

Был ҡарар Донецк Халыҡ Республикаһының һәм Луганск Халыҡ Республикаһының башлыҡтары ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндән һуң ҡабул ителде.
Туғандаш республикаларҙа тыныслыҡ урынлаштырыу, Рәсәйгә сит илдәрҙән янаған агрессияға ҡаршы тороу өсөн ҡораллы көстәрҙе йәлеп итеү кәрәк булды. Тормоштарын хәрби хеҙмәт менән бәйләгәндәр илебеҙ именлеге хаҡына махсус операцияға юлланды. Шулар араһында сығышы менән Абзан ауылынан булған, Екатеринбург ҡалаһында контракт менән хеҙмәт итеүсе Айнур Мәзитов та була. Таулы Карабахтағы урынлаштырыу операцияһынан ҡайтыуына бер аҙна үтеүгә Айнур Украина сигенә юллана.
Ағаһы махсус операцияла ҡатнашыуға берай самаһы булғас, ҡустыһы Марат та әсәһенә илде һаҡларға барырға теләүе тураһында хәбәр итә. Тейешле медицина тикшереүе үткәс, А.Доставалов исемендәге батальон составына ҡабул ителә. Хәрби әҙерлектән һуң махсус операцияға оҙатыла. Ике улын яуға оҙатҡан Фәнүзә Миңлебай ҡыҙына балалары өсөн Хоҙайҙан иҫәнлек-һаулыҡ теләргә генә ҡала.
– Улдарым менән ғорурланам! Бәләкәйҙән тырыш, эшкә әрһеҙ булып үҫтеләр, яу ҡырында ла һынатмаҫтар. Уларҙың иҫән ҡайтыуҙарына ысын күңелем менән ышанам, – ти Фәнүзә Миңлебай ҡыҙы.
Тыныс, ҡырыҫыраҡ холоҡло Айнур саперҙар взводында командир урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Уға көн дә алғы һыҙыҡта булырға тура килә.


Хәрбиҙәр араһында “Мәзит” ҡушаматы менән йөрөгән Марат иһә А. Доставалов исемендәге батальонда өлкән стрелок булған һәм өлкән сержант званиеһы алған. Армияла Чита ҡалаһында танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәндә үҙен яҡшы наводчик итеп танытҡан егет батальонға беркетелгән танкта сентябрҙә үҙ теләге менән алғы һыҙыҡта йөрөгән. Холоҡ-фиғеле менән тиктормаҫ, тәүәккәл Марат бында ла һынатмаған. Ошо бер ай эсендә дошмандың байтаҡ техникаһын һәм нығытмаларын юҡ иткәндәр. Үҙҙәрен дә ҡоро ҡалдырмағандар. Ике тапҡыр көслө ут аҫтында ҡалып, танктарын яу яланынан һөйрәтеп алып сығырға тура килгән. Ярсыҡ эләгеп яраланған взвод командирын дауаланырға оҙатҡандар.
Ә 2023 йылдың 12 апрелендә Марат Мәзитов “Ватан” башҡорт батальонына хеҙмәт итергә күсте. “Ғөмүмән алғанда, шарттар булдырылған, аҙыҡ-түлек, ҡорал һәм боеприпастар менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Егеттәрҙең кәйефтәре яҡшы. Батальонға, ил һаҡларға барыбыҙ ҙа үҙ теләгебеҙ менән килгәнбеҙ, шуға ла хәрби рух та көслө.Тик үҙебеҙҙең башҡорт егеттәре генә хеҙмәт иткән батальонда хәрби бурысымды үтәүем менән сикһеҙ ғорурланам,”– ти Марат.
Ир-егеттең изге, Ватанды һаҡлау бурысын намыҫ менән үтәгән бер туған Мәзитовтар мәнән ғорурланабыҙ!