Бер ғүмер етмәй икән...

Сая Фәнис Хөсәйенов хаҡында очерк.

1 бүлек

Ишекте туҡылдатып өйгә инәм. Бында йылы, һалҡын тышта ҡалды кеүек. Кеүек. Иҙән уртаһына балалар уйынсыҡтары һибелгән. Иң тәүҙә шул күҙгә салынды һәм рәхәт булып китте, тимәк, ғүмер дауам итә, тормош ҡайнай. Мейес йылыһы бәрелде. Бәләкәй генә ҡыҙсыҡ йүгереп килеп ҡаршыға туҡтаны. Мөлдөрәп ҡарай.

Ботинкамдың бауын ысҡындырған арала:

– Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, ҙур ҡайғы. Ваҡытһыҙ килдегеҙ, тип асыулана күрмәгеҙ инде, зинһар, – тим, үҙем сабыйға ҡарап йылмаям.

– Эйе, ауыр мәл инде, нишләйһең, һеҙҙең дә эш...  – тине хужабикә. Күҙендә, йөҙөндә ни тиклем һағыш булһа ла, бар булмышынан  ниндәйҙер йылылыҡ, нур бөркөлә. Бар әсәйҙәрҙең дә шулай һағышлы көлөүендә лә, күҙ һирпеп алыуында ла барыбер һәр саҡ ҡояш ярсығы һаҡлана кеүек. Тормошто яратып бала баҡҡандан, кинәнеп донъя көткәндән  тулышҡан, йыйылған нур-йылылыҡ ҡайғы-һағыш бәреп ингәндә лә барыбер ҡапыл ғына сайҡалып, түгелеп китмәйҙер, күрәһең, киреһенсә, тормошҡа булған мөхәббәт менән әсе ҡайғы бергә ҡушылып, ҡатын-ҡыҙҙың бөйөклөгө, илаһилығы ла йөҙөнә, булмышына өҫкә нығыраҡ ҡалҡып, балҡып сыҡҡандай, миңә.

 Кеҫәмдән шоколад алып бирәм. Дөрөҫөрәге, мөлдөрәп ҡарап торған сабыйҙың хәлен аңлап өләсәһе йәшереп кенә миңә шоколад тоттора. Уңайһыҙ, бик уңайһыҙ, әлбиттә. Башҡорт өйгә буш ҡул менән инмәй ҙә. Таңғы алтыла сығып киткәйнек, бер ергә лә туҡтарға форсат теймәне, Тәтешле районы хакимиәтенән юлда уҡ ҡаршы алып, бында ваҡытында алып килделәр, шуға кибеткә... Мин күстәнәсте йәшереп кенә алам да балаға һонам, уның нисек шатланыуы! Һуңынан, әлбиттә, хата төҙәтелер.

– Ейәнсәрегеҙме?

– Эйе, Әминә, – тине хужабикә.

 Өй ҙур ғына. Боронғо икәнен буялған бүрәнәләрҙән, ишек яғына һыйынған  оло мейестән, ағас рамлы тәҙрәләрҙән аңларға була. Унан беҙ үҫкәндәге өйҙәрҙә була торған ябайлыҡ һәм ихласлыҡ, киң күңеллелек тойола. Карауат, диван , ике кресло күренә, түрҙә киң экранлы телевизор. Ике кресло араһындағы йыйылмалы өҫтәлдә Фәнистең ҙур портреты, яуҙаштары менән бергә төшкән фотоһы, сәскә бәйләме һәм генерал Шайморатов ордены урын алған. Орден янында – танытма менән бергә сувенир буш гильзалар. Шунда уҡ ҡаҙаҡ сөйҙә геройҙың хәрби кейеме  (пинжәге) эленгән. 

Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы менән әлегә кәнәфиҙәрҙә урын алабыҙ. Уртабыҙҙа – Фәнис. Портретта ла, уйҙа ла, хәбәрҙә лә... Уны мәңгелек йортона һалыуҙарына ла бер аҙна ғына. Был саҡта ҡайғылы әсә менән һөйләшеп китеүе лә еңел түгел. Район хакимиәтенә килергә йыйыныуыбыҙҙы әйткәс, хакимиәт башлығы урынбаҫары Әлфиә  Урал ҡыҙы Шәйнурова, был ҡайғы әсәнең дә, беҙҙең йөрәктә лә яра булып мәңгегә ҡалды инде, нишләйһең, Фәриҙә апай бер аҙ аяҡҡа баҫты, киреһенсә, килегеҙ, һөйләшеп һағышын таратыр, исмаһам, тип бер аҙ күңелде тынысландырғайны, шуға үҙемде ҡыйыуыраҡ тотам.  Өйҙә Фәриҙә апайҙан тыш Фәнистең тәүге уҡытыусыһы ла бар ине. Журналист килә, тип хәбәр иткәс, ул район үҙәгенән килеп еткән.  Телевизор янында кабель үткәреп йөрөгән  махсус кейемдәге ике-өс егет күренә. Беҙ һөйләшкән арала ауыл хакимиәтенән дә килеп хәлдәрҙе һорашып киттеләр. Күршеләре, таныштары инде. Бар йәһәттән өй мыжғып торҙо. Сабыр һәм аҡыллы ҡатын ине яңы танышым, бәргеләнмәй, теге яҡҡа ла, был яҡҡа ла  тартылмай, сәбәләнмәй  һәр һорауға ипле, һәр үтенескә тыныс ҡына яуап биреп торҙо. Беҙҙең һөйләшеү шуға йәнле лә, бер үк ваҡытта үтә һағышлы ла булып китте.

Фәнис – тамырҙары менән ошо ауылдан. Яңы Ҡайпандан. 

– Сабый сағынан уҡ теремек булды,  ун айҙа атлап китте. Өс йәштән үк, әней, әйҙә бергә эшләйбеҙ, ти торғайны. Теле иртә һәм асыҡ сыҡты. Йәше менән шулай иртә өлгөрә барҙы. Етеҙ ине. Беренсе кластан бында уҡыны, – тип әйтеп ҡуйҙы әсә.  – Уға өс йәштә саҡта Пермь өлкәһе Барҙа районына кейәүгә сығып киттем. Улым да үҙем менән инде, тик ул  Яңы Ҡайпанды һағынып бер булды. Олатаһы-өләсәһенә ҡайтам, тиер ҙә торор ине. Шуға мәктәпкә бында барҙы, ә 5 – 9 синыфты Барҙала уҡыны. Каникулдарҙа осоп бында ҡайтты.  Уйнап-көлөргә яратты. Күңелде күтәрергә тырышты, һәр саҡ, юҡтан ғына шаян һүҙ табып, көлдөрөргә маһир ине лә...

Ҡапыл әсә битен ҡаплап илап ебәрҙе. Шаян улын күҙ алдына килтерҙеме, әллә үткән ваҡытта “ине” тип һөйләүенән тамағына әсе төйөр килеп тығылдымы... Ҡыйын ине. Шоколад тотоп донъяһын онотоп йөрөгән ейәнсәре һиҫкәнеп китте лә ҡапыл өләсәһенә килеп һыйынды. Тәтәй генә ҡулдары менән ҡосаҡланы, илама, тип битен һыйпап-һыйпап алды. Үҙемдең дә тамаҡҡа төйөр килеп тығылды. Өләсәһе сабыйҙы ҡосағына алып тынып ҡалды ла тешен ҡыҫып:

 – Атаһы ла, әнкәү, илама, зинһар, тип тыя ине, ҡыҙы ла, уға оҡшап,  илағанды яратмай, – тине.

– Фәнистең ҡыҙымы?

Әсә башын  һелкте.

– Эйе, Әминә. Исемде лә үҙе яратып ҡушты. Улым тыуһа, Таһир тип ҡушасаҡмын, тигән була ине.

Нисек кенә сәйер булмаһын, миңә бер сама рәхәт булып китте. Йәшләй генә ҡатын-ҡыҙ наҙын да тоймай, сабый ҙа һөймәй киттеме икән был егет, тип уйлағайным килгәндә, баҡһаң, уның дауамы, уның ҡаны бына алдымда йүгереп йөрөй. Тимәк, киләсәге бар, юҡҡа ғына ут эсенә инмәгән, тим.

– Нисектер иртә китерен белдеме икән улығыҙ? – ауыр булһа ла һорамайса булдыра алмайым.

– Ноябрҙә өс-дүрт көнгә машина яллап Әсәләр көнө менән мине ҡотлайым тип ҡайтҡанында, әней, барыһына әҙер бул, – тағы түгелеп илай. – Донъя хәлен кем белгән, минең маңлайға ни яҙылған, шуны үтәрбеҙ инде, тип әйтте, – һүҙҙәрен йөрәгенән һығып сығара әсә. – Балам, барма әле, тип тә әйтеп ҡараным, әнеү, мин мужик, улды өйҙә ятыр өсөн таптыңмы ни, мин һине лә, ҡыҙымды ла һаҡларға тейеш, тине.

Үҙе махсус операцияла булған Илгиз Солтанморатов атлы затлы уҙаманыбыҙ Фәнис Хөсәйенов менән ҡыҫҡа ғына әңгәмә төшөрә шул осорҙа. Унда яугир, ысынлап та, мине әсәм өйҙә ятыр өсөн тапмаған, тип яуап бирә лә шул.

Илап һөйләгән өләсәһе янынан ейәнсәре һис китмәй, тыныс ҡына өләсәһенә һыйынып тик тора. Күрәһең, был һуңғы көндәрҙә уларҙың тормошонда ауыр хәл булғанын ул күреп, сабый аҡылы менән аңлай, тоя торғандыр.

– Ул бер нимәнән дә ҡурҡманы, – тине әсә улы хаҡында.

– Нисек аңларға быны, әйтәйек, бала саҡтан ҡараңғынан ҡурҡаһың.

– Юҡ, юҡ, бер нимәнән дә ҡурҡманы. Үҙе яңғыҙы сығып китә ине, йөрөп ҡайта ине.

4-5 йәштәрендә Фәнис магазинға тиклем барып етә. Ә ара бик йыраҡ –  1-1,5  саҡрым барҙыр, һуңынан ул юлды үтеп, Әминәгә күстәнәстәр барып алып килгәндән үҙем дә беләм хәҙер. Һатыусы кәштәһенә үрелеп тә буйы етмәгән малайҙың кибеткә тиклем килеп етеүе бер хәл әле, зирәклеген, тәүәккәллеген әйт, апа, дәфтәргә яҙ, өләсәй (улар телендә инәүкәй) кәнфит, тәмле һыу бирһен, тине, тип һөйләшеп, аҙыҡ-түлек тейәп, пакетын һөйрәп тигәндәй ҡайтып китә.

– Тәҙрәнән ҡарап торам, ҡайтып килә был. Ике ҡулы менән пакетын һығып тотҡан, шыр тир. Ҡайҙан алдың, балам, тим. Магазинға барҙым да яҙҙырып алдым, ти. – Әсә беренсегә бер аҙ йылмая бирҙе. – Нисек бирҙе, тип һорайым. Мин – Фәриҙәнең малайы, тип әйттем, ти. Аҡсаң бар инеме һуң? Апа, дәфтәреңә яҙып ҡуй әле, тип әйттем, ти. Шулай күтәреп ҡайтып килә. Һуңынан өйрәнһен тиеп, тин аҡсалар йыябыҙ ҙа, улым, икмәккә нисә тин аҡса кәрәк, һанап ал әле, тим. Һанап ала ла, үҙенсә китә. Пакетҡа икмәк һалып ҡайта.

Зирәк тә була малай. Беренсе класҡа барғанда өләсәһе Ирада Ғәли ҡыҙы менән  “Әлифба”ны өйрәнгән, хәрефтәрҙе танып белә. Фәнис бәләкәйҙән олатай-өләсәһе янында үҫә. Уларға ул терәк тә, тормоштарына бер биҙәк тә була. Мал ҡарарға, ат менеп сабырға ярата. Олатаһының салғыһын тотоп, дәүәтәй, мин дә сабайым әле, тип маҙаһына тейә. Олатаһы, йәрәхәтләнеп ҡуйырһың, тип тыйһа ла, еңмешләнеп тотона, сабырға өйрәнә. Артта ғына ҙур быуа, йәй буйы рәхәтләнеп һыу инеп, балыҡ ҡармаҡларға йәтеш. Ул һәр нимәгә дәртле була, “тиктормаҫ” тиҙәр ундайҙарҙы. Һәр кемгә, ҡулынан киләме-юҡмы, ярҙамға ашығып, атлығып ҡына тора.

– Ҡулға берәй нәмә алһаң, ул да ҡалҡына, ярҙам иткеһе килә. Эшләгеһе килә. Мин бәләкәй, мин булдыра алмайым, тигән һүҙе булманы уның. Әүҙем булды, оялыуҙы ла, ҡурҡыуҙы ла белмәне.

Бәләкәй сағында һуғыш уйынын яратҡан. Берәй ботаҡлы ағасты тотоп алған да, мин шулай атышып йөрөйөм, тох-тох итәм тип,  йәшенеп, шыуышып атыш уйнаған. Барҙанан ҡайтыу менән иптәштәрен эҙләп сығып китә. Окоптар эшләп иптәштәре менән мәж киләләр. Һуңынан ошо уйындары ысынға әйләнер, тип ул саҡта кем уйлаған.

– Махсус операцияға нисек юлланды?

– 26 июндә китте СВО-ға. Беренсе киткәндә һөйләшеп ултырҙыҡ , – әсә бер аҙ теремекләнде, иламай, ейәнсәре шым ғына иҙәндә таралып ятҡан уйынсыҡтары янына барып ултырҙы, егеттәр артыҡ шауламай телевизор менән булыша. – Әнекәү, ситкә эшкә китәм, тине тәүҙә, улай-былай утлы хеҙмәткә алыуҙары ла бар, тип ысҡындырҙы. Унда бармайым, тип әйт, мин һине мине ҡарар өсөн таптым, һуғышҡа ебәрер өсөн тапманым, эш күп бында ла, тинем. Ярай, әнекәү, тине. Шунда һөйләшеп ултырғанда, минең менән бер-бер хәл булһа, эштә төрлө хәлдәр була, юлда машина төрттөрөп китеүе лә бар, тик ошо өйҙө ташлама, тине. Ошо өйҙө ташлама, зинһар, тине.

Шул мәлдә һағайып китә Фәриҙә апай. Ә Фәнис тураһын әйтмәй, үҙенсә әсә йөрәген һаҡлауы буламы. Элек тә уның ситкә сығып эшләп килгән саҡтары була. Улын оҙатҡас та аңлай Фәриҙә апай. Ләкин унда ла ысын атыш, яу ҡыры тип күҙ алдына килтермәй әле ул. Һуңынан сентябрҙә улы әйләнеп ҡайтҡас ҡына...

– Ул юлға сыҡҡандан башлап, 15 сентябрҙә юлға сыҡты ул, сәғәт дүрттә, әней, ҡуҙғалабыҙ, тине. Шул ваҡытта уяндым, шунан балам өйгә ҡайтып еткәнсе өс тәүлек йоҡламаным. 18-ендә ҡайтып инде өйгә. Барҙалағы иптәштәре ҡаршы алған, юҡ, егеттәр, мин тәүҙә әнкәү янына ҡайтам, тигән.  Улар янында ҡалмай, тәүҙә әнейемде ҡосаҡлайым әле, тип ҙур рауза гөлләмәһе тотоп өйгә килеп инде. Әнкәй, мин иҫән ҡайттым, тиеп ҡосаҡлап алды, – тағы ла түгелеп китеп илап ебәрҙе әсә. Миңә лә ныҡ ҡыйын, көскә түҙеп ултырам, аптырап иламаҫҡа тырышып тамаҡ ҡырам, унда төйөр иремәй ней. Уйнап йөрөгән ейәнсәре шым ғына килде лә, ике ҡулы менән өләсәһенең йөҙөн тотоп алды. Иламайым, ҡыҙым, иламайым тигән була өләсәй. Тынлыҡ.

– Бергә уҡыған синыфташтары, дуҫтары ҡаршы алды. Улар ҙа килде. Гел янда ултырған булды, әнкәү, тип һөйөп тә ала. Иптәштәре тышҡа тартырға саҡырһа ла, әнкәү янында ултырайым әле, тине.

Нишләптер әсәһен янынан ебәргеһе килмәй шулай һалдаттың. Яу ҡырынан ҡайтҡан ир тормош ҡиммәттәре, әсә, бала, ғүмер  ҡәҙере хаҡында күп уйланғандыр, күрәһең. Ун, йөҙ тапҡыр үлем менән осрашҡан егет күңел торошоноң да, уй-аң ҡоролошоноң да хәҙер инде башҡасараҡ икәнен аңлағандыр. Кеше ауырлыҡтарҙы күберәк күргән, үлем менән йәшәү сигендә  хәүеф-юғалтыуҙы йышыраҡ тойған  һайын, уның йәшәргә ынтылышы көсәйә, башҡаларҙың ни тиклем ҡәҙерле икәне аңлашыла бара. “Үҙең өсөн түгел, кешеләр өсөн йәшәргә кәрәк” һәм “Йылдар буйы быҫҡып йәшәгәнсе, бер көн дөрләп яныуың артыҡ” –  ҡасандыр өлкәндәрҙең, остаздарҙың еткергән кәңәштәрен, эй, белгән булып китап теле менән аҡыл һаталар ҙа инде, тип ҡабул ителгән һүҙҙәрен, үҙ елкәңдә ауырлыҡтарҙы татый башлағас, алтынға бәрәбәр аҡыл икәнен аңлайһыңдыр.

Улының һағышлы күҙҙәренә бағып : “Башҡаса китмәйһең”, –  ти әсәһе. Тын торғандан һуң Фәнис:

– Әнкәү, ауыр булмаһа, кейемдәрҙе йыуып ҡына ҡуйырһың инде, йәме, ти.

Фәнистең тетрәндергес бер видеоһы бар. Фәнис ҡулын һуҙып үҙен төшөрә. Бының янынан ғына пулялар оса, ҡайһы берҙәре доңҡ-доңҡ  килеп тә тейә. Уны ҡараһам, үҙем әле лә тертләп китәм. Тып-тыныс Фәнис, иҫән-һау ҡайтһам, кире килмәм ахыры, тип ултыра. Күҙендә ниндәйҙер яҡтылыҡ менән бергә уйынсаҡ, иркә ҡараш та бар, ипләп кенә ҡараһаң, шул көләкәс ҡараш  төбөндә  бер оло мәғәнә ятҡаны сағыла. Әллә дошманға, һуғышҡа ләғнәтле мыҫҡыллы ҡарашмы.

– Үҙе лә икеләнгәндер ул?  – тип һорайым.

– Юҡтыр, оҙаҡламай тағы юлға, тағы яуға, әнкәү, тине. Был юлы йәшермәне. Бер туған Рәмиә апайымдың улы Айрас срочник булып армияға китте, мин уны ҡайтартам, унда барып әрәм булмаһын, тип әйтте. Уның өсөн бик борсолдо инде ул, – абруйы ныҡ булғандыр күрәһең, егеттең. Бындай һүҙҙе һәр кем дә әйтә алмайҙыр.

Ун көн була Фәнис. 28 сентябрь мобилизацияға эләгеп, элекке   «Барс 17» батальонына юллана. Шул оҙатыу мәлендә Илгизгә биргән интервьюһында, яҡташтар менән  китәм, яртыһы бергә уйнап үҫкән егеттәр, ти йылмайып. Шунда хәтерҙә ҡалырҙай ике көслө фекер әйтә ул. Беренсеһе – күңелеңдә ыңғай ғына тойғолар бар икән, хәрби рух та була. Яуҙа йөрөйөм, тигән ауыр уйҙар иңде баҫырға тейеш түгел. Ләкин шул уҡ ваҡытта онотолорға ла ярамай, алдың-артыңды ҡарап йөрөргә кәрәк. Һәм иң мөһиме бына нимә ти: эргәңдә мотлаҡ ышаныслы ике дуҫың булырға тейеш.

Икенсе фекере. Илгиздең, үҙеңде һаҡла, һин бик кәрәкһең, тигәненә ул былай тип яуаплай:

– Төрлө хәл була.Ҡайһы саҡта реально ятырға тура килә. Ҡайһы саҡта заданиеға китәһең, йә ҡайтаһың, йә юҡ, һин шуны беләһең – мотлаҡ эшләргә кәрәк, иди и делай. Һуғышта ваҡлыҡтар юҡҡа сыға!

Бына нимә ул һуғыш. Ваҡлыҡтар юҡҡа сыға! Алдыңда – командир ҡуйған бурыс, ил... Бик үҙгәреп ҡайта Фәнис.

Әсә һағышы мәңгелек, уға улы ғәзиз.

– Күргән кеүек тә булманым. Яңы йылға ҡайтам, туй алдынан өйгә ремонт яһайым, тине... Яңы йылда туйы булды инде, хушлашыу туйы. Ошо туйына әҙрләнгән булғандыр. Күңелем һаман да ышанмай, тәҙрәләргә ҡарап көтәм. Йүгерә-атлай ҡайтып килер кеүек.. Телефоным шылтыраһа, улымдыр, тип үреләм дә... – күҙ йәштәре туҡтамай аға. – Әнекәү, ни хәлдә, тигән һүҙен генә көтәм. Яуға инер алдынан, әнкәү, теләктәреңде теләп тор, бәлки, иҫән ҡайтырмын, тине. Бәлки, тигәне мине һағайтты.  Яу ҡырында ниҙәр генә булыуҙан бигерәк, уның артынан һунар барыуын да аңлағандыр ул. Дошмандар өсөн ажар юлбарыҫ ине шул Фәнис.

Үҙемде тыныс тоторға тырышып һорайым:

– Был хәбәрҙе ишеткәс... дөрөҫ түгел тип...

– 16 декабрҙә миңә бер кем дә шылтыратманы. Килен, ейәнсәремдең әсәһе инде, әней, һин ултыраһыңмы, баҫып тораһыңмы, баҫып торһаң ултыр әле, тине. Мин ниңәлер “Бәйләнештә”ге битенә ике көн инмәй торғайным. Иптәш ҡыҙымда инем. Унан һуң килен хәбәр ебәрҙе. Шул һүҙҙе уҡыным да, нишләгәнемде белмәйем. Йығылып киттең, телефондарың барып төштө, ти әхирәтем һуңынан. Дарыуҙар эсереп, аңға килтергәндәр.

Социаль селтәрҙәрҙә Фәнистең үлеме хаҡында 16 декабрҙә үк хәбәрҙәр таралды. Дошман яғындағыларҙың эше ине был.

– Башта дөрөҫ түгелдер тип, туғандарға шылтыраттым. Дөрөҫ түгел, ышанма, тинеләр. Район хакимиәтендәге Әлфиә Ураловнаға шылтыраттым. Ул да, ышанма, тине.

Ундай батыр, бар халыҡтың күҙ ҡараһы кеүек шәп егет хаҡында төрлө фейктар ҙа булыуы бик мөмкин ине шул. Шуға ҡапыл ышанып та булманы. “Жаренный” мәғлүмәт иҫәбенә кеше ҡайғылары менән мәрхәмәтһеҙ уйнаусылар ҙа әҙ түгел. Мин дә ышанманым, үҙҙәренә иғтибар алыр өсөн, Фәнис үлеме менән шаяралар, тип уйланым.

–  Көн дә шылтыратыу көттөм улымдан. Үҙенән тауыш-хәбәр булманы, үҙем шылтыратам – “недоступен”.

Мин һаҡ ҡына телефонын ҡулына алып өмөт менән изге хәбәр көтөп шылтыратҡан әсәне күҙ алдына килтерәм дә йөрәгем өҙөлә.  Алдан, хәбәр килмәй торһа, борсолма, элекке кеүек яуға телефондар менән инмәйбеҙ, яйлап бәйләнешкә сыға алмай торған саҡтарыбыҙ ҙа булыр,  тип аңғарта Фәнис әсәһенә. Шуға өмөтө һүнмәй әсәнең. Әле лә һүнмәгән...

 – Мине ай буйы иҫәңгерәттеләр инде, бер көн тере тиҙәр, бер көн үле тиҙәр, бер көн тере тиҙәр, бер көн үле тиҙәр... – Был һүҙҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлай, нисек түҙә әсә йөрәге. – Балам ҡайтҡансы (“алып ҡайтҡансы” тимәй) военкоматҡа барып та һөйләшеп ҡараным, ышанмағыҙ, Фәриҙә апа, башта беҙгә хәбәр килә, тинеләр.

Яңы йыл алдынан 11 тула тигәндә Фәриҙә Мәғдән ҡыҙына, тынысландырырға теләпме, Яңы йылда моңайып, илап ултырмаһын, тигәндәрме инде, улығыҙ госпиталдә, һөйләшә алмай, һеҙгә сәләм әйтте, тип шылтыратып хәбәр еткерәләр. Дуҫтарының үҙҙәренсә бүләге булдымы инде был, улар бит, моғайын, ысын хәлде белгәндер, рәсми мәғлүмәт көткән булғандарҙыр.

– Шуға бик ҡаты һөйөндөм.  Ҡанатым булһа янына осор инем. Бигерәк тә һөйөндөм. Туғандарыма, дуҫтарына шылтыраттым һөйөнөп. Улым иҫән! Әйттеләр, тинем. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ваҡытта Фәнис иҫән булмай инде, мәңгелеккә табан юл алыуына ике аҙнанан ашыу ваҡыт үтеп киткән була. –  Улығыҙ һәләк булды, тип 2 ғинуарҙа шылтыраттылар. Беҙҙең күҙ алдында снайпер алды, тинеләр. Ялынып-ялынып әйттем, үле булғас, ниңә мине йөҙәтәһегеҙ, ниңә кәүҙәһен алып ҡайтмайһығыҙ, ышанмайым, тинем...

Тәнде ҡурырлыҡ тынлыҡ урынлашты. Әсә тауыш-тынһыҙ күҙ йәштәренә ирек бирә. Шул ваҡыт  ишек асылды ла өлкән йәштәге апай килеп инде. “Нимә булды ул? Саҡыралар, ут ҡапҡан кеүек”, – тип һөйләнеп өйгә үтте. Юл ыңғайы сабыйҙы һөйөп алды.

–  Һин кәрәк, Мөнирә апай, күршем, – тип Фәриҙә апай күҙҙәрен һөртә. – Ултырып тор, Өфөнән килгәндәр, Фәнис тураһында яҙалар. – Үҙе миңә ҡарап һүҙен дауам итте.  – Үҙем барырға әҙерләнеп тә бөттөм. Улымды үҙем табам, ут эсенән булһа ла, тип ярһығайным да.  Фәриҙә Мәғдәновна, тынысланығыҙ, яңылышлыҡ та булыуы ихтимал, бәлки, ул түгелдер, рәсми хәбәр килмәне бит әле, тип хакимиәт башлығы Фәнүр Рәфисович Шәйхисламов туҡтатты. Ғөмүмән, уларға – башлыҡҡа ла, Әлфиә Урал ҡыҙына ла бик рәхмәтлемен, был көндәрҙә янымдан китмәнеләр, Барҙаға хәтлем килеп еттеләр. Дуҫы Айҙар 15 ғинуарҙа Екатеринбургҡа улымды алырға китте. Иртәгәһенә,  беҙ ҡайтып киләбеҙ, сәғәт туғыҙҙа Өфөләге мәйетханаға килә алаһығыҙмы, тип әйтте. Улымды күрҙем, ул да кеүек, түгел дә...  Әле лә ҡайтып керер кеүек, тәҙрәнән күҙемде алмай көтәм.

Тыныслана алмай илаған әсәгә күршеһе: “Сабыр ит, Фәриҙә-әү, сабыр”, – тип ҡәтғи генә әйтеп ҡуйҙы. Шау-гөр килеп әзмәүерҙәй ир килеп инде. Күрештек. Хәлил ағай булып сыҡты. Уның менән телефон аша таныш инек. Ул, һеҙгә ҡамасауламайым, тип Мөнирә апайҙар яғына уҙҙы.

2-се бүлек

Бер аҙ күңеллерәк темаға төшкөм килеп: “Улығыҙҙың батырлыҡтары хаҡында ҡасан ишеткәйнегеҙ?” –  тигән булдым. –  Беренсе барыуында булған ул хәлдәр. Видеола күреп кенә әҙерәк аңғарҙым инде. Улым ҡайтҡас, ни ҡыйратып йөрөйһөң унда, тип өндәшкәйнем, ул, әней, мине герой итергә тырышалар ҙаһа, булды инде шундай хәлдәр, тип йылмайҙы. Кешеләр ныҡ  ҡыҙыҡһына, башҡалар иғтибар бирә башлағас, әнкәү, минең менән бер саҡ ғорурланырһың әле, тип ҡуйҙы. Үҙе бик шат булды, шундай ҡурҡыу белмәҫ ул үҫтергәнмен, тип мин дә ҡыуандым. Әти-әниҙәргә ҙур рәхмәт инде. Фотоларына ҡарап, ғорурланып йәшәргә генә ҡалды бына.

– Ошо Фәнистең йортомо? Шуны ташлама, тип һоранымы?

– Эйе, сөнки был – беҙҙең төп йортобоҙ. Олатаһы уға бүләк итте. Бер ҙә үлер кеше кеүек һөйләшмәне.

Барҙала йәшәһәләр ҙә, ошонда ҡайтып йөрөй, ошонда ғына йәм таба Фәнис. Яуҙан ҡайтҡас ҡышын – эсен, йәйгеһен өйҙөң тышын тышлайым, түбәһен яңыртам, тигән хыялы ғына тормошҡа ашмаҫ... Улай тиһәң, быға тиклем буш торған өй эсе бөгөн йылы, ут яна, йәшәү тантана итә. Фәриҙә апай уны моғайын да улының әйткәнен тормошҡа ашырып, Фәнистең бер иҫтәлеге итеп, ҡулынан килгәнсе тышлап матурайтып та ебәрер. Кем белә, бәлки, бында геройҙың музейы ла булыуы бик мөмкин.  Олатаһы Мәғдән Фәнисте йәненән артыҡ күреп, яратып ҡына үҫтерә. Шуға мираҫ итеп йортон ҡалдыра ла. Заманында ул ейәненә машина ла бүләк итә. “Атайым менән әсәйем Фәнисте беҙҙән, балаларынан да, артыҡ күргәндер.  Фәнисем, Фәнисем, тип кенә торҙолар”, – тип иҫләй Фәриҙә. Олатай-өләсәй тәрбиәһендә үҫкән баланың күңелендә барыбер изгелек нурҙары күберәк була ул. Шуға Фәнистең һөймәлекле, көләкәс булыуы ошо оло һөйөү ҡосағында үҫеүендәлер ҙә. Бала саҡта наҙ күргән баланың йөҙө яҡты була, тиҙәр бит. Өләсәһе күптән мәрхүмә инде. Шаянлығы менән егет уға оҡшаған шикелле. Бәләкәй сағында китапхананан китаптар алып ҡайтып өләсәһе менән уҡырға ярата малай. Ижади һәләтле Ирада апай үҙе лә, ейәне кеүек (әллә киреһенсәме), тиҙ генә берәй нәмә уйлап табыр булған.  Күрше-тирәләге бар бала-сағаны йыйып алып, әкиәт уҡыһындармы, тәмлекәс бешерһендәрме йә Яңы йыл байрамы осоронда һәр балаға төрлө йәнлек костюмдары текһенме – өләсәй үҙе балаға әйләнеп саф күңелдән бирелеп башҡара был изге эштәрҙе. Инша яҙырға йә һүрәт төшөрөргә булһа ла уның  янына йүгереп инә ҡыҙҙар-малайҙар.   Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡай саҡ уҡытыусылар һиҙенеп, был билдә Ирада апаға, тип  дәфтәргә яҙып та ҡайтаралар. Шул осорҙо иҫләп Фәриҙә менән Мөнирә апай йылмайып та ҡуйҙы. Олатаһы иһә ейәнен һәр саҡ батыр, тырыш егет итеп күргеһе килә. Ғүмереңде оло эштәргә бағышла, итәғәтле, иманлы бул, тип өйрәтә. Барҙаға килеп, Фәнистең дәрестәренә инеп ултырыуын һөйләгәстәре, аптырап киттем, һоҡланып та ҡуйҙым. “Иртә менән барып иң арттағы партаға барып ултыра, тыңлай, уҡытыусыларынан һораша. Шунан икеһе бергә йылмайып ҡайтып инәләр. Уҡыуы, шөғөлдәре  менән ҡыҙыҡһынды, тәртипһеҙләнеп китмәйме, тип ҡарап ҡына торҙо ул”, – тип иҫләй ҡыҙы бөгөн. “Үҙ балам да былай уҡ ҡәҙерле булмағандыр ул, ти торғайны Мәғдән абзый. Аҡса йыйып машина ла алып бирҙе”, –  Мөнирә апай тәҙрәнән оҙаҡ ҡына тышҡа ҡарап ултыра.

Туҡһанды ҡыуған Мәғдән бабай Илмәк ауылында бөгөн,  Рәмиә ҡыҙы һәм кейәүе ҡарамағында. Ятып ҡына тора, сирләй. Йәнде өшөткәне шул: һоҡланғыс олатай яратҡан ейәненең был яҡты донъяларҙа юҡ икәнен белмәй ҙә. Уға Фәнистең үлеме хаҡында әйтергә телдәре бармай ҡыҙҙарының. Ишетһә, шунда уҡ йән бирәсәк атайым, тип тағы ҡулъяулығына тотона Фәриҙә. Һиҙенә шикелле, шылтыратығыҙ әле балама, уның хәле ауыр шикелле, шылтыратығыҙ әле, тип ята, ти, Мәғдән бабай.

– Йыназаһына ла  әйтмәнегеҙ инде.

– Юҡ инде, йәшерәбеҙ. Телефондарын ҡарап, радио-телевизорҙарҙы һүндереберәк тотабыҙ. Ишетеп ҡалыр, тип... Ҡырҡы үткәс бында алып ҡайтырбыҙ, тимен.

– Фәнисте эштә тип белә ул, бахырың, – тип ҡуйҙы Мөнирә апай.

– Ишетһә, сыҙай алмаҫ. Эйе, сыҙай алма-аҫ, – ҡалын тауыш менән уфтанды Хәлил ағай.

Фәриҙәне баяғы телевизор эргәһендә уралған  егеттәр саҡырып алғас, Фәнистең тәүге уҡытыусыһы менән танышам.   1 – 4 синыфта Яңы Ҡайпанда уҡытҡан Айһылыу Мөҙәрис ҡыҙы Хазипова.

 – Фәнис бик һөймәлекле, гел йылмайып торған, ҡыйыу, оялмаҫ кескенә малай булды. Шуҡ та, шаян да ине, тик тәртипһеҙ булманы, бер кемде лә ҡыйырһытманы. Уҡыу буйынса тырыш, йырға, бейергә әүәҫ. “Әлифба байрамы”нда  өйрәнгән йырҙарҙы бик оҙаҡ йырлап йөрөнө, эстән дә, ҡай саҡ ҡысҡырып былай ҙа. Әйтәм бит, оялмай ине ул, ҡыйыу, үткер һүҙле булды. Класта бар ҡыҙыҡ хәлдәр Фәнистән сыға ине. Көтмәгәндә генә ҡыҙыҡ итеп әйтеп ҡуя ине. – Сабыр ғына йылмайып ҡуйҙы мөғәлимә. – Өсөнсө-дүртенсе класта тәнәфес ваҡытында, әйҙәгеҙ, малайҙар, тип төркөмдө алып сығып та китә ине, эйәрәләр ине артынан. Лидерлыҡ сифаты бар ине.

Фәнис, бәлки, класта атаман, әүҙем лидер ҙа булмағандыр. Ундай сифаты ярылып та ятмағандыр, ләкин уның кеүек һөймәлекле заттар барыһын да үҙенә йәлеп итергә, артынан эйәртергә һәләтле. Һәм бар ғәм уға ынтыла. Сөнки ул ирекле, һәр йән иреккә, азатлыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылыусан бит. Ана шул нур Фәнистә булған, шуға ул үҙе лә һиҙмәҫтән иғтибар үҙәгендә була торғандыр. Лидер мотлаҡ ҡайҙалыр әйҙәүсе, алға сығып дөйөм фекерҙе еткереүсе генә түгел, ә иң тәүҙә, минеңсә, төркөмдө бер “йоҙроҡҡа” туплаусы ул, тип уйлап ултырҙым уҡытыусы һөйләгәндә. Ана шул Фәнистең үҙен һәр саҡ иркен тотоуы  балаларҙың бер-береһенең дә, уҡытыусы менән дә араларын яҡынайтҡандыр. Уҡытыусы фотолар күрһәтә. Беренсе синыфта тәүге ҡыңғырау мәле, барыһы теҙелешеп баҫып төшкән.  Синыфта һигеҙ бала – ете малай, бер ҡыҙ. Бәләкәй генә Фәнис. Унда ла ул донъяла иң бәхетле кеше булып йылмайып, балҡып тора.

– Ҡыҙыҡ мәлдәре булғандыр?

– Булды. Яңы йыл байрамында клоун булып кейенә торғайны. Өләсәһе оҫта ине, һәр саҡ үҙе тегеп кейҙерҙе. Мәҙәк тигәндән, мәктәптә линейкаға сығып теҙелеү йолаһы бар. Дүртенсе синыфтағы бер уҡыусы бүлмәгә килеп инде лә, Айһылыу Мөҙәрисовна,  линейкаға сығырға ҡуштылар, тине. Шул ваҡыт Фәнис парта өҫтөнән линейкаһын күтәреп алды ла, апа, быны ла алырғамы, тине. Юҡ, юҡ, Фәнис, линейка алмайбыҙ, үҙебеҙ сығабыҙ, тинем. Линейканан ингәс класс сәғәтендә линейканың нимә икәнен аңлатырға тура килде. Ул йыйылыш, барыбыҙ ҙа бер сафта, бер һыҙыҡта булырға тейешбеҙ, тип аңлаттым. Линейкаһын тотоп әле лә күҙ алдына килеп баҫа бәләкәй генә Фәнис.

Өсөнсө-дүртенсе синыфтамы икән, уҡыу дәресендә шиғырҙар бирә башланым. Класта ике Хөсәйенов ине. Фәриҙә апаның бер туған ағаһының улы Алгиз исемле. Икеһе бергә уҡыһын өсөн дә, бәлки, Фәнисте Ҡайпан мәктәбенә биргәндәрҙер. Алгиз – беренсе партала, ә Фәнис арттараҡ ултыра инде. Алгиз парта араһына баҫып шиғыр һөйләй башланы ла, бер юл әйткәс, артҡа боролоп ҡараны. Фәнис шул ваҡытта уҡ, йәһәт кенә, Айһылыу Мөҙәрисовна, ҡара әле, Алгиз, әйтеп ебәрмәҫме икән, тип миңә ҡарай ҙа ул, тине. Көлөп ебәрҙем инде. Ана шулай тиҙ үк хәбәрен таба, оялмай, ололар кеүек һүҙен әйтеп ебәрә ул.

Олатаһы-өләсәһе менән йәшәне. Иртән килеп улар тураһында ла матур итеп һөйләр ине. Олатаһының дәрестәргә килеп ултырған саҡтары булды. Ата-әсәләр йыйылышына Фәриҙә апай ҙа килеп йөрөнө, ҡыҙыҡһынды. Әсәһен яратып һөйләр ине, каникулға килеп ала, мин Барҙаға барам, тип шатлығы менән уртаҡлаша. Һеңлеһе Ынйы тыуғас, оло шатлығы менән уртаҡлашыуы иҫтә.  Һеңлем тыуҙы, Ынйы тип ҡушабыҙ, матур исемме, тип һөйөнөп торғаны һаман күҙ алдында.

Шул осорҙа Айһылыу кейәүгә сыға. Һәр көн тормош иптәше йәш кәләшен Тәтешленән килтереп ҡуя, алып ҡайта. Яңы еҙнә менән иң тәүҙә Фәнис таныша. “Һин беҙҙең апаның ире, мин беләм. Донъяла иң матур ҡыҙ – беҙҙең апа, мин дә уны кәләш итеп аласаҡмын, үҫкәс”, – тип күрешә ул. Һуңынан кластың бар “егеттәренең” яҡшы дуҫына әйләнеп китә яңы кейәү. Уҡытыусы кейенеп сыҡҡансы Фәнис командаһы уның  янына ашыға, улар уның матайын ҡарай, хәбәрҙәрен һөйләп өлгөрәләр шул арала. Ихластар инде. Кемдер көндәлеген күрһәтә, кемдер шиғыр һөйләй. Фәнис ана шулай һәр кем менән тиҙ үк уртаҡ тел таба, бөтөнләй ят кешене лә үҙенә ылыҡтыра ала.

– Был класс менән яратып, күңелле эшләнем. Яратып килә торғайным, – тип һүҙен дауам итә Айһылыу Мөҙәрис ҡыҙы. – Ул ваҡытта Яңы Ҡайпанда балалар баҡсаһы юҡ ине. Шуға уҡыусыларым бер-береһен һағынып, юҡһынып килгәндер мәктәпкә. Әкиәт донъяһы булды ғүмеремдең ул осоро.

Кейәүгә сыҡҡансы Ҡайпанға йәйәүләп төшә инем. Бер көн, юлда Ҡыш бабайҙы осраттым, тим балаларға. Ҡайһы бала яҡшы уҡый, шуның парта аҫтына бүләк һалырмын, тине, тим.  Былар тырышып уҡый башланы, көн дә парта аҫтын ҡарайҙар. Яңы йыл етәрәк, уйынсыҡтар-күстәнәстәр һатып алдым да, һәр береһенең парта аҫтына һалып сыҡтым.  Иң ныҡ шатланғаны Фәнис булды. Барыһы ла һөйөнгәндер, әлбиттә. Ләкин Фәнистең шатлығы бар донъяға түгелеп китә ине, йөҙөнә, күҙенә, бар булмышына сыға ине уның. Бер генә ҡыҙ бит инде, уға заколка ла ҡыҫтырҙым. Фәнис аптырай, Ҡыш бабай хатта Зилиәнең ҡайҙа ултырғанын да белгән, хәтәр икән был Ҡыш бабай, уға бит бер ҙә машина һалмаған, ти. Шунан үҙенсә һығымтаға килеп, ә, ҡыҙҙар рюкзагынан таныған инде Ҡыш бабай, тигән булды. Шундай күҙәтеүсән һәм сабыйҙарса сафлыҡ бар ине ул балаларҙа.

Яңы йыл кисәһендә клоун булып йөрөгән Фәнисте күҙ алдына килтерәм дә, көлкөм дә килә, уйланам да... Тик ул клоун булманы, Фәнис тәү ҡарашҡа ғына шулай шуҡ булғандыр, ә ул шаянлыҡ артында күпме һағыш, күпме һыҙланыуҙар ятҡанын ул үҙе генә белгәндер.  Шуҡлығы уның, бәлки, битлеге-ҡабырсағылыр, эсендәге ысын кисерештәрен йәшерер өсөн. Тәү ҡарашҡа ҡурҡмаҫ һәм мәҙәк Үлмәҫбай- Василий Теркин кеүек күренһә лә, мин уны аса барған һайын уның оло йөрәкле ысын “мужик һәм брат” икәненә төшөнәсәкмен.

– Сентябрь айында батырлыҡтарын ишеттем. Был минең уҡыусым, тип ғорурландым. Ғәҙәти ябай ауыл малайы – шундай ҙур герой. Әле лә ғорурланам. Һуңғы тапҡыр 28 сентябрҙә күрештек. Һалдаттарҙы оҙатҡанда, халыҡ араһында күреп ҡалдым да, бара башланым. Әллә ҡайҙан танып ҡалып, Айһылыу апа, тип ҡосаҡлап алды. Балаҡайым, тағы китеп бараһың икән, иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт инде, тинем. Фотоға төштөк. Үлгән хәбәрен ишетеп... ҡойолоп төштөм, бик ауыр булды. Әле лә ышанғым килмәй.

... Раббым, Аллам, ожмах ишеген ас,

Фәнис атлы изге балаға.

Күпме генә ғүмер йәшәп китте,

Оло даны ҡалды донъяға.

Раббым, доға ҡылып һорайым һинән,

Сабырлыҡ бир Фәриҙә апайға.

Шундай ҡыйыу батыр үҫтергән ул

Беҙҙең илгә, бөйөк Ватанға! – үҙе яҙған шиғырҙы уҡытыусы ҡалтыранып-ҡалтыранып китеп уҡыны.

– Эй, сабырлыҡтар бирһен Хоҙайым, – тип ҡуйҙы Мөнирә апай. Мин уның янына ултырам. Шулай уҡ яҡшылап танышам.

Мөнирә Муллаәхмәт ҡыҙы Саяпова. Бер йорт аша күршеһе.

– Олатаһы, өләсәһе менән ут күрше булып йәшәнек. Фәриҙә бәпәй алып ҡайтҡас, барыбыҙ ҙа мөғжизә көткәндәй һөйөндөк. Фәнисте беренсе булып мунсала үҙем йыуындырҙым.

Хәлил абзыйҙың ҡалын тауышы тағы ла һиҫкәндереп ебәрә:

– Тарихи ваҡиға был.

Апай дауам итә:

– Ҡыйыу бул, үткер бул, етеҙ бул, аталы-әсәйле бул, тәүфиҡлы бул, тип изге теләктәр менән йыуындырҙым. – Бер аҙ тынлыҡтан һуң: – Оҙон ғүмерле бул, тип тә теләгәнмендер. Әйткәнменде-ер, – тип һуҙҙы. – Хоҙайымдың амин тигән сағына тура килмәнеме? Әйләнә лә тулғана, әллә ниҙәр булды шул донъяға... Күҙ алдында үҫте. Беренсе бала булғас, янына йыш инә инек. Үҫә башлағас, беҙҙең балаларға эйәрә башланы. Уның тураһында нимә әйтергә инде, ысынлап та ҡыйыу, үткер, етеҙ, мөләйем, ауыҙы ябылмай ине инде. Ихлас ярҙамсыл ине, картуф алыу тиһеңме, бесән мәле булһынмы, көрәк йә һәнәк тотоп килә һалып етә. Үҙ балабыҙ кеүек булды инде беҙгә. Шуға бигерәк ауыр. Әрмегә бергә оҙаттыҡ.Ҡаршы алыуҙар...

– Ҡайҙа хеҙмәт иткән ул?

– Абхазияла Цхинвалиҙа хеҙмәт иткән, снайпер ине. – Ирҙәр тауышы тағы ла яңғырап китте.  – Унан да дан менән ҡайтҡан ул. Туғыҙ класлы малайға кесе сержант званиеһын юҡҡа бирмәгәндәр инде ул. Әрменән ҡайтҡас СПТУ-ны бөтөрҙө. Характеристикаһы бик һәйбәт ине.

– Никахтарында булдыҡ, бер ваҡиға ла беҙҙе ситләп үтмәне. Бергә йәшәнек. Эй, йәшәүгә өмөтө ҙур ине. Өй ҙә ҡарайым, беренсеһе йәшлек хатаһы булдымы, яңынан кәләш алам, донъя көтәм, тигән ышанысы ҙур ине...

Мөнирә апай Фәнисте яратып күп һөйләне. Улар араһында хәтерҙә ҡалырҙай, киләсәктә егетте ҙур батырлыҡтарға алып килер бер һәләтен телгә алды: техника телен аңлауы:

 – Уның бер иҫ киткес бер шауҡымы, тылсым көсө бар инеме икән, оҫталыҡмы, белмәйем, ул һис ҡуҙғалмаҫ тракторҙы ла көйләп, терелтеп алып китер ине. Матаймы ул, трактормы, машинамы, ултырып сыға ла китә ине. Техниканы ныҡ белде, һис тә аптыраманы. Ремонтларға булһа ла, телен белә, асҡысын таба ине. Колхозда комбайнда ла, тракторҙа ла эшләне.

Юҡтан ғына дошман БТР-ын  йүгәнләмәгән икән, тигән уй үтә башымдан.

Хәлил абзый менән танышам. Егет тураһында нимә беләһең, һөйләйһеңме, ағай, тигәйнем, ул:

– Бында түгел,  хәҙер МТМ-ға менгәс, унда булыр “мужской разговор”. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында түгел, – тигәс, һағайып киттем. Фәнис тураһында төрлө хәбәрҙәр йөрөнө, интернетта ла, былай ҙа: төрмәлә ултырған, шуға һуғышҡа ҡасҡан, герой исемен шуға бирмәйҙәр...

– Ярай, тим, ярай, ирҙәрсә һөйләшербеҙ.

Фәриҙә бушап тағы беҙҙең янға килеп ултырҙы. Телевизор тейешле каналдарға барып тоташты ахыры, унда йәнһүрәт башланды. Әминә менән Ынйы зәңгәр экранға уҡталды. Эй, сабый, диванға ултырып, бар донъяһын онотто. Беҙҙә – башҡа хәстәр, башҡа хәсрәттәр.

– Мин дә интернеттан, башҡа сығанаҡтарҙан Фәнис Хөсәйеновҡа ҡағылышлы яңылыҡтарҙы күҙәтеп барҙым. Уның фотоһына ҡарап, бындай нур һибеп торған ҡояштай ир һис тә үлмәҫ, уға пуля үҙе тейергә оялыр, тип фаразланым. Беҙҙең еңеүҙең, беҙҙең эштең хаҡлы икәнен аңғартҡан бер символ кеүек ине ул миңә, – тинем барыбыҙ ҙа тынысланғас.

 – Беҙ ҙә ышанманыҡ. Уны уҡ алыр кеүек түгел ине. Ҡайтып кергәнсе ышанманыҡ, беребеҙ ҙә, – Мөнирә апай тағы тәҙрәгә ҡарап алды.

– Әллә ул булманы микән. Айһылыу Мөҙәрисовна менән әле фотоларын яҡынайтып ҡарап ултырҙыҡ. Миңе ул яҡта түгел кеүек. – Эй, әсә. Һаман ышана, һаман мөғжизә көтә.

– Беләгенә “Наилә” тип яҙылған, ныҡлап ҡараныҡ, тинеләр бит, – Мөнирә апай, ғәҙәттәгесә, тын ҡала алманы. Шулайҙыр ҙа бит, их,  күрше апай, кешене һаман шул өмөт йәшәтә бит.

– Йөрәк яһап ҡатынының исемен яҙғайны. Яратышып ҡауышҡайнылар ҙа... Таныр өсөн билдә булып сыҡты.

Ысынлап та әрменән ҡайтҡас Наилә исемле ҡыҙ менән танышып, яратышып өйләнешәләр. Илмәк ауылында йәшәйҙәр. Әминә исемле ҡыҙҙары тыуа. Тик... юлдары айырыла йәштәрҙең, хәҙер ҡатын башҡа ирҙә. Мөнәсәбәттәре бик һәйбәт, Фәриҙә киленен яратып һөйләй: “Әни тип кенә тора. Шылтырата, хәлде белә. Әни, үҙеңде ҡара, һин миңә, Әминәгә кәрәкһең әле, тигән була. Йыназа ваҡытында өс көн бында булды. Йүнле йоҡо ла эләкмәне. Рөхсәт иткәс, иптәше һәйбәттер, тип ҡуйҙым инде”.

– Үҙем күрҙем, яурынында БРО??() билдәһе ҡара ябалаҡ төшөрөлгәйне, Фәриҙә, икеләнеп ултыраһы түгел, – Хәлил ағай шым ғына әйтеп ҡуйҙы.

Мөнирә апай Фәнисте күҙ алдына килтереп ултырҙымы:

– Ул ана шул ярғанат кеүек етеҙ булды. Ултырып һөйләшмәне, тик тора алмай торғайны. Беҙгә лә биш минутҡа ғына инеп сыҡты. Һәр саҡ ҡабаланды. Ғүмере ҡыҫҡа булырын тойғандыр, – тип ҡуйҙы.

– Йәне бигерәк тынғыһыҙ ине. Беҙҙә лә өҫтәл артында тыныс ҡына ултырып ашай алмай ине.

Үҙ-ара һөйләшеп, иҫкә алып ултырыу шулай ҙа күңелде тынысландыра ла икән. Фәриҙә апайҙың күҙҙәре бер сама янып киткәндәй булды. Юлдан килгәндәр, сәй эсерәйек әле, тип бер нисә тапҡыр ҡалҡынды. Сәйенә өлгөрөрбөҙ, тип туҡтатып ҡуям. Йәнле әңгәмәне һис тә туҡтатҡым килмәй, Фәнис хаҡында, киреһенсә, күберәк белгем килә.

– Видеоларын ҡарай инегеҙме?

– Тәүҙә миңә күрһәтмәнеләр ҙә. Һуңынан үҙе беренсе барыуынан ҡайтҡас ҡына, кемдер анау атышҡан видеоһын күрһәтте. Аллам, Хоҙайым, әллә ысынлап унда атышып ятаһығыҙмы, тинем аптырап. Юҡ, әнекәү, мин мультикта йөрөнөм, анекдот тыңлап шунда, тип көлә. – Әсә кеше, ниһайәт, йылмайып ебәргән булды. – Үҙе миңә видео-фәләндәрен күрһәтмәне. Бына шундай ерҙән иҫән ҡайттым, тине генә. Яу тураһында ла һөйләмәне. Мин дә алай һорашманым.

 Мөнирә апайҙың да йөҙө теремекләнеп китте.

– Минең малай ҙа, Фәнистең әсәһенә күрһәтмә, тине. Ул БТР тигәнендә йөрөгәнен генә күрһәтте. Эсендә, бик майламағандар быны, майлап алаһы бар әле, тип ултыра ине. Ул БТР эсендә ултыра, уны төшөрәләр. Ҡурҡынысыраҡтарын күрһәтмәй ине. Бер “Жигули”ҙа китеп бара. Үҙе көйләп алғанмы инде уныһын.  Унда ла машиналарҙы ремонтлап хитланған ҡый.

– Шуныһы үкенес, ҡотҡарған генералын төшөргән видеоһын юғалттым. Был баланы нисек таптың, ҡайҙан таптың, был бит кеше кеүек түгел, кеше-үрмәксе, тип шаҡ ҡатып илап ултыра инде ҡотҡарған генералы.

– Һеҙ уны күрҙегеҙме ни?

– Телефонымда бар ине. Видеола Фәнисте оҙатырға әҙерләнәләр ине унда. Үҙҙәренсә өҫтәл әҙерләгән булғандар.

– Генералдың исем-шәрифе билдәлеме ул?

– Кем генә белһен инде. Ана шул генералдың видеоһы бар ине. Хәҙер юҡ. Әллә Фәнис үҙе алып ташланы, әллә үҙем телефондың  хәтере тулып киткәс таҙартҡанмын. Хәҙер үҙенең телефонын көтәбеҙ инде.

– Телефон, әйберҙәре ҡайтып етмәгән инде?

– Юҡ. Ҡайтып етерме инде. Паспорты ла юҡ әле.

(ДАУАМЫ БАР).

Мөнир ҠУНАФИН.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас