Абруйлы, мәртәбәле ҡунаҡтар, ойоштороусылар менән оло, изге эште күтәреп сығыу куңелемде рухи яҡтан байытты, илһамланып дәртләнеп ҡайттым.
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры, филология фәндәре докторы, проф. И.А. Сыров сәләмләне. Педагогик хеҙмәт ветерандары Ғ.Ғ.Ҡаһарманов, М.Ш. Ҡаһарманова, Л.Л.Сәмиғуллина сығыштарын кинәнеп тыңланыҡ! Элекке студенттар оло уҡытыусыларҙы алҡыштарға күмде, вузда алған төплө белем өсөн остаздарына рәхмәт әйтте. Әлбиттә, һәр береһенең телендә көслө һәм талапсан уҡытыусы Б.Б.Ғафаров та булды…
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире С.Ғ. Кәримов сығышы бик фәһемле булды. Салауат Ғайса улының Булат Баҡый улының исемен мәңгеләштереү хаҡында тәҡдимдәре бик урынлы яңғыраны.
М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире Сәлимә Айбулат ҡыҙы Таһированың яңыртылған ФДББС шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуға арналған сығышы актуаллеге, аныҡлығы менән айырылып торҙо, яңылыҡтарҙы Б.Б.Ғафаров методикаһы менән бер эҙмә-эҙлелектә ҡарау бик уңышлы булды.
М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәр докторы Л.М.Хөсәйенованың, РФА ӨФТҮ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының дөйөм тел ғилеме бүлеге мөдире, филология фәндәре докторы Г.Н. Йәғәфәрованың сығыштары фән һәм Б.Б.Ғафаров тураһында хәтирәләр менән аралашып барҙы.
Үҙемдең сығышымда оло ШӘХЕС, Ғафаров Булат Баҡый улының бала сағы үткән Өмбәт ауылы, Ғафаровтарҙың педагогик династияһының дөйөм хеҙмәт стажы хаҡындә, бөгөнгө көндә йәш быуынға белем һам тәрбиә биреүҙә ғалимдың хеҙмәттәренең ҡулланыуҙың мөһимлеге хаҡында билдәләп, барыһына ла Б.Б. Ғафаровтың тыуған яғынан ҡайнар сәләм тапшырҙым.
Шағирә Зөһрә Үтәғолова остазға арналған шиғырын уҡыны, сараға рух өҫтәне! Туған телдәр буйынса методистар: пед.ф.к. Г.Ш. Аҙнабаева (Ишембай районы мәғариф идаралығы), Ә.Ә.Шәһиева (Ғафури районы мәғариф бүлеге); Г.Ә. Әхмәтова (Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө һанлы башҡорт лицей-интернаты директоры); башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары: Р.Ф. Арыҫланова (Күмертау педагогия колледжы), Г.М. Әлиева (Мәләүез районының 1-се һанлы гимназияһы), Ғималова Г.Р. (Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө һанлы полилингваль күп профилле мәктәбенең директор урынбаҫары), шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, Ауырғазы, Баймаҡ, Ишембай, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Әлшәй райондары уҡытыусылары сығыштары Б.Б.Ғафаров айырыуса өҫтөнлөк биргән теория һәм практиканың тығыҙ бәйле булырға тейешлеген тағы ла бер тапҡыр таныу булды. Конференция З.Биишеваның “Башҡорт теле” шиғыры менән тамамланды.
Пленар ултырышты башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Р.Х. Илишева алып барҙы.
Мөғәллим, 1997 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында башҡорт филология факультетына нигеҙ һалыусы, Булат Баҡый улының ғилми эшмәкәрлегенә арналған күркәм, оло хөрмәткә лайыҡ булған конференция - осрашыуҙы ойошторған Стәрлетамаҡ филиалы уҡыу йортоноң етәкселегенә, башҡорт филология факультеты деканы Рәйсә Хәким ҡыҙына, башҡорт кафедраһы коллективына, йыйында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла , студенттарға Ейәнсура районынан, Өҫкәлек буйы яҡташтары исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Иманым камил - остазыбыҙ рухы тыныс! Беҙ уның юлын дауам итеүселәр!
Гөлсинә Ҡотошова, Муйнаҡ урта мәктәбе директоры.