Ҡәһәрле һуғыш осоро йылдар үткән һайын беҙҙән алыҫлаша. Ул замандарҙың тере шаһиттары кәмегәндән-кәмей бара. Беҙҙең районда бер генә ветеран иҫән-һау – ул Абзан ауылынан Әхмәтдин Фәхретдин улы Хәлитов. 99 йәшлек олатайҙың бөгөн дә йор һүҙле, патриотик рухта булыуы, кешелек сифаттары һоҡландыра. Уның тормош юлы беҙгә һәм киләсәк быуынға фәһемле өлгө.
Әхмәтдин олатай һуғыш йылдарының барлыҡ ауырлығын кисергән кеше. Ғәббәс ауылында тыуып үҫеп, Үрге Муйнаҡ мәктәбенә йөрөп, ете класс белем ала. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ир-егеттәр фронтҡа китә. Ауыл тормошоноң, колхоз эшенең барлыҡ ауырлыҡтары үҫмерҙәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙың, ҡарт-ҡороноң иңдәренә төшә.
Әхмәтдин олатай махсус уҡыу тамамлап, элемтәсе булып 1-се Украина фронтына, 335-се уҡсы полкка эләгә. Ил яҙмышы хәл ителгәндә, һәр минут ҡәҙерле булғанда элемтәсенең ни тиклем яуаплы булыуын күҙ алдына килтереү ҡыйын түгел. Әхмәтдин олатай, ул ваҡытта йәш кенә егет булыуына ҡарамаҫтан, пуля ямғыры яуып торғанда ла ҡуйылған бурысты тейешле үтәй. Илдең, киләсәк быуындың яҙмышын хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерә.
Әхмәтдин Фәхтердин улы Бөйөк Еңеүҙе Эльбала ҡаршы ала. Әйткәндәй, 1945 йылдың апрелендә булған был ваҡиға Әхмәтдин олатай һәм 1-се Украина фронтында булған һәр яугир өсөн генә түгел, тотош ил өсөн мөһим була. Тарихта ул “Эльба осрашыуы” тип яҙылған.
Еңеү килгәс тә тыуған яҡтарына ҡайта алмай әле яугир. Советтар Союзының баш ҡалаһын – Мәскәүҙе төҙөкләндереүгә ебәрелгән Әхмәтдин Хәлитов бары 1950 йылда ғына әйләнеп ҡайта.
Фронтовик район үҙәге Абзанға килеп, эшкә урынлаша. Йәнә бер йылдан Ғәшүрә Ғизылхаҡ ҡыҙы менән ғаилә ҡороп ебәргәс, ошонда төпләнә лә. Хәлитовтар биш балаға ғүмер бүләк итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәшүрә инәй күптән гүр эйәһе. Әхмәтдин олатай иһә ҡыҙының ҡәҙер-хөрмәтендә, бик таҙа, бөхтә донъяла бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, хәҙер инде бүлә-бүләсәрҙәре лә килеп хәл белешеп тора.
Әлмира Әйүпова.