Бер ғүмер етмәй икән...

Сая Фәнис Хөсәйенов тураһындағы очерктың аҙағы.

Бер ғүмер етмәй икән...Бер ғүмер етмәй икән...
Бер ғүмер етмәй икән...

  3-сө өлөш

Түҙмәне, юлдан килгән кешеләрҙе тотмайыҡ әле, һүҙ менән туйындырабыҙ әтеү, тип мейес артындағы бүленгән кухняға инеп китте Фәриҙә. Тиҙ үк өҫтәл әҙерләне. Беҙҙе саҡырҙы. Хәлил ағай тартырға сыҡты, уҡытыусы менән күрше, беҙ һуңынан ултырырбыҙ, тип беҙгә ҡамасауламаҫҡа булдылар. Тамаҡта – төйөр, ашарға дәрт булмаһа ла, ризыҡтан оло булып, әсә кешенең һүҙен йығып булмай. Эй, әсә кешенең наҙлы хәстәре, әсә ҡулынан яһалған сәй. Шунан да ҡәҙерле ни бар донъяла. Өҫтәл һыйҙан тулы ине. Фәнистең өсөн-етеһен уҡытҡан ризыҡтар ҙа булғандыр. Билмән ҡуя һалды. Фәнис ошо өҫтәл артына ултырып ашағандыр.

Сәй яһаған арала Әсә һөйләүен дауам итте.

– Әнекәү, мин юлда, тәмле ризыҡтарыңды бешереп әҙерләп тор, йәме, тип шылтырата улым. Манты, билмән, ҡыҫтыбый әҙерләйем. Фәнистең иң яратҡаны ҡыҫтыбый ине.  Был ҡайтҡанында, әнекәү, ҡыҫтыбай ашағым килә, тине. Күҙенән йәштәр сығырҙай булып яратып ашаны шуны. Тиҙ бешерәһең, тәмле бешерәһең, иң тәмлеһе – һинеке, тип маҡтаған була. Әминә лә атаһы яратҡан әйберҙе ашай.

 Әсә кеше асылды, һорау ҙа бирергә кәрәкмәй ине, сәй яһап, ҡыҫтап беҙҙе һыйлағанда ла рәхәтләнеп һөйләне. Мин уны туҡтатманым, тыңлап ҡына ултырҙым. Әйҙә, бушатһын эсендәге хәтирәләрен, шатлыҡ-һағыштарын.

– Калининградтан килделәр кисә, хәйер һалырға. Үҙе ҡайта алмаған, генералмын тигән, әниен ебәргән машина менән. Бында килде. Әсәһен фотоға төшөрөп ебәрегеҙ, тигән. Ул егет миңә бер кем дә түгел, уны мин хәрби кеше булараҡ бик хөрмәт итәм, сөнки ул – ысын батыр, тигән. Һәр генерал ундай сая һалдат алдында баш эйә, тигән. Бәлки, таныш та булғандарҙыр, кем белә. Минең менән төшкән фотоны  ебәрҙеләр, ышандым, минең хәйерем барып еткән, тигән.  Мысыр һынлы Мысырҙан хәйерҙәр ебәрҙеләр. Республиканың һәр төбәгенән хәбәрҙәр, йыуатыу һүҙҙәре килеп тора, бөтөнләй белмәгән-күрмәгән кешеләрҙән. Халҡыбыҙ миһырбанлы, берҙәм, тип уйлап ҡуям. Теге тарафтарҙан шайтан уйлылары ла булды. Унһыҙ ҙа булмаҫ, тим, донъяның кеме юҡ. Бөтә Рәсәйҙе данға күмеп китте бит. Әнкәәү, һин минең менән ғүмер буйы ғорурланырлыҡ итеп йәшәрмен, эшләрмен, тине икенсе киткәнендә.

– Халыҡ ныҡ яратты үҙен, лайыҡлы ярата, – тип һүҙен хуплайым әсәнең.

– Ул тыуғас та ҡырҡ көнөнә саҡлы иламаны ла. Имә лә йоҡлай, имә лә йоҡлай. Бер тапҡыр ползункийын бысратманы, шундай таҙа булды. Өс айға саҡлы аҡҡа ғына төрөп йөрөттөм. Иламаны, бала тауышы ишетке килә, ҡый, юрый әҙ генә семеткән кеүек төртөп алам, унда ла әҙ генә тауыш бирә лә бөттө. Фотоға төшөргәндә бер ныҡ ҡына семеттем, ауыҙҙары бөршәйеп дүртмөйөшләп китте, битендә һыҙыҡтар хасил булды, көлөп төшөрҙөм. Был бала илаған да икән, тип уйлаһындар, тинем.

Барҙаға килгәс, алтынсы синыфтарҙа иптәштәре кәмһеттеләр баламды. Башҡорт, тип үсектергәндәр инде. Милләте – башҡорт. Әнекәү, мин мәктәпкә бармайым, ти. Ниңә, улым? Барҙала миңә “башҡорт” тип әйтәләр, тей. Бер ҡайтты шулай, икенсегә кәйефһеҙ ҡайтты. Ҡайта ла сумкаһын алып ҡуя.  Өсөнсө көн түҙә алманым, киттем мәктәпкә. Әнекәү, мин – егет кеше, барып тиргәшеп йөрөмә, тип ҡуйғайны ла, әсә йөрәге түҙәме һуң. Класына барып индем. Барса сыҡҡан йәнем менән өҫтәлгә килтереп һуҡтым. – Хәтәр булған үҙе лә. Батырҙың әсәһе лә шулай булырға тейештер ҙә, тип көлөмһөрәп ҡуям. – Класс етәксеһе баҫып тора ине. Тертләп киттеләр. “Һеҙ, балалар, ниндәй милләттән булаһығыҙ? Башҡорт, тип яҙылғанмы?”, – тим. Эйе, тиҙәр. Баҫтылар барыһы ла, ҡурҡтылар. Ниңә минең улымды кәмһетәһегеҙ? Ярай, башҡорт булһа ни булған, бер-берегеҙҙең телен аңлайһығыҙ бит, тим. Вот, шул көндән башлап минең малайҙы кәмһетеүсе булманы. Фәнис оялды инде, ҡайтҡас, ниңә, әни, килдең инде, ти. Һине һаҡларға килдем, улым, тинем. Мин үҙемде үҙем яҡлай ала инем, просто әле ят ерҙә булғас туҡтап торҙом, тигән була.

Класс етәксеһе лә аҡыллы ине, әниең килеп дөрөҫ эшләгән, миңә лә өндәшергә кәрәк ине, тигән. Улым, үҙемде лә, әсәйҙе лә һаҡлай алам, тигән. Үҙендә шундай ышаныс көсө бар ине уның.

Был һөйләгән ваҡиға тәрән уйға һалды мине. Шул ваҡытта әсәһе бармаһа, кем белә, үҫмер ҡағылып-һуғылып, рухы төшөп меҫкен булып йөрөр ине, бәлки.  Нисек кенә әҙәпһеҙлек булһа ла, ваҡытында өҫтәлгә төшкән йоҙроҡтоң, һуңынан, кеше булаһыңмы, уҡыйһыңмы, тип башҡа төшкән туҡмаҡтан ун тапҡыр, йөҙ тапҡыр ҡәҙерлерәк тә, әһәмиәтлерәк тә.

– Һуңынан әйтә торғайны, әнеү, бына ысын йөрәктән әйтәм, һине обидаға не дам, тип. Алтынсы кластан уҡ әйтте, минең менән ғорурланып йәшәрһең, малай тапҡаныңа һөйөнөрһөң әле, тине.

Бәлки, әсәһенең ошо тәү ҡарашҡа сәйер аҙымы уға көс тә, дарман да биргәндер. Кем белә?! Беҙҙең холоҡ-фиғел ҡандан ғына түгел, үҫкән мөхиттән дә ярала бит. Эргәңдә ышаныслы, терәк  кешең булғанда һин тормош елдәренә йығылмаҫыңды аңлап, белеп артабан атлайһың. Юҡҡа ғына Фәнис, эргәңдә ышаныслы ике дуҫың булырға тейеш, тип әйтмәй бит.

 – Ауылда йәшәгәнендә, Фәнис сирләп китте, тиһәләр, төндә ишетһәм – төндә, таңда булһа – таңдан ҡайтырға сыға инем. Барҙа менән Ҡайпан араһы – 70 саҡрым. Һеңлеһе, Ынйы ҡыҙым – ауырыу  бала, шуға ғүмереңде бирһен, әсәй, үҙеңде һаҡла, һин һеңлемә лә, миңә лә, минең ҡыҙыма ла кәрәкһең, тиер ине. Сирләһәм, ауыр кисерер ине. Тәү киткәнендә телефондан шылтырата, тауышың икенсе төрлө нишләптер, тигән була. Нормально, тим. Юҡ, улай түгел кеүек, хәҙер видеонан шылтыратам, ти, әллә балниста ятаһыңмы , тип борсолоп китте. Хәҙер шылтыратмаҫ инде...

– Түҙәһегеҙ инде, – тим. – Ваҡыт барыһын да яйлап алыр ҙа...

– Түҙәм инде. Ашап-эсеп ултырығыҙ әле.

Ул һөйләй, беҙ водителем Артур менән ашайбыҙ. Һыуһағайныҡ. Тереләр һыуһай шул...

– Мин әле лә көтәм уны. Сәскәләрен күтәреп, әнекәү, мин бында, тип ҡайтып инер кеүек. Өсөнсө көн һыуһап ултырҙым да сәй яһап йомороно (сынаяҡты ) ҡулыма тоттом шулай. Әней, миңә лә сәй яһа әле, ҡорһаҡ асты, ти өндә, ышанаһығыҙмы, ысынлап эргәмдә асыҡ ҡына ишетелде. Йөрәк ҡыҫып алды. Хәҙер, улым, тинем дә ҡалтыранырға керештем. “Тиҙ ярҙам” саҡырттыҡ. Ҡан баҫымым күтәрелгән. Башымды һиҙмәйем. Тынысландырыу дарыуы биргәс йоҡлап алдым. Әнекәү, илама, мин һинең менән, һинең яныңда, тине. Төшөмдәме, өнөмдәме – тағы асыҡ ҡына ишеттем. Шуға сабыр итергә тырышам! И, әле лә янымда торған кеүек. Илағанда ла ҡосаҡлаған кеүек, ҡый. Машинала йөрөйөм. Улым, бар өмөтөм – һин, юлдарымды асып тор, тип өндәшәм. Юлым уңған кеүек бына. Имен генә йөрөп ҡайттыҡ, әйҙә, инәйек, улым, сәй эсәйек, тип һөйләшеп йөрөйөм шулай эстән. Йоҡларға ятҡанда ла, тыныс йоҡо, улым, тим.

– Махсус операцияға барыр булғас, бик ҡаршы булғанһығыҙҙыр, – әсә кеше тағы ла илап ҡуймаһын тип башҡа темаға күсергә тырышам.

– Барма әле, тинем ноябрҙә ҡайтҡанында, аяғыңды бәреп һындырам да, тим. Йәнәһе, аяҡһыҙҙарҙы алмайҙар, тип уйлап әйтеүем инде. Мин – мужик, һеҙҙе һаҡларға тейеш, аяғым һынып диванда ятҡанда ла мин унда буласаҡмын, әсәй, тине. Хәҙер һуң инде.

“Диванда ятҡанда ла унда буласаҡмын” – хәтәр яуап бит. Ысын ир-азамат һүҙе. Ул белә: бер һыныҡ икмәкте бүлешкән, бер туҫтаҡтан ашаған, иленең данын, ватанының намыҫын яҡлаған яуҙаш егеттәре менән ул һәр саҡ бергә. Бөгөн дә! Рухы менән!

– Әнеү, итәк аҫтында ятһын өсөн таптыңмы, әллә һеҙҙе һаҡлаһын, ҡараһын өсөнмө, тип йыш ҡабатланы. Һин беҙҙе һаҡларлыҡ булһын, тип үҫтерҙем, тик иҫән ҡайтаһың, тинем. Ҡайтам, шулай ҙа ныҡ бул, тине. Әсә көнөнә өс көнгә ҡотларға ҡайтты. Клуб хеҙмәткәрҙәре аша сәхнәнән сәскәләр төшөрттө миңә. Мин үҙем илармын әтеү, тигән. Һуңынан кафела өҫтәл әҙерләгән. Шунда сығып күтәреп алып инде. – Әсәнең тауышы ҡалтырап китте. Илағы килде минең дә. Белгәндер инде улы ҡайтмаҫын. – Һуңғы тапҡыр Айҙар дуҫында ултырҙыҡ. Ул ваҡытта был йорт ҡышҡа ябыҡ ине. Әнекәү, илағың килә, ивет, илама, тигән булды. Үҙенең күҙҙәре һағышлы ине, үҙе бойоҡ ине барыбер, эсе  яна ине. Бар йөрәгем менән тойоп ултырҙым.

– Һуңғы сәләме нимә булды Фәнистең?

– Әнкәү, тегендә инәбеҙ, һағынған һайын ошо йырҙы тыңла, тип “Һау бул, әсәйем” тигән яҙманы ебәрҙе. Шуны тыңлайбыҙ ҙа хәҙер...

Һау бул, әсәйем, миңә юлға иртән.

Сит яҡтарҙа нисек йәшәрмен икән?

Ҡайта алмаһам, берүк ғәфү ит,

Бында минең ғәйебем юҡ бит...

4-се өлөш

Фәнис былтыр 3 сентябрҙә “тел”, йәғни мөһим хәрби мәғлүмәттәр белгән кешене әсирлеккә алғанда танылыу яулағайны. Бындай заданиелар хәүефлелеге менән айырылып тора, сөнки дошман тылында разведчикҡа ярҙам итеүсе юҡ. Әммә Хөсәйеновҡа етәкселек юғары ышаныс бағлай һәм был ышанысты ул тулыһынса аҡлай. Бурысты үтәгәндә хәрби бәрелеш була, беҙҙең яугиргә БТР-ҙа ете кеше һөжүм итә. Фәнис уларҙың икеһен юҡ итә, береһен әсирлеккә ала, ҡалғандары ҡаса. Разведканан яугир йәйәүләп түгел, ә дошман БТР-ына ултырып ҡайта. 5 сентябрҙә Американың “Хаймарс” системалары Рәсәй отрядын утҡа тота. Хөсәйеновтың яҡташтарының береһе контузия ала, яралана. Яугир уны емереклектәр араһынан алып сығып, хәрби госпиталгә илтә. Йәнә бер тәүлектән беҙҙекеләр биләгән позицияларға ВСУ көстәре һөжүм итә. Бәрелештә генерал-майор яралана, Фәнис уны дошмандан тартып алынған БТР-ҙа госпиталгә алып килә. Ҡыйыулығы һәм зирәклеге өсөн Хөсәйенов “Сая Фәнис” ҡушаматын ала. Ул ысын халыҡ батырына әүерелә.

Рәсми баҫмаларҙа ошондай мәғлүмәт булды. Шул турала һәм башҡалар хаҡында беҙ ирҙәрсә һөйләшергә тип Хәлил ағай менән МТМ, йәғни гаражға күтәрелдек. Унда ике ир К150 тракторы аҫтына ятып, техниканы йүнәтеү эше менән мәжғүл. Тышта, һыуыҡта. Уларҙың береһе – Фәнистең яҡын дуҫы, бая әсәһе иҫкә алған, батырҙың кәүҙәһен алып ҡайтҡан Айҙар Камилйәнов ине. Яңы юлдашым уның менән таныштырғас, егет теләр-теләмәҫ кенә күреште, Хәлил ағайҙың, һыуыҡ, әйҙә машина эсенә инеп һөйләшәйек, тигәненә лә, кейем майлы, бысраҡ, тигән һылтау менән баш тартты. Һөйләшеү килеп сыҡмаҫ ахыры, тигәнерәк уй үтте.

Ысынлап та, беҙҙең һөйләшеү "ирҙәрсә" башланды. Айҙар үҙе лә – шәп ир, күренеп тора, ҡарашында саялыҡ һәм артыҡ етдилек сағыла. Беренсе өндәшеүенән үк тура һүҙлелеге күренде. Аҙаҡ уның, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ауылда староста икәне лә асыҡланды. 

– Фәнис иҫән саҡта ҡайҙа инегеҙ һуң? Үлгәнен көттөгөҙме ни? - беренсе һүҙе шул булды. – Батырлыҡтарын барыһы белде, унан һуң Фәнис ҡайтып та китте. Үҙен күреп һөйләшергә була лаһа. Үлгәс, һәр береһенең хәтеренә килеп төштө. Иҫән сағында ҡәҙерләргә ине уны.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин иғтибар биреп өлгөрмәнем, ҡайтҡанын да белмәй ҡалдым. – Ысынында ла шулай ине.

– Төп батырлығы беренсе барыуында булды. Бөтә донъя, интернет тулғайны...  – тип мығырҙаны егет.

Элек, туҡһанынсы йылдарҙа, “Йәшлек”тә эшләгәндә, йәш саҡта, бындай материал, бындай герой булһа, сенсация артынан ҡыуған кеүек, иң беренселәрҙән булып урынға барып етеп, үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, кешеләр менән күрешеп яҙырға тырыша торғайныҡ та. Ә хәҙер интернетҡа һалышып тик ултырабыҙ шул. Унан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе сүпләрбеҙ әле, тип...

– Шулай инде, күп журналистар бар тормошто телефон тәҙрәһенән ҡарап ҡына белә бит хәҙер, – тигән булдым. Шулай аҡландым. – Йәшерәк саҡ булһа, бәлки... Әле шул берәй әҙәби әҫәргә тотонмаһаммы, тип килеүем, яҙыусы булараҡ.

– Элек гәзиттән уҡып белә инек бар хәбәрҙе, нимәләр булғанды, кәрәкле яңылыҡты. Хәҙер ҡайҙа фейк, ҡайҙа ысыны – аңлауы ла ҡыйын.  Брат хаҡында ғына ниндәй генә мәғлүмәт булманы. Үҙе иҫән саҡта үҙенән һорап булмай инеме ни? – ярһыған Айҙарҙың фекерендә иҫ киткес хаҡлыҡ бар.

 Ысынында ла шулай бит, ысын яу хәтәр булған кеүек мәғлүмәт-ара һуғыш та ҡурҡыныс  бөгөн. Үҙ халҡында Рәсәйгә ҡарата күрә алмаҫ хәлгә еткерер, нәфрәт уятыр өсөн ниндәй генә бысраҡ-ялған яҙмай ҙа күрһәтмәй көнбайыш илдәре. 2021 йылда үткән Өфөләге фольклориадала бик күп сит ил вәкилдәрен күреп һөйләшергә яҙғайны. Ул ваҡытта уҡ улар Рәсәйгә ҡурҡып, өркөп килгәйне лә, беҙҙәге ихласлыҡты күргәс... Әйтәйек, шул уҡ поляктар, беҙҙе ҡара дошман күргән поляктар ул саҡта һоҡланыуҙарын йәшермәй: “Һеҙҙең өҫтәлдәрегеҙ бай, ит күп ашайһығыҙ, шәп. Беҙҙә быныһына ҡытлыҡ, – тигәйне.  – Рәсәйҙе беҙ бер хәйерсе ил тип уйланыҡ, беҙгә шулай өйрәттеләр”. Америка вәкилдәре бөтөнләй аптыратты: “Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ ҡурҡып ҡына килдек. Беҙҙәге мәғлүмәт сығанаҡтары яҡтыртыу буйынса, һеҙҙә Төньяҡ Кореялағы кеүек диктат, тыйыу-ҡыйырһытыу йәғни “запреттар иле” тип күҙ алдына килтерҙек. Барыһы ла бер формала ғына йөрөй тип тә уйланыҡ. Бөтөнләй башҡа ил. Халыҡ һеҙҙә көләс һәм бәхетле. Ә бәхетте яһалма эшләп булмай”.  Ошондай уҡ фекерҙе 2018 йылда Мәскәүгә футбол буйынса донъя чемпионатына килгән Англия (һәм улар ғына ла түгел) көйәрмәндәре лә әйткәйне: ”Беҙ Рәсәйҙе бер трущоба, бандиттар төбәге тип уйланыҡ. Унда бармағыҙ, үлтерерҙәр, тип тыйҙылар, ләкин беҙ килдек һәм... Рәсәйгә иҫ киткес оло һөйөү һәм ихтирам менән ҡайтабыҙ!”

Ташҡа яҙылған – юйылмай, тигән хәҡиҡәт беҙҙең ҡанға һеңгән, һәр мәғлүмәткә ышанып барабыҙ шуға ла. Ә айырым көстәр шуны оҫта файҙаланып, үҙенә кәрәкле яңылыҡты, мәҙәниәтте зиһенгә һеңдереп халыҡты бармаҡҡа бәйләнгән ҡурсаҡтар кеүек уйнатырға теләй. Беҙҙе лә шулай уйнатырға хыялланмайҙар инеме улар? Украина артына йәшенеп... Уйҙарым ситкә китте.

Айҙар менән һөйләшеүҙе икенсе юҫыҡҡа борорға теләп:

– Бергә үҫтегеҙме? – тип һорайым.

– Беҙҙең арттан үҫте инде ул. Олатаһында үҫте. Миңә килә торғайны.

Хәлил абзый ҡушыла:

– Бала саҡтан Айҙарға һыйынды. Мәғдән ағай оло, һикһәнде үткән аҡһаҡал, ул тыйманы. Фәнисте ғүмеренән былайыраҡ яратты.

– Ныҡ ярата ине, – Айҙар нығытып ҡуйҙы.

Бер көн Мәғдән ҡарт, Фәнистең олатаһы,  Хәлил ағайға килгәндә: “Армияға ебәрәйек әле шул шуҡ малайҙы, ир булып ҡайтһын әйҙә. Һалдат һурпаһын эсеп, тормошто аңлап ҡайтһа,  үлһәм дә үкенмәҫ инем”, – тигән. Уйлаһаң, һәр кем дә улай тип әйтә алмай бит, киреһенсә, күптәр ғәзиз балаһын армиянан ҡурсалап ҡалырға тырыша хәҙер. Тимәк, олатай арҡанан ғына һөйөп, теләгәнен ашатып, машина бүләк итеп, үҙенең дә, улының да күңеле булһын, тип кенә ултырмаған, тормошта юғалып ҡалмаһын өсөн, әйҙә, йөҙөп сыҡһын әле, тип, нужа йылғаһына ла “ырғытырға” ҡурҡмаған. Көслө рухлылар ихтыяры был.

 

– Тәртипһеҙ ине, тигәнерәк һүҙҙәр ҙә бар интернет селтәрендә, – тим. Ирҙәрсә һөйләшеүгә килгәс, быныһын һорамайса барыбер булдырмаҫ инем. – Ултырып сыҡҡан, тип тә яҙалар.

– Фәнис – ныҡ шуҡ егет, һис нигә ҡарап тормай ине. Һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер, өндәш кенә. Кемһетелгәндәрҙе яҡларға тырышты. Шуға ла төрлө йоғонтоға тиҙ бирелер ине. Олатаһы менән торғанда, кис менән сығармай бит инде ҡарт,  бүлмәһендә  бер аҙ йоҡлаған булып ята, шунан карауатына мендәрҙәр һалып, одеал менән өҫтөн ҡаплай, әйтерһең, йоҡлап ята, үҙе тәҙрәнән  сығып ҡаса ла беҙҙең янға килә. Шундай шуҡ егет инде ул. Аптырап ҡарап тормай һис тә.

Айҙарҙы бүлдереп Хәлил ағайҙың ҡалын тауышы яңғыраны, тәмәкеһен һурған арала ҡапыл ярһып өндәште. Һүҙҙәре ялҡын бәреп төтөндәре менән бергә килеп сыҡты.

– Мөнир , һин шуны аңла, “папенькин, маменькин сыночектар” ундай батырлыҡтар эшләй алмай. Алмай!

Айҙар сабыр ғына йылмайып ҡуйҙы ла, ағайҙың фекерен хупланы.

– Ата-әсәһенең итәгенә йәбешеп йөрөгән бала түгел инде Фәнис. Йөрәк бит һынауҙарҙа сыныға. Мәмәй булып йөрөһәң, артыңа тибәсәктәр. Ул үҙе бәхәс ҡуптармаһа ла, шул һуғыш уртаһына инеп китеп эләгә ине. Кешене яҡлаша,  яҡын кешеһен кәмһетеүгә юл ҡуймай.  Ышаныслы ине. Һин шундай, һин бындай, тимәне бер кемгә лә.

– Ул йөрөй-йөрөй ҡыҙыҡ ҡына хәбәр һалып ҡуя ине шул ҡай саҡ. Бер көн, уйлаһаң, тормош матур бит ул, эйе бит, Хәлил абый, тигән була. Ауырлыҡта үҫкәс, ауырлыҡтың нимә, кешенең кем икәнен, ғүмерҙең ҡәҙерен, тормоштоң әсе яғын да бик аңлай, белә ине ул. Шуға күрә яҡын кешеһен бик ҡаты яҡларға ынтылып торҙо.   Кәмһетелгән, йәберләнгән кешене йәлләй, ҡыҙғана белде. Ҡарап тороуға бәләкәй генә булһа ла, хәтәр етеҙ ине ул. Осҡон ине.

– Эйе, осҡон ине, атылған уҡ ине, – Айҙар, Фәнисте күҙ алдына килтерҙеме, йылмайып ебәрҙе.

Айҙар ҙа бик көслө егет күренә. Ҡарашында ут бар. Артыҡ етди. Һуңынан һүҙгә-һүҙ бәйләнеп, асылып киткәндә лә, йылмайып ҡуйғанда ла, уның йөҙөндә лә, тотошонда ла ирҙәрсә ныҡлыҡ, ергә ныҡ баҫып торғанын аңлатҡан ҡәтғилек юғалманы.

Фәнис тәбиғәте менән бик әҙәпле була. Олатай-өләсәй тәрбиәһе уның күңеленә һеңгән: ололарҙы хөрмәт итә, ауыр һүҙ әйтмәй, һәр саҡ ярҙам итергә ынтылыу... былар тураһында мин бар сәйәхәтем буйына аңлай барам инде. Уның тағы ла иҫ киткес шәп сифаты була:  кешене яҡшы-яманға айырмай, барыһын да тигеҙ күрә. Айҙар, кеше йоғонтоһона бирелә торғайны, тип ысҡындырҙы. Уныһы ла уның баяғы ҡояш кеүек ихлас булыуынан ул. Мин уның “Бәйләнештә”ге сәхифәһендәге яҙмаларын ҡарап ултырҙым. 2014 йылда үҫмер генә Фәнис тотошлайы менән “мужиктарса” фекерҙәр менән йәшәй: “Бер тапҡыр йәшәйбеҙ, ә нишләп ҡыйыуыраҡ булмаҫҡа”, “Эшләнең икән – ҡурҡма, ҡурҡһаң – эшләмә, эш үткәс – үкенмә!” ...

Ана шул ултырған енәйәте лә... Йә һуғышып, йә урлашып. Уныһы ла байыу уйынан, үтә кәрәк тигән һылтауҙан да түгел, аумаҡайлыҡтан, эйе, йә кеше артынан эйәреүҙән, йә шаярыу өсөн. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, автомобиль эсенән магнитоланы һурып ал да эргәһендә торғанын ҡабырғаға һалып кит. Әлбиттә, әсе шаярыу, һуң кем генә йәш сағында “кәпәсе менән айҙы бәреп төшөрмәгән”…

– Мин үҙем – хәрби кеше. Армияла - өлкән лейтенантҡа тиклем, полицияла подполковник дәрәжәһенә тиклем еттем. Таныш офицерҙарым күп. Улар менән Фәнис һәм уның батырлыҡтары тураһында һөйләшәбеҙ ҙә, эйе, һуштары китеп  аптырай, һоҡланалар тегеләр. 

Хәлил абзый Фәнискә туған түгел. Бөгөн күптәр менән аралашҡанда шуны аңланым: ул ысын мәғәнәһендә уның остазы,  фекерҙәше, арҡаһы, ныҡлы ышаныслы таяныр терәге булған. Хәлил Фәтҡулла улы Лотфуллин был турала бик әйтмәһә лә аңланым, һуңынан геройҙың яуға китеү мәлендә лә, ғөмүмән, тормошта һәр ҡырҡыу осоронда ла ул подполковникҡа таяна, уға бар кисерештәрен асырға мәжбүр була. Яңылышыраҡ киткән юлдарын төҙәтеүсе лә, аңлауымса, аралаусы ла булған. Хоҡуҡ һаҡлау системаһында эшләгәс, юлдарын, тәрбиә ысулдарын да белгәндер. Унан бигерәк, бөркөт бөркөткә ынтыла, затлы аҫылдарға ылыға бит. Ул йәһәттән Хәлил абзый затлы, аҡыллы ир-уҙамандарҙан. Өйҙә булғанда уҡ, бында түгел, мужиктар башҡа ерҙә һөйләшәбеҙ, тигән һүҙенән үк аңлап алғайным. Шуға ауыл ирҙәре лә татыу, берҙәм бында. Берәй эш атҡарһалар ҙа, проблема тыуып китһә лә, тиҙ генә бер-береһенә шылтыратып, йыйыла һалалар, хәл итәләр.

– Һоҡланмаҫлыҡ та түгел, – тип һүҙен дауам итә Хәлил Фәтҡулла улы.  –  Бер үҙең ,бына һин, Айҙар, БТР-ға һөжүм итә алыр инеңме?!

– Бер аҙна улар менән йәшәүен әйт әле, – Айҙар дуҫы йәнләнеп китте.

– Нисек йәшәп? Улар менән тигәнең, нимә, теге, дошмандар яғындамы? – күҙем дүрт була. Был турала беренсегә ишетеүем. Айҙар башын ҡалҡытып күҙҙәремә ҡарай.

– Инеп, бер аҙна улар менән... Окопта йәшәп ятҡан бит инде ул. Обстановка менән тәүҙә танышҡан шулай. Шунан ғына һөжүмгә күскән. Ул снайпер ғына түгел, разведчик та.

Мин Фәнисте күҙ алдына килтерәм, дөрөҫөрәге, килтерә лә алмайым. Харап таһа. Дошман араһында бер аҙна йәшәп ҡара әле. Бер аҙна. Дошмандар араһында. Хәт-тәр.  Ни тиклем йөрәкле булырға кәрәк. Улар менән ултырып аша, йоҡла, тәмәке тарт – һәр минутта, һинең кем икәңде белеп, үлтерергә мөмкиндәр түгелме һуң? Йоҡлап ятҡанда иҙәндән сысҡан йүгереп үтеүенә һиҫкәнеп, һикереп килеп тораһың, ә бында... эргәңдә ҡара дошманың хырылдай. Иҫ киткес һығылмалы, әртис булырға ла кәрәк тәһә. Уның мөләйемлеге, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүе бына ҡайҙа кәрәк булған.

Аптырап ҡалдым! Бик ҡыҙыҡ булып китте. Киноларҙа йә китаптарҙа ғына күреп-уҡып белгән хәл бит. Уныһы ла Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә. Һорауҙарымды автомат урынына яуҙырам.

– Нисек бара ул разведкаға, ҡурҡмай, ниндәй формала?

– Разведкаға китә яңғыҙы, мөһим задание менән. Уға планшетты табып алып ҡайтырға ҡушыла. Ә планшетта Фәнистәр фронтындағы һөжүмдең стратегик планы күрһәтелергә тейеш. – Хәлил ағай тағы тәмәке тоҡандыра. Ул арала Айҙар тотондо һөйләргә.

–  Үлгән дошман һалдатының кейемен систереп кейеп ала ла, инеп китә бер үҙе. Унда йәшәп ята. Белә тегеләрҙәге хәл-торошто, пландарын аңларға тырыша. Планшетты табырға кәрәк. Өсөнсө көнөндә генә планшетты күреп ҡала бер офицер ҡулында. Артынан эйәреп барып, барыбер планшетты ҡулға төшөрә был.

– Аңлап етмәйем, ә нисек аралаша һуң улар менән?

– Һин, ауылдан сыҡҡан малай, русса ла белмәйһең, нисек йөрөнөң унда, тип Фәнистән көләм.  Тәмәкең бөтһә, нисек һорайһың, тим. Эй, Хәлил абый, унда төрлөһө бар, ҡара тәнлеләре лә, улар үҙҙәре лә бер-береһен аңламайҙар бит. Кем менән һөйләшкәнен үҙҙәре лә белмәйҙәр иш, ти. Наемниктар бит инде. Тәмәке бөткәс былай итәм, ти, – һурып тартып төтөнөн күккә осорған хәрәкәт яһап күрһәтә, – тәмәке лә биреп китәләр миңә, тигән була. Эй, мәрхүм...

– Шунан БТР-ҙы алып сығамы был яҡҡа?

– Эйе, разведканан сыҡҡан ваҡытта була. БТР менән тегеләр сыға был яҡҡа. Уларҙың ҡайҙан килгәнен белгәс, Фәнис уларҙы ҡаршы ала. Шунан һөжүм итә, икәүһен оҙата, өсәүһе ҡаса, берәүҙе әсиргә ала, Фәнис БТР менән беҙҙең яҡҡа сыҡҡас, ангарҙарын шартлаталар. Шулайыраҡ һөйләне инде буғай, – Айҙар шулай тип ҡуйҙы.

– Һуңынан, алып сыҡҡан әсиренән, Фәнискә төртөп, ниңә уны окопта үлтермәнегеҙ? – тип һорайҙар икән дә, беҙ уның менән бергә һуғышабыҙ ҙаһа, ҡалай клевый егет, беҙҙең кеше тип уйланыҡ, тип әйтә ти. Интервью алғанында әйткән был һүҙҙәрен, ТВ-нан да күрһәткәндәр.

5-се өлөш

Айҙар хаҡлы, Фәнисте, иҫән Фәнисте минең дә бик күргем килә, һөйләшеп ултырғым килә. Их, ошо хәлдәрҙе үҙенән һөйләтеп ҡарар инем... Үҙе һөйләмәһә лә, “ишеттем инде, дошман менән бергә тәмәке тартып ултырғаныңда ниҙәр уйланың һин, брат?” - тип һорар инем. Ул йылмайып ҡуйыр ҙа Мостай Үлмәҫбайынса яуап бирер һымаҡ миңә. Һис зарланмайса, һәр нимәне уйлы көлкөгә һалып, былай тип һамаҡлар ине:

 

Ғәҙәт – ҡылыҡтың энеһе,

Бик ғәжәп бит ул ғәҙәт,

Һунар сыға һалыуыма

Шул ғәҙәт булды сәбәп.

Хазина ине уҙған төн:

Йондоҙло, айлы ине,

Дошманға тоҙаҡ һалырға

Бигерәк яйлы ине.

Күркәләнеп сығып киттем,

Ергә лә теймәй табан –

Әйтерһең, тыуған Уралға

Ҡунаҡҡа ҡайтып барам...

Яуҙа йөрөгәндә ауыр уйҙарға бирелмә, һуғыштамын, тип уйлама – был фекере уның, эйе, хаҡ һымаҡ.

 

– Фәнис үҙе һөйләнеме һеҙгә был хәлдәрҙе? Маҡтаныпмы, нисек? – һөйләшеү һәүетемсә ағымға төштө. Айҙарҙың баяғы, ҡаршы алғандағы, үпкәһе юғалды, йөҙө асылды. Хәлил ағай һалдаттарса ғорур баҫып, үҙенең мәртәһен белеп кенә һөйләүен дауам итте. Шуныһы ҡәҙерле: эскерһеҙ һәм асыҡ ине беҙҙең һөйләшеү, йәшереү ҙә, артыҡ шапырыныу ҙа юҡ.

– Ул бер нимә лә һөйләмәй ине.

– Абсолютно һөйләмәй ине.

– Нисек? Был хәлдәрҙе ҡайҙан беләһегеҙ әтеү? – мыйыҡ аҫтынан йылмаям.

– Беҙ шулай төпсөнөп, төпсөнөп,  һорап-һорап ҡына яуап ала инек. Үҙе бер ни һөйләнмәне.

Хәлил ағай уйланып торҙо ла:

– Ашап, сәй эсеп ултырғанда бер-ике һүҙ әйтеп ҡуя. Һүҙ һорап кеҫәгә инмәҫ егет булһа ла, был темаға һүҙгә бик һаран ине. Мәғлүмәт бирмәй. Бер генә әйберҙе әйтте: беренсе снайперҙы атҡас та, Хәлил абый, винтовкаһын ҡарармын әле, тигән уй бар ине, ти. Снайперҙарын юҡ иттем дә, малайҙарға әйттем, һеҙ мине ҡаплағыҙ, мин тегенең винтовкаһын барып алып киләм, ҡарайыҡ әле, улар ниндәй ҡорал менән һуғыша икән. Барып алған, тикшергән.

Пулялар араһынан ятып та, шыуышып та, эйелә-боҫоп та йүгергән Фәнис күҙ алдына килә. Ниндәйҙер бер ҡоралды барып алыр өсөн ғүмереңде иҫ киткес ҡурҡыныс аҫтына ҡуй әле. Пулялар ямғыры – бер хәл, икенсе снайпер сәпәп тә ҡуйыуы бар ҙаһа. Һуңынан беҙҙең герой тегеләрҙең ҡоралы менән, моғайын да, тағы ла бер-икәүһен, үҙҙәре әйтмешләй, “снимать” иткәндер, үҙ ҡоралдарынан – үҙҙәренә үлем.

– Сәйер генә яңғырармы был һорауым,  шул тиклем тәүәккәл Фәнискә һуғыш  уйын кеүек күренгән шикелле. Теге компьютерҙар уйынында шаярған кеүек.

Бер аҙ тынлыҡ урынлашты. Беренсе булып Хәлил Фәтҡулла улы телгә килә.

– Белмәйем, юҡтыр. Уйын, тип... Ул яуҙаш дуҫтары, ир намыҫы өсөн ғүмерен бирергә лә риза ине. Илен, тыуған ерен ныҡ яратты. Уйын түгел. Һин бер нимә аңла, Мөнир, ярһыған бультерьер тоҡомло эттәрҙә, мәҫәлән, һуҡһаң да ауыртыу инстинкты юҡ, ә Фәнистә ҡурҡыу, ҡаушап төшөү холҡо булманы. Бөтөнләй юҡ ине.

“Бәйләнештә” тәге битендәге ул саҡтағы ун биш йәшлек Фәнистең тағы ике яҙыуы ялт итеп иҫемә төштө: “На колено только перед Богом” һәм  “Лучше умру за братьев, чем буду жить без них”. Ошо һүҙҙәр уның ғүмерлек девизына әйләнгән.

 – Ысынлап шулай, ҡурҡыу белмәҫ изге йән ине, – тип өҫтәп ҡуйҙы Айҙар.

– Ә беҙҙең яҡтағылар нисек ҡаршы ала уны? Ни тиһәң дә, дошмандар кейемендә? – Ҡыҙыҡһыныуым кәмемәй. Кәмемәйәсәк тә. Фәнисте аса барған һайын ул миңә ҡыҙығыраҡ була бара. Ҡәҙерлерәк тә.

Хәлил ағай гөрһөлдәтеп көлөп ебәргән булды:

– Тәмәке тартҡанда бер мәл нимә ти, инде үҙебеҙҙекеләргә сығып еткәйнем, ҡарайым, беҙҙең һалдат ҡаршыға сыҡты ла,  “муха”ны (РПГ инде) күтәреп, миңә атырға тип сәбәләнә башланы. БТР-ға сығып баҫтым да аҡырам: “ Мин – Хаса-ан, я – Хаса-ан”.  Тегеләр ишетмәйҙәр. Шунан ҡапыл танып ҡалдылар ҙа, ҡаршыға йүгерә башланылар, ти.

Минең ниңәлер күңелем тулып китте. Бер-береһен һығып-һығып ҡосаҡлашҡан һалдаттар күҙ алдына баҫа.  Күҙҙәрендә – йәштәр, шатлыҡ һәм һоҡланыу сатҡылары. Фәнис ауыҙын йырып сабыр ғына йылмая.  Эргәләрендә ғәйепле төҫ менән дошман БТР-ы гөрһөлдәп эшләп ултыра. Һуңынан уның ҡабырғаһында сатай-ботай хәрефтәр һәм төрлө төҫтәге буяу менән “Башҡортостан”, “Уфа”, “Татышлы” тигән яҙыуҙар хасил буласаҡ та дошмандың тимер аты хәҙер инде көбәген көнбайышҡа табан төбәйәсәк. Әлегә уның эсендә баяғы кәрәкле планшет һәм ҡулы бәйләнгән әсир-һалдат ята.  Фәнис ирәүәнләп ергә, тыуған еренә һуҙылып ята ла күккә баға. Итеген сисеп ташлай, силғауын киптерергә үләндәр өҫтөнә элә... Ҡайтты әйләнеп Үлмәҫбай.

“Әсир, әсир. Хәҙер үҙеңде

Ҡунаҡҡа алып китәм,

Аҙаҡтан маҡтап йөрөрһөң:

“Башҡорт ҡунаҡсыл икән...”

 

Һөйләгәндең тамсыһы ла

Әкиәт түгел, туған.

Ана ул ята. Ә үҙем

Сылғау киптереп торам”.

Һуғышта ваҡлыҡтар юҡҡа сыға, тигәне дөрөҫ бит. Ғүмер генә мәлдәрҙән торған кеүек.

– “Хасан” – уның позывнойы инде. – Айҙар аңлата ла, өҫтәп ҡуя. –Бабай уны ике тапҡыр атып бәрә яҙҙым тей ине.

– Уныһы кем тағы?

– Беҙҙең яҡтыҡы, күрше ауылдан. Ул иҫән ҡайтты. Позывнойы “Бабай” инде.

“Хөсәйеновтың яҡташтарының береһе контузия ала, яралана. Яугир уны емереклектәр араһынан алып сығып, хәрби госпиталгә илтә”. Аңлауымса, яҡташтарының береһе ошо “Бабай” шикелле. Әңгәмә ҡороусы таныштарым әйтеүенсә, был “Бабай” Фәнис өсөн яҡташ ҡына түгел, өлкән хөрмәтле яуҙаш та булған. Разведкаға йыш ҡына ул оҙатҡан да, буғай. Арҡаһынан һыйпап, фатихаһын биреп. Бәлки, шуға ла һәр саҡ иҫән әйләнеп ҡайтҡандыр егетебеҙ. Һуңынан “Бабай” һөйләүенсә, яуҙа хәтәр хәлдәр булып тора инде. Сираттағы разведканан ҡайтып килә Фәнис.

Ангар артынан шым ғына тегеләр формаһында кемдер килә ятҡанын шәйләй “Бабай”. Автоматын төҙәп, тәтене ҡыҫтым тигәндә генә... “Бабай, бабай”, – тигән тауыш ишетелә.

“Тертләп киттем. Балаҡайым, үҙем атып бәрә яҙҙым даһа, бына саҡ ҡына тәтене ҡыҫаһы ғына ҡалды бит... Ҡосаҡлап илап ебәрҙем. Фәнис разведканан ҡайтмай тороп башҡаларҙы ла ашатмай инем.  Һуңғы "сәйәхәт"енән ҡайтҡас, ҡосағыма килеп һыйынды ла, үлеп ҡорһағым асты, берәй нәмә ашат инде һин миңә, ти. Ашаны ла тағы үҙенең позицияһына йүгерҙе”, – тип һөйләр һуңынан Бабай.

“Бабай” менән был юлы күрешеп булманы. Ситкә эшкә киткән, тинеләр. Яҙған булһа, әгәр һөйләргә теләһә, әлбиттә, уның менән дә бер ирҙәрсә һөйләшеп ултырырбыҙ әле тип өмөт итәм. Үлеп-фәлән китһәм, Әминә балаҡайыма иҫәп асып, киләсәген хәстәрләгеҙ инде, тигән васыятын Бабайға әйтеп ҡуйған Фәнис. Фәриҙә был турала белә, тине Хәлил ағай.

Һөйләшеүҙең ауыр еренә килеп еттек.

– Үлемен нисек ишеттегеҙ? – тимен.

– Нисек тип, интернет... Берсә – тере, берсә – үлгән, тип төрлө хәбәрҙәр йөрөнө ләһә. Эйе, туранан-тура яҡташ егеттәр сығыуын сыҡҡандар ине ул... Барыбер ышанманыҡ инде. Пуля муйынынан үтә сығып киткән  йә, ярсыҡлы граната шартлап, ярты башы менән ярты ҡулбашы юҡ, тиҙәр. Төрлө хәбәрҙәр булды, ышанманыҡ. Үҙебеҙ күрмәйенсә, – дуҫы башын ситкә бора, офоҡҡа ҡарай.

Декабрь аҙағынан ярты ай бар Башҡортостан Фәнис менән йәшәне. Яңы йыл осоро булһа ла, Тәтешле геройы онотолманы, уның иҫәнлегенә аяттар уҡылды, барыһы ла унан йылмайыулы сәләм көттө. Социаль селтәрҙәрҙә һәр төркөм, һәр кем уның һаулығы, тереме-юҡмы икәне хаҡында мәғлүмәт бирергә тырышты. Кешесә борсолоусылар, батырҙың яҙмышы менән ысын мәғәнәһендә янып-көйөүселәр күп ине. Әлбиттә, Фәнис исеме менән танылыу, лайк йыйырға ынтылыусылар ҙа аҙ булмағандыр. Аптырайһы түгел, хәҙер ҡайғы ла, шатлыҡ та һатыла бит, тауыштар, йөрәктәр менән дә, аҡсаға ла... Оҙаҡ көттөк рәсми мәғлүмәтте, ул ҡайғылы ине. Фәнистең артыҡ популяр булып китте, эйе, танылған йырсылар кеүек уның һәр аҙымы, һәр "йыры" иғтибар үҙәгендә ине. Танылыу буйынса сая егетебеҙ  ҡайһы бер йырсыларҙы “хит-парад”та уҙып китте хатта,  тик ҡулында гитара урынына – автомат, сәхнә урынына – БТР өҫтө ине... Һәр замандың үҙ йырсылары.

– Айҙар, һин алырға барҙыңмы?

–  Эйе. Екатеринбург аэропортына йөк 200 килеп төштө. Ағас йәшниген емереп, цинк табуттың  тәҙрәсегенән ҡарап, Фәнисме-юҡмы икәнен яҡшылап ҡарап, танып, алып ҡайттыҡ. Йәкшәмбе көнө сығып киттек, дүшәмбе ҡайттыҡ, шишәмбе ҡуйҙыҡ.

– Фәнис инеме?

– Эйе, үҙе ине. Оҙаҡ ятҡас, теүәл бер ай бит, ҡурҡҡайныҡ, йөҙө боҙолған, еҫ кергән, тип уйлағайныҡ та, бөтәһе лә һәйбәт ине. Танып була.

Хәлил ағай һүҙгә ҡушыла.

– Аллаһҡа шөкөр,  бер тигән ҡайтҡан, йыуғанда иғтибарлап ҡараныҡ. Яурынындағы ГРУ-ның ҡара ябалаҡ эмблемаһы ла, "Наилә" тигән яҙыуы ла үҙ урынында ине...

– Йыуҙыҡ, тиһегеҙме?

– Беҙ уларҙы Өфөлә мәйетханала көтөп торҙоҡ. Шунда уҡ цинк табутты киҫкеләп, мәйетте йыуып, ысын мосолманса кәфенлеккә төрөп алып ҡайттыҡ.

– Яраһын күрҙегеҙ инде, снайпермы?..

– Эйе, йыуғанда ентекләп ҡараныҡ бит. Ташҡа үлсәйем, пуля эйәгенең осонан ғына сыйып үтә лә, шунда  сигарет менән яндырған кеүек кенә эҙе бар, муйынынан инеп, һул яҡтан ҡалаҡ һөйәге аҫтынан килеп сыға мәрхүмдең...

Фәнистең ҡулында ҡатҡан ҡан эҙҙәре була. Күрәһең, үҙе аңғармай ҙа ҡалғандыр, ахыры, ниндәй серәкәй тешләне, тип эйәк, муйын тирәһен тотҡан булғандыр... һәм күккә баҡҡандыр.

Айҙар әйтеүенсә, ул көндө Фәнистән башҡа уның янында бер юғалтыу ҙа булмай. Позицияла, окопта уның бер үҙен генә...  Барыһы ла иҫән. Янында яҡташтары ла булған. Ул бер ҡасан да башлығын баҫырып кейергә яратмай, баш осонда ғына йөрөтә... Әллә шуға ҡарап? Фәнис өсөн һунар хәтәр барҙы шул. Батырлыҡтарын күрһәтеп, бар донъяға шаулап,  фото, видеоларын йыш ҡуйып, үҙебеҙ дошман снайперына “бына ул” тип төртөп күрһәтмәнекме, тип уйланам бөгөн. Уның башына тәүҙә – ете миллион, һуңынан 12 миллион доллар ҡуйғандар, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөнө бит. Дошмандың бар армияһын мәсхәрәгә ҡалдырған Үлмәҫбайҙың башы бик кәрәк булғандыр уларға. Һунар булғандыр. Быны Фәнис үҙе лә аңлағандыр. Баяғы шул ҡурҡыу белмәҫ һәләтенә ышанғандыр ҙа...

Әллә үлемесле уҡ яңылыш килеп һуғылдымы уға? Фәнис миңә тереләй таныш булмаһа ла, видео-фотолар аша шул тиклем һөймәлекле булып күренде, пуля уны мәңге алмаҫ, ҡояштай яҡты егеткә тейергә оялыр кеүек ине.

 – Беҙ ҙә шулай тип уйлағайныҡ, – тип ҡуйҙы Хәлил ағай. – Әжәл әшәке, мәрхәмәтһеҙ шул...

Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында, “Йәшлек”тә эшләгәндә осорҙа, командировкала, Ҡариҙел районында 105 йәшлек бабай (исемен онотҡанмын, подшивканы ҡарап алырға кәрәк) менән осрашыу хәтерҙә ҡалған. Дөрөҫөрәге, уның Әжәл хаҡындағы бер фекере. Сыуаҡ ҡояшлы көн ине. Тәпәш кенә өйҙә икәү һөйләшеп ултырабыҙ, ҡарт һәм мин. Өҫтәлдә – икмәк, май, тәҙрәнән ҡояш баға. Сәйнүктә һыу ҡайнаған моңло ғына тауыш. Янымда быуат менән тиңдәш бабай, аҡ сәсле, аҡ мыйыҡлы һәм һәр һыры, йыйырсығы йылмайып, йырлап торған алсаҡ йөҙлө. Уның бар ҡыланышы, һөйләшеүе, хәрәкәте, йылмайыуы... һис тә туҡтатҡы килмәгән, мәңге тыңлап туймаҫ бер моң кеүек. Ул миңә сәй яһай. Мине бабай түгел, Быуат үҙе тәмле һый менән һыйлай.

– Ун һигеҙенсе  йылдың йәйге  ошондай аяҙ көнөндә (үткән быуат инде)  өйөбөҙҙөң ишек алдында ҡыҙылдар командиры йығып һалып сыбыртҡыһы менән ярҙы.  Уларҙың отрядына ҡушылмаған өсөн, – тип һөйләне 105 йәшлек ҡарт. – Саңланып бөткән битемә  наганын терәне шунан. Әсәйем мөлдөрәп ҡарай, ауылдаштар ах итеп тора. Атам, тип тәтегә баҫырға ғына ҡалғанда, ауылдың икенсе осонда шау-шыу ҡупты. Былар барыһы ла йәһәт кенә атҡа атландылар ҙа шул яҡҡа саптылар. Ни тере, ни үле ятып ҡалдым... Тәтегә баҫып өлгөрә ине. Баҫманы. Үлем һуңынан да  һәр ерҙә һәр саҡ һағаланы. Тик... минең әжәлем, башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда, миһырбанлыраҡтыр, күрәһең. Шуға ғүмерем оҙо-он булды.

Ана нисек,  әжәлдең  дә төрлөһө бар. Миһырбанлы әжәл. Ә 24 йәшлек Фәнистең әжәле күңелгә яра, һулҡыуҙан туҡтамаҫ яра булып ҡалды. Бер үк ваҡытта әшәке һәм мәғәнәһеҙ ҙә, икенсе яҡтан ил өсөн барған яуҙа  мәңге данға күмер ҙә үлем. Фәнис кеүек донъяны, илеңде, тыуған ереңде яратып, йылмайып-көлөп йәшәр өсөн бер ғүмер етмәйҙер ҙә ул.

“Бәйләнештә”ге битендә 15 йәшлек Фәнис-үҫмерҙең яҙып ҡуйған тағы ике фекерен теркәйем әле ошо мәлдә:

“ – Брат.

– Әү.

– Бөгөн мин һуңғы көн йәшәйем, тиһәм, һин нимә тип яуап бирерһең икән?

– Иртәгә күрешербеҙ... күктәрҙә, брат!”

“Не в наших планах жить вечно – в наших планах жить достойно!”

Үҫмер сағынан алып бар күңеле, йөрәге менән, әйтерһең, ошо яуға, ошо данға, ошо ҡанлы үлемгә әҙерләнгән кеүек тә булып китә.

Хәлил ағайҙың тауышы һиҫкәндереп ебәрә.

– Нәфрәтле, ҡурҡытыу хаттары уның “Бәйләнештә”ге битендә лә күп булды. Беҙ һине табасаҡбыҙ, тип ҡурҡыттылар һәр саҡ.  Теге яҡ, декабрь уртаһында уҡ, русский терминатор уничтожен, тип һөйөнөп яҙып сыҡты. Дошмандар уны терминатор тип йөрөткән. Терминатор тип әйтерлеге инде, сираҡ кеүек малай ул, 50-60 кило тартамы шунда, көлкө инде, тик йөрәге ун терминаторға торошло...

6-сы өлөш

Фәнистең бер видеоһы бар. Яу барышында еңелсә йылмайып ултыра. Яҡында ғына нимәгәлер шап итеп пуля килеп тейә. Ҡурҡыныс. Фәнис, тыныс ҡына, иҫән ҡайтһам, башҡаса бармам инде, тип үҙен видеоға төшөрә...

Шул хаҡта иҫенә төшөрәм Айҙарҙың.

– Эйе, ҡайтҡас, булмай, бармамдыр, тигән кеүек һөйләнде.  Мобилизация башланғас, үҙебеҙҙең яҡташтарҙы йыйғас, был егеттәрҙе нисек ташлап бында ҡалам инде мин, тине лә, уларға терәк булып китте инде.

Айҙарҙы бүлдереп Хәлил ағай һүҙгә ҡушылды.

– Өҫтәл артында ултырғанда, Хәлил абый, был юлы ҡайта алмам инде, ти. Ауыҙыңа һуғырмын, юҡты һөйләйһең, тинем. Бер аҙ тынысланғас, әйҙә военкоматҡа барабыҙ, һөйләшәбеҙ, бер тапҡыр барып ҡайттың бит инде, бурысыңды үтәнең, үҙеңде күрһәттең, тинем. Яҡташтарҙы ҡарарға кәрәк, ауыҙ асып, ас йөрөмәһендәр өсөн юлын өйрәтергә, тегеләр берәм-берәм сүпләп атып бөтөрмәһендәр өсөн әҙерәк һуғышырға өйрәтергә кәрәк, тип йылмайҙы.  “Мин бармаһам...” Шулай тип китте. Улар миңә ышанып баралар, тине.

 Мобилизация башланғас Фәнистең өйөнә  кәңәш-төңәш итергә егеттәр күп килә. Һорашалар, нишләргә, нимәләр алырға кәрәк...  Ғәҙәттәгесә, Фәнис уларҙың һәр береһенә ярҙам итергә ашыға. Бәлки, ҡайһы берҙәрен йәлләп тә ҡуйғандыр, ысын батыр бер ҡараштан кем менән яуға инеп, кемгә иң терәп була, ә кемде яҡларға, өйрәтергә кәрәк... шунан яңынан ҡулына ҡорал алыу уйы килгәндер ҙә.

– Ул ысын патриот ине. Был буш һүҙ түгел, ысынлап та ысын патриот ине, – Айҙар дуҫы хаҡында шулай тип ҡуйҙы.

 

Фәнистең баш етмәҫ батырлыҡтары хаҡында бар ғәм белә. Башҡортостан үҙ улы менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана, һоҡлана. Тик уға һаман да Рәсәй Геройы исеме рәсми бирелмәгән.

– Ни өсөн һаман да герой исеме бирмәйҙәр икән егетебеҙгә? – тип һорайым. Айҙар:

– Судимость булған өсөн, тиҙәр. Военкомат миңә шулай тип аңлатты. Мәғәнәһеҙ шуҡлыҡтары өсөн йыл ярым ултырып сыҡты инде ул. Мөҙҙәте күберәк ине шикелле, иртәрәк сығарҙылар. Ҡайтҡас та Фәткулловичҡа килеп, мине ебәр әле, тине.

– Ҡайҙа? Аңламайым.

– Алда әйттем бит, мин полицияла эшләгәс, бар арыу егеттәр миңә килә ине, тип, – Хәлил Фәтҡулла улы көлөмһөрәп яуаплай. – Рәшәткә артынан шартлы һәм мөҙҙәтенән алда сыҡҡас, уға аҙна һайын милицияға барып теркәлергә кәрәк ине. Хәлил абый, мин ситкә эшкә китһәм, һин мине ҡаплай алаһыңмы, тине. – СВО -ға юлланыуҙы егеттәр үҙ-ара “ситкә эшкә китеү” тип йөрөтә. Ысын хәбәрҙе күптәрҙән, бигерәк тә ата-әсәләрҙән шулай йәшерер өсөн. – Уйлама, уныһы минең эш, иҫән йөрө, матур йөрө, тип икмәк ҡаптырып оҙаттыҡ.

Башҡортта шундай матур йола бар шул, әрме хеҙмәтенә йә ситкә оҙаҡҡа киткән егетте икмәк тешләтеп оҙаталар. Тешләнгән һыныҡ икмәк өйҙә һаҡлана, ҡатып та бөтә, тик хужаһының иҫән-һау йөрөп ҡайтырын, тағы ла бер умырып тешләр мәлен көтөп ята бирә ул.

– Законы ла ҡыҙыҡ инде, махсус операцияға китәм тигән егетте, юҡ, һинең “отметка”ға бараһың бар, тип туҡтаталар, көлкө инде. Махсус операция бара, теләге булғанды йыялар, ә улар... – йәне көйөп китте Айҙарҙың. Хәлил ағай һүҙен дауам итте:

– Фәнистең эше менән прокурорға хәтлем барып еттем. Бына Фәнистең танытмаһы, тим, обучался, присвоена квалификация снайпер, тигән. Телефонды асып  фотоһын күрһәтәм: тулы экипировкала. Бына яуҙаш егеттәре менән тора. Ул ҡасып, һыра эсеп ятмай, ҡыҙҙар менән дә түгел.  Ул, ҡулына ҡорал алып, илен, Рәсәйҙе һаҡлай. Ғүмерен дә аямай, тим. Шунан прокурор аңланы. Әтеү Бөтә Рәсәй розыскаһына биреп ята. “Отмечаться итмәгән” өсөн.

– Үлгәндән һуң, бәлки, бирерҙәр. Башлыҡ та,  беҙҙең герой, тине бит.  Уның Фәнис менән хушлашырға үҙе килеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй бит.

Айҙарҙың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың матәм сараһында ҡатнашыуын иҫкә алыуы. “Фәнис Хөсәйенов яугирҙәр сафына тәүгеләрҙән булып яҙыла, ҡыйыу һуғыша, яралана. Беҙ уның батырлыҡтарын беләбеҙ һәм һис ҡасан да онотмаҫбыҙ. Ныҡлы вәғәҙә бирәм: беҙ уны онотмаҫбыҙ. Ул – ысын герой. Район хакимиәтенән Фәнис Хөсәйеновтың исемен мәңгеләштереү сараһын күреүҙе һорайым. Тыныс йоҡла, батыр, мәңгелек дан һиңә!” – тигәйне Башлыҡ. Башҡортостан Башлығы ҡаһармандың әсәһенә – Фәриҙә апайға улының генерал Шайморатов орденын да тапшырғайны.

 

– Фәнис һеҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булды инде...

Айҙар, ну, малай, дә-ә, тип уфтанып ҡуйҙы ла,  уның өсөн үҙем китерҙәй булып ултырам, тине.

– Ауылдың бер йәме лә ундай кешеләр. Уның бар торошонан, тотошонан йәшәүгә йәм, ынтылыш сағыла ине. Ҡай саҡ асыуланып, хәҙер тап итһәм, берҙе тартам, тип киләм мин, эйеме, килеп сыға был, ауыҙы йырыҡ. –  (Айҙар: “Яйлап, майлап ҡуя инде”, – тип һүҙ өҫтәп өлгөрә, дуҫын күҙ алдына килтереп). –  Эй, Хәлил абый, тип килеп ҡосаҡлай. Ҡайҙа йөрөйһөң, һине эҙләп төшкәйнем, тип ебәрә. Бәлки, алдашалыр. Бар асыу юҡҡа сыға ла ҡуя. Уға һуғып та булмай, бер саф күңелле зат ине...

Ҡайтҡас та, әсәһенән һуң,  иң тәүҙә миңә инә ине. Был да – әҙәптең бер төрө. Ҡатын, үҙемдең улым кеүек күрәм Фәнисте, шундай һәйбәт егет булыр икән, ти торғайны ла... Һуңғы ҡайтҡанында бысаҡ бүләк итте. Бик иҫтәлекле бысаҡ, афған, чечня һуғышында булған ҡорал... Тегендә хөрмәт йөҙөнән полковник уға бүләк иткән.

– Миңә лә буш ҡул менән килмәне. Рация, бысаҡ бүләк итте. Киткәндә Тәтешлелә күтәреп болғаған Рәсәй флагын миңә ҡалдырҙы. Һаҡлаясаҡмын.

Хәлил ағай рухланып бөтөнләй тарих төптәренә төшөп китте.

– Беҙҙең ауыл Ҡайпандарҙың төп төбәге ул.  – Районда өс Ҡайпан ауылы бар. Ҡайпан-танып ырыуы башҡорттарының ере, тип яҙылған тарих китаптарына. –  Был тарихи урын. 1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышына  Салауат Юлаев отрядына Алладин Биктуғанов тигән  мулла ауылдан үҙе менән 100 кеше алып китә. Аҙаҡ Салауаттарға ҡушылғас Пугачев полковнигы ла булып китә ул. Берҙәм була бында халыҡ, аҫыл зат һүҙенә эйәрә. Бөйөк Ватан һуғышына ошо бәләкәй генә ауылдан 175 ир-егет китә, уларҙың 74-е генә әйләнеп ҡайта.

– Электән яугирҙәр ауылы булған, – Айҙар көлөмһөрәй. – Ҡайпан тиһәң, һуғыш суҡмарҙары ауылы, тип тә ебәрәләр. Беҙгә бер кем дә һуғышырға ла килмәй, ҡурҡалар. Берҙәм беҙ!

Хәлил Фәтҡулла улының ер тетрәтер тауышы яңғырай:

– Фәнистең батыр, ҡаһарман булыуы Ҡайпан һыуынан, һауаһынан, еренән ул. Белегеҙ шуны!

1700 йылдар башында  әлеге Ҡайпан төбәгенән егерме саҡрым ситтә, ҡара урман эсендә, килмешәктәр  ауыл нигеҙләп йорттар һала башлай.  Ҡайпандар белеп ҡалалар ҙа рөхсәтһеҙ эш ҡылғандары өсөн килмешәктәрҙең барыһын да һуйып сығалар. Был хәл тарихта бар. Бер әбей менән бер бала ғына йәйгеһен ҡапланған сана аҫтында йәшенеп ҡотолоп ҡалалар. Ҡайпандар ҡайтыр юлда аҙашмаҫ өсөн ағастарға юнып билдә ҡуйып барған була, һуңынан шуның буйынса быларҙың эҙҙәренә төшәләр. Ҡайпан ауылы кешеләре икәнен белеп килмешәктәр ауылды яндыралар. Ауыл ике ҡабат яндырыла. “Барыбер ауылыбыҙ бөтмәй, яңынан аяҡҡа баҫа, ерен дә бирмәй. Барҙағаса бар ерҙәр Ҡайпан ҡарттыҡы була. Ул ныҡ тота”, – тип һөйләне үҙ ерен яратҡан, тарихын да белгән, хөрмәт иткән уҙаман Хәлил Фәтҡулла улы Лотфуллин.

Был ҡанһыҙ ваҡиғаны, бәлки, теркәмәҫкә лә кәрәк булғандыр миңә. Ләкин был – тарих, ерең, илең өсөн көрәш, ул эҙһеҙ үтмәй, һәр заманда үҙ тауышын белдереп торасаҡ. Һәр һуйыш, һәр һуғыш ҡорбанһыҙ ҙа, шәһиттәрһеҙ ҙә булмай, киләсәк хаҡына, дөрөҫлөк хаҡына!  “Был беҙҙеке: Ер ҙә, Күк тә, әлмисаҡтан алып мәңгелеккә беҙҙеке!” тигән хаҡлыҡ тантана итеү хаҡына! Дошман менән ҡаты һәм аяуһыҙ булмаһаң, улар һинең ереңде генә түгел, динеңде лә, күңелеңде лә тартып алып, үҙенеке итәсәк. Бөгөн Көнбайыштан килгән яу шуны күрһәтте түгелме һуң? “Иреклек”, “демократия” тигән һүҙҙәр артында йәшенгән ғүмерҙә беҙ белмәгән оятһыҙлыҡтар, киреһенсә, рухи һәм күңел бығауҙары алып килде. Был бығау ҡулдарыбыҙҙы ғына түгел, аңыбыҙҙы ҡыҫа ине. Һәм ул мәңге бөтмәҫ бер язаға әүерелеп, бар булмышыбыҙҙы ағыулай торғандыр. Тиҙ генә ҡотола ла алмабыҙҙыр,  кем әйтмешләй, “фастфудтары-бушботтары бөтөрҙө тауығымды, сериалдар-порнолары  үлтерҙе зауығымды”. Сик кәрәк ине күптән. Көнбайышта илебеҙҙең иҫ киткес данлы һәм шанлы  тарихи ваҡиғаларҙы үҙ яғына бороп, боҙоп күрһәтеүҙәр ғәҙәти хәлгә әйләнеүе бер эсте бошорһа,  Рәмиҙең “Табыныу” поэмаһындағы

“Күҙҙе асҡан тәүге китаптарым,

Ниңә һеҙҙе, ҡулдан тартып алып,

Урта быуат уттарына һалып,

Яндырҙылар, һәләк иттеләр?” – тигән кеүек, Рәсәйгә ҡарата нәфрәт, күрә алмаусанлыҡ уятырға теләп,  Пушкин, Толстой, Достоевский, Чайковский кеүек даһиҙарҙың китаптарын,  әҫәрҙәрен юҡҡа сығарыуға барып етеүҙәрен камил кешелек мәңге кисерәсәк түгел. Ҡаршылыҡтар бәрелешен, хаҡ менән нахаҡтың көрәшен ситтән генә күҙәтеп йәшәү осоро үтте.

“Донъя күләмендәге психоз ниңә көсәйгәндән-көсәйә бара? Был һорауҙар мине, мине генә түгел, бик күптәрҙе көндән-көн нығыраҡ борсой. Элек мосолмандың мосолманға ҡаршы сығыуы оло гонаһ һаналған. Бөгөнгө мосолман донъяһындағы ҡан-ҡойош, һуйыш-үлтереш һымаҡ һәләкәттәрҙе тарих белмәй. Бер мәмләкәт, бер халыҡ эсендә һуғыштар бара, илдәр тарҡала, дәүләт етәкселәрен — Саддам Хөсәйен, Ҡаддафи һымаҡ донъяға танылған тарихи шәхестәрҙе аҫалар, аталар, үлек кәүҙәләрен мәсхәрәләп, витринаға элеп ҡуялар.

Цивилизациялы Европаның үҙендә ниндәй емерткес эштәр башҡарыла! Югославия тарҡатылды, тереләй туралды, ил юлбашсылары, нахаҡҡа ғәйепләнеп, хөкөмгә тарттырылды.

Бындай фажиғәле ваҡиғалар бөгөн Рәсәй сиктәренә лә килеп етте. Гүзәл Киевтың үҙәге ҡанлы Майҙанға әйләнде, илдәге власты ҡулға алған ҡораллы йыртҡыс майҙансыларҙың янъялдары арҡаһында Украина дәүләтселегенең киләсәгенә ҙур ҡурҡыныс янай.

Яңыраҡ бер иптәшем шылтырата, “Көндәлектәр”ҙең икенсе томының 346-сы битен асып ҡара әле, ти. 2004 йылдың 19 декабрендә унда ошондай һүҙҙәр яҙғанмын икән: “Украиналағы хәлдәр, уның икегә тарҡалыу ҡурҡынысы, Рәсәйҙең киләсәк яҙмышы мине ныҡ уйландыра. Украина бүлгеләнһә, Рәсәйҙе лә төрлө яҡҡа йолҡҡолай башлаясаҡтар. Ә берҙәм Рәсәй булмаһа, Башҡортостанды йоторға әҙер торалар. Рәсәйһеҙ Башҡортостандың киләсәге хәүефле”, – 2014 йылда уҡ халыҡ шағиры Рауил Бикбай шулай тип яҙа. Тимәк, бөгөнгө хәлдәр  тиҫтә-тиҫтә йылдар килә. Түҙгәнбеҙ. Махсус операция, бәлки, иртәрәк тә кәрәк булғандыр...

Үҫкән саҡта олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр беҙҙе һөйөп яратҡанда ла, өгөт-нәсихәт уҡығанда ла, йә берәй сәбәп сығып изге теләктәрен еткергәндә лә һәр саҡ тиерлек, тик һуғыш булмаһын, балалар, күк йөҙө аяҙ булһын, тип теләй торғайнылар. Ул теләкте ысынға ла алманыҡ, өйрәнеш буйынса элекке йырҙарын һуҙалар инде, тип ҡул һелтәп ҡараныҡ. Беҙ – һуғыш күрмәй үҫкән быуын, ядро, атом заманында кем автомат күтәреп һуғышып йөрөһөн, юҡ-бар менән баш ҡатыралар, тигәнерәк вайымһыҙ уйҙар менән йәшәгәнбеҙ. Ул беҙҙе һәр саҡ һағалап торған икән, баҡһаң.

– Хәлил ағай, беҙҙең быуында һуғыш булыр тип ғүмерҙә лә уйламағанһыңдыр, ивет? – тим, был ир-азаматтар күңелемә яҡын була бара, була бара. Элекке хәрби кеше оҙаҡ ҡына уйланып торҙо.

– Һәр быуын үҙ һуғышын күрмәй үтмәйҙер, тигән ҡарттарҙың әйткән һүҙе бар. Хаҡтыр, күрәһең. Ир-егеттәребеҙ иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтһын инде, тип теләргә ҡала. Беҙ һаҡламаһаҡ ғәзиз Ватанды, яттармы ни ҡурсалар?!

“Үҙ һуғышы” тигәне , бәлки, мотлаҡ ул теге мылтыҡ, пушкалар тауышы булыуҙы ла аңлатмайҙыр, тормош тирмәне әйләнә бит, рухһыҙлыҡ, битарафһыҙлыҡ менән асыш-табыштар көрәше, рух менән нәфсе алышы, байҙар менән ярлылар, ғәҙелһеҙлек менән тоғролоҡ һуғышы һәр заманда, һәр осорҙа зиһенде тарҡата, күңелде иләкләтә. Дары еҫе түгел, икмәк еҫе еҫкәп йәшәгеләр килә лә бит, тик ил, ватандан да ҡәҙерлерәк төшөнсә юҡ. Уға ҡурҡыныс янай икән – алға, яуға!

– Мобилизация, Айҙар,  һиңә лә ҡағылырға мөмкин, – тим. Утыҙҙы уҙған ир сая ҡарашы менән өтөп алды:

– Ил саҡырһа, барабыҙ. Бында икеләнеп тораһы түгел. Юрған аҫтында йәшенеп ҡалмаясаҡбыҙ. Ҡулда Фәнис тапшырған Рәсәй флагы бар, борсолмағыҙ, тап төшөрмәбеҙ.

Айҙар менән хушлашып, зыяратҡа юлланабыҙ. Фәнистең ҡәбере сәскә-веноктарға күмелгән. Тынлыҡ. Иҫ киткес тынлыҡ. Күк йөҙө сатнап китерлек дәрәжәлә зәп-зәңгәр. Батыр рухына белгән аяттарымды уҡыйым. Урының йәннәттә булһын, Фәнис!

Ҡайтыр юлымда Фәнистең яҡты йөҙөн, ғәзиз һынын, рухи булмышын, нур һәм ялҡын  бөркөп торған йөрәген күҙ алдына килтерергә тырыштым. Ошо йөрәк аҡыллы күңелдәргә һәм данлы илебеҙгә күпме йыр, күпме өмөт ҡалдырып китте. Батырлығы уның башҡаларға ышаныс бирер, күңелдә лә, ил тарихында ла һәйкәлгә әйләнер.

Мөнир Ҡунафин.

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас