Хәрби хеҙмәтте ғүмерлек һөнәре итеп һайлай
Моратов Ғәли Арыҫлан улы 1916 йылдың 15 мартында Сәлих волосының, йәғни хәҙер Ейәнсура районы Байдәүләт ауылында тыуған. 1920 йылғы Бөтә Союз ауыл хужалығы иҫәбен алыу ҡағыҙҙары буйынса уларҙың ҙур ғаиләһе ул заманда 67 йәштә булған ҡартайҙары Ғәлиәскәр Алламорат улы Бикйәнов менән өйҙәш булып йәшәгән. Иҫәп ҡағыҙҙары буйынса атаһы Арыҫлан Ғәлиәскәр улы 28 йәштә (йәғни 1892 йылғы), ә әсәһе 25 йәштә тип теркәлгән. Артабан Ғәли Арыҫлан улының фамилияһы Моратовҡа әйләнеп китеүенең сәбәбе, бәлки Алламорат ҡартатаһының исемен ҡыҫҡартып, мәңгеләштереүҙәндер, тип уйлайым.
I Донъя һуғышында ҡатнашып, иҫән-һау ҡайтҡан Арыҫлан Бикйәнов улына төплө белем алыуына ныҡлы булышлыҡ иткән. Ғәли Моратов 1937 йылда Ейәнсура хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм хәрби хеҙмәтте ғүмерлек һөнәре итеп һайлай.1939 йылда Мәскәү өлкәһендә хәрби-сәйәси училище тамамлай.
Хәрби командованиеның приказы менән яңы ойошторолған 136-сы уҡсы дивизияның 733-сө уҡсы полкына рота политургы итеп тәғәйенләнә. Лейтенант Моратов 13-сө Армия составына ингән 136-сы уҡсы дивизия менән 1939-1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша. Ул Карелияның Пелтола, Олккола, Илвесе райондарындағы барған ҡаты ҡан ҡойғос һуғыштарға инә. Батырлыҡ күрһәтеп яраланған яугирҙе 1939 йылда коммунистар партияһына ағза итеп алалар.
Финляндия менән һуғыш бөтөүгә солох төҙөлгәс, 1940 йылдың 25 апрелендә Ленин орденлы 136-сы уҡсы дивизияны Кавказ арты округына күсерәләр. Политрук Моратов 733-сө уҡсы полк составында 1941 йылдың 2 сентябренә тиклем Төркиә сигендә хәрби хеҙмәттә була.
Үҙен ҡурҡыу белмәҫ командир итеп таныта
Бөйөк Ватан һуғышы башланып, фронтта хәлдәр ҡатмарлашҡас, 136-сы уҡсы дивизия Көньяк фронт йүнәлешендәге 18 Армия составында Дондағы-Ростов ҡалаһы янында ҡаты һуғыштарға ингән.
Лейтенант Моратов хеҙмәт иткән уҡсы дивизия 1941 йылдың октябрь-декабрь айҙарында Донбасты обороналау һәм Ростов алға барыу операцияларында ҡатнаша. Ошо һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн дивизия "Гвардия” исеменә лайыҡ була. Ҡаты һуғыштарҙа политрук Моратов та батырлыҡ күрһәтә. 733-сө уҡсы полк командиры полковник Тованцевтың уны Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ итеп яҙған награда ҡағыҙынан:
"Политрук Моратов немец фашистары менән ҡаты һуғыштарҙа үҙен ҡурҡыу белмәҫ батыр командир итеп күрһәтте. Ул командалыҡ иткән миномёт ротаһы бер туҡтауһыҙ дошманға ҡаршы һуғыш алып барҙы. Хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, политрук Моратов ауыр осраҡтарҙа ла үҙен ышаныслы һәм һалҡын ҡанлы тотто, яугирҙәренә өлгө күрһәтте. 1941 йылдың 3-4 ноябрендә Дьяково ауылы янында дошмандар беҙҙең полктың уң флангаһын өҙөр өсөн атакаға күтәрелде.
Фашистарҙың көс түгеп яһалған өс ҙур атакаһы ла миномет ротаһы командиры Моратов яугирҙәре тарафынан кире ҡағылды, дошмандың ротанан ашыу һалдаты юҡ ителде. Фашистар миномет ротаһын юҡ итеү өсөн бөтә артиллерия миномет утын уларҙың позицияһына йүнәлтте. Әммә был осраҡта ла политрук Мироновтың тиҙ арала яугирҙәре менән позицияны алыштырыуы арҡаһында хәрби ҡорал һәм яугирҙәрҙең ғүмере һаҡланып ҡалды.
1941 йылдың 5 ноябрендәге һуғыштарҙа Моратовтың миномет ротаһы яугирҙәре фашистарҙың пехотаһы тейәлгән ике автомашинаһын атып юҡ итте. Һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы, ҡыйыулығы өсөн хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим итәм".
Политрук Моратовҡа Көньяҡ фронт йүнәлешендәге оборона һуғыштарында күрһәткән ҡыйыулығы өсөн фронт командующийы генерал-лейтенант Малиновскийҙың 1942 йылдың 1 февралендәге 031-се һанлы хәрби приказы менән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырылған. Гвардия өлкән лейтенанты Моратов 15-се гвардия уҡсы дивизияһы составында Донбасс өсөн, ә 1942 йылдың 25 июнендә Көньяҡ-Көнбайыш фронттың Валуйки-Россошанск оборона һуғыштарында ҡатнаша һәм икенсегә яралана.
Һауығып, медсанбаттан сыҡҡас, гвардия капитаны Моратов уҡсы батальондың командиры ярҙамсыһы вазифаһында хәрби юлын Сталинград ҡалаһын обороналауҙа дауам итә.
1942 йылдың декабрендә Сталинград янындағы алға барыу һуғыштарында өсөнсөгә яра ала. Артабан медсанбаттан һауығып сыҡҡан яугир гвардия майоры вазифаһында 1943 йылдың ғинуарында ҡаты һуғыштарға инә, батырлыҡ күрһәтә. 50-се гвардия уҡсы полкының командиры яҙған награда ҡағыҙынан:
"Иптәш Моратов хәрби яугирҙәре сәйәси әҙерләүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтте. Уҡсы батальон Сталинград янында ҡамауҙа ҡалған фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта ҙур батырлыҡ күрһәтте. Ҡаты һуғыштарҙа 420 фашист һалдаты һәм офицеры юҡ ителеп, 500-ҙө пленға алынды. Шулай дошмандың 27 дзоты һәм ут нөктәләре юҡ ителде.
Батальон фашистарҙың күп трофейын ҡулға төшөрҙө. Шулар иҫәбендә: 8 орудие, 13 ауыр пулемет, 15 ҡул пулеметы, 250 винтовка, 5000 снаряд.
Алға барыу һуғыштарында иптәш Моратов һәр ваҡыт һалдаттар араһында булды, уҡсы батальонда коммунистар партияһы составы артты. Иптәш Моратов ҡыйыулығы өсөн хәрби Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ".
Гвардия майоры Моратов 64-се Армия командующийы генерал-лейтенант Шумиловтың 168-се һанлы хәрби приказы менән 1943 йылдың 19 мартында икенсе тапҡыр хәрби Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Шул уҡ йылда уға "Сталинград ҡалаһын обороналаған өсөн" миҙалы тапшырылған.
(Дауамы бар.)
Ришат Ҡыуатов.