Элемтәсе “Татар”

Илнур исемле райондашыбыҙ Украинала барған хәрби операцияла  “Татар” позывнойы аҫтында хеҙмәт итә.

Илнур - "Татар".Илнур - "Татар".
Илнур - "Татар".

 Илнур Благовещенск ҡалаһында технолог һөнәре алғас, 2019 йылда Рәсәй Армияһына саҡырыла һәм хеҙмәте бөтмәҫ борон уҡ контракт төҙөп, үҙен хәрби хеҙмәткә бағышлай. Махсус операция башланғандан алып ул - алғы рәттәрҙә. Уның махсус операциянан отпускыға ҡайтҡанын һөйөклө ҡатыны, балалары, тыуған ауылында әнейе, әтейе көтә.

Ул ялға ҡайтҡан ваҡытында беҙҙең менән әңгәмәләшергә лә ваҡыт тапты. Яугирҙән ни өсөн хәрби юлынан китеүе тураһында һорашам.

- Йәшерен-батырын түгел, мин яҡшы эш хаҡы тип ошо юлдан китергә булдым. Ауыл егеттәренә әйткем килә, әгәр ниндәй ҙә булһа эш табыу мөмкинлеге юҡ икән, контракт буйынса армияға хеҙмәт итергә килегеҙ, – ти ул. – Әммә әгәр һин хәрби хеҙмәтте һайлайһың икән, ҡушылғанды үтәргә әҙер бул. Приказ бар, һин уны үтәйһең!

Эйе, ысынлап та, бөгөн контракт төҙөүсе егеттәребеҙ күп. Сөнки махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының, әйтәйек, бер ойошмала водитель булып эшләп йөрөгән икән, ул кешенең эш урыны мотлаҡ һаҡлана. Хеҙмәт итеп тыуған яҡтарына ҡайтҡас, ул ҡайтанан шул эшенә урынлаша ала. Ир-аттан айырмалы, гүзәл заттар ҙа контракт төҙөргә ашҡынып тора. Әлбиттә, һәр береһен алмайҙар, уларҙың барыһы ла һайлау этабын үтә. Күпселек медицина хеҙмәткәре, элемтә тармағында эшләгәндәр контрактник булып китә.

Әлбиттә, контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн кешенең һаулығы яҡшы булырға тейеш, физик яҡтан әҙерлекле булыу шарт, йәше буйынса тап килеү мөһим һәм, әлбиттә, теләк кәрәк. Шул уҡ ваҡытта психологик йәһәттән дә тикшереү үтәләр. Бына ошондай етди тикшереүҙәр үткән дә инде беҙҙең сержант званиеһындағы “Татар” позывнойлы райондашыбыҙ.

- Контракт төҙөйөм тигәненә башта риза булманым. Улым: "Мин инде ҙурайғанмын, үҙем хәл итәм", тине. Ризалаштым инде. Фатихамды бирҙем, иҫән-һау ғына хеҙмәт ит, тинем, – тип һөйләй әнейе Дилбәр апай. -Уға доғаларымды бағышлап ҡына торам. Мине көйҙөрмәйем тип, ҡасан ғына хәлен һорамайым, һәр ваҡыт һәйбәт тип яуап бирә. Инде шулай ғына булһын инде.

Армияла водитель булып хеҙмәт иткән “Татар” хәҙер элемтәсе. Ул бөгөн йәнә хеҙмәткә, махсус операцияға юлланды. Беҙ уға һәм ундағы барлыҡ хәрбиҙәребеҙгә иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Фото шәхси архивтан.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас