Бөтә яңылыҡтар

“Сургут” быйыл диплом алырға йыйына

Яугир яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ғына ялдарында ғаиләһен күреп кенә түгел, ә Өфөләге Кооператив институтында имтихандар тапшырырға ла өлгөрә.

"Сургут" позывнойлы яҡташыбыҙ өс бала атаһы. Күгәрсен районының Ерекле ауылында тыуып үҫкән, бер нисә йыл элек ғаиләһе менән Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһына күсеп барған.

– Яҡын дуҫтарым өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға саҡырылғас, уларға: “Егеттәр, мин дә эргәгеҙгә барасаҡмын!” – тинем. Тәүге айҙарҙа саҡырыу килер тип көттөм, һуңынан контракт төҙөнөм. Хәҙер дуҫтарым “Пчёлка” һәм “Фартовый” менән алғы һыҙыҡты нығытыуҙа ҡатнашабыҙ. Улар – Ейәнсура районының Таҙлар һәм Иҫәнғол ауылы егеттәре, – тине “Сургут”.

Студент яугир әйтеүенсә, сессияға әҙерләнергә уға төркөмдәштәре һәм һөйөклө ҡатыны Юлиә Юлай ҡыҙы ярҙам итә.

– Командирым сессия ваҡытына һәр саҡ ял бирергә әҙер, тик үҙем был мөмкинлектән файҙаланмайым. Әгәр мин ваҡытынан алда ҡайтһам, тимәк, иптәштәрем үҙ мәлендә отпускыһын ала алмаясаҡ. Былай итеү минең яҡтан тәрбиәһеҙлек булыр ине, шуға ла зачет һәм имтихандарҙы үҙемдең ялым ваҡытында тапшырам. Уҡытыусылар һуңлап барыуымды аңлап ҡабул итә, – ти яугир.

Быйыл "Сургут" диплом алырға йыйына, йәмәғәт туҡланыу технологы буласаҡ ул. 

Автор:Нурзиә Хәсәнова.
"Башҡортостан" гәзите
Автор:
Читайте нас