"Дуҫтарымды нисек ҡалдырайым?"

Алла бирһә, иҫән-имен генә ҡайтып кил һин Тыуған ерҙәргә!Алла бирһә, иҫән-имен генә ҡайтып кил һин Тыуған ерҙәргә!
Алла бирһә, иҫән-имен генә ҡайтып кил һин Тыуған ерҙәргә!

“Унда ябай халыҡ ыҙа сигә, илай, уларҙы яҡларға кәрәк! Нисек инде мин бында түҙеп ята алайым?...” Көн дә бер үк уй була Альберттың башында. Иң ахыры түҙмәй – хеҙмәттәштәре артынса контракт төҙөп, үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға юллана. Үткән йылдың май айынан бөгөнгәсә ул – алғы һыҙыҡта.

Ҡужабаҡ егете Альберт әсәһе вафат булғас, 16 йәшендә үкһеҙ етем ҡала. Ошо ауылда йәшәүсе Салауат һәм Миләүшә Хәмәтйәновтар уны һәм ике ҡустыһын үҙ ҡанаты аҫтына ала һәм лайыҡлы тәрбиә бирә. Ишемғол мәктәбен тамамлағас, егет Аҡъяр тау колледжына уҡырға инә. Тик әҙерәк уҡығас, әрмегә китә. Санкт-Петербургта десант-штурм батальонында разведкала хеҙмәт итеүсе егет тап шул ваҡытта хәрби булырға ҡарар итә лә инде. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас ул контракт төҙөп, Североморскиҙағы хәрби диңгеҙ флотына юллана. Бөгөн ефрейтор Ғәлиев – үҙен аямаған, көслө рухлы, бар булмышын илде һаҡлауға йүнәлткән яугир, батыр егет.

Яраланыу ғазаптарын да татырға тура килә Альбертҡа. Үткән йылдың июлендә снаряд ярсығы аяғын яралай. Мәскәүҙә госпиталдә ятып, бер аҙ шәбәйгәс, сентябрҙә ауылына ҡайта, һуңынан кире яу яланына юллана. Печенеги ауылында мобилизацияланған егеттәрҙе тап ул әҙерләй – медицина буйынса инструктаж үткәрә.

29 декабрҙә яндарында снаряд шартлауы һөҙөмтәһендә көслө тулҡын бер нисә һалдатты ситкә алып ырғыта. Улар араһында Альберт та була. Бәхеткә күрә яндарында медицина хеҙмәткәре лә була, ул тиҙ ярҙам күрһәтә. Артабан – тағы ла Мәскәү госпитале, шифахана, тыуған яҡҡа ҡайтыу шатлығы...

Снаряд шартлауҙан Альберттың бите яраланыуы ғына етмәгән, контузия ала.

– Контузия сәбәпле, минең менән контрактты өҙөргә уйлайҙар. “Ҡайтып бер аҙ ял итәм дә, киләм. Мин илде һаҡларға тейешмен. Дуҫтарымды нисек ҡалдырайым? Медицина буйынса инструктор булып булһа ла киләм!” тинем, – ти яугир.

Ефрейтор Альберт гуманитар ярҙам ебәреп тороуҙары өсөн бөтә Башҡортостан халҡына һалдаттар исеменән рәхмәт белдерә. Шулай уҡ Мурманск, Воронеж, Белгород өлкәләре халҡы ярҙам ҙур булыуын билдәләй.

– Ҡайһы бер ауылдарҙа 50-100 метр алыҫлыҡта ғына нацистар йөрөгән осраҡтар ҙа булды. Ябай халыҡтың йә йорттарын яндыралар, йә башҡаса кәмһетәләр. Беҙ уларҙы яҡлау, һаҡлау өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ! Дошмандың беҙҙең яҡтарға үтеп инеүенә юл ҡуйырға ярамай! – ти егет һәм төндә лә уяулыҡты юғалтмау өсөн алмашлап йоҡлауҙары тураһында һөйләй.

Хәрби самбо буйынса спорт мастерлығына кандидат, атыу буйынса икенсе разрядҡа эйә ефрейтор Ғәлиев яңыраҡ тағы ла махсус хәрби операцияға юлланды. Шундай егеттәр ил һағында торғанда тыныс йоҡлай алабыҙ һәм еңеүгә өмөтөбөҙҙө өҙмәйбеҙ. Иң мөһиме, уларҙы бәлә-ҡазан, дошман уты урап үтһен!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас