Бындай шәм:
- — күп урын алмай,
- — яғыулыҡ шыйыҡ булмағас, түгелмәй,
- — тиҙ эшләнә, ҡиммәтле әйберҙәр талап ителмәй,
- — дымланыуҙан ҡурҡмай,
- — һаҡлау срогы сикләнмәгән,
- — хәүефһеҙ,
- — оҙаҡ яна.
Шәм ҡыш балыҡҡа йөрөгәндәргә лә, туристар өсөн дә уңайлы.
Эшләү өсөн:
- — консерва банкаһы;
- — ҡағыҙ йәшниктең гофрокартоны;
- — парафин йәки балауыҙ.
Эшләү (фотоларҙа):
- гофракартонды ҡайсы йәки бысаҡ менән банка бейеклегенән саҡ ҡына түбәнерәк итеп ҡырҡабыҙ. Уны банкаға тултырғас, парафинды йәки балауыҙҙы иретеп, өҫтөнә ҡоябыҙ.