыҡтар

Ҡаһарман рухы мәңгелек

1921 йылда тыуған Шәмселхаҡ өс айлыҡ ҡына сағында иң ғәзиз кешеләрен – ата-әсәһен юғалта. Ҡурҡыныс аслыҡ ваҡыты була шул... Инәләрендә үҫкән малай көслө холоҡло, тырыш булып үҫә.

Ҡаһарман рухы мәңгелек
Ҡаһарман рухы мәңгелек

Юлдаш ауылы егете Шәмселхаҡ Бикбулатов 1939 йылда көнсығышҡа хеҙмәткә алына. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙ теләге менән көнбайышҡа килеп, дошманға ҡаршы үҙ-үҙен аямай көрәшә.

1942 йылда артиллерист ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Шул ваҡытта бер грузин табибы уға:

– Һин бит башҡорт – Салауат тоҡомонан! Ҡулыңды ҡырҡтырырға бирмә, түҙ. Тыныс тормошта уң ҡулың ярҙамсы булыр! – тип әйтә.

Ҡулын ҡырҡтырырға бирмәй ҙә бит, әммә яугирҙең уң ҡулы кәкерәйеп, ҡатып ҡалған була: ул артабан хеҙмәткә яраҡһыҙ тип таныла. Тыуған яғына ҡайтҡас, Мораҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. Өр-яңынан йәшәргә өйрәнә ул: уң ҡулы эшләмәгәс, уға бөтә нимәне лә һул ҡул менән эшләргә тура килә. Етмәһә, тәнендәге ярсыҡ ингән урындар һыҙлауҙан туҡтамай...

– Атайымдың тәненән тутығып бөткән бер ус тимер ярсыҡтар алыуҙары бөгөнгөләй хәтеремдә. Арҡаһында бер тигеҙ урын юҡ ине – яра эҙҙәре... Шул тиклем һыҙланып йәшәне ул, – тип әсенеп хәтерләй яугирҙең ҡыҙы Сания инәй.

Уҡытыусы булып эшләүсе Шәмселхаҡ Арслан улы ауылдың абруйлы, ихтирамлы кешеһе була. Һул ҡулы менән күптәрҙең өйҙәренең тышын таҡта менән яба - ҡулы бик оҫта була. Сепаратор, теген машинаһы тиһеңме – барлыҡ ауылдың кәрәк-ярағын тап ул йүнәтә. Һүрәтте лә бик матур төшөрә ул – һул ҡул менән!

 Һунарға йөрөүгә әүәҫ була: бының менән бәйле уның тормошонда ғибрәтле хәл дә була. Бер көн ул бүре аулап алып ҡайта һәм уны ишек алдына бәйләп ҡуя. Ауыл халҡы ҡыҙыҡ күреп хайуанды килеп ҡарай. Бер аҙ ваҡыттан һуң бүренең башын тупһа аҫтына күмәләр. Яҡынса бер аҙнанан һуң икенсе бүре килеп, ситән аҫтынан үтеп һарайҙағы барлыҡ малды ҡырып китә. Ошо хәлдән һуң олатай һунарға башҡа йөрөмәй.
          "Батырлыҡ өсөн", "Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн" миҙалдары менән бүләкләнгән Шәмселхаҡ олатай ҡатыны менән һигеҙ балаға ғүмер биреп, лайыҡлы тәрбиәләйҙәр. Ул һәр ваҡыт балаларын:

– Алдамағыҙ, урламағыҙ, кешегә һәйбәт булығыҙ! Гел дөрөҫтө генә һөйләгеҙ, – тип өйрәтә кешегә һәр ваҡыт изгелекле, итәғәтле булыусы Шәмселхаҡ олатай.

Шәмселхаҡ Арслан улы Бикбулатов 1988 йылда ҡаты ауырыуҙан вафат була. Ваҡыты-ваҡыты менән һыҙлаған, ҡайһы берҙә түҙә алмаҫлыҡ ғазап сәбәбе булған башындағы ярсыҡ яугир менән бергә уның һуңғы төйәгенә юллана...

Яугирҙең лайыҡлы, ысын тәрбиә алған дүрт улының барыһы ла ир-егет бурысын үтәй: хәрби хеҙмәт юлын үтә. Был үҙе күп хаҡта һөйләй бит?

 Шәмселхаҡ олатайҙың рухы бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы бүләһе Артур Ғәбдрәхимов менән сикһеҙ ғорурланалыр, моғайын. Взвод командиры "Пчелка" бына инде ике йыл ярым - беҙҙең тыныслығыбыҙ һағында.

– Махсус хәрби операцияға тиклемге мин һәм бөгөнгө яугир “Пчелка” – бөтөнләй төрлө кешеләр кеүек. Үҙем дә, донъяға ҡарашым да үҙгәрҙе. Хеҙмәт итеү еңелдән түгел, биләгән вазифам айырым яуаплылыҡ талап итә. Әммә, бирешмәйбеҙ! Еңеү яулау еңел бирелергә тейеш түгел дә инде? – ти Артур.

 "Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн", Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән Артур Рафаэль улы хеҙмәт итеүенең тәүге көндәренән үк барыһының да ихтирамын ҡаҙанды. Һуғышсан башҡорт рухы, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ өлгөһө булған "Пчелка"ға ата-бабалары рухына артабан да тоғро ҡалып, Оло Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ.
         Айнә Иманғолова.

Фотолар шәхси архивтан.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас