

- М. Шайморатов исемендәге батальонға теләүселәрҙе йыйыуҙарын ишеткәс, икеләнеп тормай барҙым, – ти Рифат үҙенең ул саҡта ҡабул иткән ҡарарына аңлатма биреп. – Бөйөк Ватан һуғышында минең ҡартатайым Ағурҙа ауылынан Нурислам тап ошо Украина ере өсөн һуғышҡан. Хәҙер килеп беҙҙең ҡартатайҙар ғүмере менән яулаған тыныслыҡҡа хәүеф янай. Мин, әлбиттә, ситтә ҡала алмайым. Хәҙер беҙ уларға бармаһаҡ, улар беҙгә килеүе мөмкин. Ул саҡта инде һуң булыуы бар...
Рифаттың был ҡарарын ғаиләһе ауыр ҡабул итә, ебәргеһе килмәй. Әммә уның Илде һаҡлауға булған ынтылышын күреп, аңлай, ҡабул итә. Бер нисә ай әҙерлек үткәндән һуң батальон махсус операцияға юллана.
3 ай алғы һыҙыҡта булғанда яугирҙәр ниндәй генә ҡайынлыҡтар менән осрашмаһын, Рифат бөгөн дә үҙенең был аҙымы өсөн үкенмәй. Уның рух ныҡлығы, яуланасаҡ еңеүгә үҙ өлөшөн индерәсәгенә ышанысы һоҡландыра. Беҙ уларға еңел түгеллеген яҡшы аңлайбыҙ, ә ул бер нәмәгә лә зарланмай:
- Беҙ кейем-һалым, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Оборона министрлығы тарафынан да, Башҡортостаныбыҙҙан да ярҙамды даими тоябыҙ. Гуманитар ярҙам да килеп тора, ауырлыҡтар юҡ, – ти. – Мөмкинлектән файҙаланып яҡындарыма, бөтә Ейәнсура халҡына, айырыуса тыуған Иҙелбәгемә сәләмдәремде юллайым! Барлыҡ изге теләктәрҙе, бигерәк тә тыныс күк йөҙө теләйем!, – ти сержант Рифат.
“Бик” ҡушаматлы өлкән стрелок, бер аҙ ялдан һуң, йәнә алғы һыҙыҡта. Ә Иҙелбәктә уны ғаиләһе, ҡыҙҙары, ата-әсәһе, дуҫтары-туғандары көтә.
Автор: Ә. Әйүпова.