Донъяла бик күп һөнәрҙәр бар, уҡытыусы – шуларҙың иң мөһимдәренең береһе. Ни тиклем ҙур яуаплылыҡ ята улар иңендә! Педагогтар киләсәкте тәрбиәләй. Уҡыусылар иһә үҙҙәрен хөрмәт иткән, улар өсөн бар яҡлап өлгө булған, үҙ фәненә һөйөү уята белгән уҡытыусыларҙы ғына ярата. Ә бындай һәләт тыумыштан биреләлер, һәр кем педагог була алмайҙыр ул.
Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлаған Этҡол ауылы ҡыҙы Әлфинур Абдрахманованы Күгәрсен мәктәбе директоры Миңзәлә Әхмәҙулла ҡыҙы Әминева үҙҙәренә эшкә ҡоҙалай. Ошонда йыл ярым эшләп сирҡаныу алған йәш педагогты үҙе уҡып киткән мәктәпкә саҡыралар. Шулай ул Абзан мәктәбендә балаларға белем бирә башлай.
- Уҡытыусылыҡ юлынан китеүемә әсәйем Әлфиә Хисмәт ҡыҙының башланғыс кластарҙа белем биреүе йоғонто яһағандыр, ул утыҙ йылдан ашыу эш стажына эйә. Былай, атайым яғынан да, әсәйем яғынан да туғандарым араһында уҡытыусылар күп. Инәйҙәрем – атайымдың бер туған апайҙары Гөлсөм Ишмөхәмәтова – Әлебайҙа, Гөлкәй Абдуллина Өмбәттә оҙаҡ йылдар балаларға белем биргән педагогтар. Уларҙан да өлгө алғанмындыр инде, – Әлфинур Зәкир ҡыҙы уҡытыусылыҡ юлынан китеүенә бер ҙә үкенмәй. – Диплом алғас, нисектер ҡурҡтым, тәүҙә уҡытыусы булып эшләгем килмәне. Магазинға һатыусы булып барам, уҡытмайым, ти торғайным. Эш башлағанда ла уҡыта алмаҫмын, тигән тойғолар борсоно. Яйлап күнегеп киттем. Хәҙер оҡшай, уҡыусыларымды яратам, әлдә ошо һөнәрҙе һайлағанмын тием. Бигерәк тә үҙем уҡыған мәктәптә уҡытыуы нисектер рәхәт, еңел.
Йәш педагог уҡытыуының икенсе йылына уҡ районда уҙған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, 1-се урынға сыға һәм Өфөлә “Йәш уҡытыусы-2018” республика конкурсында сығыш яһай. Ә 2023 йылда ошо конкурста предметниктар араһында районда 2-се урын яулай. Етәкселек конкурста ҡатнашыуҙы тап уға ышанып тапшырған икән, тимәк, улар Әлфинур Зәкир ҡыҙына ышаныс белдергән. Ә педагог уларҙың ышанысын аҡлаған.
Заман алға киткән һайын уҡытыусы өсөн дә талаптар ҙа көсәйә. Бөгөн уҡытыусы киң эрудициялы, заман менән бергә атлаусы, яңы технологияларҙы яҡшы белгән педагог булырға тейеш. Сөнки 21 быуат балаларын үткән быуаттыҡылар менән сағыштырып булмай. Заманға яраҡлашып, кәрәкле һөнәрҙәр һайлауҙа ярҙам итешеү ҙә уҡытыусының бурысы. Ләкин ниндәй генә осор килһә лә, уҡытыусы үҙ асылын юғалтмай. Бала өсөн ул дуҫ та, кәңәшсе лә, белем биреүсе лә, икенсе әсәй ҙә булып ҡала.
Ошо бар сифаттарҙы үҙендә туплаған Әлфинур Абдрахмановаға эшендә уңыштар теләйбеҙ.
#мәғариф