“Башҡаларҙың ғүмерен һаҡлау минең булмышым икәнен бала саҡтан уҡ аңланым”

Юна махсус хәрби операцияла ҡатнашырға тигән ҡарарын шулай аңлата

“Башҡаларҙың ғүмерен һаҡлау минең булмышым икәнен бала саҡтан уҡ аңланым”“Башҡаларҙың ғүмерен һаҡлау минең булмышым икәнен бала саҡтан уҡ аңланым”
“Башҡаларҙың ғүмерен һаҡлау минең булмышым икәнен бала саҡтан уҡ аңланым”

Берәүҙәр һөнәрҙе осраҡлы һайлай, ә кемдер уға бала саҡтан ынтыла. Ейәнсура районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы берҙән-бер гүзәл зат Юна һуңғылар иҫәбендә. 4-се класта яҙған иншаһында: “Мин ҙурайғас туғандарымды дауалау өсөн шәфҡәт туташы булам, әммә улар бөтөнләй ауырымаһын ине!” тигән һөйләмен ул бөгөн дә иҫләй.

Ҡыҙ хыялына тоғро ҡала күрше районда тыуып-үҫкән ҡыҙ тыуған ауылында 9-сы класты тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университеты янындағы колледжға уҡырға инә. Тормош уны Ейәнсура менән бәйләгәс, йәш килен хеҙмәт юлын беҙҙең районда башлай. Унан уның бер-бер артлы ҡыҙы, унан улы тыуа. Ә уҙған көҙ иһә ике бала әсәһе тормошонда ҡырҡа боролош яһап, махсус хәрби операция урынына юллана. 2 октябрҙән алып Юна операция-бәйләү взводында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә.

– Тәүге көндәрҙә ныҡ ҡурҡыныс булды. Атыш... Береһе лә таныш булмаған хәрбиҙәр. Әммә тәүге пациент – яралы яугир килеү менән эргәләге хәүеф онотолдо. Тиҙерәк ярҙам күрһәтергә кәрәк ине, – тип иҫләй рядовой Юна махсус хәрби операциялағы тәүге көндәрен. Уға яралыларға ярҙам итә алыуы, ауырыу-һыҙланыуҙарын аҙ ғына булһа ла баҫа алыуы көс һәм ышаныс бирә.

Алғы һыҙыҡтағы шәфҡәт туташының хеҙмәте яралыларға операция эшләгән табипҡа ярҙам итеү, яраларҙы эшкәртеп бәйләүгә генә ҡайтып ҡалмай. Ҡайһы саҡта аҡ халатты һалып, каска һәм бронижилет кейеп, блиндаж төҙөшөргә лә тура килә. Ә ҡатын-ҡыҙ булараҡ, йыуыу, йыйыштырыу тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй.

– Мин бында кәрәкмен! Коллективтың, пациенттарҙың мөнәсәбәте лә ошо хаҡта һөйләй. Шуға ла мин шундай ҡарар ҡабул итеүемә һис үкенмәйем, – ти шәфҡәт туташы. – Минең әтейем менән әнейем – иң-иңдәре! Улар минең тормошта үҙ урынымды таба алмай аптыранғанымды күреп, хәрби хеҙмәткә юлланырға уйлағанымды аңлап ҡабул итте. Фатихаларын биреп оҙатты. Улар минең менән ғорурлана һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуымды теләй, – ти Юна һәм улы менән ҡыҙының өләсәй, ҡартатай һәм ҡарт өләсәйҙең ышаныслы ҡулдарында булыуына ҡыуанып.

Ир-егет булһынмы ул, гүзәл затмы – һуғыш барыһынан да ихтияр көсө, сабырлыҡ, уяулыҡ талап итә. Йәш шәфҡәт туташына иһә яралылар янында ҡаушап ҡалмаҫҡа, үҙен ҡулда тотоуҙан бигерәк яралыларға рухи көс бирерлек ныҡлыҡ та, тиҙ арала ярҙам итерлек белем дә, етеҙлек тә талап ителә. Юнаға иһә был сифаттар барыһы ла хас. Тап шуға ла ул быйылғы яҙ һәм гүзәллек байрамын ут аҫтында, хәрби шарттарҙа ҡаршылай. Әйткәндәй, иҫләйһегеҙме, февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан яугирҙәргә бүләктәр һәм күстәнәстәр ебәргәйнек. Уларҙың Юнаға тәғәйенләнгәндәре эйәһенә ошо арала ғына барып етте.

– Хөрмәтле райондаштар, һеҙ ебәргән күстәнәстәр, бүләктәр, дарыуҙар бараһы ла килеп етте. Һеҙгә иғтибарығыҙ, ярҙамығыҙ өсөн бөтә взвод исеменән рәхмәт белдерәм! – тип рядовой ейәнсураларға мөрәжәғәт итеп. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙы, Юнаға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас