Күпме ваҡыт үткәндер, үҙе оператор-наводчик булған “БМП-3” килеп ала. Ғүмере бөтмәгән икән!
Госпиталгә юл... Күп ҡан юғалтҡан яҡташыбыҙҙың барып еткән ерҙә йөрәге туҡтай. Ҡан ебәргәс кенә терелеп китә “Иҫән”. Артабан – оҙайлы операция. Тәнендәге иҫәпһеҙ ярсыҡтарҙы алыу, аяғын ампутациялау. Ныҡ ауыртыныуға күңел һыҙлауы ла ҡушыла. Әммә ул төшөнкөлөккә бирелмәй.
Шулай итеп, 2022 йылда тәүгеләрҙән булып үҙ теләге менән Доставалов исемендәге батальон менән контракт төҙөгән Иҫәнғол егете Рәвил Ҡаҙанғолов ике йыл үткәс ҡаты яраланып, госпиталдә биш ай дауалана. Донецк, Ростов на Дону, Мәскәүҙәге Н. Бурденко исемендәге госпиталь – бер нисә операция, оҙайлы реабилитация...
Ата-әсәһе, кәләше Диана, улдары Артем, Алан янына ҡайтҡан йәрәхәтләнгән яугирҙе хәрби медицина комиссияһы артабан хеҙмәткә яраҡһыҙ тип таба. Рәвил яҡындары янында тыныс тормошта йәшәй ала. Әммә, “Иҫән” ундайҙарҙан түгел.
– Егеттәр яуҙа булғанда, нисек түҙеп өйҙә ятмаҡ кәрәк? Ошо арала киренән хеҙмәт урыныма юлланасаҡмын. Документтар менән бәйле эш тәҡдим иттеләр. Яҡындарым ҡаршы, әлбиттә. Әммә мин ҡарар ҡабул иткәнмен, кире уйламаясаҡмын! – ти махсус хәрби операцияла үтәгән бурыстары өсөн Батырлыҡ ордены һәм Шайморатов миҙалдары менән наградланған яугир.
Айнә Иманғолова.
Фото шәхси архивтан.