Бөтә яңылыҡтар

“Дәрес һайын матурлыҡ тыуа”

– Бәләкәстән скульптор булғым килә ине. Санкт-Петербургта Нева буйындағы арыҫландарҙы күргәс, их, шуларҙы эшләһәң ине, тип хыяллана торғайным. Гимназияла Таңсулпан Бураҡаева менән бер класта уҡыныҡ. Хыялдарыбыҙҙы бер-беребеҙгә һөйләй инек. Ғаиләһе менән Өфөгә күскәс, Таңсулпан мине сәнғәт училищеһына уҡырға саҡырҙы. Унан алда ғына Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһына уҡырға ингәйнем. Документтар тапшырылғас, кире алып торманым. Унан һуң БДПУ-ның һынлы сәнғәт-графика факультетын тамамлап, тыуған ауылыма эшкә ҡайттым, –  тип үҙенең күңел талабы буйынса һайлаған һөнәренә нисек килеүе тураһында һөйләй Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфиә Вәлитова. Мәҡәләне тулыһынса сайтта уҡырға мөмкин 

“Дәрес һайын матурлыҡ тыуа”
“Дәрес һайын матурлыҡ тыуа”

– Бәләкәстән скульптор булғым килә ине. Санкт-Петербургта Нева буйындағы арыҫландарҙы күргәс, их, шуларҙы эшләһәң ине, тип хыяллана торғайным. Гимназияла Таңсулпан Бураҡаева менән бер класта уҡыныҡ. Хыялдарыбыҙҙы бер-беребеҙгә һөйләй инек. Ғаиләһе менән Өфөгә күскәс, Таңсулпан мине сәнғәт училищеһына уҡырға саҡырҙы. Унан алда ғына Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһына уҡырға ингәйнем. Документтар тапшырылғас, кире алып торманым. Унан һуң БДПУ-ның һынлы сәнғәт-графика факультетын тамамлап, тыуған ауылыма эшкә ҡайттым, –  тип үҙенең күңел талабы буйынса һайлаған һөнәренә нисек килеүе тураһында һөйләй Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфиә Вәлитова. Уның был һөнәрҙе һайлауына туғандары ла ҡыуана. Сөнки атаһының бер туған ҡустыһы Хаммат та рәссам-график, ә ҡатыны Гөлнара балаҫ һуғыу оҫтаһы икән.

Һөнәре буйынса эш булмау сәбәпле, ун йыл балалар баҡсаһында эшләй. Унан ул ваҡыттағы сәнғәт мәктәбе директоры Люция Ғәлиева уны эшкә саҡыра.

– Балалар шул тиклем талантлы, һәр береһе уникаль. Кемдер ҡәләм менән төшөрөргә ярата, кемгәлер граттаж ысулы оҡшай. Була ҡул эшенә мөккибәндәр.  Беҙҙә һәр дәрес һайын бер шедевр тыуа, – тип Гөлфиә Хәлил ҡыҙы уҡыусыларына һоҡланып.

Йәш рәссамдәр район ғына түгел, республика кимәлендәге күргәҙмә-конкурстарҙа ҡатнашып, урындар яулай. Һуңғыларына ғына туҡталам. Сентябрҙә уҙған “Кейеҙфест” художестволы кейеҙ 2-се республика асыҡ фестивалендә Илнара Иҫәкәева “Ләлә” костюм-юбкаһы менән 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ була, Венер Моратовҡа “Ҡурай моңо” панноһы өсөн ҡатнашыусы сертификаты бирелә.

Гөлфиә Хәлил ҡыҙы үҙе лә кейеҙҙән баҫылған стилләштерелгән жилет, берет, өсмөйөш, ботинкалар һәм башҡа әйберҙәр менән  күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. “Өй эштәрен бөтөп, балаларҙы тәрбиәләгәс кенә ижадҡа ваҡыт табам. Башлаған эшемде бөтөрмәйсә туҡтамайым,” – ти ул.  

Һәләтле кешенең балалары ла һәләтле инде. Һүрәт төшөрөүгә оҫта булһалар ҙа, әсәһе юлын һайламаған улар. Улы Дамир Өфө сәнғәт училищеһында уҡый, тубала уйнай, ә ҡыҙы Венера –Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия- интернатының 9-сы класында. Ул саксофонды үҙ иткән.

Мәктәп етәкселеге менән компьютер графикаһы буйынса уҡытыуҙы индеререгә уйлауҙары хаҡында әйтеп: “Хәҙерге заманында, яңы технологияларҙы ҡулланыу отошло буласаҡ,” – тине тәжрибәле педагог. Ҙур пландар менән янып йәшәгән Гөлфиә Хәлил ҡыҙына артабан да уңыштар, ижади үрҙәр насип булһын.

 

Әйткәндәй

Гөлфиә Хәлил ҡыҙының уҡыусылары Наҙгөл Юлдашбаева һәм Наҙгөл Ишмөхәмәтова дизайн йүнәлешендә уҡыйҙар.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: