+24 °С
Дождь
. Уның ғүмерен хәрби билет эсендә ятҡан икона ҡотҡарған.
Һалдат видеояҙмала кейемендәге пуля эҙен күрһәтә – снаряд кеҫә тәңгәлен тишеп ингән, әммә хәрби билет эсендә ятҡан икона аша үтә алмаған.
"Шунан, Хоҙай юҡ, тип әйтегеҙ инде... Бына ошо икона пуляны үткәрмәгән", – тип күрһәтә һалдат видеояҙмала.
Республиканың хәрби комиссариаты был мәғлүмәтте раҫланы. Видеояҙмалағы яугир ысынлап та Баймаҡ ҡалаһынан икән.