

– Ришат Фаат улы, үткән йыл һеҙҙең коллектив көсөргәнешле режимда эшләне. Өлөшләтә мобилизация хеҙмәткәрҙәр иңенә мөһим һәм ауыр бурыс һалды. Ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра алдығыҙмы?
– Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары хәрби комиссариатында 19 кеше: өсәүһе – Иҫәнғол ауылында, ҡалғандары Күгәрсен районында эшләй. Күп белгестәр ҙур тәжрибәгә эйә. Һәр ҡайһыһы эшмәкәрлектең үҙенсәлектәрен бик яҡшы аңлай, талап ителгәнде тулыһынса үтәй. Өлөшләтә мобилизация осоронда хеҙмәткәрҙәр барыһы ла, шәхси ваҡыттары менән иҫәпләшмәй, эшләне, дежур итте, повестка таратты. Әле хәрби комиссариатта мәғлүмәттәрҙе цифрлаштырыу буйынса ҙур эш алып барыла. Ул тамамланһа беҙҙең эш күпкә еңеләйәсәк.
– Махсус хәрби операция башланғандан алып мобилизацияланғандарҙың туғандары ниндәй һорауҙар менән йышыраҡ мөржәғәт итә? Райондар хакимиәттәре менән мохтаждарға ярҙам күрһәтеү буйынса бәйләнеш булдырылғанмы?
– Тәүге осорҙа мобилизацияланғандарҙың яҡындары аҡсалата түләмдәр, уларҙы ваҡытында иҫәпләмәү, банк карталары, льготалар алыу өсөн документтар, хәрби часть командирҙарына үтенес йүнәлештәре юллау буйынса мөрәжәғәт итте. Күпселек мәсьәләләрҙе беҙ үҙ аллы хәл итәбеҙ. Әммә ҡайһы бер осраҡта, мәҫәлән, мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә көнкүреш мәсьәләләрендә ярҙам итеү йәһәтенән урындағы власть вәкилдәренә мөрәжәғәт итергә тура килә.
– 1 апрелдән илдә яҙғы саҡырылыш башланды. Буласаҡ һалдаттар өсөн йәш планкаһы үҙгәрәсәкме?
– Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә: әрмегә хеҙмәткә алынғандарҙың береһе лә махсус хәрби операцияға ебәрелмәйәсәк. Саҡырылыусылар өсөн йәш планкаһы әлегә шул уҡ ҡала. Уны үҙгәртеү тураһындағы закон проектын Дәүләт Думаһы депутаттары ҡарамағанда.
– Әгәр хәрби хеҙмәткә саҡырылыусының инаныуы йәки дине традицион хәрби хеҙмәт үтәүгә ҡаршы килгән осраҡта, ул альтернатив хеҙмәт үтә ала.
– Ә саҡырылыусы контракт төҙөргә теләһә быны эшләү өсөн билдәле бер ваҡыт үтергә тейешме?
– Өс айҙан күберәк хеҙмәт стажы булған хәрбиҙәр контракт төҙөй ала. Шулай уҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандар ҙа шунда уҡ контракт буйынса хеҙмәтте һайларға хоҡуҡлы. Был осраҡта улар контрактты кәм тигәндә ике йылға төҙөйәсәк.
– Бөгөн төрлө йәштәге ир-егеттәр шулай уҡ контракт төҙөргә, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға мөмкин. Ҡалаларҙағы сауҙа үҙәктәрендә, йәмәғәт урындарында мобиль пункттар ҙа эшләй. Улар беҙҙә буласаҡмы?
– Район хакимиәте менән килешеү буйынса граждандарҙы һайлап алыу пункты апрелдә эшләй башлаясаҡ. Ул Иҫәнғол ауылының Октябрь революцияһы урамында, хәрби комиссариат янында урынлашасаҡ. Унда эшләйәсәк ирекмәндәр тейешле уҡыу үтте. Ә шулай ҙа контракт төҙөргә теләгән граждандарға тәүҙә йәшәү урыны буйынса военкоматҡа мөрәжәғәт итергә тәҡдим ителә. Унда улар менән әңгәмә үткәреләсәк, унан бер-ике көн Эске эштәр министрлығы базаһында тикшерәсәктәр (Рәсәй Федерацияһының Енәйәт Кодексының ауыр булмаған статьялары буйынса хөкөм ителеү ҡаршылыҡ тыуҙырмай, ҡарарҙы ведомствоға һорау биргәндән һуң һәр ғариза биреүсе буйынса индивидуаль ҡабул итәләр), медицина тикшереүенә йүнәлтмә биреләсәк, ниндәй документтар йыйыу кәрәклеге тураһында аңлатасаҡтар. Йәш, һаулыҡ торошо, физик әҙерлек буйынса талаптар бар. Һуңғыһында кандидаттар көс, тиҙлек һәм сыҙамлыҡҡа һынала. Бөтә мәғлүмәттәр Өфөләге хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына ебәрелә. Һәр граждан буйынса һорауҙар шунда хәл ителә. Һайлауҙы үткәндәр Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм хәрби округ штабы ҡарамағына бара. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, хеҙмәт итеү ваҡыты бер йыл – өс йылға, ике йылға, бер йыл йыл ярымға иҫәпләнгән территориялар бар.
– Һеҙ – отставкалағы офицер. Буласаҡ һалдаттарға нимә теләр инегеҙ?
– Ватанды һаҡлаусыларҙың барыһына ла лайыҡлы һәм уңышлы хеҙмәт, сыҙамлыҡ, көс һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем. Тыуған илгә хеҙмәт итегеҙ һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, ҡыйыу һәм ныҡышмал булығыҙ, хәрби форманы ғорурлыҡ менән кейегеҙ һәм өйҙә туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың көтөп тороуын иҫегеҙҙә тотоғоҙ.